АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
7 Декабрь 2023, 03:27

Һатыбалды (Хикәйә) Хәйҙәр Тапаҡов. Дүртенсе киҫәк. Аҙағы.

       Сығыш тамамланғайны, моң тәьҫиренә сорналып, юғалып ҡалған халыҡ, сихри арбалыуҙан ҡапыл уянғандай гөрләтеп ҡул сабырға керешеп китте: “Афарин, егет, ҡулыңдан һөйөн!” тигән ауаздар ишетелде. Гармунсы сәхнә артында юғалғайны оҙаҡ алҡыштар ме-нән һорап, талап итеп кире сығарып алдылар. Ялынтманы Һатыбалды, гармунының күреген киң итеп тартып ебәреп дәртле бейеү көйөн һыҙҙырғайны, шуны ғына көткән Зөһрә, өҫтөндәге еңел пальтоһын сисеп ултырғыста ҡалдырып, зал алдындағы майҙансыҡҡа сығып дәртләнеп бейергә төшөп китте.

Һатыбалды (Хикәйә) Хәйҙәр Тапаҡов. Дүртенсе киҫәк. Аҙағы.Һатыбалды (Хикәйә) Хәйҙәр Тапаҡов. Дүртенсе киҫәк. Аҙағы.
Һатыбалды (Хикәйә) Хәйҙәр Тапаҡов. Дүртенсе киҫәк. Аҙағы.

Шулайтып урман тормошо менән йәшәгән Һатыбалды ваҡыт үтеү менән ғәҙелбайҙарға бөтөнләй сит-ятҡа әүерелде, ошо арауыҡта үҙенә генә хас тормош рәүешен үҙләштерҙе, үҙе генә белгән телдә Еҙтырнаҡ, ҡырҡырға әҙерләнгән, ҡырҡылып ауған ағастар, оялары туҙҙырылған ҡырмыҫҡалар, кирза итектәр иҙгән үләндәр менән һөйләште, уларҙы йәлләне. Ул моғайын да был донъяға яңғыҙ йәшәү өсөн генә тыуғандыр, ул бер кемгә танһыҡ та түгел, ул уларға кәрәкһеҙ һәм артыҡ. Уның ҡарауы үләндәр, япраҡтар, бөжәктәр телен һиҙгер йәне аша үткәреп ауырлыҡһыҙ аңлай һымаҡ.

 Буй еткергән, бил нығытҡан, ары уҡып диплом алған тиңдәштәре Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайттылар ҙа ҡайһыныһы ситтә, ҡайһыныһы ауылда өйләнеп, класташ ҡыҙҙары иһә кейәүгә сығып ғаилә ҡорҙолар. Ә ул тиңдәш ҡыҙҙарға яҡынларға, уларға һүҙ ҡушырға ҡыйманы, тартынды, оялды. Бер тапҡыр ауыл кибетендә һатыусы булып эшләгән теге класташы, парталашы Зөһрә урамда тап итеп, туҡталып хәбәр ҡушырға иткәйне, ошоғаса күҙгә эленмәгәнлектән ҡапыл юғалды ла ҡалды. Башын эйеп, ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, аяҡтарын алмаш-тилмәшләп бурҙаттай ҡыҙарҙы иң әүәл, шунан ыҡ-мыҡ иткәс һорауҙарға яуап ҡайтарып та аҙапланмай ҡыҙҙың янынан китергә ашыҡты. Йүгерә-атлай алыҫлашҡайны, аяғы көтмәгәндә юлдағы туҙан эсендә ятҡан ташҡа эләгеп һөрлөктө лә китте. Ҡарһаланып күтәрелгәйне, Зөһрә йүгерә-атлай янына килә һалып етеп етеҙ, йомшаҡ ҡулдары менән өҫтөн ҡағырға керешеп китте лә саң ҡунған тирле маңлайын ҡайҙандыр хуш еҫле ҡулъяулыҡ килтереп сығарып һөртөштөргәс яғымлы төбәлеп йылмайҙы: “ Һин үтә лә һәйбәт егетһең Һатыбалды, аҡыллыһың, ғәҙелһең, эшсәнһең. Үҙеңде һис ҡасан ситен итеп тойма йәме? Был донъяла тормош тарафынан ҡыйырһытылған, бөтөнләй яңғыҙ кеше булмай. Ул кемгәлер кәрәк һәр саҡ, шуны онотма...”

       Ошо яғымлы, наҙлы һүҙҙәр йән кереткәндәй итте, ул кеҫәһендә бер килке соҡонған-дан һуң һарғайып бөткән ҡағыҙ киҫәген килтереп сығарып ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына итеп һондо:

            - М-м-мә-ә-ә...

            - Нимә ул, Һатыбалды? - Аптырауға ҡалған ҡыҙҙың ҡыйғас ҡаштары юғары сөйөлдөләр.

            - Ней, ҡа-ғыҙ...

            - Ә ул ҡағыҙҙа нимә бар һуң?

            - У-у-ун-да ши-ши-ғыр яҙылған...

            - Бына көтөлмәгән яңылыҡ, һин шиғырҙар ҙа яҙаһыңмы ни әле?!

            - Яҙ-ам... үҙемә тип...

            - Ҡайһылай ҙа һәйбәт!

            - Ә бы, һи-ңә...

- Әле мин эшкә китеп барам, ҡайтырмын да уҡырмын, йәме?

            - Уҡы! Ихлас яҙылған ул, ысын күңелдән, саф йөрәктән! - Ғәжәпкә ҡаршы был һүҙ-ҙәр ап-асыҡ, шып-шыма әйтелделәр.

            - Китсе Һатыбалды, ышанғы ла килмәй, ҡайһылай ҙа матур һөйләшәһең! – Зөһрәнең былай ҙа алһыу йөҙө гөлтләп тоҡанып китте. - Һин үҙеңә үҙең, шунан миңә ышан, шул сағында бөтәһе лә һәйбәт һәм ыңғай буласаҡ! - Ҡулындағы сигеүле ҡулъяулыҡты уның усына йомдороп йүгереп китте лә ҡайырылып, яратып ҡарап ҡулын болғаны.

       Бер көн ярты яғына аҙыҡ-түлек, икенсе яғына көнкүреш тауарҙары ҡуйылған ауыл кибетенең түренә һатыуға тип талъян гармун килтереп ҡуйҙылар. Бик тә күрмәлекле әйбер ине ул; уң яғындағы телдәр аҡ һөйәктән эшләнгән, һулаҡай яғындағыһы саф көмөштән, төҫһөҙ лакҡа ҡатырылып һары ағастан ҡоршалған ҡабырғаларына сәскәгә оҡшатып, ҡыландырып һырланған маҡбал беркетелгән, күректәре шау сәскә туҡыма менән ҡапланған, торғаны бер сағыу уйынсыҡ инде, күҙҙе ҡыҙҙырырлыҡ тәсәй! Бына йәтеш, һылтауын табып инеп сығыу өсөн бер сәбәп. Һатыбалды эштән ҡайтышлай мотлаҡ кибеткә һуғыла, ә унда инде һатыусы Зөһрә уны шат йылмайып ҡаршы ала. Оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ торалар, Һатыбалды ҡыҙға төбәлеп-төбәлеп ала, тегеһе шөғөл булмағанда шөғөл табып кәштәләрҙе тәртипкә килтерергә керешеп китә лә эш араһында уға үҙһенеүле һирпелеп алғылай. Берауыҡтан Һатыбалды ҡарашын хромкаға йүнәлтә. Аҙна тирәһе шулай ҡабатланғас бер көн егеттең теләген һүҙһеҙ ҙә аңлап өлгөргән Зөһрә үрелеп алып талъянды уға тотторҙо:

            - Был һиңә, Һатыбалды! Аҡсаһын эш хаҡыңды алған һайын өлөшләп килтереп түләрһең, тултыра алмаһаң үҙемдекен өҫтәп торормон! Юғиһә уны малсы Айҙар бөгөн килеп алам, тине... Һөмһөҙ, һөйкөмһөҙ, бәйләнсеккә биргәнсе һиңә булһын! Йәнең көйлө-моңло бит һинең, шиғырыңды уҡып шуны аңланым.

            - Тимәк, минең ҡулымдан килә, гармунда уйнау, Зөһрә?! - Иҫең китер, был юлы ла тотлоҡманы.

            - Гармун телдәрен бармаҡтарыңда уйнатырһың, ышанам һиңә, ышанғас әйткәндәрем тормошҡа ла ашыр!  

   Ҡыҙҙың өмөтөн аҡларға теләгән Һатыбалды эшенән ҡайтыу менән өй тупһаларының асыҡ күтәрмәһенә сығып ултырып көн оҙоно гармунын тызҡылдатырға тотондо. Тыумыштан ҡолағына айыу баҫҡандыр күрәһең, гармунсының ҡатып бөткән һөйәлле бармаҡтарынан йүнле көй сыҡманы, ҡыйырһытылған, йонсотолған гармун илағандай ярһып сеңләне генә бары, шуғалыр уның тирә-һендә тибенгән ҡарт әтәс тауыҡтарын эйәртеп эргәләге картуфлыҡ буйына йәшенеп боҫто, ҡаңғылдашып-баҡылдашып, ем таптырып өй тирәһен маҙаһыҙ-лаған ҡаҙ-өйрәктәр ашауҙан яҙып һыу буйына ҡасып ҡараңғы төшкәнсе йылға буйында юғалдылар, башҡа ваҡытта тағылғандай артынан бер аҙым ҡалмаған ҡуштан Еҙтырнаҡ та сыҡмаҫ өсөн ояһына инеп бикләнде. Фәтхуллаға был шыҡһыҙ кәмит, бушлай концерт оҡшамағандыр күрәһең, бер көн ул яһилланып Һатыбалдыны өй эсенә ҡарай елтерәтеп уҫал лауылданы: "Башты тубал  итәһең, етте һиңә!" Юғалды Һатыбалды, көндөҙ тупһа ауыҙында күренмәй, төнөн билдәле инде шул ҡарауылына китә, әммә моҡсаһының эсенә ҙур ҙа, һалмаҡ та нәмә һалынғанлығын тойомларға мөмкин ине.

   Бөйөк Октябрь килеп етте. Күнегелгән ғәҙәт буйынса ул көн клубта ошо данлы датаға бағышлап яуланған еңеүҙәрҙе, артылған үрҙәрҙе тәфсирләп теҙеп мәктәптә физкультуранан уҡытҡан бүлексә парторгы Әҙеһәм һыу буйы һуҙылтып, оҙон-оҙаҡ доклад һөйләй, аҙаҡтан үҙешмәкәр түңәрәгендә йөрөүселәр концерт күрһәтә. Ҡарай барып танһыҡты ҡандырып, ялҡытып бөткән йыл әйләнәһенә ҡабатлана килгән тамаша: бер үк бейеүҙәр, йырҙар, шиғырҙар, тоҙһоҙ көләмәстәр. Ни хәл итәһең, нисек тә бер елкенеп алырға кәрәк бит, бары менән байрам, тиҙәр ҙә Ғәҙелбай халҡы күрмәлекле кейемдәрен кейеп алып клубҡа ашыға.

 Бына ауыл китапханаһы мөдире, клубта үткәрелгән барлыҡ тамашаларҙы ла алып барыусы, концерттарҙа инде алыштырғыһыҙ конферансье Маһисара йы-шылып бөткән номерҙарҙан һуң киләһен иғлан итте:

        - Сәхнәлә гармунсы Һатыбалды Дәүләткирәев сығыш яһай, халыҡ көйҙәренә паппури, ҡаршы алығыҙ! - Өҫтәп ҡуйыуҙы ла кәрәк тапты. - Халыҡ араһынан сыҡҡан талантты үҙем эҙләп таптым, бөгөн һеҙҙең алда сығыш яһарға көслөк менән күндерҙем!

     Тамашасылар бер-береһенә аптыраулы ҡараш ташлап тынып ҡалды, ошо мәлдә күп-тәрҙең башынан бер генә уй йүгереп үткәндер, күрәһең: “Кем сығыш яһай тине, теге мыҡым, һантыймы? Булмаҫ!.. Теңкәне ҡоротоп гармунын тызҡылдатырғалыр иҫәбе, талант имеш...”

   Бер ҡулына артһыҙ ултырғыс, икенсеһенә талъянын ҡыҫҡан Һатыбалды сығып баҫты ла тамашасыларға төбәлеп, килешле хәрәкәтләнеп еңелсә генә баш эйгәс сәхнә түренән урын алды. Өҫтөнә лә матур кейемдәрен кейгән, аҡ күлдәк, ҡара салбар, аяҡтарында күркәм ботинкалар, ошоғаса һирәк-һаяҡ тырпайып күренгән һаҡал-мыйыҡтарын ентекләп ҡырған, етек сәстәрен дә ҡупшы итеп киҫтергән. Мунсала йыуынғандыр, сыҡҡас хуш еҫкә ҡойонғандыр, шулай булмаһа алғы рәттәрҙә ултырғандарҙың танауына "Шипр" одеколонының ҡырҡыу еҫе кинәт килеп бәрелмәҫ ине. "Ағас күрке япраҡ, кеше күрке сепрәк", тиҙәр бит, Һатыбалды ла күҙ менән ҡаш араһында мыҡты кәүҙәле, һөйкөмлө йөҙлө егеткә әүерелгәйне. Бына ул ҡарашын алыҫ билдәһеҙлеккә йүнәлткәс гармун телдәренән етеҙ бармаҡтарын йүгертте лә башта сыңратып “Ауыл көйө”н уйнап ебәрҙе. Уйнаманы, йырҙың һәр бөгөлөн урын еренә еткереп һыҙҙырҙы, көйҙө яндырып-көйҙөрөп, ҡыуандырып-осондороп тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Бына кем икәнһең дә баһа, һин, Һатыбалды, күңелең, тотош йәнең йыр-моңдан ғына әүәләнгән түгелме?!. Баҡтиһәң һинең килбәтһеҙ һыныңа ҡайһылай ҙа ылыҡтырғыс йәм һыйған, ауыҙыңдағы түгел, йәнеңдәге телең һандуғастыҡына бәрәбәр!

       "Ауыл көйө"н "Умырзая", ә ул инде килешле генә итеп ҡоштар сыңың ишеттереп "Ҡайтығыҙ торналар"ға ялғанды.

      Сығыш тамамланғайны, моң тәьҫиренә сорналып, юғалып ҡалған халыҡ, сихри арбалыуҙан ҡапыл уянғандай гөрләтеп ҡул сабырға керешеп китте: “Афарин, егет, ҡулыңдан һөйөн!” тигән ауаздар ишетелде. Гармунсы сәхнә артында юғалғайны оҙаҡ алҡыштар менән һорап, талап итеп кире сығарып алдылар. Ялынтманы Һатыбалды, гармунының күреген киң итеп тартып ебәреп дәртле бейеү көйөн һыҙҙырғайны, шуны ғына көткән Зөһрә, өҫтөндәге еңел пальтоһын сисеп ултырғыста ҡалдырып, зал алдындағы майҙансыҡҡа сығып дәртләнеп бейергә төшөп китте.

    Аяҡтар түгел, йөрәк бейегәндә генә бына ошолайтып өҙҙөрә баҫып булалыр, моғайын. Сәхнәне Һатыбалды йәмләһә, залды Зөһрә үҙенең осоноп, онотолоп, бирелеп китеп бейеүе менән балҡытып ебәрҙе.  

       Был мәлдә алғы ултырғыста ултырған Сәғиҙә күҙ йәштәре аша сиратлап сәхнәләге улына, шунан залдағыларға күрегеҙ баламды, тигәндәй, һирпелеп ҡарап, йылмайыу аша түгелеп илай ине...

      Һатыбалды аяғөҫтө баҫты ла әле генә күргәндәй итеп иғтибарлап алдындағы кешеләргә төбәлде һәм ихтирам менән башын эйҙе.

      Оҙон ҡыш үтеп, ер-һыу кибеп, көндәр йылыға ултырған мәлдә һуңғы осорҙа урам тирәһендә күренмәһә лә ишек алдында мөштөрҙәп йөрөп ятҡан, ауырыу-һыҙланыуҙарын эсенә йома, йәшерә белгән Фәтхулла ике көн генә түшәктә ятып донъя ҡуйҙы. Ауыҙы тулы ҡан булһа ла уны яттар алдына төкөрә белмәгән ир ҡанлы төкөрөгөн эсенә йотоп үлеп китте. Тере саҡта ҡәҙерләмәһәләр ҙә, үлгәндән һуң һуңғы юлға оҙатырға, тип йәүкәләүҙе лә көттөрмәй ишек алдына, өй эсенә ҡатын-ҡыҙ, ҡәбер ҡаҙырға тип зыяратҡа ир-ат йыйылып китте. Фәтхулланың һуңғы васыятына ярашлы, Мөнир мулла ҡырҡа ҡаршы килһә лә сиҙәм ерҙәрҙе күтәргән өсөн бирелгән берҙән-бер миҙалды кәфен тышына ҡаҙ-анылар. Һатыбалдының инаныулы уйына ярашлы әҙәм балаһы ғүмер юлында йәненә ятҡан эш менән шөғөлләнеп шул ғәмәле менән үҙен дә, тирә-яғын да матурларға, йәмләргә тейештер ул, аҡса алдатҡыс күҙ ҡыуанысы бары, күңел аҙығы түгел. Ябай ғына ошо хаҡиҡәтте йәшәүе ахырында аңлағандыр, Фәтхулла, аңлағандыр ҙа дини йола, шәриғәт ҡануны ҡабул итмәҫ ҡарарға килгәндер.

       Ерләү мәшәҡәттәрен дә Һатыбалды алдан йүгереп йөрөп башҡарҙы; ҡәбер таштарын йүнләне, баш осона тигәнен соҡоп мәрхүмдең тыуған, баҡыйлыҡҡа күскән йылдарын, ай-ҙарын яҙҙы, иң өҫкә ярым айҙы эшләп ҡуйыуҙы ла кәрәк тапты, ары ләхет таҡталарының ҡырҙарын йышып әҙерләне, уны тамамлағас  зыяратҡа йүгерҙе, иң аҙаҡтан аят уҡылған мәлдә түмәләстең бер ситендә суҡайҙы. Бик ауыр ине уға, йөрәге әрнене, күңеле иңрәне, ни тиһәң дә яҡшымы-яманмы нисә йылдар бер ҡыйыҡ аҫтында көн иттеләр бит. Фәтхулла үлер алдынан уны янына ултыртып ҡуйып, гелән "һин" тип өндәшеүен ҡуйып ғырылдаҡ тауышланып уның исемен әйтеп былай тине: "Донъя һиңә ҡала, Һатыбалды, гел бына ошолай ғәҙел йәшә... Күпме генә тырышһаң да үҙең менән ғүмер буйы йыйғаныңдың тамсыһын да алып китеп булмай икән ул... Хаҡһыҙ рәнйеткән мәлдәрем күп булды, кисер, бәхиллә мине..." Ерләү эштәре тамамланғандан һуң, иң аҙаҡтан мулланың: "Мәрхүм ниндәй кеше ине?" тигән һорауына Һатыбалды башҡалаларға ҡарағанда ла ҡысҡырыңҡырап яуап бирҙе: "Һәйбәт кеше ине!"

       Мәрхүмдең етеһен, ҡырҡын уҡытҡандан һуң Сәғиҙә менән Һатыбалды барлы-юҡлы әйберҙәрен йөк машинаһына тейәп, Еҙтырнаҡты үҙҙәре менән алып, теге саҡ билдәһеҙ тарафтан килгән кеүек үк, билдәһеҙ яҡтарға күсенеп киттеләр. Күсенеүҙең сәбәбен берәү ҙә аныҡ ҡына итеп аңлата алманы, кемеһелер ситен йәшәүҙән ялыҡҡандарҙыр тине, бәғзе берәү ғәҙел көн итергә күнеккән Сәғиҙә менән Һатыбалды Фәтхулланың мөлкәтен үҙләштергеләре килмәгәндер, тине. Кеше күңеле ҡара урман, унда ниндәй уйҙар ҡайнашҡанын үҙенән башҡа кем генә белһен?!

        Бала-сағаһыҙ, туғандарһыҙ, һәр мәрхүмгә, шул иҫәптән уға тәғәйен кәфененә төрөнөп, рөхсәт ителмәһә лә хеҙмәт билдәһе миҙалын үҙе менән алып баҡыйлыҡҡа күскән Фәтхулланың ғүмер буйы тырышып-тырмашып йыйғаны һис кемгә кәрәкһеҙгә әүерелеп шаңғырап торҙо ла ҡалды.

     Тиҙҙән Зөһрә ҡапыл ғына эшенән сығып ауылдан сығып юғалды. Уның да ҡабул иткән ҡарарының асылына төшөүсе булманы.

     Бер ҡатлы, тыйнаҡ, моңһоу йылмайыулы, моңло йәнле Һатыбалды ҡайҙа һин? Сит-яттарҙы ҡабул итергә теләмәгән Ғәҙелбай ауылының матурлығы һинһеҙ бүҫкәреп, бушап, ярлыланып ҡалды һымаҡ. Сәйер исемле, тыйнаҡ холоҡло, башҡаларға оҡшамаған, башҡалар ише уйламаған, тормошто, әйәләнә-тирәне үҙенсә ҡабул иткән, тәбиғәттә үҫкән, тәбиғәт балаһы Һатыбалдыһыҙ.

      

  

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас