

Әҙәм балаһына һәр саҡ йәненә, булмышына тап килгән икенсе яртыһы, Хоҙай Тәғәлә юғарынан әшкәрткән һыңары кәрәк. Ни тиклем генә эшкә, көндәлек тормош хәстәренә күмелеп онотолорға тырышһа ла кеше ғүмере буйы яңғыҙы йәшәй алмай, иргә ҡатын ҡулы яраштырған аш-һыу танһыҡ гелән, ҡатын-ҡыҙ иһә ир иғтибарына, ярҙамына мохтаж. Ауылдарына оҫталыҡ эштәре артынан, ҡыйыҡ ябырға, тип һуғылған Фәтхулла менән яҡынайтыу теләгенән күршеләре ойошторған киске сәй янында танышып, дөрөҫөрәге икеһе өҫтәлдең ике осонда өнһөҙ-һүҙһеҙ ултырып, өҙә-йолҡа аралашҡайнылар, ир артынан оҙатырға сығып теләген әйтте, ә ул инде үҙ сиратында ризалашҡандай башын эйеп тыңлап торҙо. Иртәгеһен малайының аяҡ терәп ҡаршы килеүен дә иҫәпкә алмай, ҡойон үҙәгендә әйләнгән юнысҡылай урынынан ҡубып, Һатыбалдыны етәкләп, Еҙтырнаҡты эйәртеп етәктәге быҙауҙай уға тағылды ла китте. Уның был аҙымын хупламауын белдергән бурҙай ҙа ояһына боҫто, ҡуҙғалыр көндә лә эйәрергә теләмәй бер килке аптыратты.
Булмышын кимергән ҡуңалтаҡ яңғыҙлыҡтан бер аҙ арынды һымаҡ, тик бәлә шунда – улы уның йәш сағындағы һымаҡ аяныслы торошта ҡалды. Һаты-балдыға хәҙер, быуыны нығынмаған үҫмер саҡта, терәк-таяныс, атай кәңәше кәрәк.
Төпкөлдә йәшәүселәр бер-береһенә ҡыҙ биреп, егет өйләндереп, бер һүҙ менән әйт-кәндә балаларын яҡындағынан, эргәләгенән яусылатып “башлы-күҙле” итеп, ҡоҙа-ҡоҙағый булып, туғанлашып бөтәләр ғәҙәттә. Ғәҙелбай йәштәре лә ауылдан китергә ашыға һалып бармай, яңы өй күтәреп, хужалыҡ нығытып инәләр ҙә ырыу араларын ишәйтәләр. Ырыу аралары, тигәндәй, улар бихисап: биреләр, сүтәрҙәр, өсбаштар, илаҡтар, тауайҙар, ҡыршыйҙар. Иҫәпләй китһәң күп инде. Һәр араның үҙенә генә хас, кешегә оҡшаш, ҡылыҡ-фиғеле бар. Мәҫә-лән, илаҡтарҙың ауыҙынан һүҙе сыҡһа күҙҙәренән йәш атылырға тора, сүтәрҙәр инде башҡаларҙы алдарына сығармай сутырҙығы сығып хәбәр һөйләргә әүәҫ, өсбаштар – аңын-тоңон, уңын-һулын абайлап ҡарамай барын күтәреп һуғыр алабарман, ҡыршыйҙар – һыҡһаң ҡаны сыҡмаҫ һаран һәм ҡырыҫ. Нисек кенә булһа ла ошо ырыу аралары береһе икенсеһенә берегеп, ҡатышып бер-ҙәм көн итәләр. Һауыт-һаба шалтыратмай донъя көтөү мөмкин түгел, талашып, тәмһеҙләшеп киткән мәлдәре лә була ҡайһы саҡ, мәгәр шау-шыуҙы кем етте шуға ишеттерә һалып бармайҙар, бәхәсте, иреш-талашты ыңғай, ғәҙел хәл итә белә ғәҙелбайҙар. Килмешәкте лә ҡатнашлыҡ ҡорҙарына теләкһеҙ генә яҡынлаталар, яҡынлатмаһалар – өмөт тә итмә, вәссәләм. Яҡынлатҡан хәлдә лә ауырлыҡ менән, билдәле арауыҡ үткәс, һынап, тикшереп ҡарағандан һуң.
Һатыбалды ла баштан уҡ ситкә тибәрелде. Берәй ерҙә күренә ҡалған осраҡта ауыл малайҙары уның артынан эйәреп, маймылланып үсекләне, таш менән һалмауырланы. Шуға ла ул һис ҡасан урам араһында күренмәне тиерлек, көндәр буйы ишек алдындағы тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ йорт хәстәрен башҡарҙы, шаптыр түгел ине ул, тотонғанын бөхтә, ҡуп-шы, йыйнаҡ итеп, урын-еренә еткереп башҡарып ҡуя. Йорт-ҡура тирәһендәге балта-бысҡы талап ителмәгән ваҡ-төйәк эштәргә битараф Фәтхуллаға бына ошондайыраҡ эшкә сымры, тешеккән, өнһөҙ-һүҙһеҙ хеҙмәтсе кәрәк тә.
Фәтхулла оҫталыҡ хәстәренән тыш ауылдан 10-15 саҡрымда ятҡан диләнкәне иртә яҙҙан ҡара көҙгә саҡлы ҡарауылланы, барып-ҡайтыу өсөн, уны гелән юл йөрөткән Тоғро ҡушаматлы туры бейәне екте. Сәғәтле эш түгел бит, быныһына ла, тегенеһенә лә өлгөрә. Ҡуң-алтаҡ кешегә бында ирәүән дә, ҡулай ҙа. Ул ҡарауыл эштәре менән генә булашманы, сул-ала үҙенең яғын ҡайыра ла белде, өҫкә ауып торған урмандан файҙаланмау - үҙе үк эшлекһеҙлек, булдыҡһыҙлыҡ билдәһе, шуға теләгән ағасын алып ҡайтты, ҡулланыуға яраҡ-һыҙ иҫәпләнгән йүкәне һуйып диләнкәнән алыҫ булмаған ерҙән аҡҡан Тиләк шишмәһенә һалабаш һалды, ҡалған-боҫҡанын яйын тап килтереп, саманан арттырмай, артыҡлап белендермәй генә һатты ла. Иҫәпһеҙҙең ҡуйы теүәл, тиһәләр ҙә, ҡырын эш бер күренмәһә бер күҙгә бәрелә, беленә ҡалған хәлдә урмансыларҙың бригадирын яйлап-майланы, “һулға” киткәндән килгән болдо теләкһеҙ генә бүлеште лә. Тағы Фәтхулланың бер ҡатлы бала фиғеленә тартым ҡылығы булды, яйы тап килгәндә сылбырлы тракторҙың кабинаһына инеп, рычагтарға эйәген терәп, биниһая ваҡыт билдәһеҙлеккә төбәлеп онотолоп ултыра. Хыялы менән һүнгән тракторҙы тоҡандырып, уға һабан тағып, сиҙәм ҡыртышын әйләндереп һалып ер һөрөргә төшөп китер ине лә, хәленән генә килмәй. Аҡтарылған ҡамыл-дан килгән иҫерткес тупраҡ еҫен һағына ине ул, һағына ине...
Ялан яғыныҡыларҙыҡы ине ул диләнкә. Ә уларға һәр саҡ тотонорға ағас, яғырға утын кәрәк. Йәй буйы эшкә ашҡандарын төҙөлөш материалдары итеп та-шыйҙар, кәкре-бөкрөләре лә ваҡ-төйәккә, кәрәк-яраҡҡа китеп бара. Бик теләһәләр ҙә диләнкәнән йыл әйләнәһенә ағас сығара алмайҙар, сөнки ялан яғына тура тартҡан, йөк ташыуға бик тә ҡулай Арҡыры Юл көҙгө яуым-төшөмдә техника үтә алмаҫлыҡ батҡаҡҡа әүерелә, ҡышын инде унда, йәнә урман эстәренә бил быуарҙан көрт һала. Шулай итеп былар, көн барышында эшләйҙәр ҙә, кис етһә, мотобысҡыларын, башҡа кәрәк-яраҡтарын тележкаға урынлаштырылған тимер будкала бикләп ҡалдырғандан һуң, техниканы бер яҡ ситкә теҙеп ҡуялар ҙа күмәге бер машинаға тейәлеп ҡайтып китәләр. Шулай итеп сылбырлы, тәгәрмәсле тракторҙар, тейәгестәр, эттергестәр, таҡҡыстар, ғөмүмән тотош диләнкә кистән алып таң атҡансы бикһеҙенә лә биклеһенә лә берҙәй күҙ-ҡолаҡ ҡарауылсының ҡарамағында ҡала. Көнө буйы тауыш алыштырмай эшләгән техниканың, мотобысҡыларҙың тонсоҡторғос төтөн борхотоп геүелдәүе, тырылдауы, ҡырҡылған ағастарҙың гөрһөлдәп ауыуы, балта тауыштары тынһа урман үҙенең күнегелгән көн итмешенә ҡайта: әле йығып өлгөрмәгән ағастар япраҡтарын елдә тирбәлтеп тын ғына шауларға, дөйөм хеҙмәт ығы-зығыһынан өркөп ҡасҡан ҡоштар яңынан уларға ҡунып бер-береһен уҙҙырып һайрарға, сутылдаш-ырға, бензин-солярка еҫенең баҫылыуын һиҙгән себен-серәкәйҙәр иркенләп безелдәшергә тотона. Шулай итеп ҡара урманда ҙур яһалма асыҡлыҡ хасил итеп баштағы таҙ табытын хәтерләткән диләнкә бер аҙға ғына тыныс тормошона ҡайта, һил утрауға әүерелә. Иртәгеһен таң менән теге, урман йығыусылар, ботаҡ ботаусылар яңынан килгәнсе.
Һәр эшкә әрһеҙ, арыу-талыуҙы белмәҫ сыҙамлы Һатыбалдыны Фәтхулла йыш ҡына үҙе менән диләнкәгә алыр булды. Унда инде ҡарауыллауҙан тыш башҡа эштәр ҙә етерлек. Эшкүрем Һатыбалды ни төпсөнөп, һәммәһенең төбөнә төшөп аныҡлап тормай, үгәй атаһы ни ҡушһа, шуны башҡара бирә. Йәше буйынса пенсияға сығып, оҫталыҡ менән шөғөлләнер, диләнкәләге ағас менән айпашыр көс-ҡарыуы ҡалмағас, биле ҡатҡас был артыҡ мәшәҡәтһеҙ эште, ни тиһәң дә күҙ алдында йөрөгән кеше бит тип, тулыһы менән үгәй малайына тапшырҙы, ҡарарын да һәр ваҡыттағыса өҙә-йолҡа еткерҙе: "Һин, теге, ни, минең урынға бараһың!"Туры алашанан да ҡотолдо, оҙаҡ йылдар юл аҙабын бергә кисергәнлектән Тоғроноң тоғролоғон лайыҡлы баһалап, тегенең муйынына үҙ ҡулы менән бысаҡ һалырға теләмәй, эйәр-өпсөн, сбруй, дуға-ҡамыт, арба-саналарына ҡушып арзан ғына хаҡҡа күрше ауылға һуғымлыҡҡа һатты. Картуф баҡсаһын ҡырлатып теҙелгән түмәр умарталарға ла хужалар табылды. Бәлйерәүен, эшлектән сығыуын ауыр кисерҙе Фәтхулла, эсенән һыҙҙы. Билдәле, хәҙер йорт тирәһендә эшкә ашмағас бик теләһә лә диләнкәгә йәйәүләп барып урай алмай, мәгәр ошоға саҡлы ҡулланғанының күҙ алдында, уның нәпсе күҙәтеүе аҫтында булыуы зарур, шуға, һуңғы сиктә, был бурысты теләһә теләмәһә лә Һатыбалдыға йөкмәтергә теләү уйы башында юҡтан ғына яралмағаны.
Фәтхулла, Сәғиҙә, Ғәҙелбай халҡы, уларҙың көнитмеше хаҡында һүҙ сыбалтып, унан-бынан тотоп хәбәр һөйләп бер аҙ онотолоп, ситләшеп киттем, буғай. Шулай итеп ары фәҡәт Һатыбалдыла ғына туҡталайыҡ. Сәйер исемле, үҙенсәлекле холоҡло, башҡаларға бер яғы менән дә оҡшамаған, башҡалар ише уйла-маған, ҡатмарлы тормошто, сетерекле хәлдәрҙе ябайлаштырып, һәүетемсә, кешеләрсә ҡабул иткән Һатыбалдыла, тәбиғәттә үҫкән, тәбиғәт балаһы Һатыбалдыла.
Бик тырышһа ла, булмаһа булмай икән ул, мәктәптә үтә лә насар уҡыны. Теүәл хисап, иҫәп һандары, геометриялалағы өсмөйөш, дүртмөйөш, түңәрәк-тәрҙең майҙанын үлсәү формулалары башына инмәне, өҫтәүенә, тылҡауыраҡ булғанғамылыр тел, һөйләү фәндәренән бөтөнләй биҙҙе. Бар белгәне – йылға аръяғындағы түңдә урынлашҡан ағас мәктәп менән ауыл араһын көн һайын кәлепләп тоташтырып, йүгерек болот күләгәһеләй ҡымғырлап, ялҡытҡыс, ек-һендергес дәрестәргә барып ҡайтыу, тик әтнәкә шунда, бирелгән һабаҡ ҡына башына инмәй ҙә, һеңмәй ҙә. Тел, тарих фәндәренән яуап бирергә, йә ма-тематиканан мәсьәлә сисергә, тип таҡта янына саҡырһалар теләкһеҙ генә сығып баҫа ла ерле юҡта ғәйепле кешеләй шундуҡ ҡыҙара бүртеп башын түбән эйә, бик тә ҡырбыуынына төшөп ныҡыһалар һорауҙарға ыҡ-мыҡ итеп яуап бирә башлай ҙа класташтары шау-гөр килеп көлөргә тотонһа тәҙрә аша алыҫтағы офоҡҡа, урман киртләстәренә төбәлеп телен йотҡандай һерәйә. Ни тиклем генә төпсөнөп, ҡайһы ерҙәрен үҙе һөйләп, йүнәлеш биреп, тырышлыҡ һалһа ла уҡытыусы уҡыусыһының аң-зиһен кимәлен бер нисек тә ҡуҙ-ғыта, фекер тотҡарланыуынан арындырып ысынбарлыҡҡа ҡайтара алмай, шуға Һатыбалдының яуабына бәләкәй генә өслө билдәһе ҡуйып урынына ултыртыуҙан башҡа сара ҡалмай. Шуныһына ла риза Һатыбалды, ул үтә ауыр мәшәҡәттән ҡотолғандай пинжәк еңенән апаруҡ сығып күренгән шау тарамыш сыбыртҡы ҡулдарын һалындырып, ҡыҫҡа балаҡлы салбарын тағы ла юғарыраҡ тарта төшөп, яуында күшеккән оҙон аяҡлы торналай һуҙа-һуҙа баҫып, арыҡ муйынын алға эйелдерә биреп артҡы рәткә йүнәлә лә, арыған кешеләй етек сәсле башын туҡылдатып партаға һала. Кластағы үҙаллы эштәрҙә башҡаса ҡатнашмай ҙа, өн дә сығармай, дөйөм ғәм, класта хөкөм һөргән белем мөхите уға кәрәк тә, ҡыҙыҡ та түгел. Моңһоу ҡарашы шул, алыҫтағы диләнкә яғында. Ул уйы менән ҡарҙың тиҙерәк иреп бөтөп Арҡыры Юлдың һурығыуын, ялан яғынан урман ҡырҡыусыларҙың ҡабаттан килеүен сабырһыҙланып көтә ине шикелле. Былайтып дәрестәрҙә йонсоғансы исмаһам тегендә ике ҡулыма бер эш булыр ине, тип тә хыяллана эсенән. Әрһеҙ, бәйлән-сек Айҙарҙан ҡасып эргәһенә үҙе теләп килеп ултырған Зөһрәгә йәшерен генә итеп күҙ һирпеп тә алғылай. Йыуаш, яғымлы ҡарашты тойған тегеһе лә ихлас йылмайып ебәрә, көсөргәнеүҙән төйнәлгән йоҙроҡҡа нәфис бармаҡтары менән ҡағылып та ала, бирешмә, йәнәһе, мин һинең менән! Шул хәрәкәтте генә көткән һөйәлле ҡул бәбәктәрен ҡояшҡа асҡан гөлдәй шунда уҡ яҙылып та китә. Эскерһеҙ ярҙам итә Зөһрә, гелән өйгә эштәрҙе асыҡтан-асыҡ күсерергә бирә, аңламаған ерҙәрҙе бармағы менән төртөп ҡат-ҡат төшөндөрә. Тағы ул таҡта янына сыҡһа арауыҡ аша булһа ла теләктәшлек күрһәтергә тырышып, алға уҡталып оса-ҡуна ултыра. Класта берҙән-бер яҡлаусыһының янында булыуы Һатыбалдының йәненә сикһеҙ рәхәтлек, белем тауына үрләрлек үк булмаһа ла ҡайһылыр кимәлдә яҡынларлыҡ көс-ҡеүәт бирә. Тотошлайы менән томана түгел түгеллеккә, хеҙмәт дәрестәренән, физкультуранан, рәсемдән уға лайыҡ бишлене ҡуялар. Рәсем дәрестәрендә тәбиғәт хозурлығын, урман кейектәрен, ҡоштарҙы, бөжәктәрҙе төҫлө ҡәләмдәр менән рәссам ише килештереп, һынландырып ҡуя. Өндәшеп бармаһа ла йәнә әҙәбиәт дәресен яҡын күрә, бигерәк тә шиғырҙар уҡырға ярата, уларҙы тотошлай тиерлек ятлап алып, ҡысҡырып түгел йөрәге аша үткәреп уҡый. Шиғыр уның өсөн матурлыҡ, нескәлек сығанағы, йән юғарылығы. Шул һүҙҙәрҙе теҙеп әйтеп яуап бирергә йыйынғайны бер тапҡыр, әммә ҡырыҫ уҡытыусы шиғырҙы ятлап килмәнең, тип, аңын-тоңон айырмай ҡаты шелтәләп, насар билдә сәпәү менән сикләнде. Шиғырҙар ятлауын дауам итһә лә был фәндән дә та-мам төңөлөп эсенә йомолдо.