

- Өлкән йәштә ул. Һикһәнен күптән тултырған. Ныҡ оҙаҡлап киткәс ҡатыным барып күреп ҡалған. Хафаланып йоҡларға ятҡан мине уята һалды. Инәй иҫһеҙ-оҫһоҙ тырпыраған, ти. Минән ниндәй генә файҙа инде, ҡатын бер үҙе улай-былай сабыуланы ла, рәт сағыра алмаҫтай булғас срушны һеҙгә шылтырата һалдыҡ.
- Ә мунса ҡайһы тирәлә?
- Һул яҡ ҡулдағы ике өй араһындағы картуфлыҡ осонда. Беҙҙең мунса булһа ла ин-әй ҙә үҙенекеләй күреп ҡуллана. Уны яңыраҡ ҡына төҙөп бөттөм, ҙур, иркен итеп эшләнем, ҡул теймәгәс әлегә электричество үткәрелмәгән. Яғыуыбыҙ була, инәй ныҡ ҡыҙыуҙы яратам, тип иң беренсе йүгерә, өс тапҡыр, өс миндекте япраҡһыҙ сыбыҡҡа ҡалдырып тә-гәрәп йөрөп сабынмаһа, ике сәғәт тирәһе иркенләп йыуынмаһа, мунсанан сыҡҡас ҙур эсле еҙ самауырын түңкәрәһенән эсмәһә күңеле булмай, ти ҡатыным. Тумалаҡ мунса таштары Эйек йылғаһынан килтерелгәндәр ине, моғайын шулар еҫле булғандыр ҙа инәйҙе ая-ҡтан йыҡҡандыр, кем белә. Бөгөн мунсаны юлдан йөрөп ҡайтҡас бик һуң тоҡандырғайныҡ шул, ҡәһәрең, ҡазаһына күрәлер, мейес янып бөтөр-бөтмәҫтән инәйебеҙ сығып та йүгерҙе.
- Һуң ҡазаланыусыны өйгә алып килмәгән хәлдә лә мунса соланына һөйрәп булһа ла сығара, кейендерә торһағыҙсы!
- Ҡайҙа инде! Әйтәм бит, ҡатыным яңғыҙы маташтырып ҡараны ла һуңғы сиктә ҡул һелтәне, көсө етмәй, миңә ҡалһа үлгән кешенән ҡурҡам!
- Үлгәнме ни?
- Ҡатыным пульсы һуҡмай, тын алышы тойолмай, күҙҙәре йомоҡ, ирендәренән ҡан әҫәре ҡасҡан ти, ул әйткәс дөрөҫтөр.
Яр аҫтынан яу сыҡҡан, тигәндәй, бына һиңә, мә, аптырағас сумаҙанымды өй эсендә ҡалдырып кире, урамда торған машина янына сыҡтым. Кәли абзый кабина ишегенән башын сысайтты ла үпкәләүҙән яҙылғанға ирәбе ҡыҙыҡһынды:
- Бик әпирәтивне боролдоң, мыртый, булды ламы?
- Шул арала булдырырға мин һиңә автомат что ли? – Эсем бошҡанға тиҫкәре яуап-ланым.
- Ну кенәсел кешеһең дә инде, нимәгә кәзәң төкөй?
- Кәзәнең, бигерәк тә ҡарт кәзәнең төкөрлөк рәте ҡалмаған!
- Һе, шыпа ла рәт-яйы киткәнме?
- Хуже.
- Уны нишләтергә йыйынаһың?
- Этем белһен.
- Һаман төшөнөп етмәйем, үсексәнлегеңә барып һаман этә-төртә тылҡыйһың, аңлатыбыраҡ һөйлә әле?
- Нимәһен аңлатаһың, пациент өйҙә юҡ!
- Ҡайҙа булған, моғайын да ер йотмағандыр?
- Күршеләре шылтыратҡан, ә ул һаман да мунсала ята!
- Кем ята?
- Төпсөндөң дә баһа, таралмаған дебете баҡтаға ҡалып ҡылы ҡойолған ҡарт кәзә, орғасы кәзә.
- Нисегерәк ята?
- Нисегерәк, тип ни, дүрт тояғын да өҫ яҡҡа тырпайтып.
- Ызнашит, бедная коза копыту откинула, так палучается?
- Шулайыраҡ.
- Бына һиңә, проблема булмағанда проблема!
- Не говори, брат!
- Әбейҙең үлеп ҡалыуына ышанып етмәйем, ни тиһәң дә, Советтар Союзы үҫтерг-ән, тәрбиәләгән кеше бит ул! Оло быуын ныҡ, хеҙмәттә сыныҡҡан, ауырлыҡтарға бешкән, юҡлыҡҡа күнгән, одним словом, улар икенсе ҡамырҙан әүәләнгән. Беҙҙе дөмөктөрөргә йыйынып махсус рәүештә газ камераһына тыҡһалар ҙа бирешә һалып бармаҫбыҙ, шуны маңлайыңа киртеп ҡуй. Бабка копыту откинула, значит, повторяю, что-то не верится, шулай ҙа нишләйбеҙ?
- Аптырап һиңә сыҡтым да инде.
- При чем тут мин, медицинаны яҡшы белгән эспициәлис түгелмен дә баһа?!
- Уның ҡарауы оҙаҡ йылдар больница тирәһендә йөрөгән тәжрибәле шоферһың, бәлки практик йәһәттән кәңәш бирә алырһың!
- Кәңәш биреүгә килгәндә, всегда пажалыста. – Ашарға бирмәй, һөйләргә бир инде Кәлигә, ул шуны ғына көткәндәй тәмле нимә ҡапҡандай тамшанып хәбәргә лә күсте. - Дә-ә-ә, үәт ситуация тиһәң дә ситуация, Яңыбай ауылынан быуаҙ бисәне тейәп төнө мен-ән юлға сығып шунда бәпәйләткән булды, представляешь бер-бер артлы игеҙҙе тыуҙырҙы, хәйерһеҙ, берәүһен минең полушубокҡа төрҙөк, икенсеһен ҡул аҫтында сепрәк булмағанлыҡтан эске күлдәгем менән йүргәнек, бушанған, осҡалаҡ тотоп дерелдәп өшөгән ҡатындың өҫтөнә свитерымды яптым. Бөгөнгө ише ғинуар һыуығы ине, ҡайтып еткәнсе боҙбар-маҡтай шоҡорайып ҡаттым. Шунан бирле билһеҙ ҡалдым бит. Тау артында, төпкөлдә ятҡан Өмбәт ауылынан ҡайтышлай бахмурҙан интеккән алкаш менән машинаны уратып, баҫтырышып һуғышып та йөрөлдө, бит-йөҙөм күк талаҡҡа ҡалды. Бына һуғыштыҡ исмаһам, хас та Сталинград алышы, теге айбарланып ташлана, мин уны ыңғайы бер һалып елгәрәм. Йәш саҡтағы ул уаҡиғаларҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды, иллә был ғәҙәттән тыш хәл тәүге тапҡыр.
- Ярай, хеҙмәт батырлыҡтарыңды икенсе ваҡыт, аулаҡта һөйләрһең, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, абзый, һинең тәҡдимде ишеткем килә?
- Әгәр теге ҡарт кәзәне шул килеш ҡалдырып китеп барһаҡ? Беҙ уға барыбер бер ниндәй ярҙам да күрһәтә алмайбыҙ.
- Телең ни һөйләгәнде ҡолағың ишетәме? Ул тереме, әллә үлеме икәнлеген әлегә бер кем дә белмәй, иҫбат итмәгән, справка-фәлән яҙмаған!
- Вапше-то, дельное замечание яһайһың, аҙаҡтан һиңә администрация тарафынан һүҙ тейәсәк, юҡ тигәндә выговор сәпәүҙәре, в крайнем случае эштән алып ырғытыуҙары ихтимал.
- Улары - однозначно!
- Былай итәйек, - Кәли ҡәтғи ҡарарға килеп, ҡылыс менән һелтәнгәндәй ҡулын болғаны, - әгәр бабка на самом деле үлгән икән, мәйетте тейәп туп-тура, прямиком моргҡа алып барырға тура килер!
- Һуң морг был ваҡытта бикле лә баһа.
- Ҡарауылсы Баҙарғол ҡартта асҡыс, уға тапшырырбыҙ.
- Ҡытай философы һәр ваҡыттағыса төплө, аҡыллы фекер йөрөтә, тик әтнәкә шунда, пациент мунсанан сыҡмаған, тинем дә баһа!
- Тамам башты бутаның, асыҡлыҡ индер, әлеге мәлдә ул ниндәйерәк статуста, үҙең үлеп ҡалғанлығын әйттең, хәҙер килеп пациент, тиһең?
- Ярай, һинеңсә булһын, уны шартлы рәүештә әлегә живой труп, тип атайыҡ.
- Понятны, уны мунсанан кем сығарыр?
- Бында һин дә мин, был сетерекле эшкә лайыҡ башҡа кандидатураларҙы күрмәйем. Хөрмәтле Конфуций, носилканы ал да киттек!
- Исем таҡҡасың үҙең генә маташтыр, был мәшәҡәт һинең баш ҡайғыһы, минең төп эш - рулде борғолау! - Тәҙрә быялаһы күтәреп ябылды.
Ишекте туҡылдаттым:
- Кәли Вәлиевич, шәп кешеһең бит, ызнамы алыштырғыһыҙ уҙаманһың, ысын йөр-әктән әйтәм, һинһеҙ никак!
- Шулай тип ҡотол, атыу бер туҙына башлаһам мине ипкә килтереүе еңел түгел! – Тыңҡыш, бирән ҡорһаҡлы кәүҙәһен кабинанан еңел тәгәрәтеп төшөргән водитель уйланғандай итте. – Төп бәлә шунда, яҡын ара булғас алып тормағайным, носилка теге, икенсе машинала киткән, әлеге мәлдә уның ҡайһы тарафта йөрөгәнлеген беләһең. Ҡасан ҡайта бит әле ул.
- Тәжрибәле имеш, ары ни ҡылабыҙ?
- Машинаны ремунтлағанда түшәп йөрөгән мазутлы одеялым бар барлыҡҡа, тик шуныһы - стерильный әйбер түгел.
- Живой трупҡа бара, ал шуны!
Теге, шылтыратҡан ир, бәләһенән баш аяҡ, типтер инде, һыуға һеңгәндәй юҡҡа сыҡ-ҡан. Картуфлыҡ осондағы нөктәләй уты йызылдаған мунса яғына һалынған берләм ҡар һуҡмағынан эйәртенешеп бата-сума барабыҙ. Таҡтанан әтмәләнгән соланға инеп төртәләнеп йөрөп тотҡаны табып ишекте шар асып ебәрҙем. Һалҡын пар күҙ асҡыһыҙ боҫ хасил итте лә быялаһыҙ елпелдәк шәмде һүндереп үк ҡуйҙы.
Күҙгә төрткөһөҙ ҡараңғыла ҡара бесәйҙе эҙләгән диуана хәлендә тороп ҡалдыҡ. Өшөксән Кәли артындағы ишекте шартлатып япты. Аяҡтарымды ипле шылдырып баҫып, тома һуҡыр кешеләй ҡулдарымды ян-яҡҡа йәйеп эс яҡҡа үттем, көрәктәй ҡул яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡыптыр инде, пальто тышынан кейелгән халатымдың билдегенә сат йәбешкән. Танауға соляркаға болғанған ҡайын миндегенең ҡырҡыу еҫе бәрелде. Ҡайһы тарафҡа боролорға, уңғамы, әллә һулғамы? Аптыраҡ. Шулай ҙа ни ҙә булһа эшләргә кәрәклекте тойомлап һүҙ ҡуша һалдым:
- Кәли Вәлиевич?..
- Эһ-һ-һ... Ну?
- Үҙеңде нисек тояһың?
- Еҫ тейеп өлгөрмәне, живой, кое-как двигаюсь пока...
- Һин хәҙер итәктән тотҡан малай һымаҡ миңә ыҫмалалай йәбешеүеңде ҡуйып, эләүкәне эҙләп тап та һәр таҡтаны һыпырып ҡапшап сыҡ!
- Аныҡ ҡына итеп төшөндөр, подрядмы?
- Эҙләгәнеңә юлыҡҡансы. Ә мин тубыҡланып йөрөп иҙән буйын һәрмәштерермен. Логикаға ярашлы, беҙҙең өсөн ҡәҙерле әбекәйебеҙ бер ҡайҙа ла сығып ҡасмаған, ул бында!
Еүеш иҙәнде буйлап дүрт тағанлап йөгөнөкләй торғас бер аҙҙан салбарымдың тубыҡтары еүешләнеүен тойҙом, тын алғыһыҙ эҫелектән арҡам буйына тир бәреп сыҡты, усым менән тымбаҙаған маңлайымды, биттәремде һыпырҙым. Уңғансы һабынлы иҙәндәге тасҡа яңылыш баҫҡан Кәли таһыр ҙа тоһор килеп йығылып та китте. Йәнде ашаған хәүефле тынлыҡ.
Ҡурҡыуға ҡалып һорай һалдым:
- Ни булып китте, абзый?
Бер аҙҙан ауыр мышнау ҡолаҡҡа салынды:
- Уй билем... Үлдем...