

Сибай медицина училищыһында уҡып йөрөгәндә шәфҡәт туташтары төркөмөнә Бөрйән районының төпкөл ауылынан бер ҡыҙ килгәйне. Зөләйха. Һүҙ ҙә юҡ, күркәм яңғырашлы, күңелгә лә, телгә лә, йәнгә лә ятышлы исем, әммә ул үҙен Зоя, тип атауҙы ҡырҡа тал-ап итте, йүнле исемен йүнһеҙ есемгә тап килтерергә теләпмелер, шоморт ҡара, биленә ҡәҙәр төшкән сәстәрен киҫтереп ырғытты башта, шунан мөнтәгәнен водород перекисы менән ағартып ҡыҙыл-ерән төҫкә буяп йөрөнө гелән. Бит-йөҙөн күк-талаҡҡа, эт алғыһыҙ-ға ҡалдырып, аллы-гөллө итеп кремдар, пудра-помадалар, ҡаралы-ҡыҙыллы биҙәнеү ҡәләмдәре менән һыйпап-һылап буяһа ла үтә һылыу ине, суҡынмыш, һылыу тип кенә әйтеү аҙҙыр, һыуһыҙ ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ, яңы сәскә атырға тумаланған нәфис гөлдәй гүзәл зат ине ул; талсыбыҡтай һығылмалы нескә буй-һын тиһеңме, шыма итеп юнылған аҡ мәрмәр таштай ылыҡтырғыс йөҙ тиһеңме, нәҙекәй бил, тығыҙ, йоморосай түштәр, ҡа-лҡыу оса, тумалаҡ балтырҙар барыһы ла нәҡ урынында. Артыҡ та түгел, кәм дә түгел матурлыҡ, гүзәллек өлгөһө – фотомодель, беҙҙең телдә әйткәндә саф фәрештә һынынан ижади әүәләнгән алиһә. Бөләңгерт эңерҙә, ҡара төндә осҡон сәсеп тирә-йүнде яҡтыртҡан ылыҡтырғыс нурлы күҙҙәре генә ни тора ине уның! Һушым китеп, ауыҙ һыуым ҡороп һүрәтләһәм дә бары ситтән генә ҡарап һоҡлана инем тегеңә, алиһә, тинем дә инде, ә ундайҙарға һаҡһыҙ оронорға, урынһыҙ тейергә, осраҡлы ҡағылырға һис тә ярамай! Тотош училищы егеттәре, йәш, өйләнмәгән уҡытыусылар, шул иҫәптән мин фәҡирегеҙ ҙә йән атып яратып йәшерен һөйөү йөрөтә инек Зояға ҡарата, яуапһыҙ, тамсы ла өмөт ҡалмаған, сағылмаған һөйөү. Тик ни сәбәптәндер ҡыҙ беребеҙгә лә ҡараманы, иғтибар итмәне, яҡты йөҙ, ыңғай мөнәсәбәт күрһәтмәне, томолдороