

Фирүзәне улы менән купеға урынлаштырып, хушлашып сыҡҡас, Мансур перронда поезд күҙҙән юғалғансы тороуын белде. Аяҡтары ергә ҡуша ҡаҙаҡлағандай торҙо ул. Күңеленең түрендә ниндәйҙер бер ҡыл сыңлап өҙөлдө. Йөрәген әсе, аңлайышһыҙ һыҙланыу ҡыҫты...
Бөтә донъяны тетрәткән Оло Теләктәге фажиғәне күптәр хәтерләйҙер. Ҡапма ҡаршы йүнәлештәге "Адлер–Новосибирск " һәм "Новосибирск– Адлер " поездары көслө шартлау арҡаһында, рельстан ситкә сығып оса. Вагондар яна, хатта өс километр алыҫлыҡтағы ағастар ауа, алты йөҙләп ҡазаланған кешеләрҙең дүрт йөҙләбе үлә. Ошо поездың береһендә тыуған яғына ашҡыныусы, йәш һәм сибәр Фирүзәнең дә, әле ҡырҡы ла тулмаған сабыйының да ғүмере өҙөлдө.
Бер көн эсендә сәстәре ап-аҡ булды Мансурҙың. Артабан нисек йәшәргә, нисек күтәрергә был ҡайғыны, яңы утыҙ йәшен тултырған иргә доньяның йәме ҡалманы.
Ҡатынын алырға барғанда, ҡолағындағы алтын алҡаларының, муйынындағы цепочка, хатта бармағындағы никах балдағының да юҡлығын абайлаған ирҙең күҙҙәренән әсе йәштәре субырлап аҡты. Кемдәрҙең ҡулы барҙы икән, үлгән кешенең биҙәүестәрен сисеп алырға! Берәүҙәр оло фажиғә кисергәндә,икенселәрҙең донья ялтырауыҡтарына ҡыҙығыуы уның аҡылына һыйманы.
Юҡ, алтындар өсөн ҡайғырманы ул. Йәненән артыҡ күреп яратҡан, һөйөклө Фирүзәһенең саф тәненә ҡағылған әшәке ҡулдарға рәнйене ул.
Миңзифа Ҡашҡарова.
фото: mixyfotos.ru