Әҙәби мѳхит
17 Октябрь 2023, 06:30

Уғрылыҡ ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов

  Ә ғәҙеллеккә, кешелек сифаттарына килгәндә быныһы инде бик сетерекле мәсьәлә, бур менән юлдашһың, табындаш ҡорҙашһың икән, тимәк һин дә шул түбән кимәлдәһең, күрәләтә урланғанды ейеү ҙә ауыр гөнаһтарҙың береһе иҫәпләнә, ә миңә килгәндә, нисә тиҫтә йыл инде ҡара төйөрҙәй күңелемдә йөрөткән оятыма ҡаршы, әле лә уғрының урлағанын ҡарап, күҙәтеп, уның хәүефһеҙлеген ҡайғыртып һаҡта торам һымаҡ...

Уғрылыҡ ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр ТапаҡовУғрылыҡ ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов
Уғрылыҡ ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов

       Студенттар менән әҙәби осрашыу мәлендә эшемә, ижадыма, шәхесемә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирә башлағайным ғына, бер буйсан егет урынынан ҡалҡты:

     - Һеҙ ғәҙел кешеме, ағай?!

    Көтөлмәгән һорауҙан баҙап ҡалдым башта, шунан һорауға һорау биреп ҡотолорға иттем:

     - Ә һеҙ һуң, минең хаҡта ниндәйерәк фекерҙә?

     - Китаптарығыҙҙы уҡып сыҡҡандан һуң ғәҙелдәрҙән ғәҙел тип иҫәпләйем!

     - Китаптарымда бит минең йәшәү рәүешемде, холҡомдо, булмышымды сағылдырмаған әҙәби геройҙар ғына һүрәтләнгән бары.

     - Улайһа һеҙ мин биргән баһа менән килешеп етмәйһегеҙ була?

     Тағы ла ситләтеп яуапланым:

     - Әйҙәгеҙ, әйткәндәрегеҙҙең ысынбарлыҡҡа тап килеренә өмөт итәйек...

     Унынсы класты тамамлағас Сибай медицина училищыһына уҡырға индем. Ҡаланың бер яҡ ситендә иркен итеп кәртәләп алынған ҡаласыҡтағы барактарҙа административ бина, уҡыу кабинеттары һәм барлыҡ уңайлыҡтары тышҡа булған өс ятаҡ урынлашҡайны. Ергә һеңгән серек иҙәнле, күк еҫе аңҡыған оҙон коридорҙың бер яғында ҡыҙҙар, икенсе яғында беҙ йәшәнек. Аш-һыу бүлмәһендә дүрт табаҡсалы, бик тә яй ҡыҙған ике электр плитәһе бар ине. Уларҙың янында һәр саҡ оҙон сират. Иҫке мәктәп парталар ҡуйылған, тын алғыһыҙ кимәлдә хлорка, формалин еҫе һеңгән уҡыу кабинеттары ла күп тигәндә ун, ун биш кеше һыймалы ғына. Спорт залы булмағанлыҡтан физкультура дәрестәрен яҙлы-көҙлө еүешләнеп, ҡышҡы селләлә өшөп-туңып асыҡ һауала үткәрҙеләр. Беҙҙең тарафҡа маршрут автобустары йөрөмәгәнлектән йомош төшкәндә, йәйәүләп, һирәк-һаяҡ, ҡалаға барып әйләнгән булабыҙ. Төркөмләп йөрөйбөҙ, шулай итмәһәң ҡала малайҙары әллә ҡайған күреп ҡалып, ҡамап алып, туҡмап-түбәләп ҡайтаралар. Олонан ҡубып ҡала тигә-небеҙ ҙә ике тиҫтәгә яҡын ҡатлы йорттар, “Октябрҙең 40 йыллығы” исемендәге мәҙәниәт һарайы, “Труд” стадионы, “Мир” кинотеатры, универмаг, “Ирәндек” ҡунаҡханаһы, “Төйәләҫ” ресторанынан ойошҡан. Һүҙ араһында тағы шуны өҫтәйем, ресторанға барып башҡаса баш тыҡмаҫтай булып ултырып сыҡтым бер тапҡыр, талғын ағылған музыканы тыңлап, ике-өс бөртөк печенье ҡабып, ҡаралай сәй һөрпөлдәткән өсөн ҡан ялаған эттекенә тартым сағыу иренле, бот төптәре күренгән ҡыҫҡа юбка кейгән, ҡалҡыу түшле, ҡабарынҡы сәсле официант ҡыҙ, ауылдан икәнлегемде һиҙеп әллә күҙ ҙә йоммай өс тәңкәмде һыпырып алып ҡалды. Аҡса тигәнең ныҡ ҡиммәт, бәрәкәтле ине ул заманда, ҡыҫып-ҡымтып, ҡат-ҡат иҫәпләп тотһаң елгә осороп ҡалдырып киткәнемә бер аҙна тирәһе иркенләп йәшәргә мөмкин булыр ине. Ни хәл итәһең, күрмәгәндең күргеһе, күргәндең ҡоҫҡоһо килә, тигәндәре шулдыр.  

     Мауығып китеп ситләштем, ятаҡ, тип аталып харабаға ҡалған баракҡа кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Панцирлы, бер кеше йоҡлауға иҫәпләнгән дүрт карауат, ҡулдан әтмәләнгән ағас өҫтәл тығылған ҡыҫынҡы ғына бүлмәлә дүрт малай йәшәнек, йәғни тереклек иттек, икәүбеҙ унынсы кластан, икәүбеҙ һигеҙҙән һуң килгәнбеҙ. Арабыҙҙа Силәбе яҡтарынан килгән, сандыр оҙон буйлы Йыһанур исемле егет тә бар ине, ул йылдарҙа “Тотолмаҫ үс алыусылар” кинофильмы бик популяр булғанлыҡтан тәүге көндән үк теге үҙен Яшка-сиған, тип таныштырҙы. Ысынлап та ул төҫкә башҡа һуйған да ҡаплаған сиған инде, ҡолаҡтарына еҙ алҡалар ғына етмәй. Тән тиреһе суйын төҫлө, бөҙрәләнеп таралған сәстәре ыҫ-малалай ҡара. Күрмәлекле генә булһа ла, боҙ һалҡынлығы, башкиҫәр саялығы бөрккән йөҙө юлбаҫарҙарҙыҡына тартым, ҡалын ҡаштар аҫтынан уҫал, мәрхәмәтһеҙ, яһил күҙҙәр көйрәп-янып ҡарайҙар, уң яҡ битендә үткер әйбер менән тамғаланған иҫке яра эҙе ялтасланып күренә. Һөйләше, әйтере ҡыҫҡа һәм төрпө, улар бары ымлыҡтарҙан һәм русса һүгенеүҙәрҙән әүәләнгән. Уҡыу башында уҡ ярпылдаҡ балаҡтарына бер тинлек тәңкәләр тишеп тегелгән клёщ салбар һәм эсе ҡара бумазый, тышы көрәнһыу төҫтәге болонья куртка, аяҡтарына ныҡ туҙған, ташларлығы ғына ҡалған ботинкалар кейеп килгәйне, аҙаҡҡа-са, йыл әйләнәһенә ошо кейемдәр һылап, йәбештереп ҡуйғандай уның өҫтөнән төшмәнеләр. Ауыҙынан һис ҡасан тәмәке өҙөлмәне, сигареттың ҡырҡыуын, танауҙы ярып алып барғанын, “Кавказ” тип аталғанын борхотто. Беҙ ни, руссаны икмәк-тоҙлоҡ ҡына һупала-ған ауыл малайҙары саманан артыҡ баҫалҡыбыҙ, йыуашбыҙ, телһеҙ-тешһеҙ күндәмбеҙ, шуға тәүге көндән үк Йыһанур беренселекте, хакимлыҡты үҙ өҫтөнә алып беҙгә бойороҡтарын, күрһәтмәләрен бирергә, иҫкәрмәләрен аңыбыҙға һеңдерергә тотондо. Өҫ-башын яңыртырға теләү уйынандыр, сираты еткәнгә бармағы менән төртөп ҡәтғи, кире ҡаҡмаҫ-лыҡ итеп бойора: “Все подряд сымай, на этой недели твои шмотки буду носить я! Смотри, ҡаршылашһаң һыҙырам!” Аҙна һайын шулай. Барыбер һүҙен һүҙ иттерә, тыңламаҫҡа маташһаң яғанан алып этеш-төртөш ойоштороуҙан да тартынмай. Тиҙҙән тағы ла бер кире яғы асыҡланды, “бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай”, тиҙәр бит, ғаиләһендә шундайыраҡ тәрбиә алғандыр, бүлмәләшебеҙ торғаны менән “тотолмаҫ үс алыусы” түгел, һис ҡасан “тотолмаҫ ҡараҡ”, оҫта бур, йылғыр уғры булды. Ҡырын, юлында арҡыры ятҡанды ашатлап үтмәй, ыңғайы бер ҡыйырға, һыпырырға әҙер, шул урлыҡ менән тапҡаны күҙ менән ҡаш араһында уның “хәләл” табышына әүерелә.

     Уҡыу башланып бер ай ҙа үтмәне, һаҡлап ҡына тотонғандан ҡалған ун һум аҡсам юға-лды бит, бына аяҡ аҫтында ятҡан бәлә! Төшөп ҡалды, тиер инең дә түш кеҫәләге паспорт араһына ҡыҫтырылғайны. Ул саҡтағы студенттың айлыҡ степендияһы утыҙ һум, ә мин на-ҙан-оңҡотҡа алдынғыға тәғәйен дәүләт түләүен кем генә сығарып тотторһон инде?! Ҡаб-ат-ҡабат усыма һалып һыйпап-ҡарап күҙ терәп торған болом булғас аныҡ хәтерләйем; банкнот әллә кемдәр ҡулынан үтә барып ҡат-ҡат хисаплана торғас, керләнеп бөткәйне, уң яҡтан аҫҡы өлөшө бармаҡ бителәй уйылып кителгәйне. Шул ҡәҙерле байлыҡһыҙ тороп ҡалдым һуңғы сиктә! Бүлмәләштәр менән алдан килешелгәнсә сиратлап, көнөнә  бер тап-ҡыр эргәләге аҙыҡ-түлек кибетенә барып әйләнәбеҙ, һатып аласаҡ нимәләребеҙ ҙә алдан аныҡ тәғәйенләнгән, бер иш, йәшәйеш, донъя түңкәрелгән хәлдә лә үҙгәрешһеҙ; ике буханка ҡара икмәк, бер пачка маргарин (май урынына ашар өсөн), бер банка ҡабаҡ икраһы, шул үтемле һыйҙы шәкәрһеҙ, ҡаралай, икенсе сортлы грузин сәйенә ҡушып тәғәмләнә-беҙ. Астан үлмәҫ, тереклек итер өсөн ошолар ҙа баштан ашҡан! Килгәндә төртһәң йығы-лырлыҡ ябыҡлау булһам, бында саҡта энә йотҡанлыҡтан мөҙөрөп ҡабырғалары беленгән урам бурҙайы хәлендә төштөм.

     Бик теләһәм дә һыйыр майына, ауыл ризығына өйрәнгән ҡорһағым маргаринды ҡыр-ҡа ҡабул итергә теләмәне лә ҡуйҙы, бөттө-китте! Арыҡ малдай күтәртеү хәленә төшөүем бәлки шунан да булғандыр. Уның ҡарауы Әҡсән исемле егетебеҙ буҙ төҫтәге, салидолға тартым нәмәне арыш икмәгенә ҡалын итеп һылап оло теләк менән, аппетит менән,  умы-раһынан тешләп елгәрә генә, үҙе ыңғайы бер бер үк таҡмаҡты һамаҡлай:

 

                                                      Айға оса, айға оса

                                                      Айға оса Гагарин.

                                                      Мин дә айға осор инем,

                                                      Эсем тулы маргарин!

 

     Шулай итеп мөлкәтһеҙ тороп ҡалдым, ә иртәгә кибеткә миңә бараһы, ни эшләргә? Аптырағандың көнөнән карауатында аунаған Яшкаға мөрәжәғәт иттем:

     - Йыһанур, үтескә аҡса биреп тора алмаҫһыңмы, ай аҙағында әсәйем пенсия

алып аҡса ебәрһә кире ҡайтарыр инем...

   Яшка ҡалҡып ултырып ауыҙындағы сигаретын иҙәнгә ырғытып лимон төҫөндәге бо-тинкаһының үксәһе менән иҙгәндән һуң мыҫҡыллы тексәйҙе:

     - Хе, деревня, ты такой бедный что ли?

     - Паспортҡа ҡыҫтырылған аҡсам юғалды, әллә төшөп ҡалды, хәйерһеҙ, улай тиер инең, кеҫәм төбө лә тишек түгел ине һымаҡ...

     - Беречь надо было, бережённого Бог бережет!

     - Хоҙай Тәғәлә араламаны шул, уға ни юғарыла ултырғанға ун һум күҙенә лә эләкмәйҙер, күрәһең...

     - Короче, философ, сколько тебе надо?

     - Ун һум да баштан ашҡан!

     Яшка эре ҡиәфәттә кеҫәһенән аҡса сығарып өҫтәлгә ырғытты:

     - Бери, холоп, до конца месяца, опоздаешь, в двойном размере будешь возвращать, понял?! Һуңлаһаң – һыҙырам!

     - Аңламаған ҡайҙа, аңланым! – Ҡыуанып киттем, был ауыр хәлдә Йыһанурҙан башҡа кем генә миңә ярҙам итер тиһең, ете-ят, төрлө тарафтарҙан йыйылған группалаш һабаҡташтарымдың исемдәрен әлегә белеп тә бөтмәйем бит.

     Ҡулыма алғаныма текәлдем дә йәшен атҡандай юғалдым да ҡалдым, усымда минең теге аҡсам ята ине! Яңылышыу мөмкин түгел, шул үҙе, бер сите китек, керле. Танауыма яҡын килтереп еҫкәгәндәй ҙә иттем, еҫе лә тап килгәндәй.

     - Был бит... – Минең аҡсам, тип саҡ әйтеп ысҡындырмай тотлоғоп ҡалдым.

     Йөҙөмдәге үҙгәреште күреп өлгөргән Йыһанур ауыҙымды томаларға теләп шундуҡ һөжүмгә күсте:

     - Ну что ты стоишь как парализованный, припадочный! Если не хочешь брать в долг, не настаиваю, кати обратно!

     - Юҡ, алам!

    Бирәсәгемде һуңлатып ташлағас ун биш һум итеп ҡайтарырға тура килде...

    Ятаҡтың бер бүлмәһендә келәткә тартым урын да бар ине. Студенттар унда ҡартуф-тарын, һуған-кишерҙәрен һаҡлай торғайнылар. Асҡыс ятаҡ буйынса дежурныйҙа, һор-аусыларға ул асып-яба.  Кис етһә Яшка, ҡаныҡты ла баһа, әллә минән башҡа кеше юҡ, бармағы менән төртөп йәнә бойора:

     - Пошли, деревня, за картошкой, там шухером будешь стоять!

     - Унда беребеҙҙең дә йәшелсәһе һаҡланмай шикелле?! – Еңел генә ҡотолорға итәм.

     - Историю надо читать, деревня! Как известно, восьмидесятом году будет коммунизм, а при новом общественном формате, все ценности будут общими, и все продукты питания будут бесплатными!

     Башҡа яуап таба алмағанға башымды баҫам.

      Урам яҡтан теге бүлмә янына барғас Яшка ятлатып бөткән күрһәтмәһен ҡабатлай:

     - Я, через форточку, если все спокойно молчи, если шум-гам, пни ногой в стену три раза!

      Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Йыһанур форточка аша оло сетка менән картуф һона, мин ҡабул итеп алам.

      Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй ятаҡҡа инеү менән ҡаршы бүлмәлә йәшәгән Нурия беҙҙе тап итте лә һорай һалды:

     - Был картуф ҡайҙан?

     Енәйәт өҫтөндә тотолғандай ҡыҙарып киттем: - Теге, ней, әсәйем таныштар аша ауылдан ебәргән, шуны индереп килә ятыуым...

     - Беҙҙең баҡсалағы каруф та хас һеҙҙеке ише эре, үҙе ҡыҙыл!

     - Картуф орлоғон үткән йыл һеҙҙең яҡтан алғайныҡ, шуға тап киләлер, бәлки...

     Бүлмәгә ингәс Йыһанур маҡтап алырға ла онотманы:

     - Ну, ты, деревня, даешь, научился воровать, теперь научился так гладко и убедительно обманывать, молодец, продолжай дальше!

      Иртәгеһен Яшка-сиған шул урлағанын әрсеп-бешереп беҙгә ашатты ла былай тине:

     - Кушайте, кушайте, холопы царские, картошка с меня, поэтому за продуктами в магазин будете ходит вы, по очереди, бесплатный сыр бывает только в мышеловке! Тығынығыҙ, ашамай икәнһегеҙ – һыҙырам!

     Күп йылдар үткәс башҡала урамында тап иттем Йыһанурҙы. Ул мине әллә ҡайҙан та-нып алып йүгереп килеп ҡәҙерле кешеһен күргәндәй ҡосағына ҡыҫты. Ныҡ таушалғай-ны, олоғайғайны ул.

      Ғәжәбемә ҡаршы башҡортса өндәште:

     - Хәлдәрең нисек, дуҫ!

     - Шөкөр әле.

     - Шөкөр итә белеү үҙе үк аҡыл. – Ҡоласын яҙҙы. – Мин ни бына, элеккесә. – Өҫтөндә теге саҡты хәтерләткән күлдәк тә йоҡа куртка, аяҡтарындағы ботинкалары хәҙер сөрөшөп ҡатҡан әфлисун төҫөнә ингәндәр. Барыһы ла элеккесә, тамсы ла үҙгәрешһеҙ.

     - Донъялар ныҡ боларҙы, тарафтар буталды, аҡсаның хаҡы төштө, алмашта йөрөгән ваҡ ҡулаҡса рәүешендә ҡалып әҙәм балаһының ҡәҙере китте. Йәл, бик йәл! – Тәмәке ҡабыҙҙы. – Тура баҫып ҡырын һөйләмәйек, уны һин дә мин дә яҡшы беләбеҙ, теге ун һум, һуңынан ун биш итеп ҡайтарылған аҡсалар һинеке ине бит... Кисерә алһаң кисер, һәм һәр нимә донъялыҡта мәлендә тулы күләмдә түләнергә һәм кире ҡайтарылырға бу-рыслы. Мә, тейешлене ал! – Керләнеп ҡатҡан сепрәк кәшелүгенән сығарып ун биш һум аҡсаны усыма йомдорҙо. – Баш тарта алмайһың, бирәсәгемде тулы күләмендә кире ҡай-тарам. Быларға хәҙер бер ни ҙә һатып ала алмаясаҡһың, шулай ҙа...

     - Алмаһам - һыҙыраһыңмы!

    Йыһанур урам яңғыратып, күҙҙәре көлмәһә лә үҙе һаһылдап ебәрҙе:

     - Онотмағанһың бит әй, минең әйткәндәрҙе! Юҡ, һыҙырмайым, бары һине ғәҙел йәнле, матур күңелле кеше булараҡ ҡосаҡлайым ғына. – Ҡосағына ҡармап оҙаҡ һүҙһеҙ торҙо, күҙҙәре йәшләнгәйне уның. – С онкодиспансера я, поставили смертельный диагноз, вот и бесцельно скитаюсь по улицам...

     Нисек ҡойондай йүгереп килһә шул етеҙлегендә Йыһанур китеп барҙы һәм апаруҡ ер киткәс кире ҡайырылды:

     - Урлап байып булмай туған, мин шуны бар тәрәнлегендә аңланым!

     Ә ғәҙеллеккә, кешелек сифаттарына килгәндә быныһы инде бик сетерекле мәсьәлә, бур менән юлдашһың, табындаш ҡорҙашһың икән, тимәк һин дә шул түбән кимәлдәһең, кү-рәләтә урланғанды ейеү ҙә ауыр гөнаһтарҙың береһе иҫәпләнә, ә миңә килгәндә, нисә тиҫ-тә йыл инде ҡара төйөрҙәй күңелемдә йөрөткән оятыма ҡаршы, әле лә уғрының урлаған-ын ҡарап, күҙәтеп, уның хәүефһеҙлеген ҡайғыртып һаҡта торам һымаҡ...

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас