Борондан килгән йола буйынса кисләтеп, мәйет ҡарауыллап ултырырға, ауылдың әбей-һәбейҙәре йыйылды.
– Әйҙә, үтегеҙ! Бейемем ҡапыл ғына китте лә барҙы шул, йәне йәннәттә булғыр, – тип ҡаршы алды килене Көнһылыу. – Рәфҡәт ерләү мәшәҡәттәре менән йөрөй, иртәгә ер ҡуйынына тапшырырҙар инде.
Йыйылған әбейҙәр ҙур йорттоң төп яғына үтеп мәйет тирәләй урынлашты. Доға ҡылдылар.
– Шулай, тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалыу юҡ инде, – тиештеләр. – Ғәлимә еңгә әрһеҙ ҙә, шуҡ та кеше ине, емертеп эшен дә эшләне, гөрләтеп донъяһын да көттө.
– Эйе, барыһына ла разый булып, бәхиллеген биреп китте, – тине аш-һыу әҙерләп йөрөгән килене Көнһылыу.
Ғәҙәттә, кеше вафат булғас, уның хаҡында хәтирәләргә биреләләр:
– Эй, ҡыҙыҡ та кеше ине Ғәлимә әхирәтем, – тип башланы Зәмбилә ҡарсыҡ. – Олоғайған көнөмдә мине домино һуғырға өйрәтте. Яҙ сығыу менән урамға сығып, йәшел үләнгә кәритиәне әйләндереп һалабыҙ ҙа, шапылдатып домино һуғабыҙ. Урам яңғырап торор ине.
Үткән ҡыш Кинйәғәленең кесе ҡыҙы Вәсилә кейәүгә сыҡҡас, оҙатышырға барғайныҡ. Халыҡ күп йыйылғаны. Кейәү балаҡай, машинаның ишеген асып, кәнфит, аҡса һибергә тотондо. Шунда Ғәлимә, кешене аптыратып, бала-сағаны этә-төртә ҡарҙан тәгәрәп йөрөп кәнфит йыя башланы. Үҙе рәхәтләнеп көлә. Әбей кешенән был хәлде көтмәгән балаларға ҡыҙыҡ тамаша.
– Былтыр һуң, – тип һүҙгә ҡушылды Фәриҙә. – Рәфиттең бәләкәй ҡыҙы Альбина өр-яңы матур курткаһын кейем урамға сыҡҡан. Уларҙың тапҡырында, ямғыр яуып үтһә, ҙур күләүек йыйыла. Теге бала шул күләүектә рәхәтләнеп йыуынған ҡаҙҙарға иҫе китеп ҡарап тора икән. Ғәлимә еңгә: “Альбина ҡыҙым! Шул күләүектең уртаһына барып, һикереп-һикереп бейеһәң, кеҫәләреңде тултырып кәнфит бирәм”, ти икән.
– Шунан, шунан?
– Шунан ни, кәнфит бирәм, тигәс рәхәтләнеп бейегән. Тырышып бейей торғас, бысраҡ күләүеккә “лап” итеп ҡолаған. Аҡырып илап өйөнә ҡайтып киткән. “Әле генә матур итеп кейендереп сығарғайныҡ, кем ҡушты һиңә бысранырға?” тигәндәр икән. Альбина: “Ғәлимә инәй ҡушты. Күләүектә һикереп-һикереп бейеһәң, күп итеп кәнфит бирәм”, тип әйтте тигән. Хәтәр тауыш булды инде.
– Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ! – тип ҡысҡырҙы әсе тауыш менән Тәслимә әбей. – Үҙен һөйләй торғас, Ғәлимә терелә башланы инде әллә.
Был мәлдә, ысынлап та, мәйеттең бил тәңгәлендәге япма ҡыбырлай башланы. Бөтәһе лә уҡына-уҡына мәйет ятҡан бүлмәнән сығып тайҙы. Барыһы ла белгәнен уҡып, артабан нимә булыр икән тип, күҙәтә башланылар. Мәйеттең аяҡ осонан, Ғәлимә әбейҙең гелән ҡуйынында йоҡлап өйрәнгән Һарысай исемле бесәйе килеп сыҡты ла, аш бүлмәһе яғына үтеп китте. Ҡурҡыштарынан ҡоттары осҡан әбейҙәр көлөргә тотондо.
– Ней унда, кеше ҡурҡытып йөрөйһөң? – тип һуҡранды бесәйгә Көнһылыу. – Мин уны әллә ҡасандан бирле эҙләп бер булам.
Харис ШӘРИПОВ.
фото: prorisunki.ru