- Ай әттә... Йә званитмәгәнмен алдан... Ҡуйығыҙ сәле... Ғөмөрө ҡыланмағанығыҙҙы ни...
- Шул һөт өсөн талаш сығараһың! Һәр аҙымымды тикшереп! Мин һиңә һаман бер батсанкымы, эш мәнеһе белмәгән.?
- Ҡойма борған һөттө калудаға, тип күпме әйтәм - сығара ла ауҙара! Ана, тауыҡтарың эсенә төшөп, әшәкеләп бөткән!
- Ҡыҫылып ултырма ир башың менән бисәләр эшенә. Сөңкөлдәгән булып!! Мыжып! Бисәһөрәт!
Зариф ҡарт эсер сәйен дә эсеп бөтмәй, сайпылта этеп ебәрҙе.
- Ашты таш итеп йоттораһың, баҡшы бисә!
- Йотма, тамағың туҡтыр! Бер туҫтаҡ ойтҡан һемереп алдың таң тишеге менән! Ҡаймаҡ туҡып!
- Ы-ых һине..
Зариф ҡарт Вәлимә менән баш ҡағып иҫәнләште лә, үтергә ымланы. Үҙе өҫтәл артынан дөбөр - шатыр тороп сығып китте.
- Нимә булып китте, нишләп талашаһығыҙ ул? Ғүмерҙә булмағанды ни. Олоғайғас...
- Үт, үт, әхирәт, аптырама беҙгә. Бөгөн иртәнсәктән талағы ташып йөрөй, нимәгә көс төшөрөргә белмәй. Бөгөнгө абратты быҙауҙар эсеп сыҡһа, тип ҡойғайным. Көн һайын әйләнәң дә шул бер эш. Йыбанып кителә.
- Йә мин иртәрәк инеп алмағанмын, бешереп, ойотор инем.
- Эйе шул. Һөттө исраф итһәң, тере биреһе ҡуба.
Ғәҙилә әбей сәй яңыртты.
- Һыйыр һауғандағы алъяпҡысыңды сисмәй, тамаҡ ултыртаһың, тип башланы. Китте шунан теҙеп.
- Мин аны йыуаш, ыспакуйна кеше күрһәм әле.
- Итерһең йыуаш. Әллә нимәһенә көйөп йөрөй кисәнән бирле. Ризыҡты әхәздәйһең, ҡәҙерен белмәйһең, тип айыу ҙа бүре булып килеп инде лә кәртәнән, кереште бупылдарға.
Ғәҙилә нишләптер артҡа боролоп киткән алъяпҡысын сисеп алды ла көлөп ебәрҙе:
- Алъяпҡысымды күп күрһәң, арт япҡыс иттем дә алдым, - тип артҡа әйләндереп ҡуйҙым. Бар, ең мине.
- Бер ҙә тауыш - тынығыҙ ишетелмәгәс, улайтып талашаһығыҙҙыр, тип уйламайым да мин.
- Йыйып - йыйып йөрөй - йөрөй ҙә шулайтып дыулап ала торған ғәҙәте бар аның. Мыжыҡ ҡына ул Зариф, ыуаҡ һүҙле. Үҙенә күрә түгел. Кем арҡаһында...
Вәлимә Ғәҙиләне бүлдерҙе:
- Ҡуй, тәрәнгә төшмә, икегеҙ ҙә шәп, һүҙ ҙә юҡ.
- Иҫкә төшһә, йән көйә лә китә бит. Инде ярты ҡартайылған, ә ул һаман миңә эш өйрәтә. Бутта мин бер май бешмәгән бисә! Сығып бара әле ауыҙы һалбырап. Аһҡы ирененә эләгеп ҡолап ҡуймаһа ярар ине...
Вәлимә күҙенән йәш сыҡҡансы көлдө әсе телле әхирәтенең был һүҙҙәренә.
Оҙаҡ ултырҙы ике күрше, ике әхирәт әбей. Зариф ҡарт та, талаш та әллә ҡасан онотолдо.
- Аһ -аһ, төш етеп килә түгелме? Ул тапҡансы ултырған, тигәндәй, алған һөтөм ойомаҫ борон ҡайтайым мин әй. Бесәйем килеп етер эҙләп. Зарифың юҡ та баһа һаман.
Ғәҙилә үҙе лә аптырауға ҡалды.
- Былайтып оҙаҡ йөрөмәй торғайнысы. Асыҡты инде быға тиклем. Ҡояш ҡалҡҡандағы ойтҡан менән йөрөй. Ҡайҙа икән?
Ҡапҡа тышындағы эскәмйәгә ултырып, икәүләп көтә башланы былар Зариф ҡартты. Һөйләшкеһе лә килмәй Ғәҙиләнең, ҡайтырға тип уҡталған Вәлимәне лә:
- Ултыра бир әле, ҡабаланып ҡайҙа бараһың? - тип ултыртып ҡуйҙы. - Көтөп торған кешең юҡ.
Вәлимә был һүҙҙәрҙе күңеленә ауыр алды.
- Аһ - аһ. Кит, улай тигән һүҙ буламы, Ғәҙилә? Көтөр кешем юҡ, тип, һинең күңелеңде күреп, Зарифың ҡайтҡансы ошонда ултырайыммы? Үҙе талап сығарып ебәрҙе лә... Ҡайтыр әле, ҡайҙа китер тиһең?
Ғәҙилә әбейгә һөс! тинеләрме ни - ырғыны ла торҙо.
- Ҡайтмаһа, һин индереп алырһың! Бото бер тин! Танһыҡ булһа, һиңә танһыҡтыр ир, ә миңә надайыл 55 йыл буйы!
- Нимә һөйләйһең һин, әхирәт?
Вәлимә әбей, эскәмйәнән тороп, рәшәткәгә тотондо. Күҙҙәрен дә, ауыҙын да асып, шаҡ ҡатты.
- Беләм нимә һөйләгәнемде! Эй, Зарифың шәп тә инде, уй Зариф аҡыллы ла инде, тип ауыҙ һыуың ҡороно ғөмөр буйы. Күрҙеңме инде шәплеген? Үсең ҡанып торамы?
- Ғәҙилә, тыйыл, тием, етәр, тием! Айырылмаҫ дуҫыңа онотолмаҫ һүҙ әйтмә, үкенерһең һуңынан.
- Үҙәгемә үтте мыжыҡлығы. Һеҙ генә белмәйһегеҙ бер нәмә лә.
Ғәҙилә илай башланы.
- Ана, һинең кеүек бәхетле бисәләрҙең ирҙәре дауна үлеп бөттө! Шул маҡтаған Зарифығыҙҙан ҡалып, бер йыл йәшәһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем...
- Тәүбә! Тәүбә! Әстәғи-и-и... Зариф һиңә ул тиклем үлемен һорарлыҡ ни эшләне һуң, Ғәҙилә? Кешенең үлемен теләгәнсе, үҙеңдең йөрөмөңдө теләһәңсе, әхирәт.
Вәлимә ҡайтырға ыңғайланы.
- Атта ла бар, тәртәлә лә тиһәләр ҙә, әхирәт, тәртәлә ғәйеп күберәк икән бында. Булғанға ҡотораһың. Аша һөйләшмә, көфөр булыр. Аш хурлама, ҡоҫторор, ир хурлама, боҫторор, тип бушҡа әйтмәгән боронғолар.
- Һии, үҙеңә етмәгән аҡылың үҙеңдә ҡалһын, Вәлимә, йәме! Хәсрәт! Торған була аҡыл һатып! ир менән йәшәргә ҡалын ғына елкә кәрәк әле бында!
Зарифы кеүек йыйып - йыйып йөрөгән икән был да. Серҙәш булып, әхирәт булып йәшәһәләр ҙә, күңелен ҡорт кимергән, Вәлимәне бәхетлегә һанаған.
Вәлимә әбейҙең ауыртҡан ерен биш бармағының тырнаҡтары менән сапсыны Ғәҙилә.
- Бәй, бәтәс, һинең Зарифың кеүек алтын ир менән йәшәү шипух ул! Ана минең Шәрифем кәрәк ине һиңә. Үәт, ҡалын елкәң кәрәк булыр ине Шәриф ҡулында булһаң. Туғыҙ йыл ауырыу ир тәрбиәләй алыр инең микән...
- Ә һин Зариф менән йәшәргә хәлеңдән килер ине тиһеңме?
- Нишләп килмәһен! Пүстәк! Вис эшен, һинекен дә, үҙе белеп эшләп тик йөрөй.! Һинең артың тирмән тарта Зариф арҡаһында. Мыжыҡ, имеш. Мыжыһын! Ундай ғына ғәйеп хан ҡыҙында ла бар.Уның мыжыуын йыр һымаҡ таңлар инем, Зариф кеүек ир эләкһә, эһем - эһем, тиер инем!
Хәҙер Ғәҙиләнең күҙе лә, ауыҙы ла шар асыҡ.
-Әә, шулай тиһеңме әле һин?
- Шулай тием мин. Зәрә ашҡынып киттең, әҙәм танымай башланың.
- Зариф шәп, мин эт инде, алай булғас?
- Зариф шәп! Ә үҙеңде һин үҙең беләһең.
- Һин тәүҙә йәшәп ҡара уның менән!
-Нишләп йәшәмәй, ти. Йәшәйеем!
Көн үҙәгендә, йәйге ҡояш ҡыҙыуы аҫтында ҡара ҡаршы баҫып, күҙмә - күҙ тексәйешеп торған ошо ике әбейҙең, ике ут күршенең, бала саҡтан бер ауылда ғүмер һөргән ике әхирәттең бер береһенә әсе - әсе һүҙҙәр әйтеп, донъя яңғыратып ҡысҡырышмай ғына, йылан шикелле ыҫылдашып ирешеп торалар, тип кем әйтһен? Сикәләре ҡыҙарып киткән, тирләгән майңлайҙарын әленән әле һөртөп алалар, яулыҡ аҫтынан сыҡҡан сәстәрен һыйпап, бармаҡтары менән кире эскә тығып ҡуялар.
- Һы! Йәшә, улай булғас! Зарифтың холҡона сыҙап бер аҙна йәшәһәң, анау һауып эсеп йөрөгән һыйырымды бирәм!
- Һи! Йәшәйем! Һыйырың минеке щитай!
- Һы!
- Һи!
- Бәхәсме?
- Бәхәс!
Бәйге сапҡан ике йәш бейә лә улай ярһымаҫ! Башҡа баш терәп, ярылырҙай булып киңәйгән танау тишектәренән эҫе быу бөркөп, береһе лә алға сыҡмаҫын, типә - тиң барасаҡтарын белеп елә был икәү.
- Ауыҙыңдағы һүҙеңә һин хужа, ауыҙыңдан сыҡҡанына мин хужа! Бәхәсме инде, Ғәҙилә?
- Бәхәс, Вәлимә! Бер аҙнаға түҙһәң, ҡоба һыйыр һинеке! Миңә берәһе лә етә! Үҙең һауып эсерһең минән һоранып йөрөгәнсә!
- Мин һоранмайым, һатып алам!
- Әҙер һөтө һатып алыуы нимә ул? Битунщигын тотоп, текә - текә генә баһып килеп ингән була, кейенеп - яһанып. Зарифы ултырған була күҙе йызылдап... Мин йөрөйөм бөксәндәп иртә таңдан ятып киткәнсә. Ана ал һыйырҙы ла, ирҙе лә! Түлкә кире әпкилеп йөрөмә! Хаҡы - хаҡ ярым хаҡ, бот ярым борсаҡ!
- Миңә дарым кәрәкмәй, аҡсаһын биреп алырмын.
- Һы!
- Һи!.
- Бәхәс?
- Бәхәс!
- Дәә... Ҡәҙер бөткән икән, бер ҡарт һыйыр хаҡы ғына бирәләәр....
Һарай яғынан килеп, урам тышында ишетелгән сәйер тауыштарҙың айышына төшөнөр өсөн, шар асып ебәргән ҡапҡаны тиҙ генә кире ҡыҫып, ике әбейҙе баянан бирле күҙәтеп торған Зариф ҡарттың был һүҙҙәре аяҙ көндө күк гөрһөлдәп ебәргәндәй тойолдо әбейҙәргә. Терт итеп ҡалдылар ҙа, йығылып китмәҫ өсөн бер береһенә йәбештеләр.
- Дәә. Мине һыртымдан һатып ебәрҙеңме, әбей? Ә һин, ҡорҙашбикә, арзан хаҡҡа һыйыр алып, ҡыуанып тораһыңмы? Үәт, әй... Үәт, әбейҙәр, исмаһам.
Ғәҙилә менән Вәлимә үҙҙәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй ине был минутта. Ер тишеге булһа, икеһе берҙәй төшөп китерҙәр ине, биллаһи.
-Әйҙә, сәйеңде ҡайнат! Борол, ҡорҙашбикә. Үәт, ике алйот...
- Балаларыбыҙ ишетеп ҡалмаһын...
- Ошонда ғына бөтһөн...
ТАҢҺЫЛЫУ ҠАРАСУРИНА.