Африка континентындағы, диңгеҙ караптарының юлынан ситтә ятҡан бәләкәй генә утрауҙарҙың береһендә бөгөнгө көндә лә ҙур донъя, йәғни алға киткән юғары технологиялы 21 быуат цивилизацияһы менән аралашырға, ҡатнашырға, теләмәгән бер ярым ҡырағай ҡәбилә йәшәй, йәнәһе лә. Тегеләр һуңғы тапҡыр ғалимдәр, журналистар менән уҙған быуаттың 80-се йылдарында ҡыҫҡа ваҡытлы бәйләнешкә ингәндәр ҙә шунан бирле тәбиғәт балаларына яҡынлаусы ла, уларҙы белеүсе-күреүсе лә юҡ. Күп телдәрҙе яҡшы белгән, үҙләштергән атаҡлы ғалим теге халыҡ менән аралыҡ һаҡлап, айырым һүҙҙәрҙе өҙөп-йыртып, ым-ишара менән әңгәмә лә ҡорған һуңғы осрашыуҙа.
Был ҡәбиләлә тайпылышһыҙ, үҙгәрешһеҙ, күп йылдар дауамында ҡабатлана килгән бер йола йәшәп килә икән. Быуынға ултырған үҫмер егет, ир ҡорона инеп, өйләнер йәшкә етһә күҙҙәрен бәйләп уны бер ҡоролмаға индерәләр, ә эстә инде кейәүгә сыҡмалы йәш ҡыҙҙарҙы түңәрәк яһатып баҫтыралар. Егет һәр ҡыҙҙың янына килеп еҫкәп ҡарай, еҫкәй ҙә ары атлай, шул рәүешле оҙаҡ ҡына әйләнгеләгәндән һуң, ниһайәт йәненә ятҡан, һулышын киңәйткән еҫте эҙләп табып ҡулынан тотһа, уны шул ҡыҙға өйләндерәләр. Һәм был ҡәбиләлә ҡатын менән ир араһында була торған аңлашмаусанлыҡтар, талаш-тартыш, һәм һуңғы сиктә айырылышыуҙар һис ҡасан булмай.
Хәйер, улай уҡ алыҫтан алдырмайыҡ әле, үҙебеҙҙең көнитмешкә әйләнеп ҡайтайыҡ.
Армиянан һуң Иҫәнғол дауаханаһында “Тиҙ ярҙам” станцияһында эшләп йөрөгәндә еҙнәй бер көн кис дуҫтарын, аралашҡан яҡындарын саҡырып өй тултырып ҡунаҡ йыйҙы, ай-вайыма ҡарамай мине лә бер яҡ ситтәнерәк урын табып ултыртып ҡуйҙы. Өлкәндәргә, ғаиләлеләргә тәғәйен ят табын күңелһеҙ булһа ла ултырҙым шулай, табынды ҡалдырып сыға алмай сыҙап, тегеләрҙең шау-гөр килеп һөйләшеүҙәрен йырлап-бейеүҙәрен күҙәттем. Түрҙән урын алған, башҡаларҙан айырылып торған бер парға ла иғтибарымды йүнәлттем. Мыҡты кәүҙәле, урта йәштәрҙәге ир, йоҡа кәүҙәле, тәбәнәк буйлы ҡатынынан күҙҙәрен алмай тейерлек, өйҙәрендә, аулаҡта һөйләшеп туймағандыр, күрәһең, ихласлап хәбәрен һөйләй, көлөп тә ебәрә, тегенең алдындағы тәрилкәгә өҙлөкһөҙ төрлө ашамлыҡ һала, янына тәм-том шылдыра, әйтерһең кисә генә танышҡандар ҙа бөгөн ҡауышҡандар, бер һүҙ менән әйткәндә саманан аштыра, килештерә инде. “Башҡаларға татыу көн итеүҙәрен, бәхетле йәшәүҙәрен күрһәтергә тырыша, әртис!” шулай тип екһенеп уйлап ҡуйҙым, уйланым һәм улар хаҡында бөтөнләй оноттом.
Онотманым, онотторманылар, ошо икәүҙе бер нисә тапҡыр ҡасаба урамында тап итеп баш ҡағып иҫәнләшеп үтергә лә тура килде. Һаман да етәкләшеп атлайҙар, һаман да күҙҙәре күҙгә төбәлгән, үҙҙәре ни хаҡындалыр өҙлөкһөҙ сутырҙығы сығалар. Ваҡыт үтеү менән ошо күркәм кешеләргә ҡарашым үҙгәрҙе: “Һөйкөмлөләр, пар килгәндәр!” тигән һығымтаға килдем.
Дежурствола саҡта ете-төн уртаһында вызовҡа саҡырҙылар. Киттем саҡырыусыны эҙләп. Иҫәнғолдың бер яҡ ситендәге, Эйек ярынан йыраҡ булмаған өйҙө эҙләп таптым. Сабырһыҙланыуы йөҙөнә сыҡҡан таныш ир ҡапҡа ауыҙына уҡ сығып ҡаршы алды, мине эйәртеп эс яҡҡа ҡарай атланы.
Ҡатын иркен залдағы түшәктә ята, йөҙө ағарып киткән, күҙҙәрендә ҡурҡыу түгел, үҙен ғәйеплегә иҫәпләгән тәрән һағыш. Танауыма таныш дарыуҙың ҡырҡыу еҫе бәрелде. “Апайың ауырыҡһына әле һуңғы осорҙа, мыртый, йөрәге тынғылыҡ бирмәй...” Ҡарашы һүнгән ир шулай һөйләнде. Фонендоскоп менән йөрәген тыңлап ҡарағандан, ҡан баҫымын үлсәп, пульсын иҫәпләгәндән һуң тейешле уколдарҙы ҡаҙап, иртәгеһен мотлаҡ дауаханаға ҡабул итеүгә барыу кәрәклеген әйттем.
Йорт хужаһы оҙатырға сыҡты ла өмөт менән төбәлде:
- Ҡатыным ыңғайға китер микән, мыртый?
- Һәр кеше лә ауырып ала инде ул, ауырый, шунан һуң сәләмәтләнә.
- Шулай ғына була күрһен инде, юғиһә ҡулға эш бармай...
Ошонан аҙаҡ был икәү бөтөнләй күҙҙән юғалды, күренмәҫ булды. Матур, һөйкөмлө кешеләр күренмәгәс урам буйы, урам буйы ғына түгел, тотош ҡасаба йәмһеҙләнеп ҡалды һымаҡ. Бер көн яйын табып саҡырмаһалар ҙа “Тиҙ ярҙам” машинаһын шул яҡҡа ҡарай йүнәлттем. Күңелем менән һиҙҙем, ошоғаса ҡотло күренгән йорт әле етемһерәп ҡалған төҫлө, көрт ябырға өлгөргөн бәләкәй ҡапҡаны көсләп этеп асып көрәлмәгән ихатаға индем. Ҡар япҡан тупһала ла кеше эҙе күренмәй. Албырғап, ары ни ҡылырға белмәй урынымда бер аҙ тапанғас юғарыға күтәрелдем. Солан ишеге бикһеҙ, саҡырыу тауышы ишетелмәһә лә төпкә үттем. Өй эсе толҡаһыҙ, һалҡын, кейем-һалым, ваҡ әйберҙәр тәртипһеҙ һибелеп унда-бында яталар. Теге саҡ, теге ҡатын ятҡан түшәктә тубыҡтарын эсенә тартып ир бөгәрләнгән, юрған яртылаш иҙәнгә һалынған, ҡолаҡсындай яҫтыҡ та бер яҡ ситтә ята, ағас карауат янында бер нисә буш шешә күҙгә ташлана. Түшәмдән түбән төтөн пәрҙәһе йөҙә, танауға был юлы тын юлын ярған тәмәке еҫе, хәмер көйөгө бәрелде. Минең инеүемде абайлап өлгөргән ир ығырлап-шығырлап тороп ултырып аяҡтарын түбән һалындырғайны теге шешәләр бер-береһенә бәрелеп сыңлап киттеләр. “Барлығығыҙҙы белдерәһегеҙме?.. Көн һеҙгә ҡалды шу, ни хәл итмәк...” Ризаһыҙ мығырҙау ҡолаҡҡа салынды. Сәғәт маятнигылай урынында бәүелгән ир бер аҙҙан сыбыҡланған сәсле башын ҡушуслап тубыҡтарына терһәкләне:
- Иҫәнме, мыртый? – Һыуыҡ алдырғанлыҡтан ултырған тауыш ғыжылдап ишетелде.
- Һаумыһығыҙ, бына юл ыңғайы хәлегеҙҙе белеп сығайым, тип боролғайным, рөхсәтһеҙ булһа ла.
- Һөнәрең бигерәк тынғыһыҙ, минән башҡа ла ярҙамға саҡырыусылар етерлектер, шулай ҙа арыу иткәнһең, хәл белеү – изге эш.
- Нисек йәшәп ятаһығыҙ әле, нишләптер һуңғы арала урам араһында күренмәйһегеҙ?
- Яңғыҙ кешенең йәшәүе икенсерәк, кешеләрҙән биҙҙем, йәшәүҙән екһендем. – Тамаҡ төбөнән уфтаныуға тартым өн һығылып сыҡты. – Уйламағанда-көтмәгәндә апайың ташлап китте бит мине, мәңге ҡайтмаҫ ергә китте.
- Белмәгән инем, ғәфү итегеҙ берүк. Апайҙың ауыр тупрағы еңел булһын.
- Еңел булыр, уныһын бында ултырып та аныҡ әйтә алам, фәрештәләй гөнаһһыҙ йән ине бит ул. Белмәүгә килгәндә ғәҙәти хәл, донъя яңғыратып хәбәр һалып йәүкәләмәнем, ишеткәне ишетте, ишетмәгәне юҡ, ҡыуаныслы хәбәр түгел, улайға уҡ китһә, шулай ҙа ишек алдын ябып, зыяратты тултырып күп килделәр: туғандар, яҡындар, мәктәп уҡыусылары, коллегалар, күрше-күлән. Икебеҙ ҙә мәктәптә эшләнек, мин математиканан уҡыттым, ул башланғыс класс балаларын. Балалар уны ныҡ яратты, тотош коллектив хөрмәт итте.
Ары әңгәмә ялғанмағанлыҡтан бер килке һүҙһеҙ ултырҙыҡ. Ир кеше эргәһенә ултырғысҡа һалынған ҡапты алды ла ҡарашы менән миңә тәҡдим итте.
- Тартмайым, рәхмәт.
- Ағыулы төтөн тәҡдим иткәндәргә рәхмәт әйтмәйҙәр. Мин дә өйләнгәс ташлағайным мыны, - танау тишектәренән ҡуйы төтөн борхоно, - ҡабат башланым мына, апайың тегенән ҡарап торһа ла, - түшәмгә ҡарашын атты, - үпкәләмәҫ моғайын, тереклек итеүемде аңлар. Һиҙгер кеше ине ҡатыным, күңел кисерештәремде әйтмәһәм дә тойомлап алып яғымлы һүҙҙәрен әсеткән ерҙәремә япһа - көнитмешебеҙ яҡтырып, йәмләнеп китер булды, арттырып-шаштырып әйтмәйем, ҡапҡан ашыбыҙҙың бәрәкәте, тормошобоҙҙоң ҡото ине ул. Икебеҙ ҙә ошо районданбыҙ, бер-беребеҙҙе күрмәй-белмәй үҫтек. Стәрлелә институтта уҡып йөрөгәндә бер көн йәйге кистә йәштәр йыйылып күңел асырға йыйындыҡ. Арабыҙҙа эре сәскә биҙәкле күлдәк кейгән, толомдарын биленә ҡәҙәр төшөргән һөйкөмлө бер ҡыҙ ҙа бар. Мәжлес яртылағас уны бейеүгә саҡырҙым. Шуныһы иҫтә, ул башҡа ҡыҙҙар ише йөҙөн буяҡламағайны, хушбыйға ҡойонмағайны, бәҙрәләнеп маңлайына һибелгән сәстәренән, нәфис муйынынан ҡыр сәскәләре, бихисап үләндәр йыйылмаһынан бөркөлгәндәй иҫерткес хуш еҫ килә.
- Мин үҙем Ейәнсура яҡтарынан, һылыу, әллә һеҙ яҡташмы?
- Уны ҡайҙан белдегеҙ? – Ҡыйғас ҡаштар ғәжәпләнгәндәй юғары сөйөлдөләр.
- Һеҙҙән тыуған яҡ еҫе килә.
Ҡыҙ мәғәнәле йылмайып ҡуйҙы бары, ары һүҙ ҡуйырманы.
Шулай танышып киттек, тағы ла ике йылдан өйләнештек. Балаларыбыҙ булманы, табиптар ҡушманы, уның ҡарауы донъям ана шул ҡатынымдың наҙлы еҫе менән тулды. Уның барлығын күреп түгел, хатта еҫкәп тә һиҙә инем. Бер осор аварияға эләгеп бик оҙаҡ иҫһеҙ-оҫһоҙ больницала яттым. Шул килеш тә ҡатынымдың эргәлә икәнлеген еҫенән, сихри, илаһи еҫенән тойоп яттым. Шул мине үлемдән әрсәләп аяҡҡа баҫтырҙы ла инде. Хәҙер ана шул һулар һауам юҡҡа сыҡты, үҙемде һауаһы бушап ҡалған туптай, һауаһы һурҙырып алынған ваакум эсендә ҡалған себендәй хис итәм...
- “Тиҙ ярҙам” сумаҙаны үҙем менән, әллә тын юлын иркенәйтерлек укол ҡаҙайыммы, кәрәкһә иртәгә лә килермен?
- Кәрәкмәҫ, әжәлде әжәл дарыуы еңә алмай.
- Йәшәйек әле, ағай! – Башҡа йыуатыр һүҙ тапмағас шулай тигән булдым.
- Был донъяла әҙәм балаһы кемдер өсөн тыуа һәм кемдер өсөн йәшәй, шуны һис ҡасан онотма, ә мин хәҙер нимәгә өмөтләнеп, кемгә ҡарап, ниндәй еҫте еҫкәп йәшәргә тейеш әле?!
Тиҙҙән был ир ҙә үлеп ҡалды. Ерләшергә барҙым. Һулар һауаһы ҡалмаған, яңғыҙлыҡтан тыны быуылған кешенең оҙаҡ йәшәмәҫен һуңғы осрашыу мәлендә үк күҙаллағайным.
Был ир менән ҡатындың исемен атаманым, белә-күрә атаманым, сөнки һулар һауалай бер-береһенә кәрәк парҙар тирә-яғыбыҙҙа былай ҙа етерлек.