АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
3 Май , 23:00

Ҡотто алды бит әй

Еңгә бикәстәре менән мунсаға китте. Эргәһенән үтеп бара инем, тәҙрә шаҡый. Мунсаның тәҙрәһенән ҡап-ҡара бер нәмә ҡарап тора. Терт итеп һүгенеп ебәрҙем...

Ҡотто алды бит әй
Ҡотто алды бит әй

Еңгәйгә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Шәп кеше ул. Ағай мәрхүм булғанға ун йыл үтте. Башҡа тормошҡа сыҡманы. Беҙҙең менән, йәғни ир туғандары менән йышыраҡ аралашып йәшәй. Һеҙҙе күрһәм ағайығыҙҙы күргәндәй булам, ти. Хәтәр шаян кеше инде. Еңгә бикәстәре менән мунсаға китте. Эргәһенән үтеп бара инем, тәҙрә шаҡый. Мунсаның тәҙрәһенән ҡап-ҡара бер нәмә ҡарап тора. Терт итеп һүгенеп ебәрҙем. Еңгә битенә маска һөрткән дә ҡарап тора икән. Таң менән бәҙрәфкә сыҡҡан күршеһен ҡурҡытҡан. Капюшонлы оҙон плащ, битенә шайтан маскаһын кейеп баҫтырған тегене.

-Эсеп ҡайта ла ҡаңғыра төн һайын. Миңә лә ишетелеп тора бисәһен ыҙалатҡаны. Бер көнө һыйыр һауырға сыҡҡанда юрамал әҙерләнеп сыҡтым да ҡурҡытайым быны. Һуңғы осор тауышы ишетелмәй, эскәне лә күренгәне юҡ, - тип көлә енгә.

Шәп кеше шул, уның менән тормош та күңелле.

Серле донъя төркөмөнән

фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: