АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
17 Октябрь 2023, 10:15

тӨҪ ҠАЙҘА?

«Башҡалар араһында башҡалар кеүек булырға тейешбеҙ», тибеҙ ҙә, үҙ төҫөбөҙҙө юғалтабыҙ йыш ҡына...– Башҡаларҙың (к)өйө бар – минеке лә булһын...– Башҡаларҙың (теле)фоны бар – минеке лә булһын...– Башҡаларҙың (б)аҡсаһы бар – минеке лә булһын... – тибеҙ ҙә, йәнә-йәнә нимәгә булһа ла тотонабыҙ...

тӨҪ ҠАЙҘА?тӨҪ ҠАЙҘА?
тӨҪ ҠАЙҘА?

«Башҡалар араһында башҡалар кеүек булырға тейешбеҙ», тибеҙ ҙә, үҙ төҫөбөҙҙө юғалтабыҙ йыш ҡына...
– Башҡаларҙың (к)өйө бар – минеке лә булһын...
– Башҡаларҙың (теле)фоны бар – минеке лә булһын...
– Башҡаларҙың (б)аҡсаһы бар – минеке лә булһын... – тибеҙ ҙә, йәнә-йәнә нимәгә булһа ла тотонабыҙ... Эш ҡыйратабыҙмы, әллә үҙебеҙҙе шулай ҡыйратабыҙмы - бөтмәҫ-төкәнмәҫ маҡсат-хыялдарҙы алдыбыҙға бейек-бейек тауҙар итеп өйәбеҙ ҙә «башҡалар араһында башҡалар кеүек булһын», тигәндән генә күңелебеҙ түрендә яҙа-йоҙа моронлаған уй-ниәттәрҙән ашыҡ-бошоҡ ҡоршалған үрҙәргә артылыуы үтә лә хәүефле икәнен аңлағандан бәлки, шул тауҙарҙы ҡабалан-ҡарһалан кире аҡтара башлайбыҙ шикелле.
Йәл... Мәғәнәһеҙгә түгелгән көс йәл...
Йәнә, әлеге лә баяғы тауҙарҙы ғына түгел, ғөмүмән, нимәне булһа ла киренән тиргәндә мотлаҡ юҡҡа сығасаҡ (т)өҫ йәл...

 

РӘМИЛӘ ТОРОМТАЕВА.

Автор:
Читайте нас