+14 °С
Болотло
Мәрхүмде яҡындары телгә алһа, шул ҡыңғырау тауыш бирә. Мәрхүм хаҡында яҡшы хәбәр һөйләһәләр, уйымдан ҡояш яҡтыһы инә. Ә юҡһынып илаһалар, ямғыр яуа һәм сәскә һыуға кинәнеп, үҫеп китә, күпереп сәскә ата.
Тәүге көндәрҙә ҡыңғырау йыш зыңғырлай, яҡшы хәбәрҙәр ишетелә, кешеләр илаша, һағына…
Яйлап ҡыңғырау тауышы кәмей, ҡояш та нурын һаран һибә, ямғыр ҙа һирәгәйә һәм сәскә шиңә башлай…
Һәр кемдең мәрхәмәтле йөрәге булырға тейеш: ул мәрхүмен иҫкә алһын, яҡшы һүҙ әйтһен, яҡынының йәне ҡараңғылыҡҡа сорналмауын теләһен.
Беҙҙән киткәндәр тыныс булһын. Ҡыңғырау зыңлап торһон… Сәскә күпереп сәскә атһын…