АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
22 Февраль 2024, 03:18

Киске уйын (Юмористик хикәйә. Алтынсы киҫәк. Аҙағы.) Хәйҙәр Тапаҡов.

     Тағы ла бер аҙнанан дүнәжен бушанды, дөрөҫөрәге Динислам ҡолонлатып алған, уны мәктәптә дәрестә ултырған миңә Хатип килеп һөйөнсөләп китте, ҡолонға "Веселый" тип исем дә ҡушҡан икән. Яҡшы ат булып сыҡты Веселый, бәйгеләрҙә һис ҡасан алдынғылыҡты бирмәне. Шулай булмай тағы, уның йәненә тыумаҫ элек үк киске, дәртле уйын шауҡымы, йәшлек дыуамаллығы, шаталаҡлығы һарылғайны, һеңгәйне. Ә йәшлек бит ул, үҙе бер ҡабатланмаҫ, онотолмаҫ дәртле дәүер!

Киске уйын (Юмористик хикәйә. Алтынсы киҫәк. Аҙағы.) Хәйҙәр Тапаҡов.Киске уйын (Юмористик хикәйә. Алтынсы киҫәк. Аҙағы.) Хәйҙәр Тапаҡов.
Киске уйын (Юмористик хикәйә. Алтынсы киҫәк. Аҙағы.) Хәйҙәр Тапаҡов.

Клуб тигәндәренең ҙурлығы алты мөйөшлө ағас йорттан ары китмәгән, һыйҙырышлыл-ығы инде егерме-утыҙ тамашасыға иҫәпләнгән зал, һәм ҙурлығы еҙ батмустан ары китмәг-ән, өҫкө өлөшөнә “Алға, коммунизмға!” тигән лозунгы эленгән бәләкәй сәхнәнән ғибәрәт. Ҡап уртала ғына һарғылт нур сәсеп етеле шәмде хәтерләткән лампочка йораты йызлағанлыҡтан тотош клуб эсе ҡараңғы уҡ булмаһа ла бөләңгерт күләгәле. Ҡушарлатып яҫы таҡталарға беркетелгән тимер тояҡлы ултырғыстар иркенләп бейеү, уйнау өсөндөр инде залдың бер яҡ ситенә өйөлгән. Стена ҡырлатып ете-һигеҙ ҡыҙ теҙелешеп ултырған, өҫтәрендә мамыҡтан һырылған сатраш биҙәкле, ҡыҫҡа итәкле бер иш төҫтәге ҡышҡы пальто, баштарында дебете ныҡ ҡабарған косынкаға оҡшаш шәл, аяҡтарында галошлы сүсинкә быймалар, Ҡыҫҡа ҡуңыслы быймалар, тулы балтырҙарҙы күрһәтер өсөндөр күрәһең, капрон ойоҡтарға кейелгәндәр, ҡупшы өшөмәҫ, ҡалтырар, тигәндәре шулдыр. Тегеләрҙең бер нисәүһе бойондороҡһоҙ ҡиәфәттә көнбағыш сиртеп ҡабыҡтарын тартыныуһыҙ иҙәнгә төкөрә, шуғалыр ҙа улар киске уйынға, күңел асырға килгән ҡыҙҙарҙан бигерәк, ләстит һатырға йыйылып өйкөлөшкән баҙар бисәләрен хәтерләтә.  Башыбыҙ күренеү менән тултырылған өйрәктәй тыңҡыш, тәбәнәк буйлы, ирендәрен ҡан ялаған эттәй сағыу итеп буяған, ҡаштарын килешһеҙ, тулҡын рәүешенә килтереп ептәй нәҙеклеккә ҡалдырып йолҡҡан, еңел булмаған хәсрәтле яҙмышы ултыраҡҡа тартым ҡыҙ миңә тексәйеп төбәлде. Осло беҙҙәй үтә тишеп ҡарай, янтайып ҡотолормон тимә, былтыҡ күҙҙәре менән үтәнән-үтә быраулай ғына. Башымдан шөбһәле уй йүгереп үтте: "Хоҙай Тәғәләнең миңә тип инселәп, аныҡ төбәп әшкәрткәне ошо микән әллә? Әстәғәфирулла, Хоҙайым һаҡлай, аралай күр мине был аяҡ аҫтында ятҡан оло ҡазанан, тағы ла запасыңда берәй күрмәлеклерәгең юҡмы?.." Ҡарашымды рәт буйлап йүгерттем, әммә запастағылары ла миңә тәғәйендән ары китмәгәйнеләр. Яманһыулап көрһөнөп ҡуйҙым...

    Тағы ошондағы инкубатор себештәреләйҙәргә өҫтәлеп бер иш буй-һынлы 3-4 ҡыҙ килеп ингәйне, йыйылып бөткәндәрҙер, ниһайәт, күңел асыуҙар башланды, иң тәүҙә "Ҡайыш"ты уйнап алдылар, шунан "Күрше татыу"ға күстеләр. Инде миңә шул ғына ҡалғайны, тип ризаһыҙ тексәйеп, бер яҡ ситкә тартылыбыраҡ ултырҙым. Раилдең һылыу аҡҡошҡа тиңдәш ала Һайыҫҡаны ауыҙы ситенә йәбешкән көнбағыш валсыҡтарын һыпырып төшөргәндән һуң тегенең ҡарпыш ҡолағына йәйенке ауыҙын терәп ыңғайы бер ҡыҙыҡһына һа-лды. Клуб бәләкәй булғанлыҡтан һәр ыш-быш асыҡ ишетелә:

            -     Мәрткә киткәндәй ойоған мынау һонтороғоҙ контуженныймы әллә, нишләп улайтып уҡлау йотҡандай тик ултыра у, мәғәнә, зиһен самалы ҡарашы ла бик шикле тойола?

            -     Иғтибар итмә, етди сырхай. Күптән инде. Яңыраҡ ҡына Сибайҙағы психбольницанан килтереп ҡалдырып киттеләр. Палатала бикле ултырған хәлдә лә ыша бирмәй, көн һайын хеҙмәткәрҙәрҙең берәүһенең муйынына барып йәбешә икән. Очень скандальный, буйный тип короче. Әҙерәк күңеле күтәрелеп ҡалмаҫмы, тип түшәктән торғоҙоп алып килдек. Шулай ирәүән, ҡағылыуһыҙ ғына ултырһа тыныс ул! – Раил минең яҡҡа ирештергәндәй итеп ҡарап күҙ ҡыҫып ҡуй-ҙы.                                                                           

      Һайыҫҡан тамам ҡурҡыуға ҡалды шикелле:

            -    Ди-а-г-но-зы ниндәйерәк икән, әхирәтем медпунктта эшләй, белешер инем?

            -     Карьера сире, шунан яфалана, төҙәлә алмаҫ инде, бахыр, ундайҙарҙы дауалап булмай, ҡоторған эттәй ағасҡа бәйләп ҡуйып атырға ғына ҡала!

            -    Ә-ә-ә, аңлашылды...

  Теге ҡыҙ минән күҙҙәрен алмағанына йүнәлде лә йәнә лауылдап төшөндөрҙө:

            -    Һин күҙҙәреңде тупайтып башҡаса уға ҡарама, псих икән ул, Сибай карьеры бар бит әле, шуның иң текә еренән осоп башына зәхмәт ҡағылған, ти Раил. Итәктәре зерә ҡыҫҡа, башҡа байлыҡтары тышҡа былтайған ҡыҙҙарҙы күреп ҡалһа ата ҡаҙҙай бара ла йәбешә, икән.

            -   Бик тә риза булыр инем, йәбешеүселәре юҡ бит әле! – Минең Хоҙай бүләгем бер ҙә генә лә бирешергә йыйынмай һымаҡ.

            -   Иҫәүән, йәбешеүҙең дә төрлөһө була, урыҫсалап әйткәндә был насилует, ти.

            -    Бер тапҡыр насиловать иткәндән ҡомом ҡойолмаҫ әле! – Минән күпте өмөт иткәнгә оҡшаған, сигенергә яйы юҡ бының.

            -    Үәт, һыу мейе, үәт, биғәләш, ә был конченый маньяк, людоед, төшөндөңдө инде?!

     Тыңҡыш минән һаҡланырға теләгәндәй пальто төймәләрен элеп, ҡабарған дебет шәлен төҙәтеп ябынып, үтә ҡыҫҡа юбкаһын ауырлыҡ менән аҫҡа тартып ҡуйҙы. Ошондай тыҡшырыныуы менән яҡын килмәҫлек, яғылмаҫлыҡ итеп һаҡланды үҙенсә.

     Шулай итеп күҙ менән ҡаш араһында дөйөм иғтибарҙан ситтә тороп ҡалдым, нисектер еңел, рәхәт булып китте.

   Раил менән Әмир гел уртала, таҡмаҡлап та ебәрәләр, бейеп тә китәләр, ә минең күңелде бер көйөк өҙлөкһөҙ өйкәй: "Дүнәжен ни хәлдә икән? Бында, ят ауылда нәҫелен арттырырға ниәт ҡылһа эш харап..." Бер аҙҙан Хатип инеп ҡолағыма эйелде: " Ҡарап тороуға нор-мальный пока, тик нишләптер ыңғырашҡан һымаҡ..." "Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, бар тегендә бул, күңелгә шом һалма әле!" Ярты сәғәт тирәһенән Сәйет күренде: "Што-то дерелдәгән төҫлө..." "Һыртына теге толопто ябығыҙ, тинем дә баһа, ҡоро сепрәк менән муйын тирәһен ыуалаштырығыҙ, тик ҡорһаҡ тирәһенә ҡағыла күрмәгеҙ, бәләһенән баш-аяҡ..." "Әллә, тим атты-сананы бында ҡалдырып, йәйәүләп кенә ҡайтайыҡмы, шулайтһаҡ тиҙерәк тә, ҡулайлыраҡ та булыр?" " Иртән иртүк хаҡлы һорау тыуасаҡ, дүнәжен ни сәбәптән төнө менән ат һарайының кәртәһен емереп күрше ауылға сығып олаҡҡан?! Һин нимә, ошонан аҙаҡ тотош мирҙы шаулатырғамы иҫәбең?.. Дүнәженде хет күтәреп булһа ла кире алып ҡайтырға кәрәк, быныһы- бәхәсһеҙ!" " Все ясны, пунял..."

