Әҙәби мѳхит
15 Сентябрь 2023, 05:12

Гүр саҙаҡаһы ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов

Ата-әсәһен һәр бала был донъяға  ғүмерлеккә килгән тип иҫәпләй, бик теләһә лә тормошта булмаҫ, ысынбарлыҡҡа һис ҡасан тап килмәҫ ошо күңел фантазияһына мөкиббән китеп ышана, ышаныу ғына түгел инана ла. Ғүмерлеккә килгәндәр ҙә йылылыҡ, яҡтылыҡ бөрккән аҡ ҡая ышығылай  улар беҙҙе һәр саҡ ел-ямғырҙан һаҡлап, ҡурҡыныс-хәүефтән аралап, ҡасан йоҡоға ятҡандарын, ҡасан йоҡонан торғандарын күрһәтмәй, белгертмәй, тәүлек әйләнәһендә ығырлап-шығырлап, ауырыу-һыҙланыуҙарын тышҡа сығармай аяғөҫтө мәңге йөрөп ятырҙар һымаҡ...

Гүр саҙаҡаһы ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр ТапаҡовГүр саҙаҡаһы ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов
Гүр саҙаҡаһы ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов

 Яңы ғына өйләнешкән саҡ. Тәүге осорҙа әллә нишләп һуҙһаҡ-тартһаҡ, йыйнаҡ тотонорға тырышһаҡ та эш хаҡын еткереп булманы ла ҡуйҙы, тормошобоҙҙо үҙебеҙсә, яңыса ҡорорға тырышҡас өй эсенә ул-был ҡаралтыны һатып алған булабыҙ, башҡалар алдында кәм-хур ҡалғы килмәгәнлектән ҡуҫтарланабыҙ ҙа, йәнә аҙнаһы ҡоро түгел,  ҡунаҡтарҙан ҡалмайбыҙ, үҙебеҙ ҙә саҡырабыҙ,  тыуған көндәргә лә йөрөйбөҙ, улары ла өҫ-тәмә сығым. Нисек кенә һаҡсыл, иҫәпләп тотонорға тырышһаҡ та  икебеҙгә тәғәйен мәктәп оклады, әсәйемдең алған пенсияһы тотошлайы менән айыныҡы айына китә, бик йыш ҡына етмәй ҙә ҡала әле. Хәйерселәй ҡайта-ҡайта кешенән теләнселәү ҙә килешмәгән эш, ни тиһәң дә ауылдаштар араһында, дуҫтар алдында дәрәжә лә, абруй ҙа бар һымаҡ, мәжлестә ултырған ер ҙә ишек төбөндә түгел. Үҙебеҙҙең ҡорҙа биләгән урыныбыҙҙы әйтеүем. Һуңғы сиктә көн тағы ла әсәйемдең гүр саҙаҡаһына тороп ҡала. Осто-осҡа ялғай алмай бөтөнләй өҙөлөп киткәндә әйтеремде туранан-тура һалдырам:

     - Әсәй, кеҫәбеҙ төбө таҡырайып китте бит әле, төйнәнгәнеңде тотонайыҡ мәллә?

   Ә ул нимә хаҡында һүҙ барғанлығын шундуҡ тойомлап, төшөнөп тә ала:

     - Ҡапылғара үлеп-нитеп китһәм, ҡайһылайтырһығыҙ икән?

Ата-әсәһен һәр бала был донъяға  ғүмерлеккә килгән тип иҫәпләй, бик теләһә лә тормошта булмаҫ, ысынбарлыҡҡа һис ҡасан тап килмәҫ ошо күңел фантазияһына мөкиббән китеп ышана, ышаныу ғына түгел инана ла. Ғүмерлеккә килгәндәр ҙә йылылыҡ, яҡтылыҡ бөрккән аҡ ҡая ышығылай  улар беҙҙе һәр саҡ ел-ямғырҙан һаҡлап, ҡурҡыныс-хәүефтән аралап, ҡасан йоҡоға ятҡандарын, ҡасан йоҡонан торғандарын күрһәтмәй, белгертмәй, тәүлек әйләнәһендә ығырлап-шығырлап, ауырыу-һыҙланыуҙарын тышҡа сығармай аяғөҫтө мәңге йөрөп ятырҙар һымаҡ.

        Мин дә ҡурҡыныс хәбәрҙе яҡын-тирәбеҙгә эйәләтмәй ҡыуалап ебәрергә теләгәндәй сәбәләнеп ҡулдарымды болғайым:

     - Буш һүҙ һөйләп күңелгә шом һалма әле!

     - Буш һүҙ, тип, донъялыҡта була торған хәл.

     - Булһа ла һөйләмә, ауыҙыңдан ел алһын!

Әсәйем ғәҙәти, көтөлгән, кисектергеһеҙ сәфәргә йыйынғандай тыныс тауыш менән үҙенекен тыҡый бирә:

     - Бер көн менән йәшәйем мин хәҙер, иртәгә ни булырын бер Хоҙай белә. Өй беренсә теүәлләп хисаплай китһәң әхирәттәремдән бер үҙем генә ҡалып барам бит, сама белмәй әрһеҙләшергә лә ярамай. Ғазраилдың юғарынан әшкәртеүен көтмәй алдан йыйнана, төйнәнә башлауың хәйерле.

     - Бирәсәкле кеше үлмәй тиҙәр, һин дә хәйергә әҙерләгәнеңде тотоноп бурысҡа бат та, йөҙгә еткәнсе йәшә!

     - Ни хәл итәһең, һүҙҙегеҙҙе йығыу килешмәҫ, намаҙ мәлендә Хоҙай Тәғәләнән әхирәткә күсеүҙе бер аҙ кисектереүен һорармын. Артыҡлап мулыҡмаһа ла ризалашыр, бәлки, үтенесемде ҡабул ҡылыр… - Шулай ти ҙә һандығына тыҡшырған яулыҡ-таҫтамал-дар араһын аҡтарырға, соҡорға тотона. 

  Әсәйемдең биргәнен алабыҙ ҙа онотабыҙ, сөнки беләбеҙ, бер ни тиклем ваҡыттан, ниндәйҙер, беҙ белмәгән юлдар аша саҙаҡа теүәл генә булып урынына барып ятасаҡ.

       Оҙаҡ та үтмәй һөйләшеү тағы ҡабатлана...

        Һуңынан матди яғыбыҙ яйға һалынды, хәлбүки әсәйем йомошҡа тип ингән-сыҡҡандарға һандығы төбөндәген биреүҙе ғәҙәт итеп алды. Шулай итеп, әжәл алдында бирәсәкле булып, ғүмерен оҙайтып һикһәнгә еткәнсе йәшәне. Бөгөн мөмкин булмағанды ялбарып ҡысҡырғым килә:

     - Тәңре, үтенеп һорайым, әсәйемде кире ҡайтар. Уның алдында әллә күпме

ҡайтарылмаған бирәсәктәрем,  бурыстарым бар!

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас