Әҙәби мѳхит
20 Февраль 2024, 03:32

Киске уйын (Юмористик хикәйә. Өсөнсө киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.

       Тимер сыбыҡта һыйынышҡан турғайҙар ише егеттәр ҡанатлы сананың тирә-яғына теҙелешеп һаҡтылар. Тирмәндең мөкөһөнән ҡойолған он шикелле һирәкләп һибәләп туҙғаҡ ҡатлам хасил иткән ҡырпаҡ аҡ ҡарҙы күңелле йырлатып ҡуҙғалып киттек.

Киске уйын (Юмористик хикәйә. Өсөнсө киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.Киске уйын (Юмористик хикәйә. Өсөнсө киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.
Киске уйын (Юмористик хикәйә. Өсөнсө киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.

-   Что вы говорите, какая еще подстава, һин беҙҙең өсөн мулла өшкөрөп биргән, бәлә-ҡазаларҙан аралар бетеү.

            -   Муйынға бетеү тағып урлыҡҡа, бурлыҡҡа, хилафлыҡтарға бармайҙар, йәш кеше!

- Ауыҙыңды үлсәңкерәп ас әле, ағай, юғиһә киске уйынға йыйынған бер гөнаһһыҙ йәштәрҙе дәүләт кимәлендәге енәйәтсегә төшөрөргә йыйынаһың. Шәхсән һиңә килгәндә, артыҡлап бер ни ҙә эшләү кәрәкмәй, сананың иң алдына "Титаник" карабының капитанылай ултырып алып, беҙгә етәкселек итеп, йонсомай, таушалмай ғына бараһың да ҡайтаһың. Ну, представь себе, күҙ алдыңа килтер, арҡыры ятҡанды буйға һалыу ҙа кәрәкмәй был осраҡта, шулай түгелме ни?

            -   "Титаник"тың 1912 йылда төнъяҡ Атлантик океанда айсбергҡа бәрелеп һыу төбөнә киткәнлеге һәр кемгә мәғлүм.

            -    Беҙҙең тирәлә океан ғына түгел, хатта күҙгә эләгер уймаҡтай күл дә юҡ та баһа, боҙ япҡан Һаҡмар ғына ята ике ауыл араһында, унда бик теләһәң дә батып булмай.

            -    Шуны ғына өҫтәмәксемен, баштарығыҙҙы сиратлап Һаҡмар мәкеһенә тығып һыуындырыр әтрәгәләмдәр инде һеҙ.

-    Улайтып бөтөрөп үк ташлама, беҙ утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ заттанбыҙ.

            -    Эт ашамаҫ, һүҙе ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ.

            -    Һинеңсә булһын. Толоптоң да иң иркенен, иң йомшағын, иң йылыһын әҙерләр-мен үҙегеҙгә.

            -    Толоп, тинең дә ҡалдың, үтә алыҫҡа бармайбыҙ бит.

      “Бармайбыҙ” һүҙен "барабыҙ" тигән һымағыраҡ ҡабул иткән Раилдең йөҙө айҙай бал-ҡып китте, ул кире ҡаҡмаҫлыҡ дәлилдәр килтереп һөжүмгә күсте:

             -     Эш ундамы ни, толоп – иң әүәл абруй, юғарылыҡ билдәһе. Боронғо урыҫ байҙарын хәтереңә төшөр әле, һис ҡасан өҫтәренән толоптарын һалмағандар, хатта йылы өйгә ингәндә лә. Һәм һуңғыһы - бөгөн генә беҙгә иш булып барырһың да, ары киске уйындарҙан, мулланың салғыйын тотоп башҡаса ундай хилафлыҡтарға һис ҡасан йөрөмәйем, гөнаһтарға батмайым, тип ант итәһең, тәүбәгә киләһең, ваз кисәһең, но имей в виду, бөгөн тегендә бик сибәр, һыуһыҙ ҡалаҡҡа һалып ҡылҡылдатып ҡына йоторлоҡ ҡыҙҙар буласаҡ.

     Ымһындырғыс, һәр егеттең булмышын ҡуҙғытҡыс һуңғы һүҙҙәр ҡаршылығымды еңде-ләр, ниһайәт, ыҡҡа килгән кешеләй ҡул һелтәнем:

            -      Нисәләр тирәһендә тинең әле?

            -      Маладис, вот это другое дело! – Маҡсатына ирешкән Раил шапылдатып яурын-ымдан ҡаҡты. – Рәхмәтулла ҡарттың ҡарыуы ҡайтҡан ҡарт әтәсе төнәүгә менеп эшлектән сыҡҡан тауыҡтарына һыйыныу менән!

            -      Миңә Рәхмәтулла бабайҙың тауыҡтарын күҙәтергәме инде тағы?

            -      Был тиклем дә бер ҡатлы, наивный  булырһың икән, һиңә һәр һүҙҙе ауыҙыңа сәйнәп ҡаптырырға кәрәк, ҡараңғы төшөү менән тотҡарланмай ҡуҙғалабыҙ.

            -      Барлыҡ ҡырын эштәр ҡараңғыла эшләнә.

            -      Маркс, Энгельс, Ленин юлынан барғандарҙың ҡараңғыға тартыуҙары, уңға-һулға ташланыуҙары мөмкин түгел, хөрмәтле секретарь.

            -      Тел тигәндә, телеп һалаһың инде һин, тик тегендә оҙаҡ тотҡарлана алмаҫмын, иртәгә минең биш дәрес. Һүҙеңде йыҡмау йәһәтенән генә ризалаша икән был, тип иҫәплә.

            -      Рәхмәт. Төнгө ун икене белдереп Арғужа клубының Кремелендәге курант һуғ-ыу менән кире боролорбоҙ. Ә тегенән елдереп ҡайтыуы - иң күп тигәндә бер сәғәт ваҡыт.

     Шулай итеп абруйлы ғына, дәрәжәле генә, итәғәтле генә көн итеп ятҡанда бер аҙ егетләнеп алырға булдым.

     Йорт тирәһендәге ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙе ослап йыйына ғына башлағайным, түргә ултырып алып йөн иләп мәшәҡәтләнгән әсәйем күҙлеген һалып һораулы төбәлде:

            -     Өндәшмәй инең дә баһа, төнгә ҡаршы ҡайҙа бараһың тағы?

            -      Алыҫҡа түгел. – Уратып яуапланым. – Оҙаҡҡа ла түгел.

            -      Шулай ҙа әсә кеше булараҡ улымдың ҡайҙа йөрөгәнлеген белеп ултырырға тейешмендер бит?

            -      Арғужала партия йыйылышы, шунда саҡырҙылар, парткомдан да булалар, райкомдан да.

            -      Төндәме?

            -      Төндә үк түгел инде, кискеһен.

            -      Ҡайҙа үтә йыйылышығыҙ?

            -       Саҡырылғандар күп булғанлыҡтан ауыл клубында.

-      Әүәле ундай йыйылыштар көпә-көндөҙ үтәләр ине.

            -      Хәҙер бит үҙгәртеп ҡороу заманы, бөтәһе лә киреһенсә эшләнә.

            -      Шул үҙгәртеп ҡороуҙары менән бер килеп илде емерерҙәр, көрсөккә килтереп терәрҙәр әле, бына күрерһең!

            -      Әсәй, әйҙә барыһын да кирегә һапламайыҡ, ыңғайға юрайыҡ!

            -      Кемдәр менән юлға сығаһың?

            -      Партия, комсомол ойошмаларының эштәрен ойоштороу мәсьәләһе ҡаралғас Раил дә мин.

            -      Нимә менән бараһығыҙ?

            -      Фазылйән ағай үҙенең атын, кашауай санаһын биреп торҙо.

            -      Дәрестәреңде әҙерләнеңме һуң? - Әсәйем бала саҡтан шул һорауын өҙлөкһөҙ тыҡый торғайны, онотто икән, тиһәм, мәктәпкә эшкә төшкәс элеккеләй ҡабатлай башла-ны.

            -      Әҙерләнем.

            -      Һәйбәт итепме?

            -      Әсәй, мин башланғыс класс уҡыусыһы түгел дә инде, ни тиһәң дә юғары белемле уҡытыусымын!

            -     Уҡытыусы булғанға әйтәм дә, дәрестәрен һәйбәт үткәргән уҡытыусы ғына белемле, тәрбиәле уҡыусылар үҫтерә ала.

            -     Ярай, мин киттем! - Кейенеп ишек төбөнә баҫтым.

            -     Оҙаҡлап онотолоп йөрөмә, Раилдың шуҡлыҡтарын ишетеп беләбеҙ, йыйылы-штан һуң унда-бында ҡайырылмай, клубҡа һуғылмай тура ҡайт. Һуңға ҡалып кире боролаһығыҙ бит, атығыҙҙы ҡалайтаһың?

            -     Күсер булып Хатип бара.

-     Кәттә түрәләй килештерәһең бигерәк. Иртәгә һиңә таң һыҙылғандан дәрескә, онотолоп китмә, тиеүем!

       Әсәйем шулай бер үк хәбәрен тыҡып ултырып ҡалды.

       Егеттәр билдәләнгән урында мине көтәләр ине инде. Йәштәр уйынына йыйынғанлыҡтан еңел, күрмәлекле итеп кейенеп алғандар: баштарында спорт шапкаһы, өҫтәрендә килешле куртка, аяҡтарында осло моронло ботинкалар. Кейемгә генә түгел, тәнгә, йәнгә мәңге китмәҫ өсөн һарыла һөнәри еҫ. Әлеге мәлдә малсы Әхмәтте әллә ҡайҙан танытҡан силос, тракторсы Мәхмүттән аңҡыған мазут, медпунктта эшләүсе Венерҙың эргәлә генә икәнлеген белдергән йод, хлорка еҫтәре ҡайҙалыр осоп юҡҡа сыҡҡандар, уларҙың урынына киске саф һауала “Тройной”, “Шипр” одеколондарының ҡырҡыу ҡушылмалары танауға бәрелә. Сананың алғы яғына, күпертеп тултырылған бесән өҫтөнә ҡалын келәм түшәлгән. Башым күренеү менән Раил өлтөрәп миңә ҡаршы атланы.

            -     Бына, комсорг, так сказать явился по доброй воле, нежданно-негаданно!

            -     Егеттәр, хандың үҙе килде! - Ҡыуанысынан бейәләйен бейәләйгә һуҡҡан Раил ыңғайы бер миңә мөрәжәғәт итә лә һалды, - әйҙә, хөрмәтле, үә ҡөҙрәтле ил ағаһы, Сынғыҙхан, дәрәжәле генә ҡыланып йомшаҡ келәмдән урын ал, бына, Борис Годунов батшаның төштәренә лә инмәгән толопто әҙерләнем, өшөксән нескә аяҡтарың тумбыға ҡалһа уларҙы урарға тип үҙем менән турпыша ла алдым әле, кәрәккәндә өндәшерһең!

            -   Таҫма телләнмә әле, бигерәк килештерәһең, – Әртисләнеүҙе оҡшатмай мыжып алдым.

       Сәскә биҙәк төшкән ҡалын келәм ултырырға йомшаҡ былай, ә бына Годуновтың үҙенә тәтемәгән, кейгәндә абруй өҫтәр толоптан танауҙы ярып бестерелмәгән кәзә тәкәһенең һыҡра еҫе килде.

       Тимер сыбыҡта һыйынышҡан турғайҙар ише егеттәр ҡанатлы сананың тирә-яғына теҙелешеп һаҡтылар. Тирмәндең мөкөһөнән ҡойолған он шикелле һирәкләп һибәләп туҙғаҡ ҡатлам хасил иткән ҡырпаҡ аҡ ҡарҙы күңелле йырлатып ҡуҙғалып киттек. Ушҡырған аттың танау тишектәренән борхоған босҡаҡ болоттай ҡуйы боҫ беҙ ултырған сана өҫтөнән оса. Түшәмдәге гәлсәр шәмдәлдәй яҡты, терегөмөштәй ялтыр эңер. Юлдың ян-яғында теҙелгән, бәҫ япҡан нескә ҡайындар, иңдәренә мамыҡ ҡар һалған ҡупшы шыршылар бермә-бер асыҡ күренә. Баш особоҙҙа еҙ батмустай түңәрәк тулған ай йөҙә, йондоҙҙар бутҡаһы сыбарлаған күк йөҙөнән өҫтөбөҙгә әкрен генә үтә күренмәле ынйылар һибелә. Төнгә ҡаршы тағы ла һалҡынайтып ебәргән, селлә аҙағының хушлашыу ипкене биттәрҙе, танау остарын семетә. Юл эттергесле трактор менән тар булһа ла таҡыр итеп ҡырылған, улаҡтан аҡҡан йүгерек һыуҙай йөҙөп кенә барабыҙ, тәбәнәк буйлы тумалаҡ алма сыбар дүнән еңел юрғалай. Һәр аттың яйын яйлап, һәр тай-тулаҡтың хәрәкәтен аңдарына һеңдереп бөткән Хатип менән Сәйет шул ултырыуҙарында һыбай елгәндәй ҡыланып урындарында һикергеләйҙәр. Эргәмә, ҡушарлап һаҡҡан өлкән ат ҡараусыны маҡтап алыуҙы ла урынлы һананым:

            -     Хатип, атың үтә көр күренә, һырт буйы яҫы, ҡорһаҡ тирәһе туптай йомро бит әй!

            -     Өйөрҙәгеләр бөтәһе лә бер иш, береһе икенсеһенән һимеҙерәк. Мин дә, һыңар-ым Сәйет тә мал йәнлебеҙ, ауыҙыбыҙҙағы һуңғы һыныҡты аттарға ҡаптырырға әҙербеҙ, уларҙың тамағы туҡ, торған урындары йылы булһа беҙгә башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй. Ә көр атҡа сыбыртҡы кәрәкмәй, дилбегәне еңелсә ҡағыу ҙа етә. На-а-а, малҡай, елдер беҙҙе, осор Йыһанға, туп-тура Ҡош Юлына алып мен!

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас