АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
4 Декабрь 2023, 06:27

Һатыбалды (Хикәйә) Хәйҙәр Тапаҡов. Беренсе киҫәк.

   Ул ҡолғалай оҙон буйлы, килбәтһеҙ кәүҙәле, шау тарамыш ҡулдары сыбыртҡылай һалынып күренгән, баҫалҡы ҡарашлы, ғәйепле йылмайыулы, өнһөҙ-һүҙһеҙ үҫмер ине. Сәғиҙәнең берҙән-бер улы булараҡ уға эйәреп, ауыл осонда һырғый ҡарағайҙан һалынған, ҡалай ҡыйыҡлы алты мөйөшлө ҙур өйҙә, иркен, ныҡ хужалыҡта йәшәгән, ҡатыны оҙаҡ түшәктә ятып яман сирҙән үлеп киткән Фәтхуллаға үгәй малайлыҡҡа килде.

Һатыбалды (Хикәйә) Хәйҙәр Тапаҡов. Беренсе киҫәк.Һатыбалды (Хикәйә) Хәйҙәр Тапаҡов. Беренсе киҫәк.
Һатыбалды (Хикәйә) Хәйҙәр Тапаҡов. Беренсе киҫәк.

    Ул ҡолғалай оҙон буйлы, килбәтһеҙ кәүҙәле, шау тарамыш ҡулдары сыбыртҡылай һалынып күренгән, баҫалҡы ҡарашлы, ғәйепле йылмайыулы, өнһөҙ-һүҙһеҙ үҫмер ине. Сәғиҙәнең берҙән-бер улы булараҡ уға эйәреп, ауыл осонда һырғый ҡарағайҙан һалынған, ҡалай ҡыйыҡлы алты мөйөшлө ҙур өйҙә, иркен, ныҡ хужалыҡта йәшәгән, ҡатыны оҙаҡ түшәктә ятып яман сирҙән үлеп киткән Фәтхуллаға үгәй малайлыҡҡа килде. Фәтхулла заманында сиҙәм күтәрергә, тип Башҡортостандың төнъяҡ райондарының береһенән килгән, ни тиһәң дә ете ят тарафта, ошоғаса күрмәгән-белмәгән кешеләр араһында ситләтелгән кеше, шуғалырмы йәмәғәт эштәренә сығып, ир-ат менән һәүетемсә, һин дә мин аралашып, уларға ылығып, ауыл өмәләрендә ҡатнаша һалып барманы. Хеҙмәт кенәгәһендәге теркәүгә ярашлы төп һөнәре тракторсы булһа ла, һуңғараҡ был эшен бөтөнләйгә ҡалдырып, ҡутараһынан, көрәп аҡса эшләү теләгенәндер ҡулы белгән балта-бысҡы, йышҡы эшенә ихласлап тотондо ла китте, эргә-тирәләге ауылдарҙы теүәлләп ҡыҙырып өй, аласыҡ, мунса бураларын рәт-яйға килтерҙе: иҙән-түбә һалды, шиферҙән, ҡалайҙан ҡыйыҡ япты, тәҙрә уйымдарына яңаҡтар ырып, рамдар ҡоршап ултыртты. Яйлы, төшөмлө шөғөл, иң мөһиме – совхоз бүлексәһендәге эшселәргә айыныҡы айына түләнә килгән, ус яларлыҡ аванс-расчеттарҙы көтөү кәрәкмәй, башлағаныңды еренә еткереп осланыңмы, шун-дуҡ алдан килешелгән хаҡты теп-теүәл генә итеп усыңа килтереп тә йомдоралар. Һәр төп ҡарағайҙы эҙләп-һайлап, урманда йығып, шунда буратҡан бураһын да алып ҡайтып, ауыл осонан буш урын табып, башҡа өйҙәрҙән айырып, тартып, ҡаҡланда күтәреүе, балта оҫтаһы булғанғамылыр өҫтәмә ярҙамсылар ҡушып ялламай үҙ көсө менән бөтөрөп инеүе, башҡа өйҙәрҙә хилаф һаналған текә ҡыйыҡлы бейек урыҫ ҡапҡаһын ҡалҡытып, тирә-яғын ел үтеп инмәҫлек екһеҙ таҡта ҡойма менән уратып алыуы ла тикмәгә түгел, был ғәмәл йорт хужаһының йомоҡлоғона, шомаҡалығына, яттарға баш эйергә теләмәүенә, ыл-ыҡмауына ишара. Ҡалын көҙрөй елкәгә ултырған текә маңлайлы йомро башын төкөп йығырға йыйынғандай аҫҡа эйеңкерәп, бирән ҡорһағын кәпәйтеп, ҡамыт аяҡтарын йәйеп ебәреп арҡыры баҫып атлап йөрөүе лә уны бәләкәй буйлы, төмрәңләп урман-ҡырҙар ҡыҙырған көр ҡырмыҫҡа айыуына оҡшата, һөйләшеүе лә ҡыҫҡа, төрпө, килделе-киттеле. Өҫтөнә кейгән кейеме лә тәкәббер холҡона ярашлы, тәненә һылашып ҡатҡандай; ҡышын башында бурһыҡ тиреһенән тегелгән япрый кәпәс, өрөп тултырылған туптай тыңҡыш кә-үҙәлә мамыҡ һалып һырыған көпө, һырма салбар, аяҡтарында оҙон ҡуңыслы табанлы быймалар, сатнама селлә һыуыҡтарында кузлауай, бестерелмәгән тәкә еҫен аңҡытҡан тиретун, һәм йылы миҙгелдәрҙә – сепрәк кепка, майлау күрмәгән ҡобарған кирза итектәр, һис ҡасан туҙмаҫ, тишелмәҫ ҡаты, беше туҡыманан тегелгән салбар, бризент куртка, сатраш биҙәк төшкән бумазый күлдәк, яуым-төшөмдә инде оҙон итәкле, көләпәрәле плащ. Ҡунаҡҡа, күркәмлеккә инселәгәне булғандырмылыр-юҡмылыр, хәйер, ауыл көнитмеш-енән ҡасып үҙ эсенә бикләнгән килмешәкте кем генә табынына алһын да өйөнә яҡынлатып түренә әйҙүкләһен?!

  Әсәле-уллы теге икәү, ҡайһы ерҙән килгәндәрҙер, уныһы ла һис кемгә билдәһеҙ ҡалды, һүҙгә һаран Сәғиҙә был хаҡта күрше ҡатындарына асылып һөйләй һалып барманы, димләүһеҙ, батаһыҙ-ниһеҙ ҡабалан күсеп килеү сәбәбен дә асыҡлап төпсөнмәгәндәрҙер, күрәһең, ете-яттың кемгә генә кәрәге, хәжәте бар тиһең?! Эйәреп килгән малайының исеме лә ишетер ҡолаҡҡа үтә лә сәйер, шыҡһыҙ ишетелә – Һатыбалды.

    Былай ҙа аҙым һайын мыжыуҙы, тызырыҡлауҙы ғына ҡайырған ауыр холоҡло Фәтхулла Һатыбалдыны баштан уҡ үҙһенеп етмәне, ҡырын ҡараны, баштан уҡ исемен әйтеп өндәшмәй "һин"дән һалдырҙы. Екһенеүҙе күреп, тойоп йөрөгән, баҫалҡы мөғәмәләле, йыуаш фиғелле Сәғиҙә иренең тарһыныуын үтә лә ауыр кисерҙе, ҡул менән оронолмаһа ла уҫал ҡараш, асыулы һүҙ, әр менән ҡыйырһытылған улын ысын күңелдән йәлләне, йәлләне һәм яңғыҙ ҡатын һөйөүе менән уны тағы ла нығыраҡ ярата төштө. Төҫкә-башҡа йәмһеҙ, тыумыштан алып тормош тарафынан тибәрелгән йәнде ҡайҙан ғына табып, “һатып” алғандыр, мәгәр малайының исемен әйтеп өндәшкән, кәрәк урында ир-ат ҡурсыуы менән ҡурсыған яҡынының, яртыһының булмауында фәҡәт үҙен генә ғәйепләне.

   Ярты-йорто, ашыҡ-бошоҡ үтеп бара шул тормошо ла, көнитмеше сүл ҡомо ише таралырға, ыуалып ишелергә әҙер, күпме генә тырышлыҡ күрһәтһә лә ҡойто яҙмышының осо осҡа ялғанмай. Мәктәп партаһының артынан сығып та өлгөрмәне, йорт эштәрен тилбер башҡарып тынғыһыҙ йүгермәләп йөрөп ятҡан, өй тауығылай ишек алдынан ары сығып күренмәгән әсәһе ҡапыл ғына үлеп китте, киске сәйҙе эскәндән һуң ҡашығаяҡты, иҙәнде, мөйөштә өйөлөп ятҡан керҙәрҙе йыуып, өй эсен йыйыштырып, һуң ғына йоҡларға ятҡайны, иртәнсәк уянманы ла ҡуйҙы. Бөхтә, йыйнаҡ йәшәне, баҡыйлыҡҡа ла донъяһын таҙартып, тәртипкә килтереп күсте. Ғүмер баҡый ат ҡараусы булып эшләгән, олоһо ла кесеһе лә Куних-Ишмырҙа тип атап йөрөткән атаһы ҡайғыға бирешеп, эскегә һабышып ҡы-шҡы селләлә атлыҡсала ятып өшөндө. Иртәгеһен иртәнсәк кенә табып алып совхоз үҙәгендәге дауаханаға алып барғандар ине лә, ҡотҡарып ҡала алманылар. Ерләү хәстәрен ауылдаштары ойошторҙо, табын йыйып, хәйер өләшелгән аяттарҙы күршеләре атҡарҙы. Бындай шарттарҙа ары уҡыу хаҡында уйлайһы ла түгел, тулы булмаған урта белем тураһындағы таныҡлыҡты алыу менән үҙҙәрендәге мәктәпкә йыйыштырыусы сифатында эшкә төштө. Нисек тә белем усағына яҡын булғыһы килде, сөнки бала саҡтан уҡытыусы булырға, форсат сығыу менән имтихандар тапшырып педучилищыға уҡырға инергә хыяллана ине. Хәҙер ата-әсәһен юғалтҡас был юғары хыялынан да яҙҙы. Бер ни тиклем ваҡыттан яңғыҙы көн иткән етем ҡыҙға физкультура уҡытыусыһы Рияз күҙ атып, йылы һүҙ ҡушып яҡынлай башланы. Йәне теләгән йылан ите ашаған, тиҙәр бит, нәҙек сираҡлы, ҡатма буйлы, түштәре лә беленер-беленмәҫ, һылыулығы ла урта саманан ары китмәгән ҡыҙҙың ҡайһы еренә ҡыҙыҡҡандыр, уныһы инде йөрөмтәл ирҙең үҙенә генә мәғлүм. Уның ғаиләһе, ике балаһы бар ине. Ярты йылға һуҙылған аулаҡтағы йәшерен осрашыуҙарҙан һуң ауырға ҡалғанлығын тойҙо. Эсе беленмәгәндә иртәле-кисле мәктәпте йыйыштырырға барып әйләнгеләй ине лә, ҡорһағы апаруҡ тумалаҡланғас урам араһына сыҡмаҫ өсөн өйөнә бикләнде, ауыл осонда урынлашҡан медпунктҡа барып махсус иҫәпкә тороуҙы ла кәрәк тапманы, барыр ине лә, унда Риаздың балдыҙы эшләй ине шул. Ҡышҡы буранлы төндә өй шарттарында, күрше ҡатындың ярҙамы менән улы тыуҙы. Шулай итеп йәненә тейгән, булмышын ғазапландырған яңғыҙлыҡтан арынды, игеҙәктәрҙәй бер иш ағылған көндәр-енә бала ауазына эйәреп йәм ингәндәй, мәғәнә өҫтәлгәндәй итте. Бәлиғ булмаған ҡыҙҙың бала табыуы хаҡында ауыл буйлап төрлө ғәйбәт хәбәрҙәр таралғас Рияз төнгө уғрылай уның өйө яғына ҡайырылыу ғәҙәтен ҡырҡа ҡыҫҡартты. Ул үҙе лә хыянатсыл, ҡыҙыҡһыныуҙары түшәктән ары китмәгән ирҙән биҙрәй, ялҡа төшкәйне инде, шуға бер кис башҡа килеп йоғоноп йөрөмәҫлек итеп тегене ҡыуаланы ла сығарҙы. Ауыл Советына баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығын алырға барғанында ла атаһы, тигән тапҡырға һыҙыҡ ҡуйҙыртты. Секретарь ҡыҙҙың һораулы, шул уҡ ваҡытта мыҫҡыллы тексәйеүенә бирешеп албырғап ҡалды башта, ғәйепле кешеләй ыҡ-мыҡ итте: “Атаһы юҡ уның...” “Нисек инде юҡ? Так не бывает, это – невозможно! Может написать Риязович, а?!” Ҡыҙый үҙенең район үҙәгенән килеп эшләп йөрөүен, ауылдағы хәлдәргә хәбәрҙар икәнлеген күрһәтергә теләгәндәй башлағанын руссалап осланы. Ҡыҫҡа арауыҡта иҫен йыйып өлгөргәйне инде, сатнатып яуабын да бирҙе: “Ништәп нивазмужны тиһең, бик тә мөмкин! Минән һәм һа-уанан яралды, тағы ла һорауығыҙ бармы?” Секретарь ҡыҙ яһил ҡараштан еңелгәндәй башын баҫты. Бар күңелен улына баҫып башҡаса гөнаһҡа барманы. Башланғыс кластарҙа уҡытҡан  Рияздың ҡатыны һыйҙырмай, көн күрһәтмәй башлағас мәктәптән китте, нисек тә көн итергә, тамаҡ аҫрарға кәрәк бит, совхоз бүлексәһенә төрлө эшкә сыҡты, һайланып тормай ни ҡушһалар шуны башҡарҙы; ураҡ осоронда ырҙын табағында иген таҙартты, ашлыҡты бураларға тултырҙы, ҡышҡыһын келәттәрҙәге орлоҡто ағыуланы. Сәләмәтлек өсөн бик зарарлы ине иген ағыулау, тын юлдарын ҡапларлыҡ махсус япма тапмаһалар ҙа аҙнаһына ике тапҡыр өс литрлыҡ бан-каға ҡойоп ферманан бушлай һөт биргән булалар, уны сәйгә һалыуҙан тыш ҡатыҡ итеп ойота. Битенә бөркәгән яулыҡ кискә ҡарай ағыуҙан ҡып-ҡыҙыл төҫкә инә. Үҙен артыҡлап ҡайғыртмаһа ла малайын ҡурсый ине ул. Йүнле эш таба алмай бошалана ине, ҡулай яйы ла табылды, бер аҙ алмаш һауынсы сифатында йөрөп алғайны, өйрәнә, күнегә төшкәс үҙ алдына һауын һыйырҙарын алды. Йәйгеһен көтөү ҡырға сығыу менән имсәк балаһын, түшәнерен-яҫтанырын, кәрәк-ярағын үҙе менән алып йәйләүҙә таҡта будкала айырым йәшәне, көҙ етте иһә ишек алдын кесерткән, тегәнәк, киндер япҡан ҡуңалтаҡ өйөнә ҡайтты. Тәбиғәт үҙе дауа ла дауалаусы ла бит ул, малайы ауырыу-сырхауҙарға, тымауға, йүтәлгә бирешә һалып барманы, ҡатҡыл, беше булып үҫте, өйҙә бикләнеп ултырыуға ҡарағанда балаға ҡыр-туғайҙарҙа тыныс та, рәхәтерәк тә ине шикелле. Айтай баҫыу менән яланаяҡланып йәйләү тирәһен ҡыҙырҙы, сәскәләрҙе еҫкәне, ашарға яраҡлы үләнде өҙөп ҡапты, сиңерткә сыңын тыңланы, башы осонан осҡан ҡоштарҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Иғтибар итеүсе, әсәһенән башҡа уның менән аралаш-ыусы табылмағас тәбиғәттәге тереклеккә өндәшеп һөйләнеүе, мөңгөрҙәүе лә үҙенсәлекле. Шулай итеп Сәғиҙә бер үҙенә ҡырҡҡа яҡын төркөмдө алып бирелеп китеп, тырышып эшләне: һәр һыйырҙан һауым, быҙау алыу планын да йылдың йылы арттырып үтәне. Тырышлығын күреп байрам-дарҙа матди килем менән нығытылмаған маҡтау ҡағыҙҙарын тоттороп алдаштырҙылар. Көндәр, йылдар аҡҡан һыуҙай ағыла торҙо, Һатыбалды ла ҡул ара-һына инә башланы, килтерелгән утынды ҡул бысҡыһы менән бысыу, ярғанын ситән соландың эсенә ташып өйөү, ҡышын өй һуҡмағын ҡарҙан таҙартыу кеүегерәк йорт эштәрен әйттереп тә тормай башҡарып ҡуя, өҫтәүенә ярҙамсы ғына түгел, тоғро иптәш тә. Көнө буйы фермала юғалып торғас мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтөрлөк мөмкинлек тапманы. Малайы ырҙын табағының келәт нигеҙендә ятып көсөкләгән эттең көсөгөн алып ҡайтҡайны, тегене әсәһенә оҡшатып оҙон аяҡлы, яҫы тәпәйле булырын күҙаллап Еҙтырнаҡ, тип исем ҡуштылар. Иш янына ҡуш өҫтәлгәс ғаиләләре тулып, йәмләнеп китте.

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас