АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
19 Февраль 2024, 09:10

Киске уйын (Юмористик хикәйә. Икенсе киҫәк.)

       Страховка һүҙе йәмһеҙ яңғырай - ҡот, ышаныслы таяныс, аҡ өмөт! Әгәр төндәге сәфәр барышында нежданно-негаданно сейебеҙ асыла икән, беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле управлящий Фазылйән Хәкимйәнович Ҡаҙнабаев беҙгә шайтан таяғылай ҡаҙала алмаясаҡ, сөнки партия ойошмаһы секретары Айҙар Ниғмәтуллович башлыҡ сифатында беҙҙең менән булған һәм йөрөгән.

Киске уйын (Юмористик хикәйә. Икенсе киҫәк.)Киске уйын (Юмористик хикәйә. Икенсе киҫәк.)
Киске уйын (Юмористик хикәйә. Икенсе киҫәк.)

-    Эш шунда, әгәр хәтерем яңылышмаһа һин һаман да өйләнмәгәнһең, ултыраҡ, үтемһеҙ ҡыҙҙай ғүмерең заяға уҙып бара шикелле. Бик үк еңел булмаған буйҙаҡ яҙмышыңды, зимагур көнитмешеңде уйлап көнө-төнө ҡайғыра торғас сәстәрем ағарып бөттө, секретарь ағаҡайым. – Раил һирәк-һаяҡ сал ҡунған сикә сәстәрен ыуҙы.

            -    Минең хәсрәттән һинең сәстәреңдең ағарыуы икеле, шуға биографиямда соҡонма, йәме, башың йәш әле.

            -     Һинең юғарылыҡҡа күтәрелеү ҡайҙа инде, һин бит политрук, замполит, комис-сар, ә мин комсорг йораты ғына бары.

-     Ярай, партия тарихын һағыҙҙай сәйнәмәйек, өйләнмәгәнмен дә икән, ти, ары нимә?

            -    Һин арҡыс-торҡос, килделе-киттеле хәбәр һөйләүеңде ҡуй, партия ойошмаһы-ның отчет-һайлау йыйылышын алып бармайһың, әлеге ваҡытта ҡунаҡ сифатында минең алдымда ултыраһың, ҡунаҡ икәнһең, тыйнаҡ, тәүфиҡле, тыңлаулы булыу фарыз. Ызнашит, һин өйләнмәгәнһең, тик иртәме-һуңмы ҡасан да булһа эйәле-башлы булырға әбязанһың, ҡыу томшоҡ булып көн итеү абруйлы партия ойошмаһы секретарына килешеп етмәй, не культурно, вдобавок еще скажу, как-то не солидно! Ә инде хәҙергеләй, монастырға ғүмерлеккә бикләнгән ҡара монахтай өйөңдән сыҡмай төңөлөп-өңөлөп ултырһаң, үҙен ихтирам иткән бер ҡыҙ ҙа, мине бисәлеккә ал инде, тип ялынып йортоңа килмәйәсәк, вдруг, нежданно-негаданно өйләнәм, тиһәң үҙеңә көс һалырға, хәләл тиреңде түгергә тура киләсәк. Ә ҡыҙҙарҙың һылыуҙары ҡайҙа тиһең? Киске уйындарҙа, тыпырҙап алдыңда өйрөләләр, бөтөрөләләр, - Раил татлы шәрбәт ҡапҡандай ирендәрен сәпелдәтеп яланып ҡуйҙы, - сиртеп һайлап ал бешкәнен, тәмләп ҡап өлгөрөп еткәнен!

            -   Ас тамағым, тыныс ҡолағым, әлегә башлы-күҙле булыу хаҡында ике ятып бер төшөмә ингәне юҡ.

            -   Иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, тиҙәрме әле, һаҡалың билеңә еткән, инде килеп бисә ҡәҙерен татымай кәкерәйеп ҡатырға йыйынаһың улайғас?

            -   Һәр нимәнең үҙ тәртибе, үҙ яйы. Әллә миңә берәй һылыуҙы табып бирергәме уйың?

            -   Пәрәнжә бөркәнгән инсафлы ҡыҙҙың шаршау аша ҡулынан тотоп танышып, буй-һынын, бит-йөҙөн күрмәй, фиғелен һынап ҡарамай әйттереп, бата уҡытып йәрәшкән саҡтар күптән уҙған. Ҡалғанын үҙең ҡара, үҙеңсә хәл ит, иллә шуны ғына хәтереңә төшөрмәксемен, Арғужала сибәр ҡыҙҙар лыҡа тулы, ә егеттәре ҡырғын тейгәндәй ҡороған. Ә ут егеттәр ҡайҙа?! Билдәле – Сыуаҡтауҙа!

            -    Ул ут-ялҡын, мут егеттәр менән араларҙы өҙөп торорға булдым бит әле, мырҙа!

            -    Нисек инде улай көтмәгәндә, ҡапыл ғына, нежданно-негаданно? – Раил бик йыш ҡыҫтырған урыҫ һүҙбәйләнешен ҡабатланы.

            -    Шулай, мин бит районда ҙурҙарҙан иҫәпләнгән партия ойошмаһының секретары. Хәҙер күҙ алдына килтер, башҡа коммунистарға өлгө булыр кеше ни йөҙ менән, тайға эйәргән йүнһеҙ алашалай йыйын елғыуарҙар артынан ауылдар ҡыҙырып уйындарҙа ҡатнашып, бейеп йөрөргә тейеш? Үҙең әйтмешләй, хөрмәтле Раил Фаилович, не культурно, не солидно!

            -    Бында, ауылда ғына түрәһең ул, ә башҡа яҡтарҙа, мәҫәлән, һине, ҡарар күҙгә ол-оғайып, күрмәлекһеҙләнеп китһәң дә, йәш егет итеп күрерҙәр һәм ҡабул итерҙәр. Тегендә, берәйһе менән нежданно-негаданно танышҡанда ла хәбәрҙе абруйлы түрәмен, тип башлай күрмә, эште харап итерһең, йәнә мулла-монтағайҙай, ҡыҙыңдың ҡулынан бисмиллаңды әйтеп тотма, бил тирәһен дә өшкөрөп-төкөрөп ҡапшама, һәрмәмә  берүк, Алла бирһә, Тәңре ҡушһа тағы ла килермен, тип вәғәҙәләмә лә, ябайыраҡ, әҙәмсәрәк ҡылан.

            -    Төшөндөрөп ебәр әле комсомолдар башлығы, әҙәмсәрәк, тигәнең нисегерәк бу-ла инде?

            -     Шул тиклем дә томана булырһың икән, ҡыҙҙар әрһеҙҙәрҙе, нахалдарҙы, эт шайығылай һылашып барғандарҙы ярата.

            -     Һәм теле телгә йоҡмағандарҙы хуп күрә, шулаймы?

            -     Файҙаһыҙға әйләнгән ел тирмәне ише, буш һүҙ ҡуйыртмайыҡ әле, ағай, короче, бөгөн кис егеттәргә әйтелгән, улар ризалар, эңер төшөү менән Арғужаға барабыҙ. Һәммәһен ойошторғанмын, урын еренә еткергәнмен, тегендәге ҡыҙҙар көтөп торорға тейештәр, туйыст, әбязандар. Үҙемә килгәндә, йыйын ҡыҙ-ҡырҡынды эйәртеп юл йөрөүҙе өнәп еткермәйем, хуп күрмәйем, диңгеҙселәр ҙә бит алыҫ сәфәрҙәргә сыҡҡанда дауыл килтереүҙәренән ҡурҡып, һипһенеп караптарына бисә-сәсәне алмайҙар, юлдаштарыбыҙ гел егеттәр генә буласаҡ!

            -     Әгәр сер булмаһа хисаплап ебәр, ут егеттәрең кемдәр икән?

            -      Әхмәт, Динислам, Венер, Мәхмүт, Сәйет, Хатип, Әмир, һәм билдәле һин дә мин. Ат табыу, сана, сбруй, һоло табып-әҙерләү Хатип менән Сәйеттең өҫтөндә, толопто үҙем хәстәрләрмен, тегендә бейетергә гармунсы ла кәрәк бит, баянымды ла үҙем менән алырмын, йыйылыу урыны – Рәхмәтулла ҡарттар түңендә.

            -      Мероприятие организовано основательно, комар нос не подточет, тиҙәрме әле урыҫтар?

            -      Кәк-же, дәдәңде юҡҡа ғына комсомолдар башлығы итеп һайлап ҡуйғандар тиһеңме әллә?!

            -     Йәйәүләп барыр ер түгел, атты ҡайҙан алаһығыҙ?

            -     Ҡайҙан булһын, кунный дворҙан.

            -      Ә управляющий бирәме?

            -      Кисә генә донъяға башы менән түгел, аяҡтары менән килеп әле тормош ваҡлы-ҡтарын күреп өлгөрмәгән сабыйҙай ҡыланма берүк, ҡайһы хәстәрлекле етәксе төнө мен-ән, нежданно-негаданно, кем етте шуға, малсыларҙың эш атын ышанып тоттороп ебәрһен, башың менән уйлап ҡара әҙерәк?! Улайға уҡ китһә ат һарайында Хатип куних, так сказать старший куних, бүлексәнең тотош аттарына хужа кеше, игеҙ һыңары Сәйет уның беренсе урынбаҫары, кемдәрҙең ҡулында, шуларҙың ауыҙында икәнлекте һиңә өйрәтәһе түгел.

            -     Старший конюхтың хужаһы ферма мөдире, ферма мөдире зоотехникҡа буйһона, зоотехникҡа управляющий баш, шулай булғас һуңғы һүҙҙе ул әйтә. Әгәр был шикле эшегеҙ рөхсәтһеҙ эшләнә икән, тимәк бурлыҡҡа тиң, ә һин мине күрәләтә енәйәткә этәрәһең.

            -     Ғәйепләүсе прокурорға оҡшатып ниндәй енәйәт хаҡында хәбәр сурытаһың  тағы, атты беҙ төнө менән һуйып, иртәгеһен баҙарға сығарып һатмайбыҙ ҙа баһа, временно

алып ҡына торабыҙ.

            -     Нежданно-негаданно, рөхсәтһеҙ, тип тә өҫтә.

            -     Бына һин оҙата барған ҡыҙыңды рөхсәт менән генә үбәһеңме, ә? Барышня, разрешите вас обнять и поцеловать в щечку, так штули? Ә рөхсәт менән башҡарылған ғәмәлдең тәме лә йәме лә булмай.

            -     Етте, йәмле, тәмле уйынға минһеҙ генә барығыҙ, минән булмай тигәс, булмай, бөттө-китте.

            -    Үҙгәрһә үҙгәрә икән кеше, текәлеп ҡараһаң – танырлыҡ түгел!

            -     Һинең еңел-елпе тәҡдимдәрһеҙ ҙә башҡараһы, атҡараһы эштәрем баштан ашҡан, киске уйын менән әүрәтмә.

            -    Постой, брат, һин мине да канса тыңлап бөтмәнең.

-     Һинең нежданный-негаданный тәҡдимдәрең бөтмәҫ, пока!

       Бүлмәнән сығып клубтың зал яғына төштөм. Артымдан тотам да ҡалмай эйәрә килгән Раил сәхнә ҡырына ҡыҙыл буҫтауға аҡ менән аҡайтып яҙып эленгән лозунгыға һуҡ бармағын һөңгөләй ҡаҙаны:

            -    Иғтибар ит ошо саҡырыуға!

            -    Иғтибар ҙа иттем икән ти, шунан?

            -    Иғтибар итеп кенә ҡалма, ҡысҡырып уҡы!

            -     Һин наҙан түгелһең, ә мин трибуна артында баҫып тормайым әлегә. Клубҡа эленгән һәр лозунгыны, саҡырыуҙы яттан беләм, сөнки өгөт-нәсихәт йүнәлеше минең елкәлә.

            -     Ҡыйын түгел бит, әйткәнде эшлә!

      Кепкаһын ҡулына йомарлап броневикҡа менеп баҫҡан даһиҙай ҡулымды юғарыға һондом:

            -    Партия - ум, честь, совесть нашей эпохи!

            -    Бына бит, ниндәй тәрән мәғәнәле, йөрәккә үтеп инерлек һүҙҙәр яҙылған, һин бит әлеге көндә беҙҙең аҡылыбыҙ, намыҫыбыҙ, выжданыбыҙ!

            -    Ялағайланма, килешмәй.

            -    Юхалау миңә төҫ түгел, нисек бар шулай әйтәм.

            -    Ыҫмалалай һылашып бараһың, әммә до конца тыңлап бөтмәнең, тиһең бит, тураһы менән әйт, бәлки шул саҡта төшөнөрмөн, һәр хәлдә мәғәнәһеҙ һүҙ ҡуйыртыуыңды аңларға тырышырмын.

            -    Так и быть, һинең алдыңда барлыҡ кәрттәремде лә йәйеп, асып һалам. - Раил йәшергән кәрттәрен күрһәткәндәй итеп устарын яҙҙы. – Ат һарайындағы йәмәғәт атын һорауһыҙ алабыҙ, дауам ит, тигән?

            -    Дауам ит?

            -    Һорауһыҙ тейеү бурлыҡҡа тиң, тип ебәрҙең әле генә, ары, тип тә өҫтә?

            -    Ары?

            -    Бына ошо һорауһыҙ оронолғандан аҙаҡ берәй ҡытыршылыҡ килеп сыға ҡалһа һин беҙҙең өсөн – талисман!

            -   Урыҫса әйткәндә - страховка, шулаймы?

            -   Страховка һүҙе йәмһеҙ яңғырай - ҡот, ышаныслы таяныс, аҡ өмөт! Әгәр төндәге сәфәр барышында нежданно-негаданно сейебеҙ асыла икән, беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле управлящий Фазылйән Хәкимйәнович Ҡаҙнабаев беҙгә шайтан таяғылай ҡаҙала алмаясаҡ, сөнки партия ойошмаһы секретары Айҙар Ниғмәтуллович башлыҡ сифатында беҙҙең менән булған һәм йөрөгән.

            -   Был урыҫсалап әйткәндә подстава...

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас