

Ауыл зыяратында йөрөйөм. Һәр ҡәбер ташы алдында оҙаҡ ҡына баҫып тороп мәрхүм-гә ҡағылышлы үткәндәрҙе хәтергә төшөрәм. Бында Буранбай ята. Ғүмере буйы фермала малда эшләне. Холҡо, ысынлап та, буранлы-дауыллы булды уның, әммә бүлексә малына сыбыртҡы менән киҙәнмәне, һуҡманы һис ҡасан, яҡын кешеһен һыйлағандай итеп баҡ-ты, ҡараны. Шул һыйырҙары менән көңгөр-ҡаңғыр килеп һөйләшә лә торғайны. Арыраҡ Нурғәле ята. Тракторсы. Йәйен тәгәрмәсле тракторға ултырҙы, ҡышҡыһын – сылбырлыһына. Балалар ише тәм-том ярата торғайны, ҡышын беҙгә тракторы менән һөйрәтеп бес-ән килтерһә табын артында ашҡа үрелмәй кәнфит һурып сәй һөрпөлдәтеп тик ултыра. “Ит ҡабып ебәрһәңсе, Нурғәле!” ти әсәйем. “Юҡ апай, мин кәнфит яратам!” Бер яҡ ситтәрәк Вәхит. Төҙөүсе ине һайлаған һөнәре. Йор һүҙле булды, сәсән ише шиғыр юлдарын әйтеп һөйләште гелән. Ауыҙынан тәмәке өҙөлмәне, төшмәне.
Игелекле, мәрхәмәтле, һәйбәт кешеләр ине ағайҙар, үтә һәйбәт.
- Хәйҙәр, мә, аҡса! – ти Буранбай.
- Нимәгә у хәйер миңә?
- Бәй, ҡәйнеш аҡсаһы, апайыңды миңә бир!
- Һиңә кейәүгә сығып туҡмалып көн итһенме?
- Юҡ, бармағым менән дә ҡағылмам, өрмәгән ергә лә ултыртмаҫмын, бир, ә?!
- Бумай, һинән мал һыҡраһы, силус еҫе килә...
Урам сатында Нурғәлене тап иттем.
- Ҡустым, давай, һиңә бөгөн үк бер тиләшке өймәләм итеп ҡоро-һары килтереп ауҙарам!
- Ҡарауһыҙ, етем әбей-һәбейгә апар әйҙә, беҙгә кәрәкмәй!
- Һуң, буштан-тәккә ҡоро ҡул һорап булмай ҙа, буштың атаһы күптән үлгән, киләһе йомала апайыңды һората килергә ине иҫәп!
- Ары йөрө, апайым ғүмер буйы һинең мазутыңды йыуып көн итһенме, таптың һантыйҙы!
Алыҫ Сибайҙан төҙөлөштән Вәхит ҡайтып төшкән. Ни тиһәң дә ҡала кешеһе бит, фырт ҡына итеп кейенеп тә алған: клещ салбарҙа, әтәс һүрәте төшөрөлгән күлдәктә. Ғәҙәтенсә ауыҙында тәмәке быҫҡый.
- Ыслушай, брат, мине ни сәбәптән ваҡытһыҙ ҡайтып төшкән тип уйлайһың?
- Йөрөйһөңдөр, тинтерәп, берәҙәкләнеп.
- Һис ҡасан эт һуғарып йөрөмәй ул ағайың, йомошом һиндә!
- Әйтеп ебәр, ҡолаҡҡа яғырлыҡ булһа тыңлап ҡарайыҡ!
- Апайыңды миңә бир!
- Бирмәйем!
- Ништәп?
- Өй эсен тәмәке еҫе менән ыҫларға штули!
Бер көн әсәйемә әйтә ҡуйҙым:
- Аптыраттылар был, ағайҙар, апайымды һорайҙар, һоратмаҡсылар!
- Һораһалар, һуң, бир, ғүмере буйы ултыраҡҡа ҡалып беҙҙә йәшәмәҫ апайың.
- Бирмәйем тигәс бирмәйем, у икебеҙгә лә бер юлы кәрәк!
Ҡолағымда өс ағайҙың да тауышы бер юлы яңғырап киткәндәй итте: “Апайыңды миңә бир! Апайыңды миңә бир! Юҡ, миңә...”
“Кем алыҡ, ағайҙар, бирәм!” тип ҡысҡырғым килә. Тик ағайҙар ҙа юҡ, апайым да...