Борон, бик борон замандарҙа төпкөл ҡышлаҡтарҙың береһендә бик тә зиһенле, отҡор малай үҫкән. Хайранға ҡалдырырлыҡ һәләттәре хаҡында ярандарынан ишетеп ҡалған хан уны янына саҡыртып алып ҙур ҡалаға ебәргән, бик һирәктәр бәхетенә эләккән билдәле уҡыу йортона урынлаштырған, хан ҡаҙнаһынан түләп уҡытҡан. Ысынлап та йылдар үтеү менән был үҫмер ҙур уңыштарға өлгәшеп, юғары бейеклектәр яулаған, үҙҙәрендә генә түгел, тирә-яҡ ханлыҡтарҙа уның асыштарына, башҡарған эштәренә, уйлап табыуҙарына һоҡланғандар. Һәләтенә ярашлы үтә байып киткән егет бер заман көньяҡ илдәренең береһенә китеп, зиннәтле һарай һатып алған да шунда бикләнгән имеш, тыуған-яғына ҡайтып әйләнеү, аралашып үҫкән дуҫтарын күреү, ауылдаштарына ярҙам ҡулы һуҙыу хаҡында ике ятып бер иҫенә төшөрмәй икән был белекһеҙ, бер һүҙ менән әйткәндә саманан арттырып эреләнгән, кеше танымай башлаған, кем икәнлеген, ҡайҙан сыҡҡанлығын онотҡан. Тыуған яғына ҡайтып күренеүҙе үтенеп бер нисә тапҡыр сапҡынсы ла ебәргәндәр тегегә, ә ул килеүселәрҙе ишек төбөнән дә ары үткәрергә теләмәгән. Ябай халыҡтың аптырауға ҡалыуын күргән хан ары ни ҡылайыҡ икән, тип аҡһаҡалға мөрәжәғәт иткән. “Һеҙ уға күстәнәс ебәреп ҡарағыҙ!” ти икән аҡыл эйәһе. “Ебәрмәгән ҡайҙа, бер нисә тапҡыр ебәрҙек, ҡабул итергә теләмәй!” “Ебәргәнегеҙ затлы булмаған, тимәк!” “Хан бүләктәрен түбәнһетергә йыйынаһыңмы?” тип үпкәләй икән хан. “Ә һеҙ уға бер тотам ғына әрем юллап ҡарағыҙ!” “Ҡиммәтле тиреләрҙе, саф ебәкте, алтын-көмөштө һанламаған кеше ҡый үләненә алданырмы?” тип шик белдергән хан, шулай ҙа серле кәңәште тотоп, уның асылына аҙаҡҡаса төшөнөп етмәһә лә әйтелгәнде эшләргә, ҡасандыр теге малай тыуған ҡышлаҡ әремен ебәрергә ҡушҡан.
Үлән бәйләмен ҡулына алып, танауына яҡын килтереп еҫкәгән ғалим кинәт түгелеп илап ебәргән, күҙ алдына хәйерселектә үткән бала сағы, хозур тыуған яғының тәбиғәте, яҡындары, бергә уйнап үҫкән дуҫтары, ырыуҙаштары килеп баҫҡан һәм кинәт күңел күҙе асылғанлыҡтан юҡһыныуға, һағышға сыҙай алмай шундуҡ ҡайтып әйләнергә йыйына ла башлаған...
Тыуған яҡ тәбиғәте. Шул хаҡта уйлаһам күҙ алдыма хуш еҫле сәскәләр, ут йәшел үләндәр түгел, иң әүәл берләм һуҡмаҡ ҡырҙарында тирбәлгән ябай ғына әрем һәрпенделәре килеп баҫа. Суҡлы әрем, һәм һепертке әреме. Беҙҙә үҫкән ике төр әремде шулай атап йөрөтәләр. Әсәйем йәй көнө иҙәнде һепереп алырға ҡушһа, шул һепертке әремен гөлләмәгә оҡшатып бәйләйем дә оҙаҡ ҡына танауыма килтереп еҫкәп ултырам, миңә рәхәт, шул тиклем дә рәхәт була торғайны. Биниһая ваҡыт кинәнгәндән һуң ғына иҙәнде һеперергә керешеп китәм. Сихри үлән ҡағылған донъябыҙ хуш еҫкә тулып, сафланып, таҙарынып китә ине.
Етәксе ойошмаларҙа, мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт өлкәһендә, фән донъяһында башлыса элекке ауыл балалары эшләй, сөнки таш ҡала, таш мөхит һәләттәр яралтырға һәләтһеҙ. Ниндәй генә юғары вазифалар биләһәгеҙ, етеш көн итһәгеҙ ҙә һеҙҙе әҙәм иткән ауылдарығыҙға онотҡанда бер булһа ла ҡайтып әйләнегеҙ әле, ағай-эне. Ни өсөнмө? Йән йәшәтер, йәшәртер йәме булған, ожмах тәме бөрккән әремде күрергә, уның хуш еҫен еҫкәп иҫерергә...