Боронғо легендаға ярашлы алыҫ диңгеҙ ярында ике башлы бер кәүҙәле дөйәғош йәшәгән, белгән-күргәндәр уларҙың береһен Яҡшылыҡ ә икенсеһен инде, Яманлыҡ тип атаған. Бер көн иртә таң менән Яҡшылыҡ тулҡын ағышы килтергән ҙур ғына алманы күреп ҡала. Күҙҙе ҡыҙҙырырлыҡ алһыуланып бешкән емеш икән. Быны ни эшләтергә, әллә йоҡлаған Яманлыҡты уятырғамы? Икенсе яртыһын борсоп торғоһо килмәй Яҡшылыҡтың, аҙыҡ бит барыбер бер ашҡаҙанға бара ла баһа, тип фекер йөрөтә лә алманы ашап та ҡуя. Хуш еҫле алма тәмен дөйөм ашҡаҙанда тойоп уянған Яманлыҡтың быға йәне көйә, гел генә уңыш юлдаш булған Яҡшылыҡҡа үсле итеп һирпелеп ҡуя, әммә өндәшмәй, асыуын эсенә йәшергә. Иртәгеһен иртә менән көнсөллөктән йоҡоһоҙ төн үткәргән Яманлыҡ янынан йөҙөп үтеп барған ниндәйҙер нәмәне эләктереп ала ла уның ашарға яраҡлымы-түгелме икәнлеген тикшереп тә тормай ҡарһаланып йотоп ебәрә, ә ул ағыулы, зарарлы икән. Икеһе лә үлемдең яҡынлашыуын һиҙгәс Яманлыҡ, ошоғаса күңелендә йөрөткән асыуын әйтеп ҡалырға ашыға: “Әгәр беҙгә тағы ла бер тапҡыр айырым кәүҙәле булып тыуырға тура килһә, мин һиңә гел насарлыҡтар, этлектәр генә эшләйәсәкмен шуны онотма, мин һине яратманым һәм күрә алманым, һәм әлеге мәлдә ошоғаса бер кәүҙәлә үткәргән ғүмеремде ҡәһәрләйем!” Яҡшылыҡ иһә уға былай тип яуап ҡайтарған: “Ә мин ғүмерем буйы, һине, икенсе яртымды ҡурсып, һаҡлап йәшәргә тырыштым, ҡапҡан ризығымдың тик һине туйҙырыуын теләнем, һиңә йылыраҡ һәм ышығыраҡ булһын өсөн һәр саҡ һалҡыныраҡ яҡҡа яттым, яҡтыраҡ булһын өсөн күләгәне һайланым. Әгәр беҙгә тағы ла айырым тыуырға яҙһа борсолма, мин киләсәктә лә һиңә гел яҡшылыҡтар ғына эшләйәсәкмен, сөнки мин икенсерәк йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәйем!”
Яҡшылыҡ менән яманлыҡ. Ошо ике һүҙ ике төрлө, ҡапма-ҡаршы мәғәнәне аңлатһа ла улар сиам игеҙәктәреләй һәр саҡ, береһе йөкмәткеһенә ярашлы яманлыҡ өлгөһө, ә икенсеһе изгелек сығанағы булып тормош һуҡмағынан йәнәш бара. “Инәнән ала ла тыуа, ҡола ла”, тигән бик тапҡыр әйтелгән бер мәҡәл бар. Ысынлап та шулай, бер ата-әсәнән ҡылыҡ-фиғел йәһәтенән береһе икенсеһенә шыпа ла ғына оҡшамаған ике бала тыуа, хатта уларҙы аҡ менән ҡара, көн менән төн һымаҡ ҡабул итергә лә мөмкин.
Ике игеҙәкте уҡыттым. Бер тамсы һыуҙай береһе икенсеһенә оҡшағайны улар, хатта ата-әсәләре лә йыш ҡына бутай торғайны. Миңә ҡалһа кейгән кейемдәренә ҡарап ҡына айырҙым тегеләрҙе. Шул ике малайҙың береһе: тыйнаҡ, әҙәпле, уҡыу алдынғыһы, ә икенсеһе торғаны бер тинтәк, елғыуар, йә уҡыуҙан алдыра алмай, йә йүнле тәртибе юҡ. Легендалағы Яҡшылыҡ менән Яманлыҡ ише береккәйнеләр улар, ҡайҙа ла бергәләр, ҡайҙа ла айырылғыһыҙҙар. Бер саҡ шуларҙың һыңары, һәйбәте мине урамда осратып былай тине: “Имтихандарҙы зачеттарҙы мин гел генә икебеҙ өсөн тапшырып яҡшы билдәләр ала инем. Теге саҡ алдағаным өсөн бөгөн һеҙҙән ғәфү үтенәм!” Икенсеһен дә осратырға тура килде. Бер көн һуң ғына әҙәби кисәнән сығып ҡайтып барам. Ҡала уртаһындағы парктың ҡараңғыраҡ ерен үткәндә мине биш-алты әтрәгәләм уратып та алды. Билдәле инде, тәмәке, аҡса таптырып бәйләнәсәктәр. Шул саҡ көтмәгәндә ағастар араһынан берәү килеп сығып ҡаршыма баҫып оҙаҡ ҡына тексәйеп торғандан былай тине: “Он меня учил, это мой учитель. Если вы когда-нибудь троните его, даже по-ошибке, от меня добра не ждите. Извините, Хайдар Нигаматович, что так вышло, больше Вас никто, никогда беспокоить не будет, это я вам гарантирую!”
“Ул мине уҡытты, ул минең уҡытыусым...” Ә мин һис ҡасан, бер кемде лә яманлыҡҡа димләмәнем, кеше таларға, юл баҫырға өйрәтмәнем. Ҡайҙан килә ул? Италияла йәшәгән суд психиатры, криминалист Чезаре Ломброзо киң бәхәс тыуҙырған: “Тыумыштан килгән енәйәтселек теорияһы”нда криминал элементтарҙың 40 проценты тыуғанда уҡ енәйәтсе булып тыуа, тип яҙа. Быны мин иҫбат итеү кәрәкмәгән аксиома итеп ҡабул итмәнем һәм итмәйем, әммә шөбһәле уйға ҡалам, һаман да шул яҙмышыбыҙға мөһөрҙәй баҫылған гендар ғәйеплеме? Бәлки...
Хөкүмәт йортонда тантаналы сара тамамланғас яныма телерепартер килеп миңә шундай һорау бирҙе:
- Һеҙ алдығыҙға ҡуйған маҡсатығыҙға ирештегеҙме һәм үҙегеҙ тәрбиәләгән уҡыусыларҙан ҡәнәғәтме?
- Кеше үҙе башҡарған эштән тулыһы менән ҡәнәғәт икән, тимәк ул артабан үҫеүҙән һәм алға барыуҙан туҡтай, ә ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо үҙ сиратында эҙләнергә, өйрәнергә, ғөмүмән ижад итергә әйҙәй. Мин үҙемде һис ҡасан уҡытыусы итеп иҫәпләмәнем, Уҡытыусы булыу өсөн ғәйәт күп белергә һәм шул белгәндәреңде уҡыусыларыңа еткерә лә алырға кәрәк бит әле. Булмышым менән мин тәрбиәселер. Бер иш балалар булмай, уларҙың төрлөһөн күрергә тура килде. Әгәр ҡарамағымда йөрөгән насар холоҡло, 40 процентты тәшкил иткән балаларымдың (теге, юғарыла яҙылған енәйәтселек теорияһына ярашлы итеп әйттем) ҡап яртыһын ысын Кеше итеп тәрбиәләй алһам, мин үҙ алдыма ҡуйған маҡсатҡа өлгәшкән булыр инем.
Яҡшылыҡ менән яманлыҡ. Ошо ике төшөнсә береһе икенсеһен тулыландыра, береһе икенсеһен асыҡлай. Әҙәм балаһы үлем булмаһа тереклек итеүҙең баһаһын, ҡараңғы булмаһа яҡтылыҡ сығанағының кәрәклеген, һалҡын булмаһа йылының ҡәҙерен белмәй ҡаңғырыр ине. Яҡшы булып, гел игелек ҡылып йәшәгеҙ, тип өндәү урынһыҙ, сөнки әҙәм балаһының эстәлеге аҡлы-ҡаралы, мәгәр беҙ был доньяға Кеше булып тыуғанбыҙ икән, шул бер тапҡыр ғына бирелгән ғүмерҙең тәмен, йәмен белеп, кеше булып йәшәйек!