     Уңғансы тетә баҫып таҡмаҡлап Әмир бейергә төшөп китте:

                                            Бейә, бейә,

                                            Бейә түгелдер инде,

                                            Бейә булһа ҡолонлар ине,

                                            Бейә түгелдер инде...

     Белекһеҙ, тапты таҡмаҡ, ирештереп ул хәтергә төшөрөп тормаһа как будты белмәйбеҙ, былай ҙа эс янып бара!

     Төн уртаһы ауып уйын тамамланғас ҡайтырға ҡуҙғалдыҡ. Эт егеп бесәй теркәп тигәндәй Хәйбулла районы яғына ҡарай аҡҡан Кәкүк йылғаһының үренә еткәйнек, дүнәжен баяғылай шып туҡтаны. “Уф, Аллам, бына ниһайәт килеп терәлдек, тимәк бейә ошонда ҡолонларға йыйынды...” Юлдаштарым да һағайышып шымтайғандар.

            -    Динислам?

     Теге йоҡоһонан ҡурҡып уянғандай тертләп китте:

            -    Әү...

            -    Һеҙ дәреслегегеҙҙең бейәне ҡолонлатыу еренә етмәһәгеҙ ҙә, бар ышаныс һиндә, бар, бейәне һәрмәп, тотҡолап ҡара ла конкрет диагнозыңды ҡуй... Әгәр ошонда икән, саналағы бесәнде ҡар өҫтөнә йәйеп түшәргә тура килер...

            -    Ҡурҡыта бит әле...

            -    Бер-бер хәл була ҡалһа яныңдабыҙ бит, бар, тим!

       Оҙаҡ мәшәҡәтләнде буласаҡ ветеринар: бер алға сығып байҡаны, бер артҡа тартылып эйелде, хатта дүнәженде еҫкәп ҡарағандай ҙа итте.

            -    Ветеринария өлкәһендәге күп яҡлы тикшеренеүең оҙаҡҡа һуҙылды, йә?

            -    По-моему элеккесә һымаҡ, ҡорһаҡ та урынында, тулғаҡ тотоуы ла башланмағандай...

Йылы һүҙҙәр мине обморок хәленән бер аҙ арындырғандай иткәс сираттағы өмөтлө күрһәтмәмде бирҙем:

            -    Егеттәр атты туғарайыҡ, ҡамытын һалдырайыҡ, башҡаса сара ҡалманы. Дини-слам, һин ветеринар булараҡ алдан төш, ҡалғандарығыҙ Волга йылғаһы буйлап арҡан менән баржа тартҡан бурлактар ише сиратлап, тәртә артына санаға егелеп баҫығыҙ.

     Алда дүнәжендең тумалаҡ һыны, һорау билдәһеләй кәкерәйеп атлаған Динисламдың кәүҙәһе һыуҙай яҡты ай нурында төҫмөрләнә, санаға егелгән егеттәрҙең ауыр мышнауҙары ҡолаҡҡа салына, ә минең муйынымда инде, тир еҫе һеңгән ауыр ҡамыт...

     Таң атыуға ауырлыҡ менән ҡайтып йығылдыҡ. Был ғәҙәттән тыш ваҡиғаны ауыл буйлап таратыусы табылманы, кемдең генә лаҡапҡа, ҡара һүҙгә ҡалғыһы килһен инде?!

     Тағы ла бер аҙнанан дүнәжен бушанды, дөрөҫөрәге Динислам ҡолонлатып алған, уны мәктәптә дәрестә ултырған миңә Хатип килеп һөйөнсөләп китте, ҡолонға "Веселый" тип исем дә ҡушҡан икән. Яҡшы ат булып сыҡты Веселый, бәйгеләрҙә һис ҡасан алдынғылыҡты бирмәне. Шулай булмай тағы, уның йәненә тыумаҫ элек үк киске, дәртле уйын шауҡымы, йәшлек дыуамаллығы, шаталаҡлығы һарылғайны, һеңгәйне. Ә йәшлек бит ул, үҙе бер ҡабатланмаҫ, онотолмаҫ дәртле дәүер!

           

 

 

           

 

 

           

 

 

           

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас