Әҙәби мѳхит
19 Февраль 2024, 03:05

Киске уйын (Юмористик хикәйә. Беренсе киҫәк.)

        Йәйге ҡыҫҡа төндә таң һыҙылып беренсе йоҡоһоҙ әтәстәр һөрән һалғансы, ҡышҡы кистәрҙә иһә ярты төн ауғансы сыр-сыу килеп, пәрей туйында шайтанды бейеткәндәй күңел асабыҙ; үҙебеҙ уйлап сығарған төрлө уйындарҙы уйнайбыҙ, унан ҡалһа йәшерен оҡшатып йөрөп тә яҡынлай алмаған ҡыҙҙарыбыҙҙың нәҙекәй билдәренән һыға ҡосаҡлап вальста әйләнәбеҙ, иҙән саңын түшәмгә ауалатып бейейбеҙ.

Киске уйын (Юмористик хикәйә. Беренсе  киҫәк.)Киске уйын (Юмористик хикәйә. Беренсе  киҫәк.)
Киске уйын (Юмористик хикәйә. Беренсе киҫәк.)

          Әүәле, беҙ, ауыл йәштәре, киске уйындарға кемуҙарҙан эркелешеп йөрөнөк, уларға теләп, ашҡынып, талпынып барҙыҡ. Йәй көндәре, әгәр ат тигәнең ҡулға эләккәндә, риҙуанға оҡшаған оҙон йөк арбаһын егеп, табылмаған осраҡта матай-велосипедтарға атланып, ҡышын иһә эт өйөрөләй өймәкләшеп ҡанатлы саналарға тейәлеп, эңер төшөү менән күр-ше ауыл клубтарына бара ла тула инек, аҙнаны ҡоро ҡалдырмай яуап визиты менән тегеләр беҙгә килә һалып етәләр. Концерттар, спектаклдәр менән дә даими сыҡҡылайбыҙ, ул тамашалар билдәле, аҙаҡтан, үҙенән-үҙе киске уйындарға барып ялғана. Йәйге ҡыҫҡа төндә таң һыҙылып беренсе йоҡоһоҙ әтәстәр һөрән һалғансы, ҡышҡы кистәрҙә иһә ярты төн ауғансы сыр-сыу килеп, пәрей туйында шайтанды бейеткәндәй күңел асабыҙ; үҙебеҙ уйлап сығарған төрлө уйындарҙы уйнайбыҙ, унан ҡалһа йәшерен оҡшатып йөрөп тә яҡынлай алмаған ҡыҙҙарыбыҙҙың нәҙекәй билдәренән һыға ҡосаҡлап вальста әйләнәбеҙ, иҙән саңын түшәмгә ауалатып бейейбеҙ. Туҙан тын алғыһыҙ булып киткәндә биҙрә менән килтерелгән һыуҙы иҙәнгә һибеп сылатып алған булабыҙ, тик туҙандан еңел генә ҡотолормон тимә, ул иҙән ярыҡтарынан шыйыҡ төтөндәй юғары күтәрелә, ә түшәм саңы иһә таҡта һыҙаттарынан шым-шырыҡлаған ямғырҙай өҫтөбөҙгә яуа. Киске уйындарҙа сығып торған ундай ваҡлыҡтарға иғтибар итеп бармайбыҙ, беҙгә кәзәһе түгел, мәҙәге ҡыҙығыраҡ. Ошо ябай ғына күңел асыуҙарҙы ла оло байрамдарҙай ҡабул итеп, хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр хәтирәләрҙәй күрә инек. Йәш саҡ, дәртле, кисеүһеҙ даръялар тубыҡтан саҡ, ике донъя бер мөрйә булғас сәбәпле-сәбәпһеҙгә ғәм сатҡыһы ҡунмаған шаян күҙҙәребеҙ шуҡ йылтырап, йүгерек аяҡтарыбыҙ тыпырҙарға ғына торалар. Ана шул, йәнде елкендергән бер ҡатлы ҡыуаныстарҙан, самими кисерештәрҙән мине бик иртә арындырҙылар, бүктерҙеләр ҙә мәленән алда, донъяуи мәсьәләләрҙе етди хәл иткән ололар ҡорона индереп үк ҡуйҙылар. Бына бит, яр аҫтынан яу сыҡҡан, әҙәм ышанмаҫлыҡ ғәмәл, өйләнмәгән, яңы ғына партия ойошмаһына кандидат сифатында ҡабул ителгән, башы инһә, аяғы инмәгән, етәкселек итеү йәһәтенән тәжрибәһеҙ егетте кемдеңдер төптән уйланып етмәгән еңел-елпе тәҡдиме менән отчет-һайлау йыйылышында секретарь итеп һайлап ҡуйһындар әле! Ул саҡта был үтә яуаплы иҫәпләнгән йәмәғәт эшенән үҙ теләгең менән баш тартыу - оло енәйәткә тиң ине. Коммунистар партияһының Алла ла мулла ла сағы, ә ойошма секретарының инде, әйткән һүҙе һүҙ, ҡайҙа ла оло түрә бейеклегендә йөрөнө, урыны һәр саҡ түрҙә булды. Хәҙер килеп, теләйемме быны, әллә юҡмы, үҙемде ауырлыҡ менән ниндәйҙер әхлаҡ ҡанундары ҡалыбына бикләргә, хыялый теләктәремде ҡырҡа сикләргә, тыйып тоторға мәжбүрмен. Йәштәр ойошторған концерттарҙа халыҡ күҙенә күренеп йөрөүҙе хуп күреп моң ишаратым ҡолаҡҡа ятышһыҙ ғына ишетелһә лә еңел-елпе мәжлес йырҙарын йырлаштырып ҡыялам, түрәләр ҡороның вәкиле булараҡ спектаклдәрҙә лә төп ролдәрҙә ҡатнашам, әммә йәштәр уйындарына барыуҙы ҡырҡа туҡтаттым, ялҡытҡыс оҙон кистәрҙе дәрестәремде әҙерләп, китаптар уҡып үткәрә башланым. Дуҫым, клуб мөдире Раил Туғыҙбаев комсомолдар башлығы, өйләнмәгән, мин сағыштырмаса олораҡ булып әҙәп төшөнсәләрен һаҡларға тырышһам, уның инде биләгән вазифаһына, йәмәғәт башланғысындағы йөкләмәһенә ярашлы күңел быуаһы һәр саҡ киң йырыҡ; шаяндың-шаяны, тинтәктән ғәйре ҡулсыр, мәлендә тыйып, тәртәһен кәрәкле йүнәлешкә бороп тормаһаң, теҙгенде ҡыҫҡараҡ тотмаһаң, шытып сығып ҡына бара, аҙым һайын тейерлек эш боҙорға, ябай ғына хәл-ваҡиғаны ла туғыҙға түкмәстерергә әҙер.  Һөйкөмлө һөйәк, тиҙәрме әле, үҙе ҡыҙ-ҡырҡынды арбау, әүрәтеп сихырлау көсөнә, ҡөҙрәтенә эйә, өҫтәүенә, бер аяғына һиҙелдереп һылтыҡлаһа ла килешле юрғалап бейей, өҙҙөрөп баянда һыҙҙыра, моңло итеп йырлай, сәхнәләге нескә юморға ҡоролған нәфис һүҙе, көндәлек тормоштағы төртмә теле хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.

  Февраль урталары. Ҡыштың ахырғы айы булһа ла миҙгел һуңлап киләлер күрәһең, һаман да булһа үгеҙ мөгөҙөн һындырырлыҡ сасҡау һыуыҡ, йәнә шул, ҡырыҫ селлә сығып өлгөрмәгәнлектән яҙ һулышы, яҙ төҫө, яҙ еҫе бөтөнләй һиҙелмәй тиерлек, тирә-яҡ һаман да булһа оҙон ҡыштың ҡырыҫ хакимлығына буйһонған, бар донъяны ябып, күмеп бик йыш ҡоторған аҡман-тоҡман бурандарынан иһә урман-ҡырҙарҙа тәрән, бил-быуарҙан һалған, йырып сыҡҡыһыҙ көрт ята.

    Бер көн, төш ваҡытында мәктәптән эштән ҡайтып килә инем, мине өңдөп-көткән мөд-ир Раил ҡалҡыу түңдә урынлашҡан клуб күтәрмәһенә сығып баҫҡан да осоп китергә йыйынғандай талпынып-тылпынып ҡул болғай. Тигенгә түгел әйҙәүе, бының елғыуар башында сираттағы берәй бәтлектер, этлектер әле. Шулай булһа ла саҡырыуҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмай туҡталдым, өндәшешмәй, ым-ишараһыҙ эйәртенешеп клубҡа инеп сәхнә артындағы ҡалын таҡтанан әтмәләнгән тар бүлмәгә күтәрелдек. Инеүебеҙ  булды, мөдир осаһы менән этеп юғары өлөшөнә “Заведующий дворцом культуры” тип яҙылған алтаҡталы ишекте ныҡ итеп ябып ҡуйғас, стенаға терәлгән ябыуһыҙ өҫтәлендә ҡулланыштан әллә ҡасан сығып хәжәтһеҙ туҙырап ятҡан ҡағыҙҙарҙы терһәге менән бер яҡҡа этеп һауалы, бойондороҡһоҙ ҡиәфәттә ике ултырғыстың береһенә ултырҙы ла, өкәлтәктең тулы хоҡуҡлы хужаһы булараҡ баш ҡағып сепрәк тышы керҙән, ҡыштыҡтан ялтырап ҡатып бер нисә урындан тишелгәненән миңә лә урын тәҡдим итте. Етди әңгәмә ҡуҙғатырғалыр иҫәбе. Шыҡһыҙлыҡтан бигерәк бысраҡтан сирҡанғанға әллә ҡасан эшлектән сыҡҡан артлы ултырғысҡа теләр-теләмәҫ кенә арт һынымды терәнем. Бүлмәгә танауҙы ярған ыҫ еҫе һеңгән, бәләкәй әлүмин сеүәтәне хәтерләткән көл һауытында ла тәмәке төпсөктәре өйөлөп ята. Шелтәле ҡарашымды абайлап өлгөргән мөдир минең алда сигарет тоҡандырырға ҡыймағанға ауыҙ-моронон ҡул һырты менән һыпырып ҡына ҡуйҙы.

            -     Таңдан бүлмәңдә төтәһәң дә тоҡанып китә алмай ыҙаланаһыңмы, ни булып китте, йәш кеше? – Иллегә яҡын ағзаны берләштергән партия ойошмаһының етәксеһемен бит, бурһыҡ тиреһенән тегелгән кәпәсемде өҫтәлгә ырғытып, район кибетенән һатып алынған, етәкселәр араһында бик үтемле иҫәпләнгән тиретуным төймәләрен ысҡындырып ебәреп, дебет бейәләйҙәремде һалып күрешкәндән һуң һалҡын, рәсми тонда тәкәббер һорауымды ҡаттым да дауам иттем, – күрәһең бит, арып-талып дәрестәр үткәреп ҡайтып киләм, кискеһен тағы мәктәптә ата-әсәләр йыйылышы планлаштырылған, аҙна аҙағында райком пленумында сығыш яһарға тәғәйенләгәндәр, киләһе аҙна уртаһында райондың партактивы, бер һүҙ менән әйткәндә, һәр көнөм, һәр сәғәтем иҫәптә.

            -     Баш-көллө, муйыныңдан эшкә сумғанһың, әләйгәс?

            -     Шулайыраҡ.

            -     Иң тәүлә һаулыҡ һорашып, комсомол ойошмаһының башлығы нисек йәшәп ятыуы менән ҡыҙыҡһынһаңсы, эшем эйәһе.

            -     Былай ҙа күреп торам, мөдир булалаҡ насар көн итмәйһең шикелле, - өҫтәл өҫтөнә ҡаушырып һалынған нескә бармаҡтарға һирпелеп алдым башта, шунан ҡоласымды йәйеп ебәрҙем, - ат башындай йоҙаҡ менән бикләнгән ошо ҙур дворецты иртәле-кисле асып-яба торғас ҡулдарың ҡабарсып бөтмәгәндәрҙер ҙә?

            -     Беҙ ҙә бында ҡул ҡаушырып, түшәмгә төкөрөп тик ултырмайбыҙ, һәр эштең үҙ ҡыйынлығы, үҙ мәшәҡәте, бик беләһең килһә, тиҙҙән Ватанды һаҡлаусылар көнө етә, уны үткәреп тын алырға ла өлгөрмәйһең 8  март, май байрамдары ла үҙҙәренән-үҙҙәре генә үтмәйҙәр, уларҙың һәр береһенә сценарийын яҙырға, ҡатнашыусыларын йәлеп итергә кәрәк. Башҡарма комитет председателе Ибраһим Байдәүләтовичтың төпкөр етәксе икәнлеген беләһең, һәр сараны ваҡытында, юғары кимәлдә үткәреүҙе талап итә.

            -     Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.

            -     Дә-ә-ә, ҡөҙрәтле ағайым, һин ысын башҡорт икәнһең!

            -      Нишләп улай тиһең әле?

            -     Һуң: “Башҡорт түрә булһа, сабатаһын түргә элә”, тигән тапҡыр мәҡәл иҫкә килеп төштө нишләптер. Хәҙер күрәм, ошоғаса йоҡа күренгән кәүҙәң көн һайын ҡалынайғандан-ҡалыная бара, ә үҙең танауыңды күккә сөйөп ҡуҡырайғандан-ҡуҡыраяһың, борсаҡты эренән яраһың, бындай барыш менән ары ла дауам итһә, тиҙҙән кеше танымай башларһың, шай.

            -    Әйттем бит, тағы ла ҡабатлайым, ваҡыт яғы наҡыҫ, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, мине күптән ҡарауыллап көткәнгә оҡшағанһың, үтенесеңде әйт тә осрашыуыбыҙға хуш ҡылып нөктә ҡуяйыҡ.

            -    Холҡомдо беләһең, үтә лә скромный кеше булараҡ үҙемде һис ҡасан ҡайғыртҡаным, нимәлер таптырғаным, талап иткәнем юҡ, ғәмемдә һәр саҡ халыҡтың ябай көнитмеше, ил хәстәре.

            -    Һине ҡәҙимгеләр рәтенә индереп хисаплап төптө хаталанғанмын, улайһа һорап ебәр ил йомошон?

            -    Йомош тигәнең шул, ошо арала күрше-тирәнең хәлен белгән юҡ!

            -    Аңлап етмәнем?

            -     Бөгөн кис егеттәр менән Арғужаға киске уйынға барырға килештек, концерт-һыҙ-ниһеҙ генә күңел асырға бара ла төшәбеҙ.

            -    Халыҡ, тигәс, бындағы күршеләрең хаҡында һүҙ сыбалтаһың икән, тип торам тағы. Әйткәндәй, ышанһаң ышан, ышанмайһың икән һинең эш, әммә эргәлә генә ятҡан ауыл булһа ла Арғужала бер тапҡыр ҙа уйында булырға, унда концерт менән барып сығырға тура килмәне. Йәштәрен дә белмәйем, тиерлек.

            -    Ауылдарҙың көнкүрешенән ситләшеү, халыҡтың йәшәйешенән айырылыу бына ниндәй күңелһеҙ һөҙөмтәләргә килтерә, ужас, хәҙер килеп күҙ ҙә йоммай айҙың үҙенән килеп төшкәндәй хәбәр һала! – Раил хайран ҡалғандай бот сапты.

            -    Бүлексәгә ҡараған ауылдар өсөн генә яуаплымын, билдәле булыуынса Арғужа күрше бригаданыҡы, так что урынһыҙ битәрләйһең.

            -    Ярай, һеркәң һыу күтәрмәй ҡылтайырға әҙерһең. Бармаһаң, бына яйы сығып тора бит, барырһың, ҡоштар һайрашып, эттәр еҫкәшеп танышалар.

            -     Һайрашмайым да, еҫкәшергә лә йыйынмайым. Килешкәнһегеҙ бит, барығыҙ, унда минең ни хәсрәт!

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас