Әҙәби мѳхит
15 Август 2024, 04:25

Ҡыйыҡ. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Хәйҙәр Тапаҡов

       Кис һуңлап ҡына ҡайтырға сыҡтым. Тәҙрәләренә ут алған күп ҡатлы йорттар ҡалҡытып ҡуйылған ҡорт кәрәҙенә оҡшаш. Оло ҡыйыҡ аҫтында көн итәләр, тик уларҙа йәшәгәндәрҙең бөтәһе лә ҡыйыҡлымы икән? Башымдан шул уй йүгереп үтте.

Ҡыйыҡ. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Хәйҙәр ТапаҡовҠыйыҡ. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Хәйҙәр Тапаҡов
Ҡыйыҡ. "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Хәйҙәр Тапаҡов

      Медицина училищыһының фельдшерҙар бүлегендә уҡып йөрөгәндә беҙҙең группа ҡала дауаханаһының терапия бүлегендә бер аҙналыҡ практика үтте. Практика, тигәне лә артыҡ ыҙаһыҙ шөғөл, бар белгәнебеҙ иртә таң менән һөнәре йәһәттән ҡулыбыҙҙан ҡул ярыһы эш килмәһә лә обход үткәргән табиптарға эт өйөрөләй эйәреп йөрөү, аҙаҡ процедура бүлмәһендә ауырыуҙарға тәғәйенләнгән уколдарҙы ҡаҙау, арҡаларға горчичник һалыу, банкалар ултыртыу, көнөнә өс тапҡыр ҡырҡтартмасының ялпаҡ һандығында тартым, бәләкәй дүрткел бүлектәргә бүленгән, ауырыуҙарҙың исем-фамилиялары беркетелгән ҡулайламаны тотоп палаталар буйлап төймә дарыуҙарҙы өләшеү, унан ҡалһа колбаларҙағы ҡан, быяла һауыттарҙағы һейҙек анализдарын дауаханаға ҡаршы яҡ йортта урынлашҡан лабораторияға илтеү. Бер һүҙ менән әйткәндә, ваҡ-төйәк мәшәҡәт етерлек, йүгереп йөрөп өлгөрөп булмай ҡайһы саҡ. Саманан аштырып егәрлеләнеп, етәксе терапевтың күҙенә эләгергә тырышабыҙ, сығырҙан сығабыҙ, өтәләнеүебеҙ ҙә тикмәгә түгел - нисек тә практиканан һәйбәт билдә алырға кәрәк тә баһа, ә ул йәйге сессияла ошо фәндән тапшырыласаҡ имтиханға бәйле, имтихан һөҙөмтәһе инде һис һүҙһеҙ алдағы ярты йыллыҡта аласаҡ степендияға туранан-тура йоғонто яһай, шулай булғас ҡайһы ғына студенттың аҡсаһыҙ ултырғыһы килһен? Үҙемдең дә матди хәлдәрем шәптән түгел, хаҡлы ялға сығып ус яларлыҡ ҡына пенсия алған яңғыҙ әсәйемдән ылғый аҡса һорана, таптыра алмағанлыҡтан ял көндәре үҙем ише юҡсыллыҡта көн иткән курсташ егеттәрҙе эйәртеп (эш күреп үҫкән ауылдыҡылар менән эшләүе, еңел, рәхәт) алып тимер юл вокзалына вагондарҙан йөк бушатырға барам. Тәүге тапҡыр ғына йөрөмәйбеҙ бит, күреп танып бөткәндәр, үҙҙәрендә эшсе ҡулдары етешмәгәнлектән теләп ҡабул итәләр. Шәкәр, он, йә цемент тултырылған ауыр тоҡтарҙы вагондарҙан төшөрөп, тимер юлдан апаруҡ йыраҡта урынлашҡан келәттәргә ташып ҡара тиргә батам, теҙ быуындар ҡалтырай, йән сыға яҙа, уның ҡарауы эшебеҙҙе ослау менән тырыш хеҙмәтебеҙ өсөн һәр беребеҙгә ведомостҡа ҡул ҡуйҙыртып ун һум тотторалар. Ә ул теп-теүәл ун көнгә етә, хатта артып та ҡала әле, сөнки ашханала бер тапҡыр иркенләп тәғәмләнеп сығыу - утыҙ тин. “Етемдең ҡорһағы ете ҡат”, тиеүҙәре раҫтыр, даими туҡланһам да һис ҡасан тамаҡ күрмәгәндәй өҙлөкһөҙ асыҡтыра. Бында, терапия бүлегендә төҫ-башы, атлап йөрөшө әсәйемә оҡшаған аш өләшеүсе ҡатын ҡул болғап саҡырып алып ылғый һыйлап ебәргеләй, тәрбиәлелек күрһәтеп, тыйнаҡлыҡ һаҡлап баш тартыу ҡайҙа, ым-ишараны абайлап ҡалыу менән һыҙғырыуға ҡарай сапҡан ас урам этеләй килә һалып етеп Хоҙай Тәғәлә өлөшөмә ни ебәргән, шуны йыпырам ғына. Ә хәлдәремде һүҙһеҙ ҙә аңлап торған йомарт Тәңре, шөкөр, тоҙлоҡһоҙ һурпаһында бармаҡ башылай һеңер йөҙгән бер сеүәтә кәбеҫтә ашын, әлүмин тәрилкәгә һалып ҡап уртаһына май күҙе батырылған бойҙай бутҡаһын, ҡырлы стакан менән шәкәрһеҙ ҡаралай сәйҙе, аҡ һәм ҡара ике һыныҡ икмәкте минең яҡҡа юллай. Алдымдағы сеүәтә-тәрилкәне ялт иттереп бушатып, иң аҙаҡ хуш ҡылғандай ҡулымдағы тимер ҡалаҡтың һыртын ялап уҡ ҡуям.

       Практикала мотлаҡ башҡарылырға тейеш бурыстарҙан тыш етәксебеҙ һәр беребеҙгә берәр ауырыуҙы беркетеп ҡуйҙы, тынғылыҡ, тыныс ҡына ятып ауырырға, дауаланырға бирмәй шуларҙың йөрәктәрен, үпкәләрен, тын юлдарын тыңлап йөҙәтәбеҙ, ҡан баҫымын үлсәп йонсотабыҙ, ишеткән, ҡапшап ҡараған күрһәткестәрҙе инде көнөнөкөн көнөнә мөһим ваҡиғалар яҙылған көндәлектәй күреп “Ауырыу тарихы”на теркәп барабыҙ. Беҙҙән бер нисек тә ҡасып ҡотола алмаған ауырыуҙарыбыҙҙы ҡәҙерләйбеҙ, өрмәгән ергә ултыртмайбыҙ, шулай булмай тағы, уларҙың ризаһыҙлығы, мыжыуы терапевҡа ишетелеп ҡалһа практикаң файҙаһыҙ, һөҙөмтәһеҙ үтте, тигән һүҙ. Шулай ҙа артыҡ шөбһәләнерлек сәбәп юҡ был тәңгәлдә, дауахананың бүлек мөдире, терапевт тигәнем, училищылағы группабыҙ етәксеһе Миңлекамал Әхмәт ҡыҙы, беҙ, ауыл балалары уны яратып, хөрмәт итеп, исеменә апай, ялғауын өҫтәп кенә мөрәжәғәт итә лә ҡуябыҙ. Тыйнаҡ мөғәмәләле, аҡыллы ҡарашлы урта йәштәрҙәге ҡатын ул, йәнә тауышы ипле. Асыуы эсенә һыймаған яһил, күҙҙәрен алартып, төкрөктәрен сәсеп ҡысҡырһа,  тәртипленең, тәрбиәленең өндәшеүе, һөйләшеүе йәйерәп аҡҡан йылғаға оҡшаш, шуны ишетәһең дә ирәмһеп китәһең, мин үҙем кешенең эске донъяһын өндәшеүенә, һөйләшеүенә ҡарап билдәләйем, холоҡ-фиғелен ҡарашына ҡарап сырамытам. Ә Миңлекамал апайҙың тауышы моңло йыр төҫлө, ҡарашы болотһоҙ күк һымаҡ, була бит шундай һөймәлекле мөләйем заттар. Башҡалар өлөшөнә урта йәштәрҙәге күрмәлеклеләр төшһә, миңә аныҡ йәшен теүәлләп әйтеү мөмкин булмаған, тәбәнәк буйлы, кәлберләк һынлы, уң яҡ аяғына һиҙелдереп аҡһаған сатан әбей эләкте, ни хәл итәһең, аҡһаҡ, ҡорсаңғы һарыҡһыҙ көтөү булмай. Бит-йөҙөн ентекләп, айырып һүрәтләү мөмкин түгел, ул торғаны бер арлы-бирле йыуып һығылған, аҡ туҡымаһына һиҙелеп һары һеңгән, ҡулланылыуы күптән уҙып ташлары ғына ҡалған, һиҙерәүҙең сигенә еткән тишек-тошоҡло простыня, шуның эсендә бер ниндәй хис-тойғо белдермәгән тоҙ төҫөндәге күҙҙәр йызылдап күренә лә, эс яҡҡа тартылған тешһеҙ аҫҡы эйәгенең өҫтөндә ҡаны ҡасҡан, мәңге асылмаҫ өсөн ҡымтылған йоҡа иренле уймаҡ ауыҙ төҫмөрләнә. Янып бөтөп барған майшәм осмотолай хис сатҡыһы ҡунмаған күҙҙәр тәү күргәндән үк миңә оҡшаманылар. Хәйер, осло танау төбөнөң ике яҡ соҡорына күгелйемләнеп һеңгән, өҙлөкһөҙ йәштәре субырҙап аҡҡан ҡашһыҙ күҙҙәр ни сәбәптән миңә оҡшарға тейештәр әле? Башҡа ауырыуҙарға берегеп бармаған йомоҡ фиғелле ҡарсыҡты оҙон коридорҙың ҡырындағы ҡыҫынҡы ғына бүлмәгә бер үҙен һалып ҡуйғандар. Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ, уға уколдар ҡаҙамайҙар, дарыуҙар эсермәйҙәр, бүлектәге табиптар, шәфҡәт туташтары тарафынан онотолған әҙәм. Уның менән, дөрөҫөрәге уның тураһындағы наҡыҫ мәғлүмәт менән танышҡас, был ошондағы, йә юғарылағы берәй түрәнең йортона һыймаған артыҡ әсәһелер, тигән уй үтте башымдан. Шулай ҙа тикшереүҙәрем менән тынғылыҡ бирмәйем тегеңә, фонендоскобымды, тонометрымды тотоп күренеүем була ауырыуым ығырлап-шығырлап карауатында тороп ултыра ла теләһә ни ҡыл, тигәндәй төбө ямаулы пантолон ыштанда ғына ҡалып оҙон итәкле сыбар биҙәкле күрмәлекһеҙ сатин күлдәген һала. Миңә шул ғына кәрәк тә, ихласлап ҡабырға һөйәктәре беленгән ҡырғыстай арҡаны тыңларға керешеп китәм, сырыш тирегә генә ҡалып буш ҡапсыҡтай түбән һалынған имсәктәр тирәһен уратып йөрәген тыңлап аҙапланам, кире урынына салҡан һалып ҡуйып май әҫәре ҡалмаған, кибеп ярҙарынан ҡасҡан күлдәй арҡаға тартылған эс тирәһен өйрөлтөп баҫҡылайым, ҡапшаһаң-ҡапшамаһаң да таҡталай ҡорһаҡта бармаҡ остарына эләгерлек тә ағзалар ҡалмағайны, шикелле. Инәйем көнөнә өс тапҡыр аҡһап-туҡһап, иң аҙаҡҡа ҡалып ашханаға барып урай ҙа, ары, өмөт сатҡыһы сағылмаған күҙҙәрен түшәмгә терәп көнө буйы шымтайып карауатында хәрәкәтһеҙ ята, әйтерһең дә ҡояшта шығырҙап кипкән балыҡ, әйтерһең дә бәлзәмләнгән мәйет мумияһы. Мин практика үткәнсе, бәләһенән баш-аяҡ, үлеп-нитеп кенә ҡуймаһын был, шул саҡта ҡылыр ҡылыҡты, тип шөбһәләнәм ҡайһы саҡ. Борсолоуымды, хафаланыуымды һиҙәлер ул да, палатаға килеп инеүем була баҡыйлыҡҡа күсмәнем, әлегә теремен, тигәндәй яҫтыҡ өҫтөндәге йоҡа аҡ сәсле йоҙроҡтай ғына башын сысаңлата, ишетелер-ишетелмәҫ итеп йүтәлләп тә ала.

     Өс көн барышында шулай дауам итте лә бер көн эш аҙағында ҡайтырға йыйынғайным ғына, ауырыуым бер-береһенә йәбешеп береккән ирендәрен яҙылтып апаруҡ асыҡ итеп өндәште:

- Ҡабаланаһыңмы, балам?

     Рәнйеү ауазына тартым тауыш йәнә оҡшаманы, күңелемә ятманы.

     Телһеҙ-тешһеҙ кешенең көтмәгәндә телгә килеүенә ғәжәпләнһәм дә аптырауымды белгертмәй сәйер исеме менән яуапланым:

- Юҡ, Рева инәй, әллә берәй үтенесегеҙ бармы?

- Ниндәй ҙә булһа үтенесемдең, теләгемдең булыуы мөмкинме тағы, ағым ыңғайына йөҙгән сыбыҡ осмотолай ынтылышһыҙ кеше мин. Ултырып сыҡ, мынауында. – Эргәһендәге артһыҙ ултырғысҡа ымланы. Һылтаулап сығып китергә уңайһыҙланғанға ултырғыс ситенә һаҡтым. “Һе, һин дә мин, ыҡ-мыҡһыҙ шыма ғына һөйләй түгелме?!” Уйымды күҙҙәремдән уҡыған ҡарсығым яуаплай һалды:

- Бала сағыбыҙ ауылда үтте, йәнә әсәйем башланғыс кластар уҡытыусыһы ине.

     Ары һүҙҙәребеҙ берекмәгәнгә шымтайышып ҡалдыҡ.

- Ҡайһы яҡтан һин? – Был ҡыҙыҡһыныу башланып та өлгөрмәгән әңгәмәне ялғарға тырышыу ине.

- Урман яғыныҡымын. – Эйәгем менән, тәҙрәһеҙ стенаға, минең өсөн ҡайтыр яҡҡа ымланым. – Урман Йылайырындағы төпкөл ауылданмын.

- Бер нисә тапҡыр һеҙҙән аша Өфөгә автобус менән үтеп киткәнде иҫәпкә алмағанда ул яҡтарҙа булғаным юҡ.

- Тотош урман япҡанлыҡтан тәбиғәт иҫ китмәле матур ул беҙҙең яҡта, - тигән булдым әйтелгәндәрҙе ҡеүәтләп.

- Матурлыҡҡа, нескәлеккә һис ҡасан иҫем китмәне!

- Һәр кем әйләнә-тирәһен үҙенсә ҡабул итә.

- Уныһы шулай. Үтенесһеҙмен, тиһәм дә бер үтенесем бар бит әле һиңә, - тине ҡарсыҡ һөйләшеүҙе үҙ яғына ҡайырып.

- Әйтегеҙ, ҡулымдан килһә үтәргә тырышырмын.

- Артыҡ көс һалыу ҙа кәрәкмәй, тырышмай ғына үтә. Әйтерем шул, көн һайын тыңлап ҡарап, ҡан баҫымымды тикшереп, тән температурамды үлсәп йонсотма мине, йәме? Ә анау тикшереү ҡағыҙыңа ни теләһәң шуны яҙ, уныһына ҡаршылығым юҡ.

- Миңлекамал апай ни әйтер, уның ҡушҡандарын үтәйем бит.

- Ул мине яҡшы белә, өндәшмәҫ.

  Бер килке һүҙһеҙ ултырғандан һуң, инәйем тороп ултырып һибелеп таралған сәстәрен һөйәк бармаҡтары менән тарап рәткә килтерҙе лә дауам итте:

- Ә мин, әйтеп үткәнемсә, һинең ише төпкөл ауылда тыуғанмын, шунан ҡасабаға күсеп килдек, эшселәр ҡасабаһы беҙ бында күсеп килгәс ҡала атамаһын алды, ошо, әле беҙ йәшәп ятҡан ҡала инде. Ҡала тип олонан һалдырһам да бер нисә генә ике ҡатлы йорт бар ине үҙәктә, йәнә мәктәп, педучилищы, профтехучилищы, культура һарайы, шунан дауахана, ҡалғаны – ҡыйыҡтары шиферҙан булһа ла йоҡа стеналы, йылы тотмаған барактар. Ҡала ситендәге шул барактарҙың береһендә йәшәнек. Атайым шахтаға эшкә төштө, әсәйем билдәле, мәктәпкә. Бер ниндәй мәғәнә аңлатмаған исемемә ғәжәпләнәһеңдер ҙә, бәлки, заманы шулай ине бит, ике ағайымдың береһе Маркс, икенсеһе Энгель исемле булдылар. Мәктәптән һуң әсәйем педучилищыға индерергә өгөтләһә лә  профтехучилищының ташсылар бүлеген тамамлап төҙөүсе булып эшләнем, ярты ҡаланы ошо ҡулдарым менән ҡалҡыттым, тиһәм дә арттырыу булмаҫ. – Кәүҙәһенә тап килмәгән ҙур, шырауланып ҡатҡан ҡулдарын алға һондо. -  Ярты ҡаланы төҙөнөм, тим, ә үҙем хәҙерге көндә ҡыйыҡһыҙмын...

     “Кемеһенеңдер әсәһе, тигән булам тағы, әллә ысынлап та ҡыйығы киткәнгә быны айырым палатаға һалып ҡуйҙылармы икән?” тип эсемдән фекер йөрөтөүем булды, кисерештәремде йөҙөмдән уҡыған әбейем тынысландырырға ашыҡты:

- Ҡурҡма, аҡылым урынымда минең, өйһөҙ-ҡыйыҡһыҙ ҡалғанға ғына шулай тим, әгәр аҡылдан яҙһам әллә ҡасан психбольницаға һалып ҡуйған булырҙар ине. Йәш саҡта ваҡытты еткереп булмай, ҡартһайһаң киреһенсә үткән ваҡытыңдың тоҙағына ысҡынмаҫлыҡ кимәлдә эләгәһең. Ҡайтармай тотҡарланым, ҡабатлап һорайым, бер ҡайҙа ла ашыҡмайһыңмы?

- Ашыҡмайым. Ҡайтырға ла яҡын, дауахана эргәһендәге йорттағы бер ҡарсыҡта өс егет фатирҙа торабыҙ.

- Ул ҡарсығығыҙ яңғыҙлыҡтан ҡасып һеҙҙе яҡынлатҡандыр, күрәһең, әле мин әйткән сараһыҙлыҡ тоҙағына яңғыҙаҡтар эләгә ғәҙәттә. Һыуһамаһам да тамағым кибеп киттесе.

    Тумбочкаға ҡуйылған графиндан ҡырлы стаканға һыу сайпылтып һондом.

- Эрәхмәт. – Ҡул һырты ҡаны ҡасҡан ирендәрҙе һыпырҙы. – Шулай итеп ҡыйыҡһыҙ ҡарсыҡтың һис кемгә кәрәкмәгән яҙмыш тарихын тыңлап сыҡ әле, бәлки, бер аҙыраҡ фәһем алырһың, бәлки, киләсәктә ярҙамы тейер. Һөйләнмәгән хәбәр, мәлендә әйтелмәгән һүҙ ауыр таш менән бер, күңелде генә түгел йәнде-тәнде баҫып ыҙалата. – Йыйырсыҡлы муйынын, ҡаҡ түшен ыуҙы. -  Һай, шәп саҡтарым бар ине бит минең дә, диңгеҙ тубыҡтан саҡ, дүрт тараф киң, баш осондағы күк бейек. Мәктәпте урта кимәлдә тамамлағас әле хәтерләп киткән училищынан һуң хеҙмәт юлымды баҡыр-көкөрт комбинатының төҙөлөш тресында ташсы булып башланым. Ә ташсының эше еңелдән түгел, сасҡау һыуыҡ тимәй, йәйге эҫе, ҡышҡы буран, көҙгө һалҡын, ямғыр тимәй асыҡ һауала тороп кирбес теҙәһең. Кирбес тәү ҡарашҡа ғына еңел һымаҡ ул, ә һин оҙон көн барышында шуны ҡулыңда уйнатып, кран менән күтәрелгән кәритәнән эшләгән ереңә биҙрәләп иҙмә ташып ҡара! Тағы ҡоролаһы йорттоң нигеҙен ҡул менән ҡаҙа торғайныҡ. Йәй көндәре быны эшләүе артыҡ ҡыйын түгел һымаҡ, ә бына ҡыш көндәре ер дыңғырҙап туңа. Уны усаҡ яғып иретәбеҙ ҙә ауыр лом менән ыуатабыҙ. Көн аҙағында ауыр хеҙмәттән арманһыҙға ҡалам, ҡыл өҙөрлөк тә көс ҡалмай. Әҙәм балаһының тышҡы донъяһынан тыш, эске донъяһы, эске кисерештәре лә бар бит әле.  Был тормошта гөнаһһыҙ кеше булмай, әгәр фәрештәләй гөнаһһыҙ икән, тимәк ул кеше түгел. Гөнаһ ҡылып, елғыуар егет менән бәйләнешкә инеп, осраҡлы ауырға ҡалып, осраҡлы бала таптым. Ауырға ҡалыуымды, шунан бала табыуымды ишеткән ата булаһы кеше ҡайҙалыр олағып юҡҡа сыҡты. Бер урында ла йүнләп эшләмәгән Маркс, Энгель ағайҙарым, эсеп ҡайтып, бәләкәй ҡаланы шаулатып мәсхәрәгә ҡалдырҙың беҙҙе, тип бәргесләп ташланылар. Улар ғына түгел,  атай-әсәйем уйнашсы, тип кәмһетеп тынғылыҡ бирмәй башлағастар, бала тапҡансы үҙем эшләп киткән трестың профкомына ғариза яҙып һалдым. Әүәле бит фатир алыу еңел ине, бала ҡосаҡлап ултырған әсәгә бигерәк тә. Яңы ҡала статусын алған ерҙә йорттар төҙөү йылдам бара ине, көттөрөңкөрәһәләр ҙә  бер бүлмәле фатир бирҙеләр. Яңғыҙаҡҡа ошоноһо ла баштан ашҡайны. Өҫтәмә килем килер ер булмағас, туғандарым ярҙам итмәгәс юҡлыҡ, аҡсаһыҙлыҡ үҙәгемә үтте. Декрет отпускыһын ауырлыҡ менән тултырғандан һуң малайымды балалар баҡсаһына урынлаштырып эшкә сыҡтым. Фатирҙа тәмәке төпсөгөнән янғын сығып минекеләр бер төптән үлеп киттеләр. Ошоғаса ҡыйырһытһалар ҙа, ҡырын ҡараһалар ҙа яҡындарымдың эргәлә булыуҙарын тоя инем, хәҙер инде бер үҙем тороп ҡалдым. Хәсрәттән, юҡсыллыҡтан эттәй олоғо килгән саҡтар йыш ҡабатланды. Һөйләй китһәң күргәндәр күп тә, шул күргәндәрҙе теҙһәң оҙаҡ та. Атайһыҙ малайым боламыҡ холоҡло, иркә, булдыҡһыҙ булып үҫте. Ғаиләлә малай бар икән, уны мотлаҡ ата кеше, ҡыҙ бар икән әсә тәрбиәләргә бурыслы. Ғаиләлә атаның да, әсәнең дә булыуы мотлаҡ, уларҙың ғаиләлә үҙ урыны. Шуларҙың береһе юҡ икән, ярты ғаилә тәгәрмәсе ысҡынған арбалай бер яҡҡа ҡырын тартып ярты-йорто көн итә. Тағы мин әйтеп үткән гөнаһ икенсе гөнаһты яралдыра, ҡылған хилафлыҡ һис ҡасан эҙһеҙ үтмәй. Беҙҙең фатирҙа ла ҡот, көн итеүебеҙҙең йәме, ҡапҡан ашыбыҙҙың бәрәкәте булманы. Күҙ һалыусылар, оҡшатыусылар, һоратыусылар булһа ла икенсегә кейәүгә сыҡманым, иҫ инеп өлгөргән малайым, йортҡа сит ир керә ҡалһа ҡасып китәм, тип ҡурҡытты, янаны. Йәшәнек шулай, йылдар үтте. Минең юлымды ҡыуып ташсы булып киткән улым Армияға барып ҡайтҡас оҙаҡ та йөрөмәй өйләнде, ыңғайы бер йәш ғаилә булараҡ уларға ла ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Ҡайҙа ла танышлыҡ, белешлек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ кәрәк бит, быға килендең комбинатта инженер вазифаһында эшләгән ике туған ағаһы ыңғай йоғонто яһаны шикелле. Улым, киленем фатирлы булдылар, әммә туйҙан һуң уларҙың фатирына аяҡ баҫманым, дөрөҫөрәге үҙһүҙле уҫал киленем яҡынлатманы. Улым ғына онотҡанда бер, үлмәнеме әле был, тигәндәй хәлемде белеп киткеләй ине. Бер көн мине аптырауға ҡалдырып эйәртенешеп килеп инделәр, киленемдең ҡулында күстәнәсле пакет та бар. Күңелле генә итеп табын ҡороп алдыҡ. Аҙна аҙағында ҡунаҡҡа килеүҙе тағы ҡабатланылар, шунан тағы. Ниһайәт балаларыма ла кәрәгем бар икән әле, тип сикһеҙ шатландым.

Ҡыуанырға, өмөтлө пландар ҡорорға иртәрәк булған икән, быларҙың ҡат-ҡат тупһама саң төшөрмәүҙәре өсөнсө аҙнала асыҡланды. Һүҙҙе йөҙөнә яһалма йылмайыуын йәбештергән киленем башланы:

- Апай (мин уның арауыҡ һаҡлап ошолай рәсми мөрәжәғәт итеүенә күптән күнегеп бөткәйнем ине инде), беҙ улың менән ҡат-ҡат һөйләшкәндән һуң шундай уйға килдек...

- Ниндәйерәк уй икән ул? – тип бүлдерҙем башланған әңгәмәне.

- Өндәшмәһәң дә ауыр бит һиңә йәшәүе?

- Әлләсе, ғүмерем буйы ошолай йәшәгәс яңғыҙлыҡҡа өйрәнеп тә бөткәнмен күптән ... – Тегенең тел төбөндә нимә ятҡанлығын һиҙмәгәнгә ситләтеп яуапланым. Улым да ниңәлер ҡарашын йәшереп, ауыҙына һыу уртлағандай башын түбән эйгән.

- Күсеп кил беҙгә, апай, бергә-бергә йәшәрбеҙ!

- Улайһа, ят апайҙы үҙегеҙгә саҡыраһығыҙмы?

- Берүк үпкәләмәгеҙ, баштан уҡ шулай өйрәнгәс шулай өндәшәм дә ҡуям шул. Бик теләһәгеҙ бөгөндән бейем, тиермен.

- Был ҙурлауҙы ишетер көнөм дә бар икән!

    Әңгәмәбеҙ тағы өҙөлдө. Улым һаман да һорау билдәһеләй һерәйгән.

- Беҙҙең һорауға яуап бирмәнең, бейем?

- Ике бүлмәле фатирығыҙға, тар ергә тау булыпмы?

- Ниңә тар ергә, камбинаттың профкомында булдым яңыраҡ. Әйткәндәй унда ағайымдың ҡыҙы эшләй.

- Улай булғас мине үҙегеҙгә алыу уйы һеҙҙеке түгел, апайығыҙҙыҡы булып сығалыр инде.

- Юҡ, улығыҙ әйтте, ә миңә ҡатын кешегә ир һүҙенә ҡаршы сығыу ҡайҙа!

    Улымдың ихтыярһыҙ, мәмәй икәнлеген белгәнгә яңынан уға һирпелдем, ә ул эйелгән башын ситкә борҙо.

- Шул профсоюз председателенең секретары булып эшләгән апайым, әгәр өс кеше йәшәһәгеҙ өс бүлмәле фатир эләктереү мөмкинлеге бар, ти.

- Һеҙ сағыштырмаса йәшһегеҙ бит әле, теләһәгеҙ өсәү, хатта дүртәү ҙә булып китерһегеҙ.

- Бығаса булмағас булмаҫтыр инде, бейем. Беренсе ауырығыҙҙы аборт яһатып алдырғасығыҙ, башҡаса бала таба алмаҫһығыҙ, тип төңөлдөрҙөләр врачтар. Ярай, быныһы беҙҙең баш ҡайғыһы, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы беҙгә күсеп сыҡ, бейем. Тиҙҙән комбинат яңы йортто төҙөп бөтөрә, шунан иркен өс бүлмәле фатир алырбыҙ, бейем.

   Ошоға саҡлы мине апай, тип атаған киленем, өҙлөкһөҙ бейем һүҙен ҡабатлай башланы, тимәк, инәлеүе тикмәгә түгел.

    Риза булманым башта, әммә ялына торғас күңелемде яуланылар былар, теләкһеҙ генә ризалаштым, барлы-юҡлы кейемемде төйнәп, иҫке, күрмәлекһеҙ ҡаралтыны алдан һөйләшелгән-килешелгән һатып алыусыларға ҡалдырып улыма күсенеп сыҡтым. Ысынлап та тәүге осорҙа һин дә мин, татыу ғына йәшәнек, ярты йылдан өс бүлмәле фатирлы булһаҡ та, кухня янындағы тар келәткә тартым, әйберҙәр һала торған өкәлтәкте ҡулайлаштырып мине шунда урынлаштырҙылар, дөрөҫөрәге тыҡтылар, тар, тәҙрәһеҙ-ниһеҙ, ҡәберҙе хәтерләткән таш ҡапсыҡҡа. Шунан башланды ла инде көндәлек мыжыуҙар, тыҡыуҙар, урынлы-урынһыҙ бәйләнеүҙәр; йә мин тегеләргә йоҡо бирмәй төнө буйы йөрөп сығам икән, йә ваннала һыуҙы саманан күп тотоноп йыуынам, унан ҡалһа һалынған әйберҙәрҙе урынына шылдырып фатирҙы болартам. Бәйләнәм, тиһәң табыла икән һылтауы. Минең менән кәңәш-төңәш итеү генә түгел, әҙәм рәтле һөйләшмәйҙәр ҙә, һүҙ ҙә ҡушмайҙар, бергә ултырып ашарға саҡырыусы ла юҡ. Телһеҙ була тороп телһеҙгә, күҙҙәрем була тороп тома һуҡырға ҡалдым. Ҡыйыҡһыҙ, ят ҡыйыҡ аҫтында көн итеү бына ошондай кимәлгә төшөрә икән дә баһа. Бер көн иртән ҡый-һай түгәйем, тип тышҡа сыҡҡайным, әмәлгә баҡҡандай күршелә йәшәгән табип юлыма тап килде. Һеҙҙең хәҙерге етәксегеҙ, ошо бүлектең мөдире, Миңлекамал апайығыҙ.

- Нисек йәшәп ятаһың апай, һинең бында күсеп килгәнеңде ишетһәк тә күҙгә-башҡа күренгәнең юҡ, - тип ҡыҙыҡһына был.

- Ҡыйыҡ аҫтында йәшәһәм дә әлеге мәлдә ҡыйыҡһыҙмын, ҡыҙым... – тип ошоғаса йыйылған хәсрәтем-ҡайғым тышҡа урғылып түгелеп иланым да ебәрҙем.

    Бер ни ҙә тип яуап ҡайтарманы, табип, бары ирендәрен ҡымтып ҡуйыу менән генә сикләнде. Тағы ла бер аҙнанан улым менән киленем эштә саҡта яныма инеп былай тине:

- Беҙҙең тирәлә ҡарттар йортоноң юҡлығы билдәле. Булған хәлдә лә фатирыңды һатып, үҙеңде пропискаға индергән улың менән киленең һине унда оҙатырға риза булмаясаҡтар. Уларға, дөрөҫөн әйткәндә һиңә ҡаралған ташламалар, пенсияң кәрәк. Тураһын әйткәнгә рәнйемә. Баш врач менән килешкәндән һуң һиңә шундайыраҡ тәҡдим менән индем, берәй ай тирәһе юҡ ауырыуыңды бар итербеҙ, терапия бүлегендә ятып ал бер аҙ. Кейем-һалым һалғандан һуң әле буш торған тар ғына бүлмә бар беҙҙә. Бер ауырыуҙы айҙар буйы тота алмайбыҙ, шуға күрә бер аҙға ғына ҡайтып ял итерһең дә, тағы ҡабатларбыҙ. Башҡаса бер нисек тә ярҙам итә алмайым, ризаһыңмы? Шулай тине, мәрхәмәтле табип. Бына хәҙер мин бында. Быларҙы ни өсөн һөйләйемме? Һәр кешенең үҙенең донъяһының өҫтөнә ҡоролған ҡыйығы, шул ҡыйығына күтәрелерлек тупһаһы булырға тейеш. Ана шул ел-ямғырҙан, ыҙғыр елдән һаҡлаған, күк сатырылай көн итмеше өҫтөнә ҡоролған ҡыйығынан яҙған кеше кеше булыуҙан туҡтай...

    Иртәгеһен әбейҙең янына йәш ир килгәйне. Ул һөт имеүгә туйған ужым быҙауылай һимеҙ кәүҙәле ине, биттәре лә сиртһәң ҡаны сығырҙай тулы. Тумбочка тирәһендә күстәнәс-маҙар күренмәй. Инеү менән ирҙең ҡыйыуһыҙ мығырҙауын ишеттем:

- Ята бир әле, әсәй, ята бир, ныҡлап дауалан...

    Әбей әсенеүле итеп миңә ҡарап алды.

    Практика тамамланды. “Ауырыу тарих”тарын йыйып алып тикшергән етәксебеҙ беҙҙе үҙенең кабинетына йыйҙы. Һәр кемгә тырышлығына ярашлы тәғәйен баһа эләкте. Иң аҙаҡтан Миңлекамал апай минең яҙмаларҙы ҡулына алды:

- “Ауырыу тарихы” ентекләп тултырылған. – Кинәйәле һирпелде. – Тикшереүҙәреңдән бик ҡәнәғәт ҡалған ауырыуың һиңә “бишле” ҡуйыуымды үтенде, оло кешенең үтенесен кире ҡағып булмай!

     Кис һуңлап ҡына ҡайтырға сыҡтым. Тәҙрәләренә ут алған күп ҡатлы йорттар ҡалҡытып ҡуйылған ҡорт кәрәҙенә оҡшаш. Оло ҡыйыҡ аҫтында көн итәләр, тик уларҙа йәшәгәндәрҙең бөтәһе лә ҡыйыҡлымы икән? Башымдан шул уй йүгереп үтте.

      

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас