Бер уйлаһаң, уныһы мөһим дә түгел – эшкә һуңламай, теүәлләрҙәй иҫәп-хисабы ла, бурысы ла юҡ – көн уға түгел, ул үҙе көнгә хужа. Көҙ етеп килгәнен белә – шул еткән.
Көсәнә торғас, шулай ҙа иҫенә төштө: кисә күршеһе Хаммат менән келәттәге бер күнәк ондо һатып эстеләр… Һатманылар, бер шешә сәмәйгә алмаштырҙылар. Садиҡ улай алмашып йөрөгәне юҡ ине, күршеһе күндерҙе.
Он иҫенә төшкәс, ҡатынының илауҙан шешенгән йөҙө күҙ алдына килде.
Шәп һөйләй шул бисәһе! Уҡытыусы бит! Мәктәптә лә шулай матур һөйләйҙер инде. Балалар ярата уны! Садиҡҡа күңеллерәк булып ҡалды. Ул да ярата Нәфисәһен! Яратмай әллә, бер-береһен яратышып, һөйөп-һөйөлөп өйләнеште бит улар!
Ауылға уҡытыусы булып килгән йәш ҡыҙҙы Садиҡ тәүге тапҡыр армиянан ҡайтып килгән көндө күрҙе. Тәү ҡараштан уҡ бөтөн тәне буйлап ниндәйҙер ымһындырғыс тулҡын йүгереп үткәнен тойҙо. Ҡыҙ уға шундай итеп ҡараны: десантниктарҙың дембель формаһындағы Садиҡ бәлтерәне лә ҡуйҙы, хатта һаулыҡ һорашырға ла башы етмәне. Ҡыҙ ҡараштары менән үтәнән-үтә тишеп, ниндәйҙер аңлашылмаған ләззәтле тойғоларға сумдырып, эргәһенән үтеп китте. Егеттәрҙең күптәре Нәфисәгә ғашиҡ ине, ә ул Садиҡты һайланы!
Тағы ла ҡатынының болоҡһоу йөҙө күҙ алдына баҫты. Ҡолағына улының илаған тауышы салынғандай булды. Ул әсәһенең муйынынан ҡосаҡлаған да иҫерек атаһынан йөҙөн йәшереп ҡысҡырып илай. Иҫләне Садиҡ: кисә бит Нәфисәһе улын күтәреп, уны ташлап сығып китте. “Ғәфү ит, Садиҡ, башҡаса беҙ һинең менән йәшәй алмайбыҙ. Шул эсеүең менән көрәшеп, хәлдән тайҙым. Алйыным мин, арыным, ялҡтым! Үҙ йүнеңде үҙең күр, ә беҙ бирешмәбеҙ”, тинеме әле? Ҡурҡыталыр. Ул да бит Садиҡһыҙ йәшәй алмай. Бергә ыҙалап төҙөгән донъяға нисек ҡул һелтәп сығып китһен? Уйҙары ошо тәңгәлгә еткәс, Садиҡ тороп ултырырға маташты. Ҡалҡыныуы булды, башын дыңҡылдатҡансы нимәгәлер төкөнө. Күҙҙәренән осҡондар сәсрәгәндәй булды. Төкөгән урынды ҡулы менән һәрмәп ҡараны. Таҡта. Йышылмаған таҡта! Таянған икенсе ҡулы тупраҡ һалҡынлығын тойҙо. Садиҡтың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте, мейеһе өшөнө. Сәбәләнеп, таҡтаны бар көсөнә өҫкә этте. Ҡымшанмай ҙа! Арҡаһы һыуыҡ тупраҡҡа һеңгәндәй булды.
Тереләй күмгәндәр! Өҫтә ләхет таҡтаһы, аҫта – ҡәбер тупрағы! Ҡот осҡос уй Садиҡтың аңын томаланы, ҡан йөрөшө туҡтаны. Ул аңын юғалтты.
Әммә илке-һалҡы һуҡҡан йөрәге мейеһен ҡан менән һуғарыуҙан туҡтамағайны әле. Ул өн аралаш төш күрә башланы. Бына уның аҡ кәфенгә төрөлгән яланғас тәнен, аяҡтарын алға ҡуйып, ишектән сығара башланылар. Уға рәхәт, үҙ аяҡтары менән ашатлап йөрөгән тупһанан бәүелтеп кенә алып сығып баралар. Шул саҡ бала илаған тауыш ишетелә. Улының тауышы бит! Мең бала илаһа ла улының тауышын улар араһынан айырыр ине. Кемдәр күтәргән уны? Ниңә ебәрмәйҙәр? Садиҡ бар көсөнә тыпырсынып ҡарай, әммә тәне аңын тыңламай. Бәй, ул бит үлгән! Уны ерләргә алып китәләр түгелме? Садиҡ ҡысҡырмаҡ булып, ауыҙын асырға тырыша, әммә тарамышҡа әйләнгән теле тыңлашмай – һүҙ түгел, өн дә сыҡмай!
“Тәүбәңә килдеңме? Ҡылған гонаһтарың өсөн рәнйеткән кешеләреңдән ғәфү үтен!” – тауыш ап-асыҡ ишетелә. Уның ҡайҙан килгәнен дә тоймай Садиҡ, әммә һәр өн зиһененә туранан-тура үтеп ингән һымаҡ.
“Ҡәһәт итәм! Ҡәһәт итәм! Ҡәһәт итәм!”, Садиҡ бер үк һүҙҙе мең ҡат ҡабатлай, үҙен төпһөҙ упҡынға осҡандай тоя.
Төш күрәме ул, әллә өнөндәме – һис аңламай. Әле генә салт аяҙ ине. Әллә ҡояш болот артына йәшендеме, әллә ул бөтөнләй юҡҡа сыҡтымы – ҡарағусҡыл төҫтәге томан күктән ергә төшә. Был ни хикмәт? Томан бит ерҙән өҫкә күтәрелергә тейеш?! Ер менән күк бергә тоташты, шомло ҡараңғылыҡ бар ғәләмде баҫып алды. Эңер тиһәң, эңер түгел, таң атып килгәнгә лә оҡшамай… Садиҡтың күңелен ҡурҡыныс шом солғаны, ул хафаланып, өйҙәренә табан йүгерҙе.Ни ғәләмәт, урамда бер кем дә күренмәй. Әле генә бергә уйнап йөрөгән малайҙар ҡайҙа булды? Өйҙәре ана ғына бит, әммә бар көсөн һалып йүгерһә лә, ара яҡынаймай, киреһенсә, алыҫая барған һымаҡ. Ҡарағусҡыл төҫтәге томан көнбайыштан Ирәндек тауы аша, ҡышҡы ыжғыр буран һымаҡ, шәп тиҙлектә ауылға табан шыуыша башланы. Күкһел тау үркәстәре яйлап томан эсенә инеп юғалды. Садиҡтың хафаһы тағы артты, ҡурҡыуға әйләнде. Ул ауыҙын ҙур асып, бар көсөнә ҡысҡырҙы. Ауыҙы асыла, тауышы сыҡмай – үҙен-үҙе ишетмәй. Етмәһә, мамыҡ кеүек ергә һыбашҡан шикле томан, ваҡ ҡына ҡом бөртөктәре һымаҡ, ауыҙына тула башланы – тамағы кипте, тын алыуы ауырлашты. Садиҡ тештәрен шығырлатты. Теш араһына тулған ваҡ ҡомташтарҙың шығырлаған тауышы бөтөн ауылға яңғырығандай тойолдо. Ә ниңә бер кем дә күренмәй һуң? Ошондай хафалы шомлоҡта яңғыҙ ҡалыуы Садиҡты оторо ҡурҡытты, ул өшөп ҡалтырана башланы. Үҙе өшөмәй ҙә кеүек, киреһенсә, манма тиргә батҡан, ә тәне ҡышҡы селләлә туңған кеүек ҡалтырай. Ҡайҙалыр, алыҫта, күк йөҙөнән яҡтылыҡ һирпелгәндәй булды. Ҡалтыраныуын көскө тыйып, Садиҡ ҡурҡа-ҡурҡа ғына көнсығышҡа баҡты. Әммә күктән тоноҡ ҡына сайпылған нурҙар ҡояштыҡына оҡшамаған. Яртылай киҫелгән ураҡ-ай күк йөҙөнөң яртыһын биләп, арҡыры ята. Нур шунан килә. Ирәндек аръяғынан ишетелгән гөрһөлдәү тауышы уны бөтөнләйе менән ҡурҡыуға сорнаны. Зәһәр тауыш яҡыная башланы һәм, ниһайәт, күктәге ят нәмә үҙе лә күренде. Көнбайыштың яртыһын тиерлек биләгән дәү самолет ине ул. Садиҡ ергә һырыҡты, алйыр сиккә етте, ерҙе соҡоп инерҙәй булды. Ахырҙа, ул һуңғы көсөн туплап, өйҙәренә ҡарай шыуыша башланы. Самолеттың ҡурҡыныс тауышы баҫылды, ул ергә һеңгән малайҙың баш осонан ғына уға тейә яҙып осоп үтте. Әммә ҡурҡыуы бының менән генә бөтмәне, арта төштө, сөнки күк йөҙөн төрлө ҙурлыҡтағы меңәрләгән бәләкәйерәк осоусы аппараттар биләп алғайны. Араларында ҡанаттарын ҡоштар кеүек елпегәндәре бар, ҙур тиҙлектә истребитель һымаҡ осҡандары ла күренә, тәрилкәгә оҡшаған түп-түңәрәтәре лә бар. Садиҡ ҡурҡышынан күҙҙәрен йомдо, тик, ни ғәләмәт, йомоҡ күҙ ҡабаҡтары аша күктәге мәшхәр һаман күренә. Бына бер мәл күктең ҡай ситендәлер, ҡараңғылыҡты ярып, Лениндың ялтыр башы күренде, ул юғалыуға ҡапма-ҡаршы яҡтан Сталиндың дәү мыйыҡлы йөҙө хасил булды. Ахыр заман еткән!.. Донъя ахыры шулай буламы икән?! Ниңә ул бер үҙе, ниңә эргәһендә бер кем юҡ? Һорауынан үҙе албыраған Садиҡ ҡайҙалыр төпһөҙ упҡынға осто. “Әсәй!” – тип, бар көсөнә яр һалып ҡысҡырҙы, ләкин үҙ тауышын үҙе ишетмәне… “Мин малай түгел, атай булғанмын”, - тип уйлап өлгөрҙө - Был бит төш. Мин төш күрәм. Тиҙерәк уянырға кәрәк”, - үҙен-үҙе уятып маташты, ләкин уянманы – төпһөҙ упҡын уны һаман үҙенә һөйрәүен дауам итте.
Садиҡ манма тиргә батып, тертләп уянды. Өҫтөндәге кейеме һығып алмалы лыҡа һыу булып тәненә һыбашҡан. Ҡыбырларға ла баҙнат итмәй, хәрәкәтһеҙ ята бирҙе лә ҡурҡа-ҡурҡа ғына күҙҙәрен асты. Иҙән таҡталары араһындағы ярыҡтарҙан төшкән яҡтылыҡ күҙҙәрен ҡамаштырҙы. “Ҡәһәт итеп әйтәм!” – кипкән ирендәре һаман да бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлап-ҡабатлай: “Ҡәһәт итәм! Ҡәһәт итәм!”. Йөрәге, сәғәттең секундлыҡ теле шылғандағы кеүек: “Һин тере…һин тере… һин тере”, - тип һуҡҡан кеүек.
Ни булды был? Өнмө, төшмө? Садиҡ үҙенең ҡайҙа ятҡанын абайланы – өй баҙында ята ла баһа! Шыуышып барып, баҙҙың ауыҙын тапты. Баҙ ишеге асыҡ ине. Тимәк, ул иҫерек башы менән баҙға ҡолап төшкән дә, ары шыуышып, төпкәрәк инеп ятып йоҡлаған.
Өҫкә сыҡҡас, ул иң тәүҙә биҙрәнән сүмес менән һоҫоп алып һыу эсте. Һәр йотомо йөрәк һуғыуына ҡушылып һаман бер үк һүҙҙәрҙе ҡабалай: “Ҡәһәт итәм! Ҡәһәт итәм!”. Садиҡ оҙаҡ ҡына баҙ ауыҙына тексәйеп ҡарап торҙо. Унан ҡара һалҡын битенә бәргәндәй тойолдо. Ул, кинәт, үҙе лә аңғармаҫтан, ҡәтғи ҡарарға килде һәм соландан сүкеш менән сөй индереп, баҙҙың ауыҙын ҡаҙаҡлап ҡуйҙы. Әммә был ҡыланышы уны тынысландырманы, киреһенсә, хафаһы артты ғына.
Ҡатыны ысынлап та ҡайтып киткәндер – өйҙә лә, тышта ла өнһөҙ тынлыҡ, бушлыҡ һиҙелә. “Рәнйеткән кешеләреңдән ғәфү үтен!” – төшөндә ишеткән һүҙҙәр һаман да ҡолаҡ төбөндә яңғыраған кеүек. Садиҡ бер килке иҫәңгерәп ултырҙы. Тороп, үҙ йөҙөн көҙгөнән ҡараға уйланы, әммә баҙнат итмәне. Ахырҙа, тороп тышҡа сыҡты. Аяҡтары үҙенән-үҙе мунса яғына атланы. Ни өсөн икәнен үҙе лә һиҙмәне. Ҡыҙыу мунсала яңы миндек туҙғансы сабынып, бахмурын бөтөрөп, эсеүҙән туҡтай торғайны. Бигерәк тә берәйһе аятҡа, йә булмаһа, ҡорбан ашына саҡырғанда ул шулай таҙарынып, ҡатыны тыуған көнөнә бүләк иткән аҡ түбәтәйен кейеп, донъяға айныҡ ҡараш менән ҡарай ине. Һис шикһеҙ бөгөн дә ул иң тәүҙә йыуынып таҙарынырға тейеш.
Башта һыуҙы һәр саҡтағылай ҡоҙоҡтан электр насосы аша ғына һурҙырыға булды ла, уйынан кире ҡайтты, ҡулына биҙрәләр тотоп, кәртә артындағы инешкә табан атланы - ул мотлаҡ ағып ятҡан һыу менән йыуынырға тейеш.
Мунсаға һыу ташып бөтөүгә күршеһе Хаммат килеп тә етте.
Садиҡҡа ниңәлер еңел булып, күңеле күтәрелеп китте. Хәҙер ул баш төҙәтәсәк, аҙаҡ мунсала хәле бөткәнсе сабынып, таҙарынып аласаҡ һәм…, бәлки, эсеүен бөтөнләйе менән ташлаясаҡ.
“Ҡәһәт итәм! Ҡәһәт итәм!” – оноторға уйлаған тәүбәһе яңынан иҫенә төштә. Садиҡтың асыуы ҡабарҙы, күршеһен йолҡҡолап ташларҙай булды. “Рәнйеүең төшкәндәрҙән ғәфү үтен!” – өн арлаш төшөндә ишеткән һүҙҙәр ап-асыҡ булып ҡолағында сыңланы.
Күршеһе, әлбиттә, ышанманы, йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу хасил булды. Ул тиҙ генә ҡоя һалып, тәүге рюмканы бер тынала эсеп тә ҡуйҙы, ауыҙына ҡорот ҡапты.
Хаммат күршеһенең һүҙҙәренә ышандымы, әллә үҙенә күберәк эләгер тип уйланымы, ҡулындағы шешәһен тартып алып ҡуймаһындар тигән һымаҡ, сәмәйен тиҙ генә ҡуйынына йәшерҙе лә шылыу яғын ҡараны. Садиҡ ауыр итеп көрһөндө лә мунсаға ут тоҡандырырға утын әҙерләй башланы. “Ярай, ҡабат ауыҙыма алмайым, тип әйттем дә ул, Яңы йыл байрамында ни эшләрмен икән?”, тигән ҡурҡыныс уй мейеһен быраулай башланы.
Оҙаҡ тейксәйеп ултырҙы ул ҡоро утындың сыртлап янғанына, ҡара уйҙарын ут ялҡыны һурып алғандай булды, күңелендә еңеллек тойҙо.
