Әҙәби мѳхит
12 Сентябрь 2023, 10:48

Ҡабырға ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов

       Һынамсыл ҡараш елдә елберҙәргә әҙер йоҡа кәүҙәне баштан-аяҡ үткәрҙе: – Шунан, тип сифатһыҙ ҡабырғанан яҡшы ҡатын-ҡыҙ әүәләп булмайҙыр ул. Шуны ғына әйтмәксе инем.  

Ҡабырға ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр ТапаҡовҠабырға ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов
Ҡабырға ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов

       Өсәүләп ултырабыҙ. Эргәмдәге икәү генә үҙ-ара һөйләшәләр, ә мин бары һауа һуларға тип сыҡҡанмын, тегеләрҙең әңгәмәһенә ҡыҫылмайым да, ҡушылмайым да. Сәстәре сыбыҡланған, бит-йөҙөн шырт һаҡал-мыйыҡ япҡан, өҫ-башы әрпеш ир эргәбеҙҙән үткән-һүткән ҡатын-ҡыҙҙы яратмай яманлай:

     - Ҡара әле бынау бисәне, ҡайһылайтып килешһеҙ итеп кейенеп алған булған, ә тегене күр, лыс буяҡ, сибәрмен, тип китеп баралыр инде. Анауһысы…

      Өлкән йәштәгеһе шуҡ йылмайҙы:

     - Ҡатын-ҡыҙҙы Аллаһы Тәғәлә ир кешенең ҡабырғаһынан яралтҡан, тигәнде ишеткәнең бармы?

     - Бар. Шунан?

Һынамсыл ҡараш елдә елберҙәргә әҙер йоҡа кәүҙәне баштан-аяҡ үткәрҙе:

– Шунан, тип сифатһыҙ ҡабырғанан яҡшы ҡатын-ҡыҙ әүәләп булмайҙыр ул. Шуны ғына әйтмәксе инем.

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас