

Бер ир эсһә лә, эсмәһә лә ғаиләһендә гелән ғауға ойошторҙо. Тауыш ҡуптара ла ҡатынын, бала-сағаһын ишек алдына ҡыуып сығара. Баҡса ултырығысына һаҡҡан ҡатынды, балаларҙы күрһәң һүҙһеҙ ҙә аңлашыла – йортта тағы ла талаш сыҡҡан. Бер көн эңер мәлендә теге ир бер үҙе генә ине. Башын ҡушуслап суҡайған.
- Көн дә боларып тора, йоҡа кейенгәнһең, нишләп ултыраһың әле бында?
- Тормоштоң ҡото китеңкерәп барғас атай-әсәй йортҡа аят бағышлатырға тәҡдим иттеләр. Ҡатын да ошо хаҡта ыжығас ризалаштым. Мулла аяттан һуң дүрт мөйөшкә лә аҙан ҡысҡырып торлаҡтан беҙҙе ирештергән-талаштырған шайтанды ҡыуалап сығарҙы.
- Әләйгәс йортоғоҙ тынысланып ҡалыр инде.
- Шулай ғына була күрһен инде. Тик бында һерәйеүемдең ғилләһе икенселә, теге мөгөҙлө шайтан әллә мин булып сыҡтым инде?
- Нишләп улай тиһең әле?
- Һуң ҡайтып инә алмай аптыранып ыуаланғанды күрәһең бит!
- Аңһыҙ бала түгелһең, урынһыҙ сафсата һатып аҡыл өйрәтергә йыйынмайым, мырҙа, шулай ҙа әйтәм, ниһайәт килеп үҙеңде таный алыуың ҙур эш, үҙен таныған кеше генә хаталарын, етешһеҙлектәрен күрә һәм төҙәтә ала. Мөйөштәрҙәге түгел, күңелеңдәге иблесте ҡыу иң башта, шунда ғына бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ!
- Мин... тырышырмын, ныҡ тырышырмын!
Ир ышаныслы ҡалҡып йорт ҡапҡаһынан инеп китте...