Был мунсаны эшләп бөтөп, тәүге тапҡыр яғып төшкән көндө Нәфисәһе эй ҡыуанғайны. “Ҡулың оҫта икән үҙеңдең. Хәҙер ауылдың икенсе башына ҡайнымдарҙы ыҙалатып йөрөгәнсе үҙебеҙҙә рәхәтләнеп мунса инәсәкбеҙ”, тип, иренә һырыҡты. Мунса ысынлап та шәп ине! Шулай булмай һуң, уны бит Садиҡ үҙе теләгәнсә уйлап, урынына еткереп эшләне. Өс бүлмәле итте ул мунсаһын. Бала саҡтан ҡара мунсала төшөп өйрәнгәнгә күрә, урталағы бүлмәһен сабыныу өсөн ҡаралата эшләне. Унда мейес менән ләүкәнән башҡа бер нәмә лә юҡ. Йыуыныу өсөн айырым бүлмә, йылы һыу мейестән торба буйлап килә. Сисенеү, ял итеү өсөн айырым бүлмә. Тик мунсаны эшләүе оҙаҡҡа һуҙылды. “Һин, нимә, мунсаңда йәшәргә уйлайһыңмы?”, тип көлһә лә, Бөрйәндәге хеҙмәттәше бураны Садиҡтың һыҙмалары буйынса эшләне. Ағас-ташын, таҡта-ҡураһын “КАМАЗ”-ына тейәп алып ҡайтты ла, мунсаны эшләргә ваҡыт таба алмай, бер нисә йыл буйы уйындағы хыял булып ҡала бирҙе. Колхоз рәйесенән көн һорағайны, уныһы гараж мөдиренә әйтеп, “КАМАЗ”-ыңды берәйһенә тапшыр, тигәс, машинаһын йәлләп, ҡабат ул мәсьәләне күтәрмәне. Бер көн ҡайҙандыр алыҫ рейстан йөрөп ҡайтыуына мүкләп күтәрелгән мунса бураһын күреп аптырап китте. Нәфисәһе үҙе юҡта уҡытыусы ирҙәр менән өмәләп мунсаны күтәртеп тә ҡуйған. Эй асыуы килде Садиҡтың: ул уйлағанса мунса өйгә яҡыныраҡ булырға тейеш ине. Өйгә төкөтөп эшләргә тигән планы ла бар ине. Аҙаҡ күнде, Нәфисәнең ныҡышлығына, уның дәлилдәренә ризалашырға тура килде. Ҡатынына белдермәһә лә, мунсаның өйҙән йырағыраҡ булыуына ҡыуанды хатта. “Ҡалғанын үҙем эшләйем. Үҙем уйлағанса булмаһа, уның ни фәтеүәһе”, тип бисәһен орошоп та алды. Ваҡыт юҡлыҡҡа ла, арыуына ла һылтанмайынса, ҡалғанын үҙе эшләне. Теләк булһа, ваҡыты ла табыла икән, арыу ҙа онотола.
Садиҡ бик оҙаҡ йыуынды бөгөн, әйтерһең дә, тәненә һеңгән бөтөн бысраҡты ышҡып йыуырға теләне. Хәлдән тайғансы сабынып, һыуыҡ һыу менән ҡойонғас, мунсаның ял итеү бүлмәһенә сығып ауҙы. Мәтрүшкәле сәйҙе баллап, ауыҙын бешерә-бешерә һемерҙе лә, яҫы таҡталарҙан семәрләп эшләнгән урындыҡҡа һуҙылып ятты. Бөгөнгө хәл, бигерәк тә ҡурҡыныс төш тағы күңелен тулғатты. Ни булды уға? Шулай ныҡ түбән тәгәрәләнеме? Ярай, эсеүен ташлар ҙа ти, артабан ни эшләргә, нисек йәшәргә? Иртәгәһен, киләсәген күҙ алдына килтерә алмай Садиҡ - шуныһы иң ҡыйыны. “Рәнйеткән кешеләреңдән ғәфү үтен!” – ҡайһылай ҡурҡыныс яңғырай. Кемдәрҙе рәнйетте һуң ул? Кемгә зыяны тейҙе?
Әллә уны рәнйеттеләрме? Үҙ һорауҙарына яуап таба алмай аптыраны Садиҡ. “Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел” – әсәйенең йыш ҡабатлаған ошо һүҙҙәре һәр саҡ ҡолағында сыңлап торғанға, ул башҡаларға ҡаты бәрелмәҫкә тырыша, асыуы килгән саҡтарҙа тиҙ генә тынысланырға сәбәп таба: йә хәбәрҙе уйынға бора, йә тештәрен ҡыҫып, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә – “Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел”.
Бәләкәй саҡта булған бер ваҡиғаны ул һаман онота алмай. Нисә йәш булғандыр, уныһын иҫләмәй - әле мәктәпкә бармағайны. Ниңәлер ул саҡтарҙа ауылдың үрге ос менән түбәнге ос малайҙары үҙ-ара һыйышмай торғайны. Бәләкәйҙәр генә түгел, мәктәп йәшендәге өлкән малайҙар ҙа үрьяҡ менән түбәньяҡҡа бүленеп дошманлашып йәшәй. Шундай малайҙар һуғышының береһендә ул күрше ауылдан ҡунаҡҡа килгән Шәрифйән исемле малайҙың башын яра һуҡты. Текмә артында йәшенеп торҙо ла теге яҡтан таштар осоп бөткәс, йәшенгән урынынан ҡапыл ғына сығып, ҡулындағы йоморо ташты “дошмандар” яғына елгәрҙе. Төҙәп тә һуҡманы, әммә ташы Шәрифйәндең ҡаҡ маңлайына эләкте. Чапай ҡушаматын йөрөткән Шәрифйән ҡанлы маңлайын тотоп илай башланы, малайҙар шымды, һуғыш туҡтаны. Еңеүселәр яу яланын ташлап, тырым-тырағай өйҙәренә һыпыртты. Аҙаҡ, ир ҡорона ултырғас, бер осрашҡанда Садиҡ Шәрифйәнгә ошо хәлде һөйләгәйне, теге ул ваҡиғаны бөтөнләй иҫләмәүен белдерҙе. Садиҡ ғәфү үтенергә тип һөйләгәне лә, һөйләшеү “бала саҡта нимәләр генә булмай”, тигән һымағыраҡ һөҙөмтәһеҙ тамамланды – Садиҡ ғәфү үтенмәне, Шәрифйән дә, ғәфү итәм, тимәне…
Бала саҡтағы ыҙғышыу иҫенә төшкәс, хәтирәләре Белоретта шоферға уҡыған осорға барып тоташты. ДОСААФ-тың корпусында ашхана булмағанлыҡтан, курсанттар тау техникумының ашханаһына йөрөй торғайны. Ауылдан килгәндәрҙе кәм күрепмелер, ҡала егеттәре уларға бәйләнеп, бигерәк тә улар ашханаға яңғыҙ-йорпо килгәндә, аҡса талап итеп, үҙҙәренең кемлеген танытырға, көстәрен күрһәтергә маташа ине. Талап иткәндәре ҙур аҡса ла түгел, тинлектәр генә. Иң мөһиме – үҙеңдең кемлегеңде күрһәтеү. Бер көн егеттәрҙең бер төркөмө ашханан сығып килгәндә ҡаланыҡылар уларға бәйләнгән. Былар көс-хәл менән тегеләрҙе йырып сығып, ятаҡтағы егеттәргә булған хәлде ҡайтып һөйләнеләр. Көстәре ташып торған ауыл егеттәренә күп кәрәкме ни, шунда уҡ, тревога буйынса ҡалҡҡандай, берҙәм күтәрелеп, тау техникумының ашханаһын уратып та алдылар. Ҡала егеттәре күпкә аҙыраҡ ине, хәлде аңлап, эш олоға китмәҫ элек, шылыу яғын ҡараны. Үҙен үтә дорфа тотҡан бер һонтор ғына ауылдыҡыларға ҡаршы сығып маташты. Ул әллә тайып йығылды, әллә берәйһенең һуғыуына ҡоланы – уныһын Садиҡ аңғарманы – йығылған егетте аяуһыҙ типкеләй башланылар. Әле генә асыу ҡабартҡан егет Садиҡҡа шул тиклем йәл булды, әммә уны яҡлай алмауына үкенеүе һаман да күңелен өйкәй. “Йығылғанды туҡмамайҙар!”, тип ҡысҡырып, уны яҡлаша ала ине, әлбиттә, тик ул быны эшләмәне. Эшләй алманы, дөрөҫөрәге, ҡурҡты. Дуҫтарынан, иптәштәренән айырылырға ҡурҡты, ситтән генә күҙәтеп йәлләүҙе яҡшыраҡ күрҙе. Күпме ваҡыт үткән, ә ваҡиға, кисә генә булған һымаҡ, һаман да иҫтә.
Әрмелә лә ыҙғыштар булды, әммә ундағылары шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул ителә ине. Командир, иң тәүҙә үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, тип өйрәтте. Яңылышҡанда, хәрәкәтегеҙ уйығыҙҙан алда йөрөмәһен, тип, тос йоҙроғо менән башҡа һуға торғайны. “Баш һеҙгә икмәк сәйнәр өсөн бирелгәнме?” – командирҙың яратҡан һүҙҙәре ине. Ысынлап та, баш менән йөрәк араһында аңлау булдымы һуң? Йөрәге, хистәре, күңеле бер төрлө тойҙо, аҡылы йыш ҡына улай ярамай, былай кәрәк, тип, үҙенекен тылҡыны – йәлләү тойғоһон ситтән күҙәреү битарафлығы биләне, асыуланғанда аҡылы, тыныслана алмай, хистәре менән буталды. Колхозда эшләү осорон Садиҡ иң күңелле ваҡыт, тип уйлай ине, бөгөн килеп, ул мәлдәр балаларса бер ҡатлылыҡ менән бушты-бушҡа уҙғарып йәшәгән балалар баҡсаһына оҡшап китә. Күп эшләне Садиҡ, һөнәр айырып, быны белмәйем, икенсе төрлө эш бирегеҙ, тип һорай ҙа белмәне, талап та итмәне – ни ҡушһалар, шуны урынына еткереп эшләп тик йөрөнө. СПТУ-нан һуң ДТ-ла ер һөрҙө, сәсте, урмандан ағас ташыны. Алама ғына Беларусь биргәйнеләр, үҙенекендәй күреп, ҡурсаҡтай итеп матурлап йүнәтеп, көйләп алды ла тағы эшкә сумды. Колхозда шоферҙар етешмәй башлағас, машинаға ултырттылар. Һөтөн дә ташыны, ағас-ташын да, күмерен дә – колхоз ҡайҙа ебәрә, шунда саба ине. КАМАЗ-ға ултыртҡастар, башы күккә тейгәндәй булды – бынан юғары өлөш булмаҫ, пенсияға сыҡҡансы шулай эшләр һымаҡ ине. Кеше уйлай, Хоҙай сәбәп ҡыла, тигәндәй, яҙмышы бәтәнләй икенсе юҫыҡтан китте. Бер уның ғына түгел, бөтөн колхозсыларҙың тыныс, етеш үк булмаһа ла, ҡәнәғәт тормошо селпәрәмә килде. Колхозды банкрот тип иғлан иттеләр, ҡасандыр олаталары төҙөгән хужалыҡтың мөлкәте таратылып, һатылып бөттө – емерек диуарҙар ғына, һуғыш үткәндән ҡалған емереклектәр кеүек, күңелдәргә шом һалып һерәйеп тороп ҡалды. Садиҡ өсөн иң ҡыйыны КАМАЗ-ы менән айырылышыу булды. Ҡулынан тартып алабыҙ тиһәләр, валлаһи, бирмәҫ ине, хәйлә менән алдылар. Техосмотрға тип, ғүмерҙә булмағанса, машиналарҙы район үҙәгенә йыйҙылар. Садиҡ та үҙ КАМАЗ-ын йыуып-йышып, йәш кәләшен башҡалар менән таныштырырға алып барғандай, оло кинәнес менән алып барҙы. Техосмотр үткәреүселәрҙе көнө буйы көттөләр, кискә табан, техосмотрҙы иртәнге көнгә күсергәндәр, тип, шоферҙарҙы автобус менән алып ҡайттылар. Садиҡ, ниндәйҙер хәйлә ҡороуҙарын тойғандай, машинаһы менән ҡайтырға даулашып та ҡараны, гараж мөдиренең ихлас һүҙенә ышанып, һөйгән йәрен ташлап ҡайтҡандай, күңелһеҙ генә автобусҡа ултырырға мәжбүр булды. Ҡабат күрмәне ул ҡалған ғүмерен бергә үтергә тип хыялланған аҡҡошон. Машинаһын таҙа тотто Садиҡ, шуғамылыр эстән генә уны аҡҡошом тип йөрөтә ине. Аҙаҡ күрҙе ул КАМАЗ-ын, тик ул хәлде хәтеренән юйып ташларға күпме генә маташмаһын, тырышҡан һайын хәтере киренән көсәйә, бәйләнсек уйҙар булып мейеһен ашай.
Колхоз бөткәс, берҙәм генә, уйһыҙ-ниһеҙ ҡушҡанды ғына эшләп өйрәнгән колхосылар баҙап ҡалды – кем-ҡайҙа ниндәй эш таба, шунда таралышты. Садиҡ та тәүҙә вахтаға йөрөнө. Эшкә әүрәп йөрөп һағынып ҡайта ла, кире эшкә китергә үҙен саҡ күндерә торғайны. Тағы эшләй, тағы һағына, тағы ауылдан ситкә китә алмай йонсой. Ыҙаланы-ыҙаланы ла ҡул һелтәне. Буш ятып ялҡҡас, иғлан буйынса эшкә барҙы. Шлакоблок етештереүсе цехҡа КАМАЗ-да эшләү стажы булған водитель саҡыра инеләр. Ҡайҙан ғына барған, үҙенең иҫкереп туҙып бөткән аҡҡошон күреп, иҫтән яҙғандай булды. Шул көндән башлап йәшәү мәғәнәһе юҡҡа сыҡҡандай булды уға. Нәфисәһе мыжымаһа, өйҙән урам тышына ла сыҡмаҫ булды – йәшәне лә йәшәмәне лә һымаҡ – көн үткәрҙе. Тормоштоң шулай кинәт йөҙ һикһән градусҡа әйләнеүен бер нисек аңлай ҙа, аңлата ла алманы. Һатыу итеүгә ҡалаға барғанда, Нәфисәһен баҙарҙа ҡалдыра ла, ҡала урамдары буйлап йәйәүләп йөрөп килеүҙе ҡыҙыҡ күреп алды. Бында ни рәхәт, ауылдағы һымаҡ һәр кем менән һаулыҡ һорашаһы түгел, яуаплылыҡ та юҡ, бурыс та юҡ – үҙ иркеңдә теләгәнсә эт һуғар. Шулай күҙәтеп йөрөй торғас, Садиҡ кешеләрҙе ике төргә бүлеп ҡарай башланы: текә иномаркаларҙа йөрөгәндәрҙе ул сит планета кешеләре һымаҡ күрҙе, йәйәүҙәр, йә булмаһа, СССР осорондағы машиналарҙа йөрөүселәр Ер кешеләре. Йәнәһе лә Ерҙе ситтән килгәндәр баҫып алған да, бындағыларҙы ҡол итеп тота. Садиҡ баш вата, ерҙәштәрен ҡоллоҡтан ҡотҡарыу сараһын эҙләй.
Мунса соланында буш биҙрәнең шаптырлап иҙәнгә ҡолауы Садиҡты уйҙарынан арындырҙы. Ишектә апаруҡ иҫереп алған Хаммат күренде.
Садиҡ өйгә инеп, аҡ күлдәген, аҡ салбарын кейҙе, көҙгөгә ҡарап, аҡ түбәтйен башына һалды. Урамға сығып, атайҙары яғына атланы. Хамматтың яңылығы уны артыҡ елкендермәне, Нәфисәһенең холҡон яҡшы белә, ташлап китмәҫ, әлбиттә! Мәсет тапҡырына етеүе булды, терт итеп ҡалды. Аҙан тауышы уны һушына килтерҙе. Күптән йыйына ине ул, мәсеткә йөрөргә, намаҙ уҡырға, тик пенсияға сыҡҡас, күҙ күрер, тип, кисектерә килде. Әле үҙе лә һиҙмәҫтән мәсет тупһаһы аша эскә үтте. Бөгөн йома бит! Эскә үтеүе булды, улын күреп шаҡ ҡатты.
Нәфисәһе лә аҡ яулыҡ ябынған, килешле генә күлдәге туй ҡыҙыныҡы кеүек үҙенә оҡшап тора. Уларҙың күҙ ҡараштары осрашты.
Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ.
фото интернеттан