Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
27 Март , 08:32

Бер йотом һыу. Хәйҙәр Тапаҡов. ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан.)

   Ысын дуҫлыҡ хаҡында һүҙ сыҡһа, нишләптер шул, бер йотом һыу иҫкә килә лә төшә. Дуҫлыҡ, тигәнең бәлки, ысынлап та бер уртлап йотор саф һыуҙыр ул...  

Бер йотом һыу. Хәйҙәр Тапаҡов. ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан.)
Бер йотом һыу. Хәйҙәр Тапаҡов. ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан.)

Дуҫтарға килгәндә, йәшерәк саҡта улар күп инеләр, саманан тыш күп инеләр. Таңға саҡлы шаулы табындар артында йырлашып-бейешеп ултырыуҙарҙы, кесе, оло, кемдәрҙер уйлап сығарған байрамдарҙы ҡоро ҡалдырмай геүләтеп байрам итеүҙәрҙе әйтеп тә тормайым. Ваҡыт үтеү менән дуҫ тигәндәрем, кәмегәндән-кәм-енеләр, күҙ менән ҡаш араһында, ҡомға һеңгән һыу тамсыһылай юҡҡа сыҡтылар. Кемеһелер мәңгелек йортона күсте, кемеһелер минән ҡасты, кемеһелер мине һатты, кемеһенәлер, һуңынан асыҡланыуынса, тел, ҡул ярҙамым ғына кәрәккән. Юҡ, бер кемде лә ғәйепләмәйем хәҙер, күңелемдән хөкөм дә итмәйем, тимәк, шулай тейеш, шулай кәрәк булған. Улайға уҡ китһә, мин дә аҡтан-аҡ, сафтан-саф, бары яҡшылыҡтарҙан, игелектәрҙән әүәләнгән фәрештә түгелмен бит әле, тимәк улар-ҙың шәхесемде үҙһенмәүҙәрендә минең дә ғәйебем бар. Тик әле генә: “Әгәр гөнаһтарҙың еҫе булһа, минең эргәлә бер кем дә ултырмаҫ ине!” тигән аҡыллы фекерҙе уҡыным. Олоғайған һайын дуҫтар кәмей бара, дуҫтар, тиеп олонан һалдырһам да улар бөгөн бер ҡулдың бармаҡтары менән генә һанарлыҡтар, ауыҙҙан берәм-һәрәм төшкән тештәр һымаҡ кәмегәндән-кәмей баралар. Билдәле, алтын теш ҡуйҙырыу менән генә ҡартайып бәлшәйгән, өңрәйгән ауыҙ йәмләнеп китмәй, киткән дуҫтар ҙа алтын-көмөшкә барып олғашмай. Хәйер, һәр ваҡыттасыға һүҙ сыбалтам, төп хәбәргә күсәйем әле.
   Әсәйем, көтмәгәндә үлемесле сир менән сирләп китеп түшәккә ятты. Ҡатыным Вәсилә, бына күрерһең әле, бейемем аяғына баҫып китә ул, тигән булып өмөт менән унда-бында йүгермәләй, алдына бешереп-төшөрөп уныһын-быныһын ҡуйған була. Әсәйем иһә, килененә яратып ҡарап ала ла тәғәм ҡабырға теләмәүен белдереп йөҙөн ситкә бора. Элекке медицина хеҙмәткәре булараҡ, сирҙең ни менән барып, ҡасан тамамланырын мин генә беләм, алған һөнәремә ярашлы аныҡ беләм. Белгәс үтә лә ҡыйын, башҡалар ише бер ни белмәй, бер ни тоймай, ҡыҫыр, тормошҡа ашмаҫ өмөткә алданып тыныс ҡына йәшәргә ине... Әсәйем карауатта ята, ә мин йолҡош бесәй балаһылай әсәйемдең эргәһенә, иҙәнгә матрац түшәп шунда йомарланғанмын. Юҡ, йоҡламайым, бары өн менән төштө бутап әүелйейем генә. Шылт иткән тауыш ишетелһә ырғып тора һалам; уколдар ҡаҙайым, ауырыуҙың яҫтығын ҡабартып һалам, юрғанын төҙәтеп ябам. Әсәйем оҙон төндә йоҡлай алмағас үҙенә-үҙе әллә нисә тапҡыр ясин сыға, ә мин шул мәлдәрҙә өнһөҙ-һүҙһеҙ, йәшереп кенә илайым, ҡәҙерле әйберенән яҙған малай һымаҡ илайым. Тураһын әйтергә кәрәк илайым мин йыш ҡына, кеше күҙенән ҡасып илайым, хатта йылмайып ултырып та эстән илаған, һыҡраған саҡтар бар...
- Хәйҙәр, һин йоҡлайһыңмы ул?
- Әллә нишләп йоҡом килмәй, шуға тик кенә ятам әле? Ауыҙыңды сылатҡың килһә, һыу бирәйемме әллә?
Әсәйем мин килтергәнде уртлай:
- Был һыу ҡайҙан?
- Балнис ҡоҙоғонан.
- Шулайҙыр. Беҙҙең ауылда бит өс ҡоҙоҡ бар, өсөһөнөң тәме өс төрлө. Ә бына мин сабынлығыбыҙ аҫтындағы бер сығанаҡты беләм. Бына исмаһам уның тәме, уның таты, һаман да телем осонда! Хәтерләйһеңме, һин бала саҡта еләккә тип барып, суҡтарылып ултырған сейәлеккә барып сыҡҡайныҡ?! Һауыттарыбыҙ тулып бөткәйне, ә беҙ туймаҫтай булып тирәбеҙ ҙә тирәбеҙ, тирәбеҙ ҙә тирәбеҙ... Шунан ҡайтҡас шул сейәләрҙе күрше-тирәгә тотошлайы менән өләшкәйнек...
- Хәтерләмәгән ҡайҙа, Ел Ояһындағы сейәлек ине бит ул! Мин килеп тороп сарсағайным, ауыҙым кипкәйне...
- Һағынып һөйләргә ҡалды ул саҡтар... Әллә нишләп сейә ашағым килеп киттесе...
- Сейә мәле үтеңкерәп ҡалды, әсәй, шулай булһа ла, көн яҡтырыу менән
шул тирәгә барып әйләнермен. Моғайын да ышыҡҡа боҫҡандан ике-өс бөртөк табылыр.
- Юҡ, минең баҡса сейәһен ҡапҡым килә...
Аптырап ҡалдым:
- Беҙҙең ауылда баҡса сейәле өйҙәр юҡ бит әле...
- Беләм. Ятам шунда юҡты таптырып... Ашағым килмәй инде хәҙер, минең мыжыуым бөтмәҫ...
   Иртәнге сәйҙе эскәс тә мотоциклды ҡабыҙып алып беҙҙән 40 саҡрымда ятҡан район үҙәгенә ҡарай елдерҙем. Барып еткәс тура баҙар майҙансығына барҙым. Бына бәлә – башҡа емеш-еләкте хет күнәкләп, хет тоҡлап ал, ә бына сейә тигәнең әжәл дарыуылай юҡ, хәйерһеҙ. Таныштарҙы теүәлләй торғас таптым һыуытҡыста туңдырылған бер көрөшкә самаһы сейәне. Алтын тапҡандай ҡыуанып ҡайтыу яғына елдерҙем. Ҡайтып төшһәм Рәүеф Селәүсинов беҙҙең баҡса ултырғысына һаҡҡан. Ул беҙгә ауыл хужалығы институтын тамамлап баш ветврач булып эшкә килгәйне. Уның ғаиләһе менән аралашып, дуҫлашып йәшәйбеҙ. Өйҙә сирле ятҡанда һөйләшкең-аралашҡың килеп торамы, теләкһеҙ генә тегенең эргәһенә һаҡтым.
- Ҡайҙа юғалдың? - ти Рәүеф.
- Йылайырға эш менән барҙым. Оҙаҡ көттөңмө?
- Юҡ, бына әле генә килеп ултырыуым.
- Ни эш бөтөрәһең?
- Эш тип ни... Инәйҙең янына ингәйнем хәлен белергә. Ә уның Ситлек ҡоҙоғоноң һыуын уртлағыһы килә икән...
- Бына һиңә мә, урман төпкөлөндәге Ситлек ҡоҙоғон табырға һин беҙҙең ауыл ке-шеһе түгелһең дә баһа!
- Шулай шул. Инәйҙең теләген үтәйем, тип матай көймәһенә бетон һалып алып киттем теге ҡоҙоҡто эҙләргә. Ялан кешеһе булараҡ юлдан яҙҙым, аҙашып бөттөм, әллә кемдәрҙең сабынлыҡтарына барып юлыҡтым. Бесән сабыусылар нимәне эҙләүем менән ҡыҙыҡһынғас йомошомдо әйттем. Ҡайһы берәүҙәр мине һантыйға иҫәпләп ҡул ғына һелтәй: “Һыу кәрәкһә ни, аҙашып йөрөгәнсе ауыл ҡоҙоғонан бар ҙа һоҫ, ауырыу уны белеп-күреп ята тиһеңме?!” Юҡ, мин әйтәм, был ожмах һыуын табып алып ҡайтыу - намыҫ эше. Эҙләнеп йөрөй торғас өйрәтеүселәр ос-раны, таптым Ситлек ҡоҙоғон, ә ул үҙән-дә таш аҫтынан һығылып сығып ятҡан шишмә икән, селек-тубылғы япҡанлыҡтан барып төртөлмәйенсә күренмәй ҙә. Һыуын уртланым, ысынлап та тештәргә үтмәле һалҡын, үҙе терегөмөштәй саф инеш икән дә баһа. Бына алып ҡайттым, әйҙә, инәйгә инәбеҙ!
Әсәйем бер бөртөк сейәне ҡабып килтерелгән һыуҙы уртланы ла рәхмәтле төбәлде:
- Үҙем дә туйҙым, күңелем дә туйҙы, балалар, һыуһыным ҡанды, имен-аман ғына йәшәгеҙ, минән фатиха...
   Ысын дуҫлыҡ хаҡында һүҙ сыҡһа, нишләптер шул, бер йотом һыу иҫкә килә лә төшә. Дуҫлыҡ, тигәнең бәлки, ысынлап та бер уртлап йотор саф һыуҙыр ул...

 

 

Автор:Хайдар Тапаков