СП-ның нимә аңлатҡанын беләһегеҙме? Эйе, был аббревиатураны һәр кем үҙенсә аңлай һәм үҙенсә тәҡрарлай. Ошо ике хәрефкә башланған урыҫса һүҙҙәр ҙә бихисап: сельское поселение, союз писателей, свод правил, семейное положение, санитарные потери, (газета) – Молдавский региональный еженедельник издаётся в Бельцах с 1994 года һ.б... Ә бына беҙҙең бер ауылдашыбыҙ уға бөтәнләй башҡаса аңлатма бирә икән.
Әле йәш кенә егет сағында кәртә-ҡураларын яңыртмаҡҡа була эргәләге урмандан рөхсәтһеҙ-ниһеҙ генә байтаҡ уҫаҡты йығып һала. Күпмелер ваҡыт үткәс, ағастарын ала барһа, һәр береһенә “СП” тамғалары һуғып сығылған икән. Билдәле, ул буш ҡул менән кире ҡайтып китә.
–Әллә береһе ошаҡлаған инде Йомабайға... ҡайҙан белгәндер, мин йыҡҡан уҫаҡтарға: “Салауат пысҡан”, – тип тамға һуғып сыҡҡансы... Аптырап йөрөнөм-йөрөнөм дә, береһен дә алмай ҡайтып киттем... – Ағайҙың һүҙҙәренә башҡалар рәхәтләнеп көлә икән.
–Йомабай нишләп: “Салауат пысҡан”, – тип тамғалап йөрөһөн инде... СП – самовольная порубка була, ҡустым!
–Ә-ә-ә... Мин ни, уны-быны белмәгәс, “Салауат пысҡан”, – тип аңланым... Улай икә-ә-ә-әнн...
Хәҙер ҙә ауылда рөхсәтһеҙ ҡырҡылған ағастар күрһәләр: “Салауат пысҡан бит быларҙы!” – тип көләләр... Ә Йомабай ағай заманында ауыл тирәһендәге урмандың һаҡсыһы – лесник булып эшләгән күрше ауыл кешеһе ине...
МОТАЛ РӘМОВ.