Әҙәби мѳхит
20 Февраль 2024, 09:29

Киске уйын (Юмористик хикәйә. Дүртенсе киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.

            -    Мәғлүм булыуынса дүнән айғыр, дүнәжен бейә малы, бейә булһа берәй нимә үҙгәрәме әллә?             -    Үҙгәрә шул...             -    Фәлсәфәгә бирелмәй генә тураһын ярып әйт?             -     Дүнәжен - быуаҙ, етлеккән!             -    Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, ишетмәһәң ишет! – Тауышым таш ярғандай яңғыраны.             -    Ни... ни мужыт быть! – Ошоғаса Динисламға көн күрһәтмәгән Сәйет тотлоғоп шулай тине лә ары өнө тығылды...

Киске уйын (Юмористик хикәйә. Дүртенсе киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.Киске уйын (Юмористик хикәйә. Дүртенсе киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.
Киске уйын (Юмористик хикәйә. Дүртенсе киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.

Нескә лириканы ишетеп өлгөргән шиғри йәнле Раил ҡумтаһынан алған баянының күреген киң яҙып һыҙҙырып ебәрҙе лә йыр башланы:

                                     Бура бурап ҡарҙар күмә,

                                     Ҡыштың оҙон юлдары.

                                     Сың-сың итә, ел ҡуҙғыта,

                                     Еҙ ҡыңғырау моңдары...

       Шуны ғына көткәндәй дәррәү күтәреп алдыҡ:

                                     Еҙ ҡыңғырау тағып ҡына,

                                     Аттарҙа сабып ҡына.

                                     Килер инем йәшлегемдән,

                                     Тик һине алып ҡына!

                                     Аттарҙа сабып ҡы-на-а-а!..

       Хистәре тулып саманан ашҡан, мәктәптә военрук, физрук эшендә йөрөгән, хеҙмәт дә-рестәрен уҡытҡан Әмир аттың алдынан төшөп хәрби маршҡа баҫҡандай ҡарҙы туҙҙырып бейергә төшөп китте, уға баянын кирә тартып аҡһаҡ Раил, бульдозерҙай ауыр хәрәкәтле, әммә әлеге мәлдә һеңдерә, ойота баҫҡан Мәхмүт ҡушылды.

     Эргәбеҙҙә терәлеп тиерлек ҡалҡҡан урманды яңғыратып, көр, дәртле тауыш менән кү-ңелле йырлашып тау түбәнендә ятҡан Һаҡмарға килеп төртөлөп боҙ япҡан йылға аша сыҡтыҡ та ҡаршы яҡтағы текә ҡашлаҡҡа ҡарай йүнәлдек. Былай булғас бер аяғыбыҙ бы-нда, икенсеһе – тегендә, бынау үрҙе имен-аман артылһаҡ һә, тигәнсе барып етәсәкбеҙ. Тәңренең амин тигән сағына тура килмәгәндер, анһат уйҙы уйлап та өлгөрмәнем, ошоғаса ыңғай ғына юртҡан дүнәнебеҙ көтмәгәндә шып туҡтаны, сығынламай ҙа кеүек, иллә атларға теләмәй урынында тыбызыҡлай. Был ни ғиллә? Йәнәшәмә ҡунаҡлаған Хатип дилбегәне ҡағыу ғына түгел ҡаты итеп тартып ебәрҙе, аты ҡаҙаҡланғандай урынынан ҡымшанмағас ҡул осона эленгән сыбыртҡыһына йәбеште:

            -      Ылдый бара белмәһәң һыҙыра ла беләм у!

            -      Туҡта әле, Хатибулла, - тулы исемен әйтеп мөрәжәғәт иттем, - ерле-юҡҡа янды-райланмай, ҡауҙырланмай тор! – Өҫтөмдәге, теге һаҫыҡ абруй толобын алып ырғытып төркөмдә өлкән булараҡ төпсөнөргә тотондом. - Әллә малдың тамаҡ бауы бушап ҡолаҡ ба-уҙары ысҡындымы икән, арҡалыҡты дүнәндең тыны быуылырлыҡ итеп юғары күтәрмә-гәнһеңме, бауырлыҡты бушаҡ тартмағанһыңмы?

            -      У ниндәй мәғәнәһеҙ һорауҙар, аҡыл өйрәтеү тағы, ғүмер буйы аттарҙы егеп-ту-ғарыуҙы арифметика таблицаһылай ятлап бөткәнмен, йомоҡ күҙ менән дә башҡара алам һин әйткәндәрҙе!

            -     Улайһа эш нимәлә?

            -     Шуртым ғына белһен, мин өйрәткән, еккән аттар былайтып һис ҡасан сығынла-май торғайныларсы. На-а-а-а малҡай, давай, не падвади! - Сыбыртҡы шыйланы. Дүнәндең шыпа ла ғына ҡуҙғалыр теләге юҡ.

     Артыма терәлеп ултырған Динисламға ҡайырылдым:

            -     Ыслушай, һин беҙҙең тирәлә киң билдәле мал табибыһың бит, бар ҡара әле, ("Убмырык" ҡушаматын өҫтәмәй генә өндәштем) ни тиһәң дә район үҙәгендәге СПТУ-ла ветеринарға уҡып мәшәҡәтләнәһең, әллә быға берәй нимә булдымы, сығынлаһа ян-яҡҡа ташланыр ине, ә был башын баҫҡан да мөштәйгән, көтмәгәндә ауырып-нитеп китмәһен тим, тағы.

    Динислам минән өс-дүрт йәшкә олораҡ, уҫлаптай кәүҙәле, төҫкә-башҡа сибәр егет. Си-бәрлеге бар, буй-һыны ла бынамын тигән, теләһә ниндәй ҡыҙҙы ҡаратырлыҡ, әммә баҙнатһыҙҙың баҙнатһыҙы, кеше ҡушҡанды һүҙһеҙ үтәп, башҡарып көн иткән зат. Армияла, хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндән һуң ҡайтып юғарыла әйткән курсҡа уҡырға төштө. Яҙ башында беҙҙең совхоз бүлексәһендә практика ла үткәйне. Пожарник Фәрит ағай белгес булараҡ уны үгеҙен көйҙөртөргә саҡырған. Белгес белгес инде, ул теге бисараны йығып һалып тиҙ арала артыҡ ерҙәрен ҡырҡып-бесеп тә ҡуйған, тик үгеҙҙең аяҡ бәйҙәр-ен бушатһалар ҙа был ҡымшанмай тик ята икән. Көҙгөһөн һуғымға инселәгән малын ҡурсыған Фәрит ағай хафаға ҡалып һорай ҡуйған: "Үгеҙгә, тим, ни булды тағы?" "Бер ни ҙә булманы, прусты уаҡытлыса обморокта ята!" ти икән ветеринар. Обморокта ятҡан үгеҙ шул ятыуынан башҡаса тормаған, шунан бирле Динисламға айырылғыһыҙ булып "Убмы-рык" ҡушаматы йәбеште.

       Дүнәнде өйрөлтөп ҡарап сыҡҡан Динислам тиҙ арала кире боролоп килде.

       Сыҙамһыҙ Сәйет асыуланып һорай һалды:

            -   Нимә, моряк, был тиҫкәре убмырыкҡа киткәнме әллә?

            -   Мәленән алда әсе телләнмә, берүк. - Тегене тыя һалдым. - Һөйләп ебәр, Динис-лам Нурисламыч?

      Динислам урынына ултырҙы ла француз скульпторы Родендың киң билдәле “Мыслитель” скульптураһына оҡшатып эйәген тубығына терһәкләгән ҡулына һалды ла ауыҙына йөҙөк йәшергәндәй шымтайҙы.

            -    Йә, мыслитель, тәрән уйҙарға бирелеп киттең түгелме, ниңә улай тындың?

            -    Теге, ни, был мал ҡарап тороуға дүнән түгел, мне кәжетсә?

            -     Нимә, һин теге саҡ бестереп убмырыҡҡа ебәргән үгеҙме әллә?

            -    Тик кенә ултыра беләһеңме, юҡмы, Сәйет! – Ысынбарлыҡҡа ҡайтарырға теләп уйға батҡан Динисламдың ҡабырғаһына ҡағылдым. - Әйтеп бөтөр!

            -    Дүнәжен...

            -    Мәғлүм булыуынса дүнән айғыр, дүнәжен бейә малы, бейә булһа берәй нимә үҙгәрәме әллә?

            -    Үҙгәрә шул...

            -    Фәлсәфәгә бирелмәй генә тураһын ярып әйт?

            -     Дүнәжен - быуаҙ, етлеккән!

            -    Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, ишетмәһәң ишет! – Тауышым таш ярғандай яңғыраны.

            -    Ни... ни мужыт быть! – Ошоғаса Динисламға көн күрһәтмәгән Сәйет тотлоғоп шулай тине лә ары өнө тығылды.

-    Хатип Насипович, бар, туптай атыңды байҡап кил әле, был тиңдәшһеҙ белгес нимәнелер кәнкритне бутай! – Күңелемдән генә ветеринарҙың дүнәжендең әлеге ҡотолғоһоҙ хәл-торошон бутауына, диагнозды яңылыш ҡуйыуына өмөт итеп өлкән конюхҡа өндәштем.

    Атын байҡаған Хатип кәйефһеҙ килеп сананың ҡанатына һылашты ла кеҫәләрен ҡаҡҡылап шырпы сығарып тәмәке тоҡандырып ҡапты.

            -    Сәйет һыңарың һымаҡ телеңде йотмағанһыңдыр ҙа, һөйләп ебәр, нимә, тоҡанып китә алмаған ҡара мунсалай быҫҡыйһың?!

            -    Быҫҡымаҫ ерҙә быҫҡырһың, янмаҫ ерҙә янырһың, Убмырык яңылышмай, дөрөҫ әйтә. Тегендә, ат һарайында, игеҙәк дүнән менән дүнәжен бар. Береһе икенсеһенә бер тамсы һыу һымаҡ оҡшағандар.

             -   Һеҙ игеҙәктәр һымаҡ, әләйгәс, буй-һынығыҙ ҙа, төҫ-башығыҙ ҙа бер иш, ҡараңғы юҡта түгел, яҡлы күҙҙә бутайым йыш ҡына.

-   Беҙҙе бутау мөмкин түгел, мин старший, Сәйет минең ярҙамсым бары. – Беренсе икәнлеген белдерергә теләгән Хатип йоҡа кәүҙәһен күркәләй ҡабартты ла өмөтһөҙ хәбәрен йомғаҡлап ҡуйҙы. – Тегеләрҙең икеһенең төҫө лә алма сыбар, икеһе лә тәбәнәк буйлы башҡорт аттары тоҡомонан. Яңылыш быуаҙын еккәнмен, хәйерһеҙ.

            -    Бына был исмаһам яңылыҡ! – Ҡулдарымды тубыҡтарыма шапылдата һуҡтым.

     Аяҙ көндө йәшен атҡандай бер килке һүҙһеҙ һерәйештек.

     Баянына башын һалып, кәпәсен соңҡа яғына этеп түбәһен тырнап аҙапланған Раилгә ҡараным:

            -    Ҡысымаған ереңде тырнауҙан фәтеүә, мәғәнә самалы, бешергәне уңмаған ҡойо-лдороҡ килендәй, былай булғас иштең ишәк сумарын!

            -    Бында минең ни ҡыҫылыш, бары ойоштороусы ғынамын, ана, ылау өсөн тура-нан-тура яуаплы, иҫе инәле-сығалы, зиһене кәнкритне зәғиф кунихты, уның һәтәү урынбаҫарын әрлә.

       Хатип үртәлгәндәй тештәре араһынан серт, иттереп төкөрөп ҡуйҙы:

            -    Ат һарайының эсендәге лампочка янған ине шул, ҡәһәрең, атты көскә һәрмәнеп табып алып ҡараңғы юҡта еккәйнем, бутағанмын.

            -    Уңмаған юлды ҡыума, тиҙәр, кире боролабыҙ! - Кире ҡаҡмаҫлыҡ ҡарар сығарҙым.

            -    Ә мин ҡыҙыма, бөгөн мотлаҡ киләм, һөйләшербеҙ-аңлашырбыҙ, тип вәғәҙә биргән инем. Егет һүҙе бер була, әйткән һүҙ - атҡан уҡ. – Раил кире боролоуға ҡырҡа ҡаршы икәнлеген белдерә һалды.

            -    Һин үҙеңдең тиреңде генә ҡайғыртма.

            -    Ҡайғыртмайым, әммә нисек бар шулай әйтәм.

            -    Егеттәр, әйҙәгеҙ асыҡлыҡ индерәйек әле, бейә тигәнең ятып ҡолонлаймы икән у, әллә аяғөҫтөмө? - тип ҡыҙыҡһынды Әхмәт. – Бына мин һимертеүгә ҡуйған үгеҙҙәрҙе баҡҡас уныһын-быныһын белеп етмәйем.

            -    Уны, ана, Убмырыҡтан төпсөн. – Бер аҙ тын алып иҫен йыйырға өлгөргән Сәйет Динисламға һүҙ ташланы.

     Динислам үҙ сиратында һорауҙан еңел ҡотолдо:

            -     Дәреслектең ул тирәһенә әлегә беҙ барып етмәгәнбеҙ.

            -     Һин, наҙан, убмырык, шоктан башҡа тағы нимә белә тиһең! - Нәфрәтенә сыҙаша алмаған Сәйет асыуына сәсәп ҡаж да ҡож килеп йүтәлләне лә ҡаҡрығын ситкә төкөрҙө.

            -     Нисек кенә булһа ла дүнәжен аяғында ныҡ баҫып тора һымаҡ, ятаҡларға ла йыйынмай...  - Хатип ал яҡҡа шикле һирпелеп алды.

            -    Бына беҙҙең, Әмирҙең өс бот тартҡанлығын иҫәпкә алмағанда дөйөм ауырлығыбыҙ тоннаға яҡын, шуны ҡышҡы юлда, тим бүлее тау-ташлы ерҙә тартып ҡара әле? Арымаҫ ерҙә арырһың. Дүнәжен трактор түгел дә инде, ауыр йөктө тартыуҙан бышлыҡҡан ғына, саҡ ҡына хәл алһа фарсункаһы эшләп киткән двигатель ише ары ҡуҙғала ул, бына күрерһегеҙ, - тип ышаныс белдерҙе Мәхмүт.

            -    Мужыт шулайҙыр ҙа... – Аҙ һүҙле Әхмәт үсеккән нәҫел үгеҙеләй итләс танауын ыуып асыулы үкергәндәй мөжөлдәне.

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас