Әҙәби мѳхит
21 Августа 2024, 06:40

Атсабыш "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Хәйҙәр Тапаҡов

Бер үҙем генә сабам, ә бәйгелә яңғыҙ елеүе еңелдән түгел. Бер килеп минең аттың да йөрәге ярылыуы бар, ни хәл итмәк, ғүмер тигәнең мәңгелек түгел, шуны яҡшы беләм. Ә шулай ҙа тыныс ҡына ҡалып түгел, бәйгелә, хәрәкәттә ауыуың күпкә мәртәбәлерәк һәм ҡәҙерлерәк...   

Атсабыш "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Хәйҙәр ТапаҡовАтсабыш "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Хәйҙәр Тапаҡов
Атсабыш "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Хәйҙәр Тапаҡов

Ауылыбыҙға терәлеп тиерлек ҡалҡҡан ҡайын урманындағы ағастарҙың япраҡ ярып япраҡтарының биш тинлек тәңкә ҙурлығына етеүен түҙемһеҙләнеп көтөп ала торғайныҡ. Өңөлөп көтөүҙең дә үҙенә күрә әтнәкәһе бар, сөнки яҙ урталарынан бесән осоро еткәнсе аҙнаһына бер тапҡыр, изге йома көнө, беҙ, итек ҡуңысынан ары китмәгән малайҙар атсабыш бәйгеһен ойоштора инек. Ә бесән осоронда, һәр арттан шыуғаны иртә таңдан алып ҡояш байығансы сабынлыҡта йәйләгәндә, булдыҡһыҙ, эш мәнеһен белмәгән бәндәләй бушты юҡҡа ауҙарыу,  хилаф шөғөл.  Ат тигәнем дә билдәле – буйыңдан саҡ ҡына бейегерәк, япраҡтары ҡуйы ҡайын сәүеле. Япраҡтарҙың ҡуйы булыуы ла төп шарттарҙың береһе – урам буйлап ҡыялатып сапҡанда артыңда туҙан юғарыға күтәрелеп ойоҫҡоп ҡалырға тейеш, бар матурлыҡ һәм йәм шунда. Юҡтың көнөндә яланғас ботаҡҡа атланырға ла мөмкин, тик япраҡһыҙ ботаҡ, ҡойроҡһоҙ ат менән бер. “Аттарҙы” кистән үк әҙерләп ҡуябыҙ, һәр тәңгәлдең үҙе генә белгән “ат һарайы” бар, үрьяҡтыҡылар Өкө Буйына, урта тоштар Аҡташҡа, түбәнге яҡтар Баланлы Үҙәк буйына баралар сабыш атын юллап, ят биләмәгә тығылыу урлыҡҡа-бурлыҡҡа тиң.  Мин урта тоштоҡо булараҡ, әйтеп үткәнемсә эргәбеҙҙәге Аҡташтың һулаҡай ҡулдағы түңәрәк аҡланына йөрөйөм, ә унда инде күҙ һалырлыҡ, күҙҙе ҡыҙҙырырлыҡ, киләсәктә менеп сабырлыҡ юртаҡтар етерлек.  Барам да ботаҡтары һырғый сәүелде ҡырҡып алып ҡайтҡандан һуң дөлдөлөмдө яуаплы сараға әҙерләргә тотонам; менеп атлана торған ерҙең ботаҡтарын тигеҙ итеп ботайым, ҡайрыһын әрсейем, аттың һыртын ялландырыр ҡамсы урынына ла шул уҡ ҡайын ботағы китә.

     Иртәгеһен офоҡ ситендә ҡояш күренеп һарыҡ көтөүе ҡуҙғалыу менән ауылдың урта тошондағы урынға йыйылабыҙ. Атымды атланып алып теге урынға барыуға унда мине сыҙамһыҙ, ҡауҙыр холоҡло Рәшит көтә. Көтә, тием тағы, ҡойроҡ сәнсеп сәнскәкләгән ужым быҙауылай улай-былай үткеләй, үҙе ыңғайы бер баш бирмәй үрәпсеп ыҙалатҡан атын урында тоторға тырыша: “Тр-р-р, бигерәк сабырһыҙһың, урыныңда тик кенә тора белмәйһең... Тр-р-р, башҡалар килгәнсе күгәүенләп китһәң эш харап... Тр-р-р, йә инде, Йондоҙ Ҡашҡа!”. Баҡтиһәң атына исем ҡушып та өлгөргән икән! Минең атым тыныс, ифрат тыныс, хатта ҡайһылыр кимәлдә үшән, шуға артыҡлап атынмай ғына бер яҡ ситкәрәк, баҡса күләгәһенә барып баҫам. Бәйгелә лә һис ҡасан беренселекте алғаным юҡ, алмам да, шул башҡаларҙан ҡалмай урта тирәлә килһәм яраған, беренсегә, алға сығырға ҡырталашыу, дан-шөһрәткә ынтылыу – холҡомда юҡ. Уңғансы гелән көйәҙ кейенергә яратҡан Насибулла килеп етә. Мәктәбебеҙҙең, аныҡлап әйткәндә башланғыс кластарҙың тиңдәшһеҙ бейеүсеһе ул, берәй концерт була ҡалһа сәхнәнән төшмәй. Был тәңгәлдә лә ул килештергән бигерәк, шартына килтергән, өҫтөндә балаҡ остары резинка менән бөрөлгән ҡара сатин ыштан, аҡтан-аҡ ҡыҫҡа еңле күлдәк, аяҡтарында мәртәбәле ҡунаҡҡа ғына кейеп барырлыҡ ҡыҙыл төҫтәге сандалийҙар, атының башына ла ҡыҙыл сәскә биҙәкле француз яулығын бәйләп ебәргән, бер һүҙ менән әйткәндә һыбайлы атынан төшөп, йәйәүле ятып ҡарарлыҡ күркәм, күрмәлекле. Мин дә әйтемгә ярашлы атымдан төшөп кенә түгел эргәһенә килеп сүкәйеп текәлдем. Ҡыҙыҡһыныусан ҡылығым оҡшамағанға күрә Насибулла ҡырып алдырылған сәсен бер яҡҡа һыпырып ебәреп тамаҡ төбө менән екерҙе: “Нимә, аңра һарыҡтай таҫыраяһың, кеше күргәнең юҡмы?!” “Таһыраймайым шыпа ла, прусты ҡарайым ғына, үҙеңдән адикалун еҫе килгәнгә күрә яҡынлағайным ...” Насибулла ипкә килгәндәй итте: “Ағайым һаҡлап тотонғанынан, “Трайнуй” тип аталғанынан өлөш сығарҙы!” “Әләйгәс кәләш әйттерергә бараһыңдыр, шай, көл менән йышып йыуған еҙ батмустан былайыраҡһың!” “Мин түгел, Хөснулла ағайым Хәйбулла райунындағы Урыҫбайҙан кәләш әйттерә бөгөн, төштән һуң юлға сығабыҙ, шуға ҡабат-ҡабат сисенеп кейенгәнсе бер юлы ҡуҫтарланып килдем. ” Унда ни эштәйһең инде?” “Ни эштәйһең, тип, яйы сығып һорай ҡалһалар ҡоҙаларға бейеп күрһәтермен, ҡалған ваҡытта кейәү үнгәренең памушнигы булырһың, тинеләр.” Уңғансы Ғәйфулла күренде, иртә апаруҡ томра булһа ла сөрәкә башына йылтырап ҡатҡан теүәтәй кейеп алған, башы осонда себен-серәкәйҙәр ауалап оса, хәле билдәле – тире ауырыуы менән яфалана ул, башын тимгелләп сей таҙ ҡаплаған. Тегене сәсән телле булараҡ: “Тауыҡ башы, ҡаҙ башы, Ғәйфулланың таҙ башы!” тип ирештергәйнем, эләгешеп киттек. Ғәйфулла минән күпкә өлкәнерәк булғанға күрә апаруҡ ҡына итеп, сикәмде һыҙырып, күҙ төбөмдө күгәртеп тозороп ташланы, шуға үсексән Ғәйфулла, туҡмалған мин үткән ярышта ҡатнаша алманыҡ. Ғәйфулла башы осондағы бәйләнсек себендәрҙе ҡыуалап минең эргәгә килеп баҫты. Беребеҙ икенсебеҙгә әлегә үс тотҡанға, күңелебеҙҙә баҫылып өлгөрмәгән ҡон йөрөткәнгә сәләм бирешмәй шымтайыштыҡ. Түбәнге оста йәшәүсе Рим күренде. Үҙе лә, аты ла аҡһаҡ булғанлыҡтан гел иң арттан килә ул. Шунда ла: “Еңеү мотлаҡ түгел, ҡатнашыу мотлаҡ!” тип, ҡуян алмаған, артынан ҡалмаған ҡотһоҙ һунарсылай бәйгенән ҡоро ҡалғаны юҡ. Ғәфүрҙең үҙе лә, аты ла сығынсы, шуға атының ауыҙлығын ҡайыра тартып урынында әйләнгеләгәндән һуң бер яҡ ситкәрәк барып баҫты. Оҙаҡламай юртағы шәп Амур, аты алашаға ҡалған, класс һайын ике йыл ултырып килгән Ғәле, аты яңы тайҙан уҙһа ла ярышҡа йөрьәт иткән Азаттар килеп еттеләр. Йыйылып бөтөүебеҙҙе тәҙрәнән күҙәтеп торған һуғыш ветераны Әхмәтшәкир ҡарттың ҡаҡлаған балыҡтай йоҡа, ҡаҡ кәүҙәһе солан тупһаһында күренде.

     Үткән аҙнала сабышҡа йыйыныуымды күргән әсәйем ҡыҙыҡһына ҡуйҙы:

- Бәйгегеҙ ҡайһы тирәлә үтә шу?

- Әхмәтшәкир мәрхүмдән, Ғәлимйән мәрхүмдәргә ҡәҙәр сабабыҙ ҙа кире боролабыҙ.

- Нишләп улай тиһең әле, Әхмәтшәкир, Ғәлимйән олатайҙарың тереләр, һин дә мин йөрөп яталар ҙа баһа?

- Йөрөһәләр йөрөйҙәрҙер, мәгәр улар мәрхүмдәр! – Әйткәндәремде тыҡый бирҙем.

- Аңлатыбыраҡ һөйлә әле?

- Уның нимәһен төшөндөрөргә, оло, ҡартайған кешене мәрхүм тимәйҙәрме ни? - Һорауға һорау бирҙем.

- Улым, мәрхүм һүҙе, үлгән әруахҡа ҡарата әйтелә, шуға һис ҡасан мәғәнәһен белмәгән һүҙҙе ҡулланып һөйләмә, яраймы, кеше һүҙе кеше үлтерә, шуны онотма!

    Уйламай әйтелгән аҡылһыҙ һүҙ атҡан уҡ менән бер, атылдымы, тотоп алыу мөмкин түгел, ул шундуҡ кемдеңдер күңеленә, йөрәгенә барып ҡаҙала.  Ғүмерлеккә һабаҡ булды аңлашыуыбыҙ, ошонан аҙаҡ ауыҙымды үлсәп асырға өйрәндем.

       Әхмәтшәкир ҡарттың сығып баҫыуы – беҙгә, бәйгегә теҙелеп баҫыуға ишара. Әхмәтшәкир иң башта ҡабаланмай ғына “кәзә тояғы” төрөп тоҡандырып тәрән итеп һурҙы ла төтөнөн танауынан, ауыҙынан борхотоп ҡыж-ҡыж йүтәлләп алғас былай тине: “Хәҙер урам буйлап сабаһығыҙ ҙа Шайморат дивизияһында хеҙмәт иткән Ҡара Ғәлимйәндәргә еткәс абратны кире боролаһығыҙ! Кем алдан килә шуға бер баш, икенсе урынға ярты, өсөнсө урынға бер киҫәк киптерелгән ҡорот, аңлашылдымы?!.” Дәррәү һайт-һайтлап сабып китәбеҙ. Иртәнге офоҡта бала-ҡояш, башыбыҙ осонда төпһөҙ зәңгәр сатыр, алда яңы ғына башланып торған мәңгелеккә тиң көн.

    Мин һаман да булһа үҙемде бәйгелә сабып барған арғымаҡ хәлендә тоям. Тирә-яғыма ҡараш ташлайым: кемеһенеңдер юртағы сәсәп йығылған, кемеһенеңдер аты сысҡан төртөндөһөнә тояғы төшөп мәтәлгән,  кемеһелер үҙе эйәрҙән төшөп ҡалған, йә тыны быуылып йығылған. Бер үҙем генә сабам, ә бәйгелә яңғыҙ елеүе еңелдән түгел. Бер килеп минең аттың да йөрәге ярылыуы бар, ни хәл итмәк, ғүмер тигәнең мәңгелек түгел, шуны яҡшы беләм. Ә шулай ҙа тыныс ҡына ҡалып түгел, бәйгелә, хәрәкәттә ауыуың күпкә мәртәбәлерәк һәм ҡәҙерлерәк...   

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас