АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
26 Октябрь 2023, 15:45

Йәшәгән, ти, Гулливер

-Рәсүл,Рәсүл,тием, кәзәҡолаҡ!Оҙаҡ ишетмәне мунса соланында тәмәке тартып ултырыусы Рәсүл атаһың өндәшеүен.Бында түгел,ҡайҙалыр алыҫта ине уның уйҙары. Таңда күргән төшөн иҫенә төшөрә алмай ултырыуы ине уның уйҙарға төрөнөп. Әсәһе инде шикелле төштәренә.Ете йыл элек ҡала почтаһында инфаркт һуғып вафат булып ҡалған әсәһе инде шикелле.Бына улар икәүләшеп мәктәпкә китеп баралар. Тәүге тапҡыр беренсегә уҡырға бара Рәсүл. Көн шул тиклем сыуаҡ. Көҙгә инеп өлгөрмәгән аяҙ күктәтеге ҡояш ҡайнарлығын юғалтмаған әле һаман.

Йәшәгән, ти, ГулливерЙәшәгән, ти, Гулливер
Йәшәгән, ти, Гулливер
Әсәһе әлеге күк төҫөндәге зәп-зәңгәргә аҡ борсаҡтар төшкән күлдәктә. Башына һандалайып төҫө саҡ ҡына уңа башлаған,ҡасандыр көрән төҫтәге яулығын тарттырып бәйләгән. Аяҡтарында сепрәк танкеткалар. Рәсүл тәүге тапҡыр мәктәп формаһында. Йәй башында уҡ алып ҡуйылып,пинжәгенең еңдәре,салбар балаҡтары ҡыҫҡартылып,үтекләнеп шкафҡа бөгөнгө көндө көтөп элеп ҡуйылған мәктәп формаһында.Әсәһе менән бер аяҡтан атларға тырышып,бәләкәй генә устарын уның устарына йомдорған да мәктәпкә йүгерә имеш Рәсүл.
Төшө булдымы,әллә ҡасандыр,бынан бик күп йылдар үҙе менән булған элекке хәтирәләрен тергеҙеүе булдымы аңлап бөтмәне барыбер.Атаһы бүлдерҙе уйҙарын.
-Рәсүл,икмәк бөткән икән өйҙә.Аръяҡтағы магазинға барып киләһеңме әллә? Беҙҙекенә ике көнгә бер генә алып киләләр,бөткәндер ул – тине атаһы пакет һуҙып.Күмелгән уйҙарынан һаман да айнып бөтмәгән Рәсүл пакетты алып кеҫәһенә тыҡты ла, картуф баҡсаһы аша аръяҡҡа илтеүсе һуҡмаҡ буйлап күпергә ыңғайланы.
Һуңлатып ҡына килгән быйылғы яҙ әкренләп кенә үҙенекен итә шулай ҙа. Ер өҫтө ала-солаға әйләнеп,соҡорҙарҙарҙа,тау үҙәктәрендә генә ҡалған тиерлек иреп бөтөп барған ҡар.Боҙонан әрселеп,яҙҙарҙа ғына ярһып,сығырынан сығып аҡҡан ниндәйҙер әйтеп аңлатып булмаған көслө,үкергән гөрөлдәү сығарып аға әлеге мәлдә Көнбулаҡ йылғаһы.Байтаҡ ҡына ҡарап торҙо Рәсүл күпер өҫтөнән аҡҡан һыуҙарға. Ошо ярһыу һыуҙар үҙе менән төрлө ҡыйҙар,бүрәнә киҫәктәре,тамырҙарынан аҡтарылған сатыр-соторҙы ҡайҙалыр алыҫ-алыҫҡа,түбәнгә ағыҙа.Нишләптер ҡапылда үҙенең уйҙарын да ҡуша ағыҙғыһы килде Рәсүлдең дә.Кискә ауышып барған көн,томорайып барған эңер тиҙҙән,әгәр алыусы кешеләр башҡаса булмаһа магазиндың бикләнеп ҡуйыу ихтималлығын иҫенә төшөрҙе уның.Аҫмалы күперҙе сайҡалдырып, ҡыҫҡа аҙымдар менән аръяҡҡа ыңғайланы ул уйҙарын күперҙә ҡалдырып.
Артынан тәҙрә аша оҙатып ҡалыусы ҡарашты ғына һиҙмәне Рәсүл.Арғы яҡҡа сығып етеп,магазин боролошона еткәнсе оҙатты ул уны был ҡараш. Бер туған еңгәһе Гөлнараның иртәнсәк үк,юҡ,ете төн уртаһында йоҡлай алмай ятып,күңеле төбөндәге иң-иң ҡурҡыныс уйҙары менән үрелеп,бергә оҙатты Рәсүлде. Ах,ошо, барыһын да әле,әлеге мәлдә ҡәтғи хәл иткән гонаһлы ҡараш булмаһа..
..Күберәген ауылда,өләсәһе ҡарауында үҫте ҡала ҡыҙы булһа ла Гөлнара.Өләсәһенең иң яратҡан баш ейәнсәре булып үҫте.Йәйҙәрен ҡапҡа алдында,ҡаҙ,өйрәк бәпкәләрен көттөләр,еләккә,төрлө үләндәр йыйырға тау баштарына,урманға йөрөнөләр.Ҡышҡы каникулдарҙа саҡта урындыҡҡа ултырып алып,бәйләм бәйләнеләр,ҡорама ҡоранылар.Әкиәттәр һөйләр ине өләсәһе шундай оҙон,ҡышҡы кистәрҙә. Хәтере,иҫе шәп ине Сания әбейҙең.Күп белде ул ҡасандыр үҙенә өләсәләре һөйләгән әкиәттәрҙе. Дейеүҙәр менән алышҡан батырҙар,төпһөҙ күлдәрҙәге һыуһылыуҙар, көтөү-көтөү мал,тау аҫтындағы хазина-ниғмәттәр бөтәһе лә тере,ысын һымаҡ ине Гөлнара өсөн шул әкиәттәрҙе тыңлаған мәлдә.Телевизор,хатта радио ла булмаған бәләкәй генә өйҙә ҙур ҡыуаныс ине уның өсөн ошоларҙың бөтәһе лә. Аныҡ бер көнгә тиклем генә дауам итте әкиәт-бәйеттәр һөйләү.Ҡышҡы көндәрҙең береһендә урамдан үҙе һымаҡ ауыл балалары менән тышта уйнап ҡайтҡандан һуң,кискелеккә сираттағы әкиәт үҙе бер ҡарыш,һаҡалы мең ҡарыш,һөмһөҙ иргәйел тураһында булды.Ҡурҡты туғыҙынсы йәше менән барған Гөлнара.Оҙаҡ йоҡлап китә алманы. Һаташып,ҡысҡырып уянды төшөндә. Әкиәттәге,анау,ҡурҡыныс,бәләкәй генә буйлы ҡарт ,башы өҫтөнән осоп йөрөнө.Үҙенән дә оҙон таяғы менән Гөлнараға киҙәнде,оҙон һаҡалы менән быуырға маташты. Манма тиргә батып,бышлығып,ҡысҡыра-ҡысҡыра таңға ғына,өләсәһе ҡабат-ҡабат өшкөргәндән һуң ғына йоҡлап китә алды ул.
Сарпыу һуғылыу тип аңланы үҙенсә быны Сания.Сарпыу ине шул был сир ысынлап та. Үткән көндө күп итеп ҡар яуыу сәбәпле,ҡырғараҡ юл көрәргә ялҡауҙары килеп ,мәрхүм булып ҡалған Лоҡман ҡартты рәтләгәндән һуң мәйет һыуын кеше аяғы йөрәмәгән ергә түгел,тыҡрыҡҡа түкккән ине ҡайһылыр диуанаһы. Балалар сана шыуырға, аша үтеп йөрөгән тыҡрыҡҡа. Ана шунда баҫып үтеүе сәбәпсе булды Гөлнараның өҙлөгөүенә. Ҡот ҡойоп,ҡурғашта ҡап-ҡара йәйелеп сыҡҡан аңлайышһыҙ һынды муйынына тағып йөрөткәндән һуң баҫылды ейәнсәре. Баҫылды ла башҡаса әкиәттәр тыңламаҫ булды.Өләсәһе һөйләй башлаһа үҙенә йомолдо Гөлнара.
Ауылға һирәк барырға тырышты хәҙер.Әсәләре өгөтләүенә ҡарамаҫтан бармаҫ өсөн төрлөһөнән-төрлө һылтауҙар тапты.
Гөлнара бишенселә уҡығанда өләсәһе Сания әбей ҙә,әкиәттәрен үҙе менән бергә баҡыйлыҡҡа алып китеп барҙы.
Шулай ҙа ауылға килен булып төшөргә яҙылған ине Гөлнараның маңлайына.Пединституттың дүртенсе курсында уҡып йөрөгәнендә атайымдар менән таныштырам тип үҙ ауылына алып ҡайтты Гөлнараны Рәфис.Өфөнән кискә,көтөү ҡайтҡан мәлдә ҡайтып еттеләр йәштәр.Ҡапҡалар шар асыҡ.Кәртә эсендә ала һыйыр ҡойма ситендәге кесерткәндәрҙе йолҡҡолай,аҙашып тороп ҡалған бәрәсен саҡырып бер булып ҡуй һарығы баҡыра.Ауылса бөтәһе лә. Биниһая ваҡыт ауылда булмаған Гөлнара өсөн былар бөтәһе лә сәйер,аңлайышһыҙ ығы-зығы кеүегерәк күренә.
Атаһы менән таныштырып донъя хәлдәрен белешкәндән һуң Рәсүлде һорашты Рәфис:
-Өйҙә юҡ мәллә? Күренмәй ҙәһә.
-Әй,эсеп ята, ти ине, арғы яҡта. Комбат ветеранскийын алған шикелле. Беләһең дә инде,әллә ниндәйгә әйләнде әсәйең үлгәндән һуң.
-Айыҡҡас ҡайтһын инде,атай,Гөлнара әллә ни уйлар.Ҡустыһы алкаш,гел эсеп йөрөй икән тип уйлауынан ҡурҡам.
Иртәгәһенә ҡараңғы төшкәс ҡайтып инде Рәсүл. Кәртәләге ҡулйыуғыста аҙна буйына эскән хәмерҙе саҡ ҡына булһа ла сығарыр өсөн оҙаҡ итеп йыуынды. Ҡырынғысы өйҙә булғанға ҡырына ғына алманы.Унан һуң болдорҙа оҙаҡ итеп тәмәке тартты. Ағаһының ҡайтҡанын,таныштырыға ҡыҙын алып килгәнен ишеткәнгә оҙаҡ баҙнат итмәй ултырҙы ул күтәрмәлә.
Барыбер ҙә инергә кәрәк тип ҡыйыуһыҙ ғына ишек шаҡыны.
-А вот и Гулливер! Сәләм! Ҡайҙа йөрөйһең юғалып?
-Һин һорама,мин әйтмәйем.Белә күрә һорайһың бит инде,Рәфис.Һорама.
Рәфистең бүлмәһендә ултырған Гөлнараны ла ҡыҡыҡһыныуы еңде шикелле.Һаҡ ҡына баҫып Рәсүлде күрергә тип аш бүлмәһенә ыңғайланы..

“Йә,Хоҙайым!” –шулай тип асырғанып,эстән генә яр һалып ҡысҡырҙы Гөлнараның тауышы. “Йә,Хоҙайым! Был бит кәрлә! Карлик был! Иргәйел дә һуң!”
Эйе,иргәйел ине Рәсүл. Нәҫел-заттарында бер ҡасан да булмаған,хатта бөтә ауыл өсөн ят бер ауырыу – буйға үҫмәгәнлек сире бар ине Рәхимдең кесе улында. Шок хәлендә ҡалдырҙы әле бына Гөлнараны буласаҡ ҡәйнеше. Шок ҡынамы әле? Өләсәһе Сания әбейҙең бәләкәй өйәнә,бала сағындағы урындығана алды ла һелтәне ошо факт уны.Ҡапыл күҙ алдары ҡараңғыланды,быуындары тотманы,башы әйләнеп уҡшып алды ла китте Гөлнара. Өйәҙәгеләр уны-быны аңғарғансы ойоҡсан килеш кәртәгә йүгерҙе.Солан күтәрәмәһенән төшөп тә өлгөрмәне.Ҡоҫто шунда аҡтарып әле генә өҫтәл артында ашағандарын.Артынан йүгереп сыҡҡан Рәфискә боролоп та ҡарамай арҡа аша ғыны килмә тигәнде белдереп ҡул ғына һелтәне.

Белә Рәфис Гөлнараһының ауырлы икәнен.Шуға сыҡты артынан.Ҡурҡа бер-бер хәл булмаһын тип.Ә хәл булырға ысынлап та оҙаҡ ҡалмаған ине.Бала сағындағылай төнө буйы тағы һаташып сыҡты Гөлнара.Шул уҡ хәл ҡабатланды.Шул уҡ төштө күрҙе ул.Тик был юлы төшөндә иргәйел түгел,Рәсүл баҫтыра ине уны. Ҡыҫҡа ғына ҡулдары менән ныҡ итеп ҡыҫып ҡосаҡлаған да,ҡырынмаған сикәләре менән Гөлнараның йөҙөнә ышҡыла имеш.”Кил,күпме көттөм,һине.Мин Гулливер” – тип шарҡылдап көлә тип һаташып борғаланды ауырлы ҡатын. Таңға ауырыуы тағы ла нығыраҡ көсәйҙе.Иртәнсәк көс-хәл менән бәҙрәфкә барғанында тыуып та өлгөрмәгән балаһы төшөп тә ҡуйҙы.
“Тиҙ ярҙам” каретаһы килеп Гөлнараны алып киткәндә Рәфис тә ултырып китте бергә. Ике-өс көн дауаханала система аҫында ятҡандан һуң арыуланған Гөлнара тапҡыр Өфөгә китте.Уның артынан Рәфис тә.Ауырыуын ауыл климатына өйрәнмәгән организмына һылтанылар.Табиптар ҙа,Гөлнара үҙе лә.
Уҡып бөткәндән һуң тағы ла өс-дүрт йылға ҡалала ҡалдылар йәштәр.Туйҙы ла,күпертеүһеҙ-ниһеҙ генә шунда үткәрҙеләр ҙә, тороп ҡалдылар ана шул таш,бетон ҡойма менән уратылған миллионлы зинданда.

Ә ауылда тормош үҙ яйына аҡты. Яйлап утыҙға яҡынлаған Рәсүл дә атаһы менән бергә донъя көттө. Мал ҡаранылар,ҡош-ҡорт үрсеттеләр.Ваҡыты-ваҡыты менән ҡалаға гуманитар ярҙам оҙаттылар.Хәйер,ҡалалағы ул икәү ярҙамһыҙ ҙа насар йәшәмәне.Эшләне икеһе лә.Береһе уҡытты,икенсеһе,регпалатала кадастр бүлегендә ултырҙы.Бала ғына юҡ ине әле һаман. Гөлнара башҡаса ауырға ҡала алманы.Ташлаша ла алманылар.Көслө ине яратыуҙары.”Һеҙҙең икегеҙҙең дә бөтәһе лә яҡшы” тип врачтар ҙа өмөтләндергәс көттөләр әле ул. Рәфис кенә ауылға тартылды йылдан-йылы.Тамсы тама-тама ташты тишкән кеүек,ул да тиште Гөлнараһының “ауылға ни ногой” тигән күңеленә ҡороп ҡуйған ҡорғанды.
Күндерҙе яйлап Рәфисе.Атай йортона алып ҡайтты барыбер. Йәш,уҡымышлы,теник юғары белеме булған,дәрт-дарманы ташып торған ирҙе киләһе һауйлауҙарҙа ауыл хакимиәте башлығы итеп һайланылар. Ауыл ситенән ер алып,яйлап төҙөлә башлағансы атай йортонда,дүртәүләп көн иттеләр хәҙер. Рәсүлдең тәбиғәт биргән һынына,булмышына өйрәнә алмаһа ла түҙҙе Гөлнара. Юҡ,бер ниҙә эшләмәне уныға ҡәйнеше.”Еңгә лә,еңгә” – тип өҙөлөп торҙо уның өсөн. Еңгәһе илтифат итмәһә лә,йомшарғандай булды әҙерәк.Уныһына ла Рәсүлдең был яҡын тирәлә береһендә лә булмаған һәләте йомшартты буғай. Һүрәт төшөрөүгә маһир,ныҡ әүәҫ ине шул ҡәйнеше. Ауылда йәшәүҙәренә ярты йыл үткәс утыҙ йәшен үткәрҙеләр Гөлнараның.Ана шунда ҡунаҡҡа килгән ҡоҙаларҙың бөтәһенең дә иҫен китәреп Гөлнараның портретын бүләк итте ул. Шаулап ағыусы йылғаның яры ситендә сәстәрен елгә ебәргән Гөлнара тора. Билен килешле итеп һығып торған күлдәк итәктәрен ел уйната.Ихлас,балаларса шат йылмайыу менән йылмая ине ул һүрәттә еңгәһе. Сибәр килеп сыҡҡайны Гөлнара. Барыбер ҙә тартылманы ҡәйнешенә. Һүҙ ҡушты ул кәрәккәндә.Йомош йомшағанда ғына.Шаяртып,еңгәләрсә итеп өндәшкәне булманы.
Бындай мөғәмәнең сәбәбе ниҙә икәнен аңламаһа ла Рәсүл дә һырышланып,һорашманы,төпсөнмәне. Үҙ ыңғайына ебәрҙе лә ҡуйҙы. “Ярай,йәшәп ята бит Рәфис.Бер-бере менән килешкәстәр булған” – тине лә ҡуйҙы эстән генә.Ошолай көн артынан көндәр үтә торҙо. Гөлнара ла ауыл тормошона өйрәнде яйлап.Ауыл мәктәбендә үҙенә эш булмаһа ла ,буш ултырманы. Бәйләне буш саҡтарында.Сикте. Бешерҙе,йыуҙы.Ауылса донъя көттө. Бала көҫәне ул тағы ла ныҡ итеп. Фәрештәләрҙең амин тигән сағына тура килгән микән уҙҙы ул балаға Яңы Йыл төнөнән һуң.Ҡыуанысының сиктәре юҡ ине. Унан бигерәк Рәфисе һөйөндө. Бисәһенә һиҙҙермәһә лә тәүгеһе кеүек булып ҡуймаһын тип ҡурҡып та алды ваҡыты менән.

Гөлнара ла үҙгәрҙе лә ҡуйҙы ауырға ҡалғандан һуң. Шиклегә әйләнде. Үҙ-үҙенә инеп бикләнде. Йомолдо үҙ донъяһына.Шөбһәләре артты. Ни т иклем генә үҙен алдарға тырышһа ла ҡәнешенән ҡурҡты ул. “Балам тыуһа ҡотон осора бит,кәрлә! Харап итеп ҡуйһа баламды!”Шундайыраҡ уйҙар сөңгөләнә батты ла ҡуйҙы шул.
Яйлап ояланы мәкерле план буласаҡ әсәнең эсенә.Тәүҙәрәк шик,бор солоу,бәлки тигән һымағыраҡ икеле уйҙарҙы ҡыуырға тырышһа ла һуңғараҡ биреште уларға..
..”Ҡотолорға! Был лилипуттан,баламды харап итмәҫ элгәре ҡотолорға!” Юҡ,аяҙ көндө йәшен атҡандағы һымаҡ көтмәгәндә түгел,яйлап ҡына әсеп ятҡан тиҙәктә үрсегән ҡорттарҙарҙай үрсене был хәшәрәт уйҙары.
“Үлтерәм мин аны!”..
Аҙана самаһы,һәр бер деталде урынына еткереп,бер кем бәйләнә алмаҫлыҡ итеп ҡоролдо мәкер.Бәләкәй генә булһа ла быныға көс, етмәҫ.Кәрләләр көслө була тиҙәр.Ҡулында тиҙәр уларҙың көсө. Әгәр мунсала тонсоҡторһам нисек булыр? Юҡ,ярамай,унда аҙаҡ бәпес йыуындырырға. Унда түгел. Батырырға! Ташҡын мәлендә батырырға. Эйе,күперҙән этәрәм мин аны. Уныға ғына көс етер...Шулай хәл итте..
Енәйәт ҡылына торған көн Рәфисе эшкә киткәс ,магазинға барып икмәк киләгнме,юҡмы икәнелеген барып белеште. Юҡ икәнен белеп ҡайтас өйәҙәге бар булған, ҡалған икмәкте сығарып һарыҡтарға ашатты. Ҡайныһы урманға киткән көн. Ул да,Рәфис тә һуңһыҙ ҡайтмайҙар. Рәфисе төнгә ҡалыр әле өҫтәүенә. Бөтәһе лә ул уйлағанса килеп сыҡты. Урмандан ҡайтҡан ҡайныһы икмәк юҡлығын белгәс киленен йомшап торманы. Рәсүлгә өндәште:
-Рәсүл! Рәсүл,тием,кәзәҡолаҡ!..

Магазин бикләнергә генә тора ине Рәсүл барып ингәндә.
-Нимә,Гулливер,бөткәнме һеҙҙең яҡта икмәк?
 
-Юҡ таһа. Минең кәйеф һымағыраҡ икмәге лә бөткән шул.Төштәр боларып торған һымаҡ ошо арала.
Төшөн һөйләп сығып китте магазиндан. Рәсүл. Эңер тартылып ҡараңғы төшә башлаған ине инде ул икмәк алып ҡайтырға сыҡҡанында.Яр ситенә етеп күпергә аяҡ баҫҡас сәйер итеп шығырлап ҡуйған кеүегерәк булды уныһы. Бына ул күперҙең уртаһында. Магазинға барғандағы һымаҡ тағы ла шаулаған һыуға ҡараны. Иреп бөтмәгән боҙ киҫәктәре,ҡыйғыпыр һаман аға....Ах! Нимә булды? Ныҡ баҫып тора,таймаған кеүек ине лә,аҫҡа осто түгелме? Бөттө баш! Йөҙә белмәй ҙә һуң ул! Яҙғы боҙло һыуға ҡапыл барып төшкән Рәсүлдең башы нимәгәлер ҡапыл һуғылды. Тәнен ваҡ ҡына меңәрләгән энәләр сәнсеп үтте. Яртылаш һушы киткән аңын йыйып алғансы,ауыҙына,танауына тулған һыу соңҡаһына бәрҙе әсеттереп. Көслө ағым үҙенекен итте. Уны һаман да һыу өҫтөнә бер ҡалҡытып,бер батырып ағым буйлап һөйрәне. Йөрәге шартлар сиккә етеп хәле бөтөп быуындары тыңламаҫ булды. Энәләр тағы төпкәрәк инеп,әсерәк итеп сәнсте. Һыу төбөнә салҡатан китеп барған Рәсүлдең күҙҙәренә ҡолағанда ҡулынан ысҡынып киткәндәге пакеттағы икмәктәр салынды. Шул буханкаға һуҙып ҡараны ҡулын ахырыһы. Ҡағылыуы көс, шау сүпрәнән генә бешерелгән икмәк ҡойолдо ла ҡуйҙы. Үпкә тултырып алам тигән һуңғы һулышы соңҡаһын тишкәнсе килеп инде был юлы. Ҡапыл күҙҙәре сағылды Рәсүлдең. Йылы ғына булып китте. Һуң шулай итмәй ни,Рәсүл мәктәпкә китеп бара бит. Ана әсәһен етәкләгән. Шул тиклем йомшаҡ һәм ҡайнар уның устары. Ә күҙҙәрен йәйгә эҫелеген һаман юғалтмаған ҡояш сағылдыра ла һуң. Бына мәктәп,бына тәүге уҡытыусыһы Рәмзиә апай.Бына уларҙың класстары. Тәүге дәрес. Тәүге танышыу..
.. Аптырап,үҙ ғүмерҙәрендә тәүгә күргән һымаҡ ҡараны классташтары тәүҙә Рәсүлгә. Күптәре тәүгә күрәләр ҙә ине шул уны. Бәләкәй генә кәүҙәлә ҡыҫҡа боттар,шундай уҡ ҡулдар һәм ғәҙҙәттәгенән ҙурыраҡ баштағы, август аҙағында тулышып бешкән муйыл һымаҡ һытылырға торған сөм ҡара күҙҙәр. Иларға ғына торған мөлдөрәмә күҙҙәр ҙә тәүгә күрә ине күптәрен.
Икенселә уҡығандамы икән уҡытыусылары Рәмзиә апай Джонатан Свифттың “Гулливерҙың лилипуттар илендәге мажараларын” уҡыны. Ундағы бәләкәй кәүҙәле көслө кешеләрҙең әзмәүерҙәй Гулливерҙы йығып һалып бәйләүҙәре,төрлө ҡыҙыҡ хәлдәргә тарыуы сәбәпсе булды ла инде Рәсүлгә Гулливер ҡушаматы йоғоуға. Шулай булып ҡалды ла аҙаҡҡаса. Үпкәләмәне лә,көймәне лә шулай тиеүҙәренә. Дуҫтары ла,хатта ағаһы Рәфис тә шулай тип йөрөттө уны. Атаһы менән әсәһе генә исеме менән өндәштеләр.
Әле лә бына әсәһе етәгендә мәктәпкә йүгереүсе улына:
-Ипләп,Рәсүл,аяҡ аҫтыңды аңғарып атла- ти йомшаҡ ҡына итеп.

Май урталарында,һыуҙар ярҙарына ҡайтып бөткәс таптылар Гулливерҙың кәүҙәһен. Балыҡ ҡармаҡлаған малайҙар тап булған ярҙағы тамырға эләгеп ҡалған,һыуҙа оҙаҡ ятыуҙан туп һымаҡ йоморайып шешкән мәйеткә.Участковый тейешенсә тәфтишселәрҙе саҡыртты. Улары килеп нимәләрҙер оҙаҡ итеп яҙҙылар,үлсәнеләр ҙә,көсләп үлтерелгән эҙҙәр тапмағас ҡуйырға була тип ҡайтып та киттеләр.Рәсүлдең муйынында элеүле торған асҡысты ҡалдырҙы ла ҡайтты улары ла.Асҡыс һандыҡтыҡы ине. Унда һүрәттәрен,ҡағыҙҙарын,буяуҙарын,ватмандарын һаҡлағанын белһә лә байтаҡ ваҡыт асып ҡарағыһы килмәне Рәхим ағайҙың. Һыҙлаған йөрәген былай ҙа һыҙлатҡыһы килмәне.Асты,асты ул һандыҡты. Һағышын баҫҡыһы килде,күргеһе килде улының ҡулдары тейгән ҡәҙерле әйберҙәргә. Ә унда! Ә унда тиҫтәләгән,йөҙәрләгән эскиздар,һүрәттәр..Бына улар бөтәһе лә өҫтәл артында ултырғандар ҙа киске сәй эсәләр. Бөтәһе лә тере унда.Ҡатыны ла,Рәсүл дә..Бына улар күмәкләшеп бесән сабалар.Бына ат егеп алғандар ҙа еләккәме,әллә былай ғына миндеккәме китеп баралар дүртәүләшеп.. ..Һүрәттәрендә Рәсүл кәрлә түгел ине.Иргәйел түгел ине ул. Оҙон буйлы,мөһабәт буй-һынлы ине Рәсүл үҙенең һүрәттәрендә.Бәләкәй генә буйлы Рәсүл ҙур йөрәкле ине рәсемдәрендә..
..Гөлнара инде Рәсүлде ҡуйғандан һуң тамам тынысланды.Баҫылды.Кәүҙәһенә йоморайып ит ҡунды.Төштәре лә тынысланды хәҙер. Ашауы ла һәйбәтәйҙе.Көндәлек эштәренә лә йырлап тотондо ул бынан ары. Выждан ғазабы ни икәнен генә белмәне Гөлнара.Ҡыҙ тыуыр тип көттө.Ҡыҙылдан пинеткалар,башлыҡтар,жилеткалар бәйләне. Көҙгө алдында йыш ураланды. Ул күлдәген кейеп ҡараны,быныһын.Улай боролоп,былай борғаланып көҙгө алдында ҡорһағын һыйпаштырҙы..
..Ә әлегә ҡыҙ бала түгел,Гулливер һымаҡ бер гонаһы булмаған тумалаҡ ҡына кәрлә ир бала тыуырын Аллаһы Тәғәләнән башҡа
Гөлнара ла,береһе лә белмәй ине.
Автор:
Читайте нас