Кейәүгә сыҡҡанымды үҙем дә белмәй ҡалдым… Сөм ҡара күҙле, һомғол буйлы, һәр саҡ “әҙ генә һуҡмыш” Талип “берҙән-берем”ә әйләнде лә ҡуйҙы. Ул мине яраттымы икән? Белмәйем… Ә мин уға ысынлап ғашиҡ инем, ахырыһы.
Күптән гүр эйәһе инде Талибым. Һағынып иҫләргә генә ҡалды…
Ике бала үҫтерҙек. Мин – һатыусы, ул – ут һүндереүсе. Уға рәхәт: бер тәүлек “йоҡлап ала” ла ике көн өйҙә эт һуғара. Эш һөймәҫ ялҡау нәмәнең янынан “иҫке” һәм “яңы” шешәләш дуҫтары өҙөлмәне. Талибым күҙгә күренеп “ата эскесе”гә әйләнде.
Эшем ауыр булһа ла балалар хаҡына түҙеп, тормоштоң бөтә йөгөн үҙ елкәмә һалып тартырға тырыштым: утыҙлаған һарыҡ бар, өс һыйыр һауам, уларҙы көтөүгә ҡыуам, ҡаршылайым, ишек алды тулы ҡош (ул етмеш өйрәкте нимәгә аҫраным икән – ирҙең ҡалала йәшәүсе дүрт апаһы өсөнмө?), өйҙәге ҡатын-ҡыҙ эшен дә бер үҙем башҡарам, ҡулға балта-сүкеш тоторға ла тура килә. Йылдың оҙон ҡышында кәртә тулы малды иртәле-кисле ҡарау, тиҙәген түгеү ҙә минең “изге бурыс”. Нисек өлгөргәнмендер – белмәйем. Балалар балалар баҡсаһынан сығып, мәктәпкә китте, мәктәбен дә тамамланы, береһе – институтҡа, икенсеһе училищеға уҡырға инде. Иттән, май-ҡаймаҡтан өҙмәнем, кеше араһында кәм-хур итмәйем тип кейемгә лә аҡса йәлләмәнем. Улар өйҙә булмағас, минең ир, өйгә әшнәләрен йыйып, эсеп-типтерә башланы. Мине “фәлән ир менән йөрөйһөң, төгән ир менән сыуалаһың” тип эскесе дуҫтарына ҡушып, ҡул күтәреүгә тиклем барып етте. Эш еренән Талиптарға ҡош-ҡорт, мал-тыуар өсөн ашлыҡ бүленә ине. Ә ул миңә шуны һатып бирҙе. “Ҡана, аҡса бир, ем һатып йөрөйҙәр, алып ҡалайыҡ”. Ишек алдына килеп ингән ашлыҡтан кем баш тартһын инде… Эш хаҡы иҫәбенә ут һүндереүселәргә күпмелер күләмдә ашлыҡ өләшкәндәрен аҙаҡ ҡына белеп ҡалам.
Күршемдә генә балда-майҙа йөҙөп йәшәүсе Зәлиәнән көнләшеп үлер хәлгә етә инем. Була бит донъяла бәхетле бисәләр! Ире бер алдына, бер артына сығып, осоп-ҡунып ҡына тора. Ни алып ни бирергә белмәй! Ихаталарындағы эшен дә үҙе башҡара, өй эсендә ярҙам итергә лә әҙер. Зәлиә эре сирттермәй кем эре сирттерһен!
Шулай бер ваҡыт Стәрлелә йәшәүсе апайымдан телеграмма килеп төштө. “Тиҙ генә килеп ет, ауырыйым” тиелгәйне унда. Малды, ҡош-ҡортто күрше Сәриәләргә әйттем дә, тейәнеп апайым янына киттем. Бына ишек. Ҡыңғырауға баҫам. Ә унда… шат йылмайып Гөлфиә апайым тора. Үҙе шап-шаҡтай, бер ҙә ауырыу кешегә оҡшамаған! Быуындарым йомшарып, уның ҡосағына ташландым.
– Һине, һеңлем, шулай алдап ҡына ҡунаҡҡа саҡырмаһаң, донъяңды, “берҙән-береңде” ташлап сығып китә алмайһың. Әҙерәк ял ит. Рәхәтләнеп һөйләшеп ултырырбыҙ…
Осрашыуҙан, уйының тормошҡа ашыуынан ҡәнәғәт апайым рәхәтләнеп хәбәрен һүтте. Эйе, уға апай тип әйтеүе лә уңайһыҙ – йәп-йәш! Донъяһы ла урап сыҡҡыһыҙ! Тик бына еҙнәмдең генә ғүмере ҡыҫҡа булды.
– Ҡара әле, һеңлем! Мин һине бушҡа саҡырманым. Әхирәтем Зәбирәнең бер туған ҡустыһы бәләгә тарып тора бит әле.
– Тарыһа һуң! Шунан башҡа ҡайғың юҡмы?
– Юҡ та, һеңлекәш, тыңла әле тәүҙә! Ул егеттең исеме Әхәт. Әллә нисә йыл инде ресторанда эшләй. Бер үҙе генә тора. Әсәһе күптән гүр эйәһе булған. Ана шул Әхәтте тиҙ арала өйләндереү талап ителә.
– Уға фатир алырға кәрәк!
– Алһын! Фатирҙы, теләге булһа, яңғыҙ кешегә лә бирәләр, – тим, аптырап.
– Эй, Алла, Зөлфиә, һеңлем, тороп тор тим дәһә, һөйләп бөтәйем! Хәҙерге мәлдә Әхәт әсәһенең иҫке өйөндә йәшәй. Ә уны иртән-бөгөн емерергә торалар. Өйләнмәһә, Әхәткә фатир эләкмәй, ти, бүлмә генә бирәләр икән. Шуға бик тиҙ өйләнергә кәрәк. Нишләп, һәйбәт вариант!
– Гөлфиә апай, минең ирем бар ҙаһа!
– Үлтерәһең инде, Зөлфиә! Кем һиңә уға кейәүгә сыҡ ти?! Был егетте ҡулдан ысҡындырырға ярамай! Әйҙә, Сәлхиә апайымдың Зиләһенә димләйек!
– Китсе, Зилә бигерәк йәш тә баһа!
– Булһын, уның ҡарауы, баш ҡалала йәшәйәсәк! Өйлө лә, ирле лә була! Бына ҡайҙа ул бәхет!
Апай ысынлап та ҡыҙған, дәртләнгән. Уның алдына алғанын ҡуймаясағын белһәм дә:
– Гөлфиә апай, ҡуй, юҡ менән булмайыҡ. Зилә, бәлки, уны оҡшатмаҫ, – тигән булам.
– Һинең бәхетең Талибыңдың битендәме ни? Һылыу булыуы ҡороһон! Ата ялҡау! Ирмен тигән ир кеше тормош көтһөн, донъя йөгөн тартһын, вәт…
Эйе, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ!
Таныштыҡ Әхәт менән. Бик ыҫпай ир икән. Ап-аҡ салбар, ҡарҙан да аҡ күлдәк кейеп, ҡулдарына һөттәй аҡ таҫтамал һалып һыйланы ул беҙҙе. Һүҙ юҡ. Өйө иҫке генә булһа ла донъяһы ҡатын-ҡыҙ ҡулына мохтаж түгел. Бөтә нәмә үҙ урынында. Әгәр мин Зиләнең урынында булһам, бәлки был егеткә тормошҡа сығыр ҙа инем. Тик… ултыра, ултыра ла әллә нисек итеп тын алып ебәрә. “Эх-эһ!” тиме шунда… Бөтә тәне ырғып китә. Хатта йәмһеҙ. Белмәйем, сыҡмаҫ ул быға Зилә, тип үҙемсә һығымта яһаған булам.
– Шулай, Зәбирә әхирәт, иртәгә Зөлфиә ҡайтырға сыға, Әхәткә юлдаш та табылды. Зилә менән үҙе алып барып таныштырыр.
Бына һиңә мә! Миңә тағып ебәрмәк итәләр… Бәлки апайым мине шуның өсөн саҡырғандыр ҙа әле!
– Йә, йә, көйһөҙләнмә! Киһәң һуң! Бына мине лә күрҙең, Сәлхиә апайҙың ҡыҙын кейәүле лә итәһең. Изге эш эшләйһең, һеңлем!
– Ә мин был ирҙе һөйрәп ҡалайтып Талип янына ҡайтайым? “Бына, Зиләгә ир алып ҡайттым, тийәйемме? Үлтерә бит ул мине! Былай ҙа һәр бағанаға ҡыҙғанып йәнемде ала. Күрә-баға мине гүргә тыҡмаҡ булаһың! – тим апайыма үртәлеп.
– Кит, хыялый, кем һиңә уны өйөңә алып ҡайт тей әле, юл ыңғайы Зиләләргә ҡалдырып кит. Өйҙәренә индер ҙә сыҡ.
“Йә, Хоҙай, бар икән күрәһеләрем…”
Иртәгәһенә улар беҙҙе поезға алып барып ултыртты. “Бакавушка”ға эләктек. Апайҙарыбыҙ хушлашып сығып китте. Әхәт үҙен иркен генә тота. Миңә йылмайып хәбәр һөйләй. Мин дә йылмайып унда-бында баш һелккән булам. Ҡала кешеһе ҡала кешеһе инде. Аҡ салбары ла, күлдәге лә үҙенә килешеп тора. Мин дә Талибыма аҡ салбар алып биргәйнем. Эй, ҡуй инде! Бер ҡунаҡҡа кейеп барҙы һәм вәссәләм! Ҡарар ерен ҡалдырмай бысратып, сисеп ырғытҡан. Шифоньер башында саң йыйып ята. “Аҡ салбар миңә килешмәй”, – тигән була. Хыялый, кейә белмәгәндә эше юҡ…
Вагон тулы. Таныштар юҡмы икән, тип ипләп кенә тирә-яғыма күҙ һалам. Уй, аллам! Минең ҡаршымда ғына күҙен шарҙай итеп, былай ҙа йәмһеҙ ауыҙын ябырға ла онотоп ауылдашым һайыҫҡан Сәмәрә текләп ултыра! Былай булғас, бөттө баш! Эләгә миңә Талиптан. Минең мажараны, бер грамм иҫкертмәй, ысвижый ғына көйө алып ҡайтып тапшыра был иренә. Ә уныһы бер рюмка араҡы өсөн балаларын да һатып ебәрә торған әҙәм аҡтығы! Бар икән күрәһеләрем…
Еңелерәк кейенеп алайым тип бәҙрәфкә бармаҡ булам. “Мин дә һеҙҙең менән” тимәһенме “буласаҡ кейәү”.
– Юҡ, – мин әйтәм, – бер үҙем барам.
– Йә, һатыулашмағыҙ инде, Зөлфиә ханым, мин һеҙҙе көтөп кенә торам тышта, – ти был.
Күҙемдең һырты менән генә теге һайыҫҡанға ҡарайым. Бисураның һаман да ауыҙы асыҡ.
– Юҡ! Ҡарауыллап торорға мин һеҙгә бала түгел, эйәрмәгеҙ! – тинем уҫал ғына ҡарап.
– Йә, йә, Зөлфиә ханым, мәйелегеҙ. Улайһа, мин һеҙгә хәҙер өҫтәл хәстәрләй торормон, – ти был. Уй, Аллам, шул ғына етмәгәйне! Бының менән кеше алдында ашап ултырырға тура киләсәк!
Эйе, мин әйләнеп килеүгә өҫтәл әҙер. Ни арала өлгөргәндер. Батшаларҙың өҫтәле ары торһон! Бына һиңә ресторан кешеһе…
– Нимә эсәһегеҙ? – ти был миңә йылмайып. Ҡулында һут. Ә өҫтәлдә тағы ла бер ҡағыҙҙа һут ултыра. Тышына виноград һүрәте төшөрөлгән. Мин алма һутын яратмайым, шуға күрә:
– Ана тегеһен эсәм, – тим, ҡағыҙ һауыттағыһына төртөп.
Һутты, матур фужерҙарға ҡойоп, берәүһен – үҙенә, икенсеһен минең алға ултыртты был.
– Әйҙәгеҙ, иҫәнлеккә-һаулыҡҡа күтәрәйек.
– Мин һутты сәкәштереп эсмәйем, – тим тегегә, үҙем һайыҫҡанға ҡарайым. Һаман ауыҙы асыҡ мәлғүндең! Ике күҙе беҙҙә. Өҫтәлгә саҡыра алмайым. Кеше һыйы. Уңайһыҙ.
Ах, шарап та баһа! Шарап та ҡағыҙ һауытта була икән.
– Әйҙәгеҙ, икәү итәйек, – ти “буласаҡ кейәү”.
– Юҡ, – мин әйтәм, – ниңәлер башым ауырып тора, арыуым еткәндер. Һыйығыҙ өсөн рәхмәт, – тинем дә өҫтәге әҙер урынға күтәрелдем. Урынын да һалып өлгөргән бит әле! Һайыҫҡандың майлы күҙҙәрен күрмәҫ өсөн боролоп яттым. Уйлана торғас, арыу ҙа, баяғы шараптың шауҡымы ла тәьҫир иткәндер инде, әүен баҙарына киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Бына бер ваҡыт кемдеңдер ҡулы һаҡ ҡына минең яурын башынан аяҡ осона тиклем һыйпап үтә башланы… “Бөттө баш! Теге! Хәшәрәт! “Эх-эһ!” ти. Шул! Ҡалай культурный ир булып ҡылана бит әле! Ҡысҡырһам – оят! Әйләнеп алып берҙе тип…” тип уйлап та өлгөрмәнем, өҫтөмә йомшаҡ ҡына одеял килеп ятты. Йылы булып китте. Рәхмәт яуғыры. Күҙҙәрем тағы ла үҙҙәренән үҙҙәре йомолдо.
Мин уянғанда күптәр йоҡоларынан тороп, үҙ мәшәҡәттәре менән мәж килә ине. Шунда уҡ һайыҫҡан яғына ҡарайым. Йоҡонан иртә торғанға оҡшай. Хәҙер ауыҙы ябыҡ. Мөкиббән китеп юлдашымды күҙҙән үткәреп ултыра. Аҫҡа ҡараһам, Әхәт өҫтәл әҙерләп йөрөй. Уңайһыҙ булып китте. Ҡуй, торайым, батша ҡыҙылай булып һуҙылып ятып булмаҫ. Өҫтән төшөп киләм. Йә, Хоҙай, йылы ғына, йомшаҡ ҡына бер нәмәгә баҫтым, ахырыһы. Нимә икән? Аяғымдың осо менән генә артабан ҡапшайым. Ай, кемдеңдер беләге лә баһа! Ул арала Әхәт мине еңелсә генә күтәреп иҙәнгә баҫтырып та ҡуйҙы. Мин төшһөн тип усын ҡуйған был. Улай ҙа була икән…
Һайыҫҡанды күрһәгеҙ! Ауыҙы ҡолағына еткән. Йәнем көйөп, рәхмәт әйтергә лә онотоп, йыуынырға тип бәҙрәф яғына ыңғайланым.
Беҙҙең станцияға еткәс, Әхәт әйберҙәремде ала һалып, һә тигәнсе төшөп тә китте. Шул арала миңә төшөргә ярҙам итергә теләп ҡулын һоноп тора. Батшабикәләр кеүек кенә килеп төштөм станцияға. Ашыҡмай, эре генә килеп төштөм инде үҙемсә, сөнки һиҙеп торам: һайыҫҡан мине күҙәтә.
– Ярар, Зөлфиә ханым, мин билет артынан. Һеҙ ошонда ял итеп ултырып тороғоҙ, – тине лә юлдашым вокзал эсенә йүгерҙе. Эй, ҡуй инде. Талип булһа, уйлар ине билетты! “Баш ауырта, һыра алам, аҡса бир, билет ҡайғыһы юҡ әле” тиер ине, валлаһи. Сумка-маҙарҙы ҡарап тор тиһәң: “Үҙең тейәгәнһең бит, ауыр булғас, алмаҫҡа ине теләһә ниндәй шаҡы-шоҡоно”, – тип йөҙ һүҙгә етер ине.
– Өлгөрҙөм. Кеше байтаҡ икән. Хәҙер китә беҙҙең автобус. Әйҙәгеҙ, – тип сумкаларға йәбеште “буласаҡ кейәү” балаҡай. – Бына беҙҙең урын. Ултырығыҙ. Мин баҫып барайым. Бынау өлкән апайҙы ултыртайыҡ, – тип, һайыҫҡанға урын биреп, Әхәт минең яныма сүгәләне. “Ҡолап китмәгеҙ”, – тип ҡулымдан да тотоп алды. Йә, Хоҙай! Әхәтте әйтәм, бигерәк килештереп ебәрә. Тик ултырған ерҙән мин нишләп ҡолап барайым! Ипләп кенә ҡулды тартҡан булам. Юҡ, ебәрмәй. Ҡулды ебәр, тип талашып ултырып булмай бит инде. Түҙәм. Ҡаршылағы апай беҙгә һоҡланып ҡарай. Ниндәй матур пар тигән булалыр инде. Минең ут йотоп ултырғанды белмәй! Көйәләнә торғас, лысма һыу булдым. Тын алыуы ауырлашты.
– Миңә һауа етмәй, ситкәрәк күсегеҙ әле, – тигән булам, Әхәт янымдан тиҙерәк тороп китһен тип.
– Шофер иптәш, туҡтағыҙ әле, зинһар, тышҡа сығырға кәрәк, – тип Әхәт автобусты туҡтатып, мине, ай-вайыма ҡуймай, һөйрәкләп тигәндәй тышҡа алып сыҡты.
– Ана, тегендә, ағастар үҫеп ултырған яҡҡа ҡарағыҙ, тынысланығыҙ, – тип өйрәтеп маташа етмәһә. Ағас ҡайғыһы ине хәҙер миндә! Кешенән оялып, ер тишегенә инер хәлгә етеп тороуымды белмәй шул.
Автобусҡа ингәндә һайыҫҡандың мыҫҡыллы ҡарашын тойоп, ныҡ ғәрләндем, үҙемде ире өҫтөнән йөрөгән боҙоҡ бисәнән кәм күрмәнем.
Әхәтте апайымдарға алып барып таныштырҙым да, сәй эсергә ҡыҫтаһалар ҙа, юҡ та юҡ тип тиҙерәк ҡайтыу яғын ҡараным. Сәлихә апайым һөйләшеп ултырырға тип кискелеккә саҡырһа ла, арыным тип барманым. Ә “берҙән-берем” йүгереп сығып китте, хатта минең бара алмайым тиеүемә шатланды ла, ахыры. “Етте лә етте, эсмә” тип игәп ултырыусы булмай бит.
– Һе, тапҡандар иҫәүәндәр егетте Зиләгә! Ни араҡы эсмәй, ни тәмәке тартмай! Ап-аҡтан кейенеп алған фәрештә кеүек, ҡанаттары ғына юҡ! Ирҙәрсә һөйләшә лә белмәй, ултыра шунда китапса һөйләп! – тип туҙынып, ҡара янып ҡайтып инде Талип (Мәжлестә уға шешәләш дуҫ булмаған икән). Алай ҙа миңә бер нәмә тип тә һүҙ ҡушманы. “Ҡурҡма, Зөлфиә, Сәлихә апайҙы иҫкәртеп ҡуйырмын, Әхәттең һинең менән барғанын Талибың белмәҫ”, – ти ине Гөлфиә апайым. Һүҙендә торған, тауыш-тын булманы. Тик бына һайыҫҡан Сәмәрә генә шыҡырыҡлап ҡуймаһа.
Барманы шул Әхәткә Зилә. Ат һымаҡ бышҡыра, имеш. Ана, хәҙер бер алйотҡа сығып, эт күрмәгәнде күреп йәшәй. Ысынлап та, Гөлфиә апайым әйтмешләй, уңай вариант ине Зилә өсөн Әхәт. Үкенә хәҙер Зилә. Мин дә үкенәм… Күпме ғүмер ниндәйҙер ығы-зығы, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ өй эштәре менән үтеп киткән! Мәңге иҫерек ирҙе айыҡтырам, кеше араһында кеше итәм тип… Ә бит Хоҙай иргә лә баш биргән! Һе… Ҡыҫҡа ғына ғүмерҙе айный алмай үткәрсе әле. Үкенесле. Ни өсөн донъя мәшәҡәттәрен бер яҡ ситкә ҡуйып тороп, егерме дүрт сәғәттең ярты сәғәтен булһа ла үҙемә бүлмәнем икән… Көҙгөгә күҙ һалам. Ҡасандыр осраған бер егеттең һушын алырлыҡ матур күҙҙәремдең тирә-яғын мең төрлө ваҡ йыйырсыҡтар һырып алған. Иренемдең ситтәрен дә “беҙ бында ла бар” тип ҡыуанып торған эре һырҙар ҡаплаған. Маңлай, сикә сәстәремдең төптәре йәнә салланған, тағы ла буярға ваҡыт еткән икән. Ҡояшҡа ялтырап торған ҡуйы ҡара толомдарымды һағынып иҫләргә генә ҡалды…
Бына хәҙер мин бер үҙем бер өйҙә, тик уйҙарым менән генә йәшәп ятам. Зилә өсөн дыу килеп “уңай вариант” эҙләгән Гөлфиә апайым иҫкә төшһә, күҙ алдыма миңә яратып ҡарап торған Әхәт килеп баҫа. Эйе, минең юлыма ла Аллаһы Тәғәлә әллә күпме Әхәттәрҙе, “уңай вариант”тарҙы сығарып ҡуйғандыр инде. Дыуамал Йөрәк алдан йөрөй шул, ә Аҡыл һуңынан, үкендереп кенә ишек шаҡый…