Әҙәби мѳхит
21 Февраль 2024, 03:30

Киске уйын (Юмористик хикәйә. Бишенсе киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.

Шулай һүҙ көрәштереп ҡайымлашҡан арала йоҡа һынлы, тәбәнәктән тағы ла тәбәнәгерәк буйлы, шәле арт яҡҡа һыпырылғанлыҡтан еҙ төҫөндәге сәстәре таралып күренгән, һайыҫҡан йомортҡаһылай һипкел йөҙлө, ташбыҡ йәшкелт күҙҙәре менән мине яратмай сәнскеләгән ҡыҙ Раилдең ҡултыҡ аҫтына килеп тә тығылды. “Силәгенә күрә ҡапҡасы, күҙенә күрә ҡашы, тигәндәй ошолор бының атлығып, атһыҙ сананы этеп килер берҙән-бер һайыҫҡаны!” Екһенеп эсемдән шулайыраҡ фекер төйнәнем.  

Киске уйын (Юмористик хикәйә. Бишенсе киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.Киске уйын (Юмористик хикәйә. Бишенсе киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.
Киске уйын (Юмористик хикәйә. Бишенсе киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.

      Сараһыҙҙан, аптыраған көндән бер яҡ ситкә китеп тәмәке быҫҡытҡан Сәйетте  яныма саҡырып алдым:

            -    Һолоң бармы?

            -    Бар беренсе урынбаҫарҙың биш бөртөк ярмаһы, тик уларҙың ҡайһы тирәгә йә-бешкәнлеген үҙенән һора. - Әмир пырх, итеп көлөп ебәрҙе.

            -   Көлкөң яңырыры алда әле, тик кенә ултыр. - Тегене ҡырыҫ тыйҙым.

            -   Булмаған ҡайҙа, бар! - Сәйет төпсөктө бер яҡ ситкә ырғытҡас кәпәсен төҙәтеп ке-йҙе. - Атты сыбыртҡы менән түгел, һоло менән ҡыуырға кәрәклекте беләм мин.

            -    Алдына тоғо менән ултыртып ҡара әле, нишләр икән?

       Бер аҙҙан Сәйет яныма мөштәйеп килде:

            -    Еҫкәп тә ҡарамай...

            -    Если так, то очень худо. - Динислам урыҫ мөхитендә уҡып йөрөгәнлегенә баҫым яһап руссалап әйтте. 

            -    Ашаған малда өмөт бар тиҙәр, ә был сепсенмәй ҙә, ызнашит эштәр хөрт,  - тип Мәхмүт Динисламдың әйткәндәрен йөпләне. – Тракторға ғына ул сәләркене ҡояһың да эше лә бөттө, ә бына атты көсләп тығындырып булмай.

            -    Бына был исмаһам ситуация... Күрмәгәндең күргеһе, күргәндең ҡоҫҡоһо килә, тигәндәре шулдыр, егеттәр... - Һандырап әйттем. - Хәҙер ике ауыл араһында тороп ҡалдыҡ, ҡайһы тарафҡа юл тотһаҡ та рәт сығырлыҡ түгел, әкиәттәгеләй уңға китһәң атһыҙ ҡалырһың, һулға боролһаң башһыҙ, тигәндәй. Фекерҙәрегеҙҙе төплө нигеҙләп әйтегеҙ, ни ҡылабыҙ, ағай-эне?

            -    Барыһы ла көн кеүек асыҡ, нимәһен нигеҙләргә, демократично хәл итәйек, давай, түрә, барыу-бармауҙы тауышҡа ҡуй! - Раил минең секретарлыҡты хәтеренә төшөрҙө.

            -     Кем дә кем Арғужаға барып әйләнергә тигән иптәштәр ҡулдарын күтәрә!

    Дүртәү барыу, дүртәү инде кире боролоу яғында булып сыҡты.

            -     Йә, Убмырык, һин генә тороп ҡалдың, ҡарарың бөтәһен дә хәл итәсәк. – Алаба-рман Сәйет ҡабаландырҙы.

            -    Миңә ҡалһа, күпме зимагурҙай йөрөргә мөмкин ошолайтып, өйләнмәй, өй бе-ренсә теүәлләй китһәң ауылда миңә лайыҡ ҡыҙҙар почти юҡ...

            -   Убмырыкҡа тиң ҡыҙҙар ҡайҙан ғына беҙҙә булһын инде, хатта Мәскәүҙең үҙендә лә тыумағандарҙыр әле. - Ошоғаса шымтайып килгән Венерҙың тауышы сыҡты.

            -   Юҡтар шу... Ә Раил ауыҙ һыуы ҡороп тегендә ҡыҙҙар эт муйынынан, причум һылыуҙар, тине...

            -   Эйе, бишәүһе ҡамыт, бишәүһе ҡылый, ти. – Венер тағы һүҙ ҡыҫтырҙы. – Һин дә шул фәрештәләргә тиңдәрҙе эҙләй торғас һайланып һаҙға батырһың инде.

            -    Улар ҡайҙа ла һылыу, ҡайҙа ла нәзәкәтле һәм һөйкөмлө, йәмһеҙ, ямаҡай ҡыҙ-ҙар булмай ул, алама бисәләр, мыжыҡ ҡарсыҡтар ғына бар был тормошта. - Таяҡтың ау-ыр башы үҙенә эләккәнлеген самалаған Раил аҡлана һалды.

            -   Һин Сыуаҡтауҙа һылыу ҡыҙҙар почти юҡ, тип шылғаяҡ хәбәр һөйләүеңде ҡуй, үҙеңдең уйыңды аныҡ ҡына итеп әйт тә ҡулыңды күтәр, - тине Әхмәт.

            -   Так и быть, барып әйләнәйек, вдруг повезет, кем белә... - Динислам барыу яғына тип ҡулын күтәрҙе.

            -   Ошоғаса етәктәге быҙауҙай көн итә инең, бөгөн килеп бәйҙән ысҡынырға иттең нәкәнис, маладис! – Венер хәл иткес ҡарарға ыңғай баһаһын бирҙе.

            - Динислам, ысматри, был мал һинең ҡарамаҡта, әгәр юлда бер-бер хәл була ҡалһа бейәнең, тыуыр ҡолондоң ғүмере өсөн һин яуаплы. Бер генә талап – обморок һүҙен онот, - тинем ҡаты ғына. - Тегендә, кире имен-аман ҡайтҡан хәлдә лә, - тау башында уттары йызлаған Сыуаҡтау яғына эйәгемде ҡаҡтым, - бушандырыу эштәре һинең өҫтә.

     Бышлыҡҡан бейә һаман да көс йыйып өлгөрмәгәнлектән сүлдәге ғәрәп карауанылай әкрен генә ары ҡуҙғалдыҡ. Дөрөҫөрәге Сәйет менән Хатип сиратлап аттың башынан алдылар, ә беҙ инде, һүҙебеҙҙе һүҙ итеп демократично тауышҡа ҡуйғанлыҡтан тыш та быш килеп апаруҡ ауыр сананы этәбеҙ. Сана хәҙер йырлап түгел, муйын бауынан көсләп тартылған эт һымаҡ ауыр сыйнап, шыңшып бара. Йәйәүлегә янсыҡ та ауыр, тигәндәй тиҙҙән арҡама тир бәреп сығыуын һиҙемләнем. Еңеллекте тойоп өлгөргән дүнәжен бер аҙ теремекләнгәндәй итте. Ике-өс сәғәт үттеме-юҡмы, эйәртенешеп Арғужаға барып та индек. Раил ҡыуанып һөрәнләп тә ебәрҙе:

            -    Клубта ут яна, егеттәр, тимәк ҡыҙҙар беҙҙе көтөп торғандар!

     Тағы ла ат етәкләгән, дәррәү итеп сана эткән төркөмдө яныма йыйып алдым:

            -  Егеттәр, һис тә һыр биреп, үҙебеҙҙең бахыр хәлебеҙҙе башҡаларға белдерергә, һиҙҙерергә тейеш түгелбеҙ. Арғужалар беҙҙе, сыуаҡтауҙарҙы яратып етмәйҙәр былай ҙа, хәҙер лаҡап уйлап сығарасаҡтар, һуңынан күҙҙе лә асырмаясаҡтар. Хәҙер һеҙ, Хатип, Сәйет, атты Вәкил ҡустығыҙға алып барып туғарығыҙ, алдына мул итеп бесән һалығыҙ, һыртына толоп ябығыҙ, бер аҙ һыуына төшһә тоҙ һалынған йылымыс һыу эсерерһегеҙ, алдына бесән һалырһығыҙ, һоло ҡуйырһығыҙ. Динислам, һин дә кәләште икенсе ваҡыт, ҙурыраҡ ҡалалар тирәһенән эҙләрһең, әлегә бер аҙым да ситкә китмәй дүнәжендең янында бул! Малдың хәл-торошон сиратлап килеп клубтағы миңә еткереп торорһоғоҙ. Һорауҙарығыҙ бармы?

       Һәр береһе Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡанлыҡтан бер тауыштан яуап бирҙеләр:

            -   Никак нет, товарищ командир!

    Шулай итеп өсәү ат ҡарарға ҡалды, ҡалғандарыбыҙ уттары балҡыған клуб яғына ҡарай ыңғайланыҡ. Күтәрмәлә ултырған кемдеңдер сәүеге сарғаланып ләңкелдәп ебәрҙе, шулай итеп беҙҙе эт өрҙөрөп ҡаршы алдылар. Клубҡа инеү менән Раил донъяһы теүәл кешеләй баянын һыҙҙырып ебәреп, ҡарлыҡҡаныраҡ тауыш менән йырлап ебәрҙе:

                                         Ел дүнәжен, егетеңде,

                                          Еткер ел етмәҫ ергә!

    Раил билдәле йырҙың һүҙҙәрен үҙенсә үҙгәртеп, килеүенән бигерәк кире ҡайтып етерен ҡайғырта ине шикелле. Түрҙән урын алған Раилдең янына ултырғандан һуң тегенең яғына аушайып ризаһыҙ шыбырҙаным:

            -     Сәхнәнән арыу ғына йырлай торғайның түгелме, тауышыңа ни булды?

            -     Сананы ун ике саҡрым араға этеп килеүе еңел тиһеңме әллә?

            -     Һыныҡтан һылтау эҙләмә, яңғыҙ башыңа төшкән бәлә түгел, барыбыҙ бергәләп ыҙаландыҡ.

            -    Тауыш һығылмалы булһын өсөн йырлар алдынан тауыҡ йомортҡаһын эсергә кәрәк. Ә уны ҡышҡы селләлә кеҫәгә һалып йөрөп булмай.

           -     Һин, мырҙа, ҡырҡ сәбәп табып ҡолағыма туҡмас элмә, бур һайыҫҡан тауыҡ йомортҡаһын сәлдереп-эсеп ғүмере уҙа, әммә бөгөнгәсә һабан турғайына, һандуғасҡа әүерелмәгән!

    Шулай һүҙ көрәштереп ҡайымлашҡан арала йоҡа һынлы, тәбәнәктән тағы ла тәбәнәгерәк буйлы, шәле арт яҡҡа һыпырылғанлыҡтан еҙ төҫөндәге сәстәре таралып күренгән, һайыҫҡан йомортҡаһылай һипкел йөҙлө, ташбыҡ йәшкелт күҙҙәре менән мине яратмай сәнскеләгән ҡыҙ Раилдең ҡултыҡ аҫтына килеп тә тығылды. “Силәгенә күрә ҡапҡасы, күҙенә күрә ҡашы, тигәндәй ошолор бының атлығып, атһыҙ сананы этеп килер берҙән-бер һайыҫҡаны!” Екһенеп эсемдән шулайыраҡ фекер төйнәнем.

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас