

Беренсе тапҡыр һайлауға яңы ғына ун һигеҙ йәшем тулып торғанда барҙым. Барҙым, тип әйтеүе дөрөҫ үк булмаҫ, бары барырға ынтылдым, теләк белдерҙем генә. Әүәле бит һайлауҙарҙы тотош халыҡ оло байрамдай күреп ҡаршы алды, сәйәси кампанияны иҫтә ҡалырлыҡ тантана дәрәжәһенә олғаштырҙы. Ошо көнгә тап килтереп һәммәһе ер аяғы, ер башынан атлы ҡунаҡ саҡырыр ине. Һайлау алдынан гөр килеп табында ултыралар ҙа иртә таң менән гармун тартып, һайлау участкаларына ҡарай йүнәләләр, шунан бюллетендәрен бейей-бейей һайлау йәшнигенә төшөрөрҙәр ине. Кемде һайлауҙарын уйлап та ҡарамайҙар, уларға һайланыусының, ысынын ғына әйткәндә, кәрәге лә, хәжәте лә юҡ, сөнки башында эш уйы ғына, йорт-ҡура, хужалыҡ мәшәҡәте. Бер нисә йыл теҙәктән ул саҡтағы СССР-ҙың финанс министры Гарбузовты депутат итеп күрһәттек, һайланыҡ, шунан уны билдәле авиаконструктор Туполев алыштырҙы. Ә ул кандидаттар килмәйҙәр ҙә, күренмәйҙәр ҙә, бөгөнгө ише тау ҡәҙәре вәғәҙәләр ҙә бирмәйҙәр, улар ҙа башҡалар ише эшләнеләр, бирелеп китеп илгә, халыҡҡа хеҙмәт иттеләр.
Шулай итеп, Сибай медицина училищыһында уҡып йөрөгән ерҙән һайлау-байрамға тип ауылға ҡайтып төштөм. Әсәйем бик ҡыуанып ҡаршы алды. Иртәнге сәйҙе эскәндән һуң байрамса кейенеп алып һайлау участкаһы иҫәпләнгән клуб яғына ҡарай ыңғайланыҡ. Әсәйем миңә яратып ҡарап ала ла ҡаршыһында осрағандар менән хәл-әхүәл белешкәндән һуң шатлығы менән уртаҡлаша һала: “Бына балам ҡайтып төштө әле Сибайҙан, һайлауға, духтырға уҡып йөрөгән еренән!”, “Уның беренсе һайлауы бит, шуға ҡушарлап китеп барабыҙ әле!”, “Шулай булмай тағы, ҙурайҙы инде, ир етте, шуға тауыш бирә лә инде!...”
Һайлау участкаһының рәйесе физкультура уҡытыусыһы Карасов Әҙеһәм Һөйөндөк ул икән дә баһа. Ул да беҙҙе йылмайып ҡаршы алып уҡып йөрөүем менән ҡыҙыҡһынып бөткәндән һуң асыҡларға итте: “Һайлауға ҡайттыңмы?” “Эйе!” “Бик шәп иткәнһең! Открепительный талоның бармы?” “Ул нимә була тағы?” “Сибай һайлау участкаһынан бында һайларға хоҡуҡ биргән ҡағыҙ, документ.” “Уныһын уйлап та ҡарамаған инем бит әле...” “Йәл, бик йәл, унһыҙ һине һайлата алмайбыҙ, бер нисек тә”. Әңгәмәгә әсәйем ҡушыла: “Әҙеһәм, ысынлап та һиңә бөлөтинең йәлме әллә? Һайлат улымды, беренсе һайлауы бит!” “Бик теләһәм дә булмай шул, апай, закон ҡушмай!” “Ул сағында ни эшләйбеҙ инде, халыҡтан оят, ыстырам була ла баһа!” Аҡыллы уҡытыусым был хәлдән дә сығыу юлын тиҙ тапты: “Әйҙәгеҙ былай итәйек, апай, һинең һайлау бюллетенен икәүләп тотоп төшөрөгөҙ!” Һәм һуңғы сиктә шулай эшләнек тә, мәгәр байрам матурлығы төҫһөҙләнгәйне, ошоға ҡәҙәр кисергән күтәренке кәйефтең бер сите кителгәйне. Моңһоу ҡарап, рыя атлап ҡайтып киләбеҙ, шул саҡта әсәйем әйтә ҡуйҙы: “Бынан бүтән һис ҡасан да тауышыңды юғалтма, балам, тауышын юғалтҡан – телһеҙ әҙәм һымаҡ бит ул!”
Шунан һуң үҙем дә күп тапҡырҙар депутат итеп һайландым, ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләп йөрөгәндә туранан-тура ошо яуаплы эшкә яуап бирә лә инем. Ул саҡта был мөһим сәйәси кампанияға яуаплы булыуы еңелдән түгел ине, түгел ине.
Һайлау осорҙарындағы һайлаусыларҙан әлеге мәлдә биш кеше хәтеремдә уйылып ҡалған, ошо көн етһә иң әүәл уларҙы иҫкә төшөрәм. Ҡабат-ҡабат.
Иң беренсе һайлаусы булырға гел генә ике кеше дәғүә итте, теләк белдерҙе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны Атанғолова Әлифә Ҡотой ҡыҙы һәм һуғыш ветераны Әбсәләмов Ғәбделсабир ағай. Иртә таң менән киләләр ҙә клуб ауыҙын өңдөйҙәр. Әгәр Әлифә апай һуңлап ҡалһа бер бәлә инде, сеңләп иларға тотона, уны тынысландырып әпәүләгәнсе апаруҡ ваҡыт китә. Әпсәләм ҡарт үҙе менән ҡурайын тотоп килә лә иң әүәл йәшник янына баҫып “Урал” көйөн һыҙҙырғандан һуң ғына ҡулына һайлау бюллетенен ала. Һис ҡасан тайпылмаған, үҙгәрмәгән ғәҙәте шул.
Ә инде нахаҡҡа рәнйетелеп төрмәлә ултырып ҡайтҡан Мирғәле Ҡотлобаев кирза итектәр кейеп килә лә апа-айыҡ килеш клуб алды, шунан мәктәп майҙансығының туҙанын туҙҙырып көнө буйы бейей. Арымағанын-талмағанын әйт! Ул шулай итеп һайлау хоҡуғына эйә булғанлығына ҡыуана ине шикелле.
Һуғыш ветераны Рәхимйән Солтанғужиндың һайлауы үҙе бер айырым тамаша. Һайлау яртылаһа, төшкә яҡын кеҫәгә бер яртыны һалып алып, һайлау йәшниген артмаҡлаған һайлау комиссияһы вәкилен эйәртеп тегеләргә барам. Өйҙә Кәримә апай яңғыҙы ғына. Ағайҙың холҡон ятлап бөткәнлектән һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуям: “Ҡайҙа юғалды?!” “Ҡайҙа ғына буһын инде, шу, балығында...” “Ҡайһы тирәлә?” “Әлмөхәмәт тапҡырында булам, тине.” Ай, Алла, бына бәлә, һуң ул ер ауылдан биш саҡрымда ла баһа, барып урағансы, уңышлы тип иҫәпләгән хәлдә лә, юҡ тигәндә ике-өс сәғәт ваҡыт китәсәк. Ни ҡылмаҡ, тау-таш араһы булғанлыҡтан йәйәүләп шунда табан йүнәләбеҙ. Бына Һаҡмар йылғаһының Әлмөхәмәт тапҡыры. Ағай юҡ, үҙе лә күренмәй, тауыш-тыны ла ишетелмәй. Һөҙөп йөрөп эҙләп, арманһыҙ булып йылға ярына барып ултырабыҙ. Һайлау комиссияһы вәкиле өмөтһөҙ ҡул һылтәй: “Булманы был, уңмаған юлды ҡыума, тиҙәрме әле, тимәк һайлауҙы 99,99 процентҡа үтәйбеҙ тимәк, дасадны...” Эргәләге ҡаяға ымлайым:“Башты ташҡа бәреп булмай, миңә райком алдында яуап тоторға тура килер...”
Шул мәл ҡамыш араһынан моңло йыр тауышы ҡолаҡҡа салына: “Ҡара ла ғына урман, ҡараңғы тө-ө-ө-н-н-н...” Бына ҡайҙа боҫҡан икән ағайыбыҙ! Салбар балаҡтарын төрөп алып ҡамыш араһына инәбеҙ. Һыуҙан баш ҡына сысайып күренә. Хәлде ыңғайға һыпырам: “Хәйерле көн, ағай, нисек ятыш?” “Нисек инде көн, ҡара төн дә баһа...” “Төн уртаһы булһа ла һеҙҙе таптым барыбер!” “Шайтандан ҡотолоп буһа ла һинән бер нисек тә ҡасып бумай инде ул! Әпкилдекме?!” “Һорап тораһың тағы, шайтан ғына күстәнәсһеҙ, өмөттө ҡасырып йөрөй!” “Ҡой улайһа!” “Башта һайла!” “Нисек кенә һайлайым тағы, ҡара төн тием дә баһа!” Сара юҡ. Ҡоям. Ағай ыңғырашып ҡуя: “Саҡ бер күҙем асылды әле...” “Хәҙер икенсеһен дә асабыҙ!” Ҡабатлайым. Ағайҙың тауышы баҙыҡлана: “Бына исмаһам һәйбәт булды! Ну белекле кешеһең дә инде һин ҡустым, һәр беребеҙҙең тын алышын, теләген һүҙһеҙ ҙә белеп тораһың! Килтер ҡағыҙыңды, тауышымды көн матурлығы өсөн, күктәге ҡояш гел балҡыһын өсөн бирәм!”
Ҡаҙнабаев Рәхимйән ағай инде һәр нимәлә тәртип һәм теүәллек яратты. Һайлауға ла иң һуңғы булып килә лә сабырлыҡ ҡылып бер ситкә ултыра, ыңғайы бер ҡыҙыҡһына: “Һайлау бөтөүгә нисә минут ҡалды әле шу?” “Биш минут!” “Иртәрәк әле, иртәрәк”. Бер аҙҙан һорау ҡабатлана: “Уаҡыт күпме?” “Һайлау тамамланыуға бер минут ҡалды!” Бюллетень ала ла йәшник янына килә: “Мин, ағай-эне, ҡайҙа ла тәртип һәм бөхтәлек булһын тип тауышымды бирәм!”
Сәстәремә күптән сал инде. Бер һайлауҙы ла ҡалдырғаным юҡ әлегә, ҡалдырмам да, сөнки һәр саранан ниндәй ҙә булһа ыңғай яҡ, матур күренеш, яҡтылыҡ эҙләйем. Һәм ҡолағымда гелән әсәйемдең әйткәндәре яңғырап киткәндәй: “Һис ҡасан тауышыңды юғалтма, балам, тауышын юғалтҡан – телһеҙ әҙәм һымаҡ була бит ул!..”