

Армиянан ҡайтыу менән, ял да итеп тормаҫтан, Ейәнсура районы Иҫәнғол дауахана-һының “Тиҙ ярҙам” станцияһына фельдшер сифатында эшкә төшөп, дөйөм ятаҡтан урын таба алмағанлыҡтан, тар ергә таяу булып, ҡыҫынҡы ғына бер бүлмәле фатирҙа көн иткән бер туған апайҙарҙа туҡталдым. Бәләкәй генә, өҫтәл менән һауыт-һаба шкафы илла аллаға һыйған аш бүлмәһендәге иҙәндә йоҡлап йөрөйөм. Ҡолғалай һонтор буйымды көскә һыйҙырып түшәккә ятһам, өҫтәл аҫтына тығылған башым стенаға тейә, аяҡтарым йылылыҡ батареяларына терәлә, әйләнеп-тулғанып йоҡлау хаҡында хыялланырға ла ярамай. Смена графигым көн аша ҡуйылһа ла әлегә бында, яңы урында ят кеше булараҡ, мау-ыҡтырғыс, ҡыҙыҡтырғыс башҡа шөғөл тапмағанлыҡтан, тәүлек әйләнәһенә өс ҡатлы ит-еп төҙөлгән дауахананан ҡайтып инә белмәйем. Станциялағы дежурство мәлендә ике бригада эшләйбеҙ, береһе район үҙәген хеҙмәтләндерһә, икенсеһе, алыҫҡа рейс, тип аталғаны тирә-яҡтағы ауылдарға сығып китә. Олонан ҡубып бригада тигәнем, водитель дә фельдшер инде. Мин икенсе төркөмдә, шулай булыуға ҡарамаҫтан ҡайҙа ғына саҡырһалар ҙа был минеке түгел, тип, айырып ваҡланмай шунда уҡтай атлығырға әҙермен. Йәш, дәртле, диңгеҙ тубыҡтан саҡ, ике донъя, бер мөрйә, зимагор башым берәҙәк булғас башҡа бошонорлоҡ сәбәп тә юҡ. Тағы үтә лә талымһыҙмын, әрһеҙмен, наҙланып, һайланып маташмайым, хәләл ризығымды ейгәндәй көнөнә өс тапҡыр ауырыуҙар менән бергә ултырып эсем һыртыма сыҡҡансы туҡланам, бүлектәрҙәге палатала берәй буш карауат табыл-һа шунда ятып йоҡлайым, бер һүҙ менән әйткәндә дауахана тереклек иткән икенсе йортома әүерелде.
Минең менән пенсия йәшенә еткән Кәли ағай, ейәнсуралар һөйләшенә ярашлы, абзый, эшләне. Водитель булып, һанһыҙ оҙаҡ йылдар. Уның ҡасан бында килгәнлеген бер кем дә аныҡ ҡына итеп әйтә алмаҫ. Шешенке бит-йөҙө бешеп етмәгән сейәләй алһыу ҡы-ҙғылт, яҫы маңлайлы ҙур башындағы һирәк сәстәре көрән ерән, ҡылсыҡлы арыш башағын хәтерләткән өтөрөй ҡаштары аҡһыл һары, яҫтыҡланыбыраҡ торған күҙ ҡабаҡтары аҫ-тынан ҡараған күҙҙәре салт аяҙ күк йөҙөләй зәңгәр ир ине, татар милләтенән, холҡо бәғзе берәүҙәр өсөн түҙеп торғоһоҙ ауыр, кешеләр менән аралашыуы – туҡтай белмәй ләңкелдәгән сәүек эткә тартым. Саманан ашҡан ыуаҡай мыжыҡлығын, урынлы-урынһыҙ сафсата һатырға әүәҫлеген, бәйләнсек йәбешкәклеген иҫәпкә алып уны һыртынан Клей, Кащ-ей, Конфуций тип йөрөттөләр. Бер үҙенә өс ҡушамат. Ни тиклем генә эт ҡайышы, тиһәң дә, шул, ҡайҙа ла һыйышһыҙ этйығыш абзый мине яҡыны, тиңе итеп күрҙе. Ҡайһы саҡ эш барышында йөндәрен ҡабартып талашҡан эт менән бесәй ише кәзекләшеп китһәк тә, ни тиһәң дә юл аҙабын, ыҙаһын бергә күрәбеҙ, кисерәбеҙ бит, тиҙ арала ярашып, килешә инек. Алғараҡ китеп шуны ла өҫтәйем, ҡатыны үлеп ҡалғанлыҡтан район үҙәгенең иң үҙәгендә ҡарағайҙан һалынған йортта яңғыҙы көн итә ине ул. Инһә лә, сыҡһа ла, тәғәмләнһә лә, йоҡларға ятһа ла, хет бүреләй олоһон, хет ҡарауыл ҡысҡырһын, яландай иркен өйҙә бер үҙе. Шуға шыҡһыҙ фиғелен аңларға, төшөнөргә, түҙергә, кисерергә мөмкин. Юл ыңғайы ҡайһы берҙә, сулала уға ингеләп сыға инем. Һуғылыуымдың сәбәбе лә билдәле, йәш, стажһыҙ хеҙмәткәр булараҡ алған эш хаҡым, ни тиклем генә тартып-һуҙһам да айы-ныҡы айына етмәй. Ашауҙан ғәйре ҡуҫтарланырға, ҡыҙ-ҡырҡынға сығым да сығарырға кә-рәк бит. Ә Кәли йомарт, киң күңелле, ҡырағаһыҙ, эскерһеҙ, ҡауҙыр кеше булараҡ йомош-омдо ылғый йомошлай, саҙаҡа там иткәндәй һуҙылған ҡулымды ҡоро итмәй. Инһәм йәлләпмелер тамағымды туйҙырып сығара, миңә, асмәйел ҡорһаҡлы ил хәйерсеһенә тағы ла ни кәрәк тиһең, шуныһы ла баштан ашҡан. Ҡабатлап әйтәм, абзый – торғаны менән үтмәҫ ағас игәү, торғаны менән ярыҡ барабан, торғаны менән Иҫәнғол кесерткәне. Абайламаҫтан ҡағылғанда тәнде уттай өтөп, яндырып һыулы күберсеү хасил иткән, ғәҙәти киндер үләненә оҡшаш кесерткән, Ер Шарының бер ерендә лә түгел, фәҡәт Иҫәнғол ауылының тирә-яғында ғына үҫә. Юғала барған, үтә һирәк осраған ошо үҫемлек йәнәһе лә Ҡыҙыл Китапҡа индерелгән. Кәли Вәлиевич Кәлимуллинды ла хаҡлы рәүештә ҡабатланмаҫ, үҙе-нсәлекле зат булараҡ ағыу ҡаяулы кесерткәнгә ҡушып шул китапҡа теркәргә мөмкин. Вызовҡа тип кәрәк-ярағымды алып кабинаға сығып ултырыуым була, был шаҙра төшкән табаҡтай быжыр биттәрен ризаһыҙ йыйырып, теге, яҫы маңлайындағы һырҙарын сырыш-тырып, йыйырып, булыр-булмаҫ кармауай картуфтай ҙур танауы аҫтынан мөжөлдәргә лә тотона: “ Теүәл йыл самаһы була инде, карбюратор барахлит, әллә ҡый һыҡыған, әллә тамам эшлектән сыҡҡан, шуртым белһен, сөскөрә лә бышҡыра, глау врачҡа инеп күпме әйттем, күпме инәлдем, ыжламай ҙа ҡырҡһаң ҡаны сыҡмаҫ һаран, эскерәгә, ыжмут... Тә-гәрмәс резиналары килеп тороп иҫке, серек сепрәктәй йыртылырға ғына торалар, бына күрерһең, бер көн килеп ҡайта алмай юлда ултырып ҡалырбыҙ әле... Был да булдымы пагуҙа, яҡшы хужа этен тышҡа сығармаҫ мәлдә йөрө инде, энә йотҡан берәҙәк эттәй темеҫкенеп... Көндөң рәте киткәс йоҡом ҡасты, килеп тороп төн оҙоно бил, быуындар һыҙл-ай, минең хәлгә ингән һинән башҡа тағы кем бар тиһең?.. Тиҙҙән нәкәнис оҙаҡ көттөргән пинсиәгә сығам, эш хаҡым минималка кимәлендә тәғәйенләнгәс у пинсиә, тигән нимәне ус яларлыҡ ҡына итеп бирерҙәр инде, шул баҡыр тиндәрҙе хисаплап, осто-осҡа ялғап, салбарҙың тубыҡ өлөшөн ҡырҡып алып оса тәңгәлен йүрмәп кеше көнөнә ҡалып йәшәлер инде, әбидне, дасадны. 80-се йылда әбизәтелне коммунизмда йәшәйәсәкбеҙ, тип алдаш-тырҙы аҙым һайын, ҡасандыр ил башлығы булған Хрущев, бындай барыш менән барһа, йәшәрһең йәшәмәй ҙә, ауыҙын киңерәк итеп асып тот ҡапсығыңды...” Табылып ҡына тора тел сарларға сәбәбе. Ә миңә уның аһ-зары кәрәк тә, ҡыҙыҡ та түгел, напарнигымдың һөйләгәне бер ҡолағымдан инә, икенсеһенән сыға. Кәли абзый нишләп, былайтып, башы менән түгел, аяҡтары менән килеп, йонсоп, яҡты донъяға ваҡытһыҙ тыуғандыр, этләнеп, ыҙаланып көн итәлер, билдәһеҙ.
Станцияның һәндерәгә оҡшаған дермантин кушеткаһына ҡырын ятып әүелйей генә башлағайным, ете төн уртаһы ауғас сираттағы вызовҡа саҡырҙылар. Иҫәнғолдың ҡайһылыр урамындағы бер ҡарсыҡҡа мунсала ҡаты итеп еҫ тейгән. Ҡалын, гөрөлдәк тауышлы кемдер ҡабалан шылтыратты ла шунда уҡ трубканы ырғытты. Тегендәге хәл ҡатмарлылыр, ҡырҡыуҙыр, кисектергеһеҙҙер, күрәһең. Төн уртаһында иҫе бар, аҡылы теүәл кеше мунсала йыуынамы икән, тип, йоҡомдан айный алмай оҙон итеп иҫнәп, бер килке хайран ҡалып ултырҙым. Оҙаҡҡа һуҙмай машинаны саҡыртып, сумаҙанымды алып, телефон төбөн һаҡларға эргәләге терапия бүлегенең шәфҡәт туташын ҡалдырғандан һуң кабинаға йәлт итеп сығып та ултырҙым. Кәли абзыйым иләмһеҙ йөҙөн йәмерәйтеп тағы ла көйһөҙ кейәүҙәй ыжый-мыжый ҙа башланы:
- Ниңә ҡысымаған ереңде тырнайһың улайтып, был беҙгә ҡағылышлы вызов түгел дә баһа!
- Һуң икенсе машинаның кистән үк ауылға сығып киткәнлеген беләһең. Бурыстарыбыҙ уртаҡ, һинеке-минеке, тип һатыулашмайыҡ.
- Һатыулашырға йыйынмайым, әммә әйтәм.
- Сменала кем старший?
- Һин инде старший, һин инде ҙур начальник! Ошоғаса күп фельдшерҙар менән эшләргә тура килде, иллә һинең һымаҡ ыңғайы бер алып һуҡҡан алабарманды тәүләп осратыуым.
- Осраттың бит, осратҡас һыҡтама!
- Мужыт бер аҙыраҡ көтөрбөҙ?
- Беҙ көтөрбөҙ ҙә ул, ауырыу көтмәй!
- Тәртәгә инмәгән, томолдороҡ кеймәгән тайҙай үтә етеҙһең, старший, кәрәккән-кәрәкмәгәнгә тыбызыҡлап осоп-ҡунаһың, дыуамаллығыңа барып дистанция тота, абруй һаҡлай белмәйһең! Шылтыратыуҙан һуң иң аҙ тигәндә ярты сәғәт тирәһе көтөргә, пауза яһап алырға кәрәк, был беҙҙең көндәлек эштә яҙылмаған инструкция иҫәпләнә. Шул, көткән уаҡытта ауырыуҙы ҡайһылыр кимәлдә әҙерләп өлгөрәләр. Һинең ике ҡулыңа ике генә эш ҡала, йә урында беренсе ярҙамды күрһәтәһең, йә ҡулыңдан килмәҫтәй булһа пастрадавшийҙы үҙең менән балнисҡа алып бараһың. Тихы едешь, дәлше будешь, беҙҙеңсә итеп әйткәндә, ашыҡҡан ашҡа бешкән, шуны һис ҡасан онотма!
- Кәли Вәлиевич, бәлки һөйләшмәй генә барырбыҙ, ә?
- Ну как хочешь, бер килеп һөйләшкең килер ҙә мин генә булмам!
- Ҡайҙа булырһың?
- Пинсиәлә ятырмын, эре генә түшәмгә төкөрөп. Минең һымаҡ пиридауай водителде глау врач карбюраторын, тәгәрмәстәрен биреп тә таба алмаҫ әле, вот увидишь, һин дә йөрөрһөң абзыйыңды һағынып, юҡһынып!
Үсегешкәндәй водитель фара яҡтыртҡан юлға ҡарап тексәйҙе, мин һыртымды ҡуйып ситкә боролдом.
Ауыл ҡырындағы урамдарҙың береһендәге Эйек йылғаһының ярына һаҡҡан, ҡарлуғас ояһылай ыҡсым, тәҙрәләрендә уттары балҡып янған теге йортто тиҙ арала эҙләп таптыҡ. Тәрән ҡарлы ғинуар уртаһы. Селлә. Өтөп алып барған сасҡау һыуыҡтан салт аяҙ күк йөҙөндәге ҡыйыҡ ай, һанһыҙ йондоҙҙар Йыһан түшәменә йәбешеп ҡатҡандар төҫлө, ә инде ерҙәге һалҡынлыҡтың хатта зыңлаған тауышы ла ишетелә һымаҡ. Эт өргәне ҡолаҡҡа салынмай, тимәк тартынмайынса, һипһенмәйенсә инергә мөмкин. Йорт алды, ҡапҡа ауыҙы таҡыр итеп ҡырылған, һеперелгән, хужа егәрлелер. Бәләкәй урам ҡапҡаһын асып, ишек алдына инеп, күтәрмәнән күтәрелеп бикһеҙ ҡалдырылған йорт ишеген туҡылдаттым. Яуап биреүсе юҡ. Аш өйгә индем, төпкө яҡҡа күҙ ташланым, бер кем дә күренмәй. Бына ғәжәп, ни хәл был? Шул мәл артымда аяҡ тауыштары ишетелде. Инеүсе йәш ир мине танып өлгөргән булһа кәрәк, тупһа ауыҙынан уҡ лауылдап сәләмләне:
- Һаумыһығыҙ!
- Һаумыһығыҙ, һеҙ кем булаһығыҙ?
- Инәйҙең күршеһе, өйөбөҙ телефонынан мин шылтыратҡайным!
- Аңлашылды. Еҫ тейгән инәйең өйөндә күренмәй, ҡайҙа һуң ул?
- Ҡайҙа булһын, мунсала ята!
- Ошо мәлдәме?! – Ваҡыттың үтә һуң икәнлегенә ишаралап ҡорғандары асыҡ тәҙрә яғына баш һелктем.