

Йәнәшәһендәге Зөһрә Һатыбалдының холҡон күтәрмәләп яҡлаһа, ул да үҙ сиратында ҡыҙҙы аҙым һайын әпәүләп кенә тора. Бер көн тәнәфес араһында яңғыҙ ҡалған Айҙар сәбәбен табып Зөһрәгә килеп бәйләнде бит, янынан киткәнен оҡшатып етмәгәндер, күрә-һең. Ҡыҙҙы бер яҡ ситкә ҡуйып икәү-ара көрмәкләшеп киттеләр. Ҡатмаҡ, беләктәренә көс ҡунып өлгөргән Һатыбалды бирешә буламы инде, Айҙарҙың яғаһынан бөрөп еңел генә итеп күтәрҙе лә залдағы стена менән мейес араһына быраҡтырҙы. Теге ҡыҫынҡы ергә салҡан ауғас бер килке тора алмай өйәҙәп, тырпырап ятты. Быны күреп өлгөргән Зөһрә еңеүсе ҡиәфәтендә иһаһайланы: “Хөрәсән, бынан бүтән беҙгә бәйләнеп кенә ҡара, кәрәгеңде алырһың!”
Өндәшмәһә, һорауҙарға яуап бирмәһә лә уны ауырлыҡ менән кластан класҡа күсерә килделәр ҙә, ниһайәт, йәше тулғас, мәле еткәс, тантаналы мәктәп лине-йкаһында ҡулына тулы булмаған урта белем алыуы тураһындағы таныҡлыҡты тотторҙолар. Уҡытҡан уҡытыусылары теңкәләрен ҡоротҡан аяҡлы бәләнән ҡыуанып ҡотолһалар, аттестатын оло байлыҡтай күреп ҡулына тотоп ҡайтып ингән улын өйөнән сыҡмай, тәҙрәнән күҙен алмай өңөлөп көткән Сәғиҙә уны оло хеҙмәт башҡарған кешеләй ҡаршы алып, бар һыйын уртаға ҡуйып, күркәм табын йүнәтте лә өҫтәл артына ултырғас нәҙек һөйәкле бармаҡтары менән йы-йырсыҡтар сыбарлаған маңлайын, бушаҡ биттәрен әпәр иткәндәй һыпырып еңел һулап ҡуйҙы: “Аллаға шөкөр, ҡотолдоҡ, йылдар буйы тырыша торғас мин алған ҡатырғаны һин дә алдың!” Сәғиҙә өйҙә ултырһа ла улының мәктәптә ыҙаланыуын һиҙеп-күреп йөрөгәнлектән уҡыуҙы тамамлау ваҡиғаһын үҙенекеләй яҡын күреп ҡабул итте. Әсе ҡапҡандай шаҙра йөҙөн һытҡан Фәтхулла мыҫҡыллағандай итеп, тәүге тапҡыр уның атаһының исем-шәрифен иҫенә тө-шөрөп, тумжыҡ танауы аҫтынан ризаһыҙ мығырҙап ҡуйыу менән генә сикләнде: ”Хөрмәтле Сәғиҙә Ишмырҙовна, шыма йомортҡала йөй күргәндәй таптың ҡыуаныс, малайың исмаһам төшкә ҡәҙәр мәктәптә юғалып тороп мине тыныслыҡта ҡалдыра ине, хәҙер көн оҙоно күҙгә төшкән сүптәй өй тирәһендә ышҡынасаҡ!” Кешене юғарыға сөйөү, йә түбәнгә ырғытып төңөлдөрөү өсөн бары бер һүҙ генә етә бит, йөҙө айҙай балҡыған Сәғиҙәнең йылмайыуы һүрәнләнде, шунан йыуып алғандай бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Ишәктең көсө хәләл булһа ла ите хәрәм, тиҙәр бит, Фәтхулла ла үгәй улын бары тик эшсе көсө итеп кенә күрә ине шикелле, шуға саҡ ҡына аяҡ яҙып ултырҙымы, шунда уҡ күҙгә төшкән сүпкә, әрәмтамаҡҡа әүерелә.
Һатыбалды диләнкәләге ҡарауылға теләп, ҡыуанып йөрөнө, наҡыҫ аҙыҡ һалынған моҡсаһын артмаҡлап кискә ҡарай йәйәүләп, һуйҙаңлата баҫып сығып китә лә иртәгеһен төш ауыуға ҡайтып та инә. Унда уға бер кем ҡамасауламай, бер кем иҫкәрмә яһамай, бер кем бәйләнмәй, килбәтһеҙ атлауынан, мөңгөрәп хәбәр һөйләүенән мыҫҡыл итмәй. Бында уға иркен һәм йән ирерлек ирәүән, рәхәт. Тар күңелле, көнсөл, бары үҙ мәнфәғәттәрен, хәл-тороштарын, ашау-эсеүҙәрен, тыныс йәшәүҙәрен ҡайғыртҡан кешеләрһеҙ рәхәт, сөнки улар, уның үҙаллы, тәбиғәткә берегеп көн итеүенә ҡамасаулайҙар, тәрәндән, киң даирәле итеп уйларға, йондоҙло Йыһанға йүнәлгән хыялдарына бирелергә ҡамасаулайҙар. Ә бында офоҡҡа йүгергән йәшел иркенлектә – мәңгелек урман, илаһи ла, серле лә тынлыҡ, уны уратҡан фанилыҡ тыныс, мөһабәт. Бында һәммәһе үҙе теләгәнсә йәшәй, береһе икенсеһен һис тә баҫымсаҡламай, яратҡан мөхитенән ҡыҫырыҡламай, бында ҡаҙынған, ҡымғырлаған, осҡан һәр йән эйәһенә, һәр үҫемлеккә иркен, ожмахҡа тиң сәхрә етерлек, бында һәр нимәнең үҙ урыны, тереклек итеү рәүешенә тап килгән мәғәнәле тәғәйенләнеше бар. Ана, һомғол ҡарағайҙар төпһөҙ күккә үрелгәндәр, моғайын да улар унда йөҙгән өрпәк болоттарға тағылып, урман ҡырҡыусы ғазраилдарынан, әжәлдәренән ҡасып, билдәһеҙ тарафтарға осоп китергә теләйҙәрҙер, бик тә теләйҙәрҙер. Тағы улар ҡайһылыр кимәлдә бо-рон заманда йәшәгән әҙиптең ижад ҡауырыйын хәтерләтеп тә ҡуялар. Бына үткер ҡауырый осо төпһөҙ күк-ҡараға манып алыныр ҙа аҡтан-аҡ болоттарға һәр кемгә ауырлыҡһыҙ уҡылыр шиғыр, йә шундуҡ көйләнер йыр ноталары яҙылыр төҫлө.
Кистәрен диләнке станында усаҡ ҡабыҙа ла сытырҙап янған ҡоро ботаҡтарға, юғарыға үрмәләгән ялҡын телдәренә төбәлеп эргәһендәге берҙән-бер йән эйәһе - тазы бурҙай, алғыр Еҙтырнаҡҡа көңгөр-ҡаңғыр, уныһын-быныһын һөйләп серләшергә тотона. Тегеһе аҡыллы күҙҙәре менән төбәлеп, оҙон аяҡтарын алға һуҙып һалып, уның килешһеҙ хәбәренә иғтибар ҙа итеп тормай аңлағандай итеп тыңлай, кеше телендә һөйләшә алһа яуап та ҡайтарыр ине, бәлки. “Еҙтырнаҡ, йән дуҫым, үтә аҡыллы, тоғро этһең, һинән бүтән был ҡырыҫ, мәрхәмәтһеҙ көнитмештә сер бүлешерлек яҡын кешем дә юҡ бит минең... Һәр кем был донъяла яратҡан шөғөлөн генә башҡарып йәшәргә тейеш, ә ысынбарлыҡта иһә, киреһенсә, яңылыш һөнәр һайлаған моңһоҙҙар, һәләтһеҙҙәр тота көнитмеште. Бына һин һунар эте була тороп Фәтхулланың ишек алдын һаҡларға мәжбүрһең, шуға ла юҡ-барға өргөң килмәйҙер, бәлки. Туғай-ҡырҙарға сығып йәнлек ҡыуырға теләйһең, тик кем менән һәм ҡасан? Бына мин өйләнеп күп балалы ғаилә башлығына әүерелеп тормош ҡора баш-лармын да, фотоаппарат һатып алғас мин, улым, һин өсәүләп сығып китербеҙ урман-ҡырҙар ҡыҙырып! Тәбиғәтте күрер, уға һоҡланыр, йәмле күренештәрҙе фотоға төшөрөп мәңгеләштерер өсөн генә сығырбыҙ, йәме, мылтыҡ аҫып ҡош-ҡорт аулау, уларҙың йәнен ҡыйыу өсөн түгел. Улар ҙа бит тере йән, йәшәһендәр әйҙә!.. Йәнә улымдың йәненә тәбиғәт матурлығын һеңдерер өсөн сығырбыҙ... Өйгә ҡайтып күренәһем дә кимәй у ысынын әйткәндә, Фәтхулла һәр аҙымымды күҙәтә, ерле-юҡта сәбәп табып, төймәләйҙе дөйәләйгә олғаштырып бәйләнергә әҙер, ауыҙыма ҡапҡан һәр ҡабымымды хисаплап утыра бит у өҫтәл артында, тамағымды таш итә... Бригадир, был иҫәүән иҫәпләй белмәйҙер, типтер инде үткән айҙа эш хаҡымдың яртыһын биреп еткермәне, асыҡларға иткәйнем дә, һин дә һөйләшә, ҡаршылаша беләһең икән дә баһа, тип ауыҙ йырған була. Һорағанымды ҡайтарманы тәки, әгәр эшеңдән риза бумаһаң, ана бара юлың, хәҙер үк ҡайтып кит, бөгөндән икенсе берәүҙе, иҫлерәкте, йылдамыраҡты табам, тип янай. Яуапһыҙ ҡалдым, ул эскесе хәсистән өндәшмәй ҡотолһаң да ярар әле. Бынан китеп ҡайҙа ғына барайым инде у, Еҙтырнаҡ, нисек уйлайһың, ә? Ҡайҙа барып морон төртәм, кемгә кәрәгем бар?.. Үгәй атай аҙым һайын һаҡау, тип кәмһеткән була, телем ҡаты буһа ла йәнем бай телле у минең, күңелемдән генә шиғырҙар ҙа яҙам ҡайһы берҙә, тик уны килештереп, тауышланып, башҡалар һымаҡ һөрәнләп һөйләр хәлдә генә түгелмен. Тағы минең мөңгөрәүҙе кем генә тыңларға теләһен?!.” Шиғырҙы кемгә арнаның тиһеңме? Зөһрәгә. Аҡыллы, һөйкөмлө ҡыҙ у. Ҡайһы саҡ үҙемде ярты кеше һымаҡ итеп тойоп китәм: ярты кәүҙә, ярты йөрәк, ярты йән, ярты кәүҙә. Ә икенсе яртым Зөһрәлә һымаҡ. Бергә ҡушылһаҡ теп-теүәл бер бөтөнлөк хасил итер инек тә бит, тик Зөһрә мине үҙһенер тиһеңме?.. Башымда яҙылған шиғырҙы тәртипкә килтереп, хаталыраҡ буһа ла ҡағыҙға төшөрөп Зөһрәгә тотторһам у ни тип яуап бирер ине икән, нисек уйлайһың, Еҙтырнаҡ?!.
Еҙтырнаҡ хужаһына күмерҙәй күҙҙәрен яндырып яратып төбәлә лә уның менән килешкәндәй, теләктәренә фатихаһын биргәндәй, ризалашҡандай итеп шың-шып ялбыр йөнлө башын ҡағып ҡуя.
Оҙаҡ ҡына шулай суҡайып ултырғас фуфайкаһын бөркәнеп, кепкаһын баш аҫтына һалып ҡырын ята ла йондоҙҙар сыбарлаған асманға төбәлә, шуны ғына көткәндәй Еҙтырнаҡ уға килеп һыйынып, арҡаһын терәп ята. Унан ниндәйҙер ихлас яҡынлыҡ, илаһи йылылыҡ килә төҫлө. Ҡайһылай ҙа сикһеҙ икән дә баһа был Йыһан тигәнең, ундағы йондоҙҙар-ҙың теүәл хисабына сыҡҡан, ете ҡат төпһөҙлөктөң иң төбөнә етә алған берәйһе бармы икән? Юҡтыр. Уларҙың һәр береһенә атама биреп бөтөрлөк тә түгел, унысама төрлө исемде ҡайҙан табып, аҙаҡтан хәтерләп бөтмәк?! Бер генә йондоҙҙоң исемен белә, таң алдынан ғына сағыу булып ҡалҡа, Зөһрә - йондоҙ, йәненә яҡын, ҡәҙерле йондоҙ. Ҡәҙерле буғанға ла, күр мине, һоҡлан, тигәндәй, яҡты, баҙыҡ яналыр әле у! Шул алыҫ йондоҙҙарҙа бындағы һымаҡ итеп, урман ҡырҡып, ағастарҙы үлтереп, береһе икенсеһен ситкә тибеп, ситнәтеп йәшәйҙәрме икән? Әллә унда икенсе, ғәҙелерәк йәшәүме? Улай тиһәң беҙ йәшәгән ауылдың атамаһы ла Ғәҙелбай, ә унда төрлө кешеләр йәшәй, игелеклеһе лә, игелекһеҙе лә, ғәҙеле лә, ғәҙелһеҙе лә бар, исем есемгә тап килмәй икән у ҡайһы саҡ... Юҡ, ул был көнитмештә, был көнитмештә генә түгел ошо ҡолас етмәҫ, ҡараш иңләмәҫ сикһеҙлеккә япа-яңғыҙы...
Шулай осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙарына бирелеп ята торғас Һатыбалдының күҙҙәре үҙҙәр-енән үҙҙәре йомолалар...
Иртәгеһен инде уны эшкә килеүселәрҙең, тоҡандырылған техниканың тауышы уята. Һатыбалды үҙенең ҡарауылсы икәнлеген күрһәтергә теләгәндәй тора ла эш башларға теҙелгән тракторҙар тирәһен, тележканы, ҙур ғына майҙанды биләгән деләнкәне урап сыға. Был мәшәҡәткә лә апаруҡ ҡына ваҡыт талап ителә. Уға иғтибар итеүсе, уны күҙгә элеүсе лә юҡ. Кемеһелер үҙ мәшәҡәте менән мәшғүл, бәғзеләре бер яҡ ситтә өйкөлөп тәмәке бор-хота. Ә бригадир инде ғәйепле, хатаһын таныған кешеләй эскелектән таушалған йөҙөн ғазаплы йыйырып уға яҡынланы: "Теге айҙа эшселәргә эш хаҡы етмәгәс биреп еткермәгәйнем шул... Был айҙа бер айлыҡ эш хаҡыңа өҫтәп түләрмен... Тағы, беҙҙән китмәҫһең, үткәндә кәйеф юҡта һуҡмыш баштан уйламайыраҡ әйтеп ысҡындырғайным... Арыу ке-шеһең һин Һатыбалды, һиндәйҙәрҙе бөгөн көндөҙ сыра яғып эҙләһәң дә табып булмаҫ әле! Иң мөһиме - бөгөнгө эскелек заманында айыҡ аҡыл менән йәшәйһең, һәм дөрөҫ эшләйһең дә, был йәһәттә һин минән юғарыраҡ та әле... - Дуҫтарса яурынынан ҡаҡты. – Эшең тамамланды бит инде, бар ҡайт!" Йәненә дәрт өҫтәлде, кәүҙәһе еңеләйеп киткәндәй булды, ул моҡсайын яурынбашына һалып Һарыналы Төбәк уйһыулығын, Һарытай яланын ҡырлатып үҙе һалған берләм һуҡмаҡтан ҡайтыу яғына ҡарай йүнәлде. Еҙтырнаҡ егәрлеләнеп алдан юрғалай; урман эсенә инеп юғала, унан сыҡҡас күҙенә эләккән кейекте ҡыуып аҙаплана, ары эйәреп осҡан һайыҫҡанды өрөп өшкөтә. Уға күңелле, сөнки белә, ҡайтҡас ояһы эргәһендәге сеүәтәгә һалынған һөйәктәрҙе кетерҙәтеп кимерәсәк, шунан тупһа күтәрмәһендә тәпәйҙәренә башын һалып ҡояшта ҡыҙынасаҡ. Һатыбалдының инде үҙ хәстәре, үҙ уйы, үҙ ҡайғыһы, диләнкәлә ишеткән йылы һүҙҙең ҡеүәте ауылға, өйҙәренә яҡынлаған һайын ҡайтышлана барҙы, ҡаштарын төйөлдөрҙө, йөҙөн йәмерәйтте, шулай булмай тағы, кемдең генә, танһыҡ әсәһен ҡушып иҫәпләмәгәндә, уны ят итеп ҡабул иткән биләмәгә ҡайтҡыһы килһен?! Ауылға инде лә башын баҫып, бер кем менән иҫәнләшмәй, бер кемгә ҡалҡып ҡарамай атланы. Күреүсе, сәләм биреүсе юҡ, әйтерһең дә ул юҡ, әйтерһең дә ул томан, күҙгә күренмәҫ, ҡараш эленмәҫ ел...