АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
16 Август 2024, 08:05

ЙОҘАҠТАР

Аҙым һайын йорт, ҡураларҙа, биналарҙа йоҙаҡ. Элекке һымаҡ ат башындайҙары түгел, ә замансалары. Кешеләҙең күңелдәре лә хәҙер элеккесә шар асыҡ түгел. Күпселегебеҙ эске донъяһына бикләнде. Берәй заман донъялар үҙгәреп китһә, бәлки, матди һәм рухи донъяларыбыҙ йоҙаҡтары асылыр. Тик...

Парса
ЙОҘАҠТАР
Үҫмер сағымда башҡорт яҙыусыһы Әкрәм Вәлиҙең "Юлда тыуған уйҙар" тигән китабын уҡығанда, оҙаҡламай коммунизм осоронда халыҡ байлыҡ-муллыҡта йәшәйәсәк, урлашыуҙар бөтәсәк, һәр йорттоң ишеге асыҡ буласаҡ, уларға йоҙаҡ тигән нәмә кәрәкмәйәсәк, тигән һымаҡ фекере иҫемдә ныҡ ҡалған. Унан бирле, 50 йылдан ашыу ваҡыт эсендә Совет дәүләте бөттө, баҙар мөнәсәбәттәре тигән ҡырағай капитализм алмашҡа килде, кешеләрҙең күпселеге донъя ҡолона әйләнде. Аҙым һайын йорт, ҡураларҙа, биналарҙа йоҙаҡ. Элекке һымаҡ ат башындайҙары түгел, ә замансалары. Кешеләҙең күңелдәре лә хәҙер элеккесә шар асыҡ түгел. Күпселегебеҙ эске донъяһына бикләнде. Берәй заман донъялар үҙгәреп китһә, бәлки, матди һәм рухи донъяларыбыҙ йоҙаҡтары асылыр. Тик бына беҙ, өс көнлөк был донъяла йәшәп, фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күскәс, фанилыҡтың ишек йоҙағы бер тапҡыр ябылыр ҙа һис ҡасан кире асылмаҫ.

 

ТӘЛҒӘТ ШАҺМАНОВ.

Автор:
Читайте нас