Әҙәби мѳхит
28 Декабрь 2023, 03:10

Мунса ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Өсөнсө киҫәк. Аҙағы.) Хәйҙәр Тапаҡов

       Рәбәғәтһеҙ һынды күреп күҙҙәре тас маңлайына менгән абзыйым ҡурҡышынан ишек төбөнә ҡарай тартылып бер мөйөшкә һырыҡты...

Мунса ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Өсөнсө киҫәк. Аҙағы.) Хәйҙәр ТапаҡовМунса ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Өсөнсө киҫәк. Аҙағы.) Хәйҙәр Тапаҡов
Мунса ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан. Өсөнсө киҫәк. Аҙағы.) Хәйҙәр Тапаҡов

 - Уйламаған ерҙә абайламаҫтан һин дә дөмөкһәң эштәр хөрт, как-нибудь, вре-менно, үлмәй тор!

             - Тырышам да бит, тамаҡ кибеп китте, нишләптер...

             - Һулаҡай яҡ стена ҡырына һыулы тас ҡуйылған, шундағын усың менән һоҫ.

             - Биҙа инде, ҡайһы тирәләрәк тинең?

             - Ишек төбөндә. Таптыңмы, булдымы?

             - Һабынлы һыу ҙа баһа!

             - Һайлансыҡ хан ҡыҙы һымаҡ ҡыланма, йәме, мин һиңә бында, шишмә һыуын ҡайҙан табыр тиһең!

    Бер аҙҙан ыңғырашыу тағы ҡабатланды:

             - Керле һыуҙы уртлағас бер аҙ еңел булып ҡалды. Былай именмен һымаҡ, ә бил кәнкритне тотто ла ҡуйҙы, сабакы!

             - Бил ерунда, башыңды тотоп ҡара, урынындамы?

             - Урынында, кәжетсә.

             - Айыҡ аҡыл менән, трезво фекер йөрөткәндә, ызнашит һин тереһең! Шулай итеп хөрмәтле, үә ҡөҙрәтле Үлемһеҙ Кащей, бөртөкләп сәселгән алтынды эҙләүҙе дауам итәйек!

   Йөгөнөкләү яйһыҙ булғас ятып алып ҡулдарымды уңлы-һуллы йәйеп ебәреп эҙләргә тотондом. Кәбәндә юғалған энә түгел дә инде, әбейем зым-зыя юҡ.

    Бер аҙҙан абзыйым ҡыуанып һөйләнде:

             - Аяҡты таптым, нәкәнис!

             - Бына ҡыуаныс, нисегерәк?

             - Нисек булһын, ҡаҡ һөйәк, өҫтәүенә ҡамыт.

             - Ҡиммәтле табышыңды ысҡындыра күрмә!

             - Юҡ инде, табыуын тапҡас ебәреү юҡ. Тәне һыуынып, ҡатып өлгөрмәгән.

             - Бик һәйбәт, ҡатҡан хәлдә ботаҡлы ағасҡа әүерелер ине, теге, нестерильный одеялың үҙең менән бит?

             - Миндә. Уны нишләтергә?

             - Мәйеттең аҫтына түшә.

     Бер килке тыш та быш килеп мәшәҡәтләнеү ҡолаҡҡа салынғандан һуң Кәли быуылып өндәште:   

             - Што-то яңғыҙымдың ҡулынан килер эш түгел.

             - Йылымыс ҡарсыҡты еренә еткереп эшкәртергә лә эшкинмәгәс һин ниндәй бабай!

             - Ҡатындың үлгәненә нисә йыл, онотолған.

             - Онотҡаныңды яңынан иҫеңә төшөрөргә тура килер. – Мыштырҙауҙы оҡшатмай ҡабаландырҙым -  Йә, тамамланыңмы?

            - Яҙа-йоҙа булһа ла тыҡшырҙым һымаҡ.  

- Баш яҡтан мин бөрөп тотормон, интим ағзалар, то есть һомғол аяҡтар - һинеке.

      Еңел һөйәкле ҡорҙай кәүҙәне эркет тоғолай күреп солан яғына ҡарай һөйрәнек. Мейене ҡайнатҡан эҫенән һуң һалҡын соланда күҙҙәр асылғандай итте. Бына бәлә, һуйылған һарыҡ ауырлығындағы йөгөбөҙҙө аяҡтар аҫтына һалып, тын алырға ла өлгөрмәнек, галошлы сүсинкә быйма кейгән, ҡартлығы етеп хәрәкәттәре килбәтһеҙгә ҡалған Кәли аяҡтары боҙло иҙәндә тайып тағы ла гөрһөлдәп ауҙы:

             - Ай-й-й, билем...

             - Шул һинең күсәренән ысҡынған сырхау билең булды инде, ҡайҙа ла уҡлау йот-ҡандай ҡыланаһың!

             - Ни хәл итмәк, хранишеский радикулит. Бил тирәһен өҙлөкһөҙ һылап-майлап ҡына әҙәм булып йөрөлә.

- Һинең хронический радикулитыңда эшем юҡ, надоел, ҡаҙалып ҡына кит, мәйетте ҡайҙа иттең?

            - Ҡайҙа ғына булһын, минең өҫтөмдә ята, һылашып!

            - Кәзәне әйтәм, моғайын да буйҙаҡ кәзә тәкәһенең һейҙекле еҫен тойоп өлгөргән-дер ҙә шуға яҡынлауылыр.

            - Абзыйыңа замечание яһарға, түбәнһетергә хаҡың юҡ, һин үҙең бүлтерәк кәзә бәрәсе, белдеңме?! Иртәгә көн яҡтырһа мин һинең менән разберусь!

            - Берүк ғәфү ит, артығыраҡ ысҡындырҙым.

            - То-то, ысматри!

     Солан эсендә өҙлөкһөҙ билен ҡармаған Кәлиҙе аяҡҡа баҫтырыуға, мәйетте ҡабаттан төрөп әүеш-теүеш итеүгә лә апаруҡ ваҡыт китте. Ишек алдына сыҡтыҡ та йөгөбөҙҙө ҡар өҫтөнән шыуҙырып һөйрәп өй яғына ҡарай йүнәлдек. Мәшәҡәтле шөғөлөбөҙ еңелгә килеп терәлде һымаҡ.

     Бер аҙҙан арт яҡта тыш та быш килеп  туңҡаңлаған Кәли йәнә тауыш бирҙе:

             - Мәйеттең йәне да канса сығып өлгөрмәгән шикелле.

             - Уны ҡайҙан беләһең?

             - Аяғын сысаңлатып бот араһына типте. Хәҙер билем генә түгел, йән ерем дыулай.

             - Бирешмә, Кәли Вәлиевич, йәшәйбеҙ әле, йәшәйбеҙ! Һинең күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәтеңде райбольница етәкселеге иҫәпкә алып Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Почет Грамотаһын тотторор, моғайын, бына күр ҙә тор. Мин ултырырмын әле шунда, һиңә ҡарап, көнләшеп.

             - Грамотаң үҙеңә булһын, йәме?! Иртәгә үк, таң менән эштән китеү хаҡында ғариза яҙам. Инде лә былайтып пинсиә йәшенә еткәндә эт көнөнә ҡалыр хәлем юҡ, ас тамағым, тыныс ҡолағым!

             - Әйткәндәй кисә баш врач менән һөйләшеп торҙом әле. Тырыш водитель булараҡ Кәли Вәлиевичҡа карбюратор, өр-яңы тәгәрмәстәр алып бирәм тинесе, Мирсал Зәйнеғәбдинович, һүҙ араһында. Ярай, китһәң китерһең, урыҫтар әйтмешләй, скатертью дорога, тотоусы, һиңә инәлеүсе булмаҫ, сәғәт кеүек матур эшләгән, елеп йөрөгән машинаңды һуңынан берәйһе рәхәтләнеп ҡуллана инде. Миңә ни, сит кешегә барыбер, моя хата с краю, ғүмер буйы үҙеңдекеләй күреп тотонған машинаны йәнеңдәй күрәһең бит, һиңә обидно, шуны ғына әйтмәксе инем!

      Карбюратор, тәгәрмәстәр хаҡында йылы һүҙ ишеткән, машинаһын яттар ҡулына тот-тороп өйрәнмәгән Кәлиҙең өнө тығылды.

     Өйгә индереп мәйетте аш өй яғындағы урындыҡ буйына һуҙып һалдыҡ. Одеялды асып ебәрҙек. Беҙҙең күҙ алдына фирғәүен мумияһына тартым ҡотто осорғос һын пәйҙә булды: уҫаҡ әрҙәнәһеләй ҡаҡ сираҡтар, ите төшкән балтырҙар, һөйәктәре ҡырғыстай күренгән ҡабырғалар, буш ҡап рәүешенә ҡалып ян-яҡҡа һәлберәгән бушаҡ түштәр, балта һабылай, тарамыштары беленгән нәҙек муйын, тиреһе резина битлекте хәтерләтеп, күҙ төптәре шешенке, ҡалған өлөшө кибеп төшөнә ҡатҡан өрөктәй сөрөш, ҡаштары ҡойолған ҡаҡ йөҙ, бер тотам сал сәс ишараты йәбешкән ҡуш йоҙроҡтай баш. Мәйеттең төштәремә инеп йөҙәтеүенән һипһенеп сытырҙатып күҙҙәремде йомдом.

      Ниһайәт, шаңҡыуынан бер аҙ арынған Кәли абзый һүҙ ҡыҫтырҙы:

             - Күрмәгәндең күргеһе, күргәндең ҡоҫҡоһо килә, тигәне шулдыр. Ас күҙҙәреңде!

             - Асмайым, тигәс, асмайым!

 -  Олоғайһаң ошондай, мунса ҡарасҡыһылай торошҡа тороп ҡалаһың инде ул, как гәүәритсә, ни рыба, ни мясо! Әле сағыштырып ултырам, минең бисә был әбейгә ҡарағанда күпкә һылыуыраҡ иҫәпләнгән, уртансынан түбәнерәктәр рәтендә йөрөгән.

   Күҙҙәремде ҡыҫып мәйеткә ҡарап алдым:

             - Улайһа ҡатынығыҙ һыу һөлөгөләй сибәр булған икән!

             - Әйтмә лә, күнәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй миңә тәғәйен иш ине. Мискәгә улт-ырып һеперткеһен болғаған Мәскәй әбей әкиәттә генә йәшәй икән тиһәм!

             - Мин дә шулай уйлай инем, баҡтиһәң Кащейҙар, Мәскәй әбейҙәр бөгөнгө ысынб-арлыҡта ла көн итәләр икән.

             - Үлемһеҙ Кащейҙы тыныслыҡта ҡалдыр, йәме, бында мунса яратҡан Баба Яга хаҡында һүҙ бара! 

            Баштарыбыҙҙы баҫып бер килке һүҙһеҙ ултырҙыҡ. Бар ғәмем унда ғына булғанлы-ҡтан әбейҙең мәйетенә иғтибар менән текәлгәнмен.  Тышта, ҡар өҫтөнән шыуҙырып һөйрәгәндә апаруҡ өшөп, әле өй эсенең һалҡынлығын, еләҫлеген тойоп өлгөргән яланғас кәүҙә тартышҡандай итте лә кинәт ҡымғырлап ҡуйҙы.

     Быны күреп өлгөргән Кәли ҡыуанғандай ҡысҡырып уҡ ебәрҙе:

             - Мыртый, күрәһеңме, тышта саҡта сатыма типкәндән һуң үлгән икән был, тиһәм, яңылышҡанмын, мәйеткә һауала осҡан йәне кире әйләнеп ҡайтты һымаҡ!

     Әхирәткә күсергә теләмәйенсә, әле тәндә йәшәү сатҡыһы барлығын хәбәр иткән хәрәк-әтте күргәс сумаҙандан ҡабаланып  нашатыр спиртын килтереп сығарып тар маңлайҙы, урттары эскә тартылған биттәрҙе ыуҙым. Ҡарсыҡ күҙ ҡабаҡтарын һөйәккә ҡалған бармағы менән тырнап асып, аҡтары еңеп тоҙ төҫөнә ингән ташбыҡ күҙҙәрен минең яҡҡа йүн-әлтте лә саҡ ишетелерлек итеп бышылданы:

             - Һеҙ кем?

             - Мин фельдшер, - шоферым яғына баш һелктем, - ә был минең водитель.

    Ҡарсыҡ Кәли яғына күҙ атты ла ҡурҡҡандай күҙҙәрен таҫырайтты. Мин дә үҙ сиратым-да ингәндән алып иғтибарҙан ситтә ҡалған Кәли яғына ҡараным да саҡ көлөп ебәрмәнем, уның мунса ҡоромона буялған ҡап-ҡара йөҙө, ян-яҡҡа тырпайған ҡарпыш ҡолаҡтары, терпеләй ҡабарған ыҫмалалай ҡара сәстәре, ҡоромло бармаҡтар эҙе ярылып күренгән һалынҡы биттәре, өшөгән картуфтай бәлшәйгән танауы хас та ытырғаныс мунса албаҫтыһына оҡшағайны.

       Өндәшмәй ҡала алмай, йылмайыуымды көслөк менән йәшереп, ғәҙел баһамды бирҙем:

 - Һинең һымаҡ иҫте китәрерлек ир уҙаманын тәүләп осратыуым!

             - Һин үҙеңә ҡара, һаҙ шүрәлеһе!

    Ҡарсыҡ ауырлыҡ менән ҡалҡынып ҡулдарын тағанланы, һеңгәҙәүле иҫе инәле-сығалы, тотҡарланған аңы томалаулы булғанлыҡтан ул инәнән тыума,  шыр яланғас икәнлеген аҙағынаса танып, төшөнөп етмәгәйне әле, шуға стриптиз күрһәткәндәй болғаңлап мейес эргәһендәге һауыт-баһа ҡуйылған өҫтәле яғына ҡарай тәнтерәкләне. Рәбәғәтһеҙ һынды күреп күҙҙәре тас маңлайына менгән абзыйым ҡурҡышынан ишек төбөнә ҡарай тартылып бер мөйөшкә һырыҡты.

     Әбей өҫтәл түренә ҡуйылған самауырына йәбеште:

             - Рәхмәт инде һеҙгә, үлемдән аралап алып ҡалдығыҙ бит, килеүен килгәс бер юлы сәй эсеп ҡайтығыҙ, самауырым килеп тороп егәрле, хәҙер ҡайнап сығыр, яңы айыртҡан ҡаймағым, һинд сәйем, сейәле майым, ҡарағат үәринйәм, ҡыҙыл эремсекле майым бар. – Бер ҡулы менән ишек тотҡаһына йәбешеп өлгөргән Кәлигә һынаулы һирпелде. - Мин дә яңғыҙым ҡаңғырам бит, юл яҙлыҡтырып килгеләп йөрө, йыуып таҙартып алһаң һинән йомош-юлға көн һайын тотонорлоҡ арыу ғына бер ир килеп сыҡмалы!

             - Юҡ, инәй, ҡәҙер-хөрмәт, һыйлы табын аҙаҡтан, бик тә ҡабаланабыҙ, беҙҙе һинеке һымаҡ вызовтарға таңға ҡәҙәр саҡырасаҡтар әле! Бына нашатыр спирты, һеҙгә башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй, ә водителемә ныҡ итеп әйтеп ҡуйырмын, килер ул һиңә, мотлаҡ килер, пар килгәнлегегеҙ һүҙһеҙ ҙә күренә!

    Артына атылған үр ҡуянылай эләгә-йығыла, кемуҙарҙан йүгермәләп сығыу яғына ҡарай һыпырттыҡ.

     Кабинаға инеп ултырғас шаян күҙ ҡыҫтым:

            - Еңел пар менән, Кәли Вәлиевич!

 Абзыйым үҙ сиратында тәүге тапҡыр мыжымайынса ҡәнәғәт һөйләнде:

            - Шәп булды әле был парлы мунса, шыр яланғас ҡатын һыны күптән күҙ уңымдан осҡайны!..

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас