Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
22 Апрель , 14:20

ҺҮРӘТЕН ҮБЕР ИНЕМ...

Бөгөн Лелин бабайҙың тыуған көнө Шул фамилияны таҡтаға сығарып яҙҙырып, хатаһы булһа, әрләп бер итә торғайнылар. Линин, Лелин, Лелен, Ленен тип яҙған ҡайҙа... Мин ҙур итеп тороп Лелин тип яҙған өсөн уҡытыусы таҡтаға аҡбур менән туҡылдатып һуғып тороп тетмәмде теткәйне Аҙаҡ уның портретын аҫып ҡуйып, ниндәй шәп кеше булғанлығы тураһында ялҡынлы сығыштар яһайҙар ине.Шул шәп кеше икәнлеге башҡа һеңеп ҡайта. Мәктәптән тетә баҫып ҡайтып инәм дә, атайҙың йәшел төҫтәге армейский фотоальбомын һөйрәп сығарам. Унда баяғы бабай төшөрөлгән почетная грамоталар күп. Һеңлемде ултыртып ҡуйып, Лелиндың һүрәтен тотоп алып, уның ни тиклем яҡшы кеше булғанлығын һөйләйем Иғтибар менән тыңларға ҡушам. Сығышым аҙағында Лелиндың ялтыр ҡаҡ маңлайынан үбергә ҡушам. Әлбиттә, һеңлем кире тартҡылаша. Үпкеһе килмәй😂 "Үп тейем, ул һәйбәт кеше, үп тейем мин һиңә!"- тип һәр грамотаның Лелинын үлтереп сығам😂 Шунан, арыуыҡ яҡшы эш башҡарғандай, хәлем бөтөп, довольный ҡиәфәт менән альбомды ябып, урынына һалып ҡуям😂Бөгөн иртәнсәк һеңлемә: "Тәнзилә, Ленин олатайыңдың тыуған көнө, тора һалып маңлайынан үп!"- тип яҙып Лениндың фотоһын ҡуйып, сообщение ебәрҙем😂 Хәтирәләргә бирелеп, бер талай көлөп алдыҡ😂 Тәнзилә:"Һиңә генә ниндәй яҡшылығы тейҙе икән ул бабайҙың?"- ти. Һәйбәт кеше тип Тәнзиләгә биреп ултырғансы үҙем үпһәмсе, ултырыр инем городская булып, ана, хәҙер Тәнзилә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ленин урамында йәшәп ята, үбә торғас, фатиха алғандыр инде😂😂😂Зөлфирә Таһирова.

ҺҮРӘТЕН ҮБЕР ИНЕМ...
ҺҮРӘТЕН ҮБЕР ИНЕМ...

Ә һеҙ ниндәй ҡыҙыҡтарҙы иҫләйһегеҙ? Яҙығыҙ әле.

Автор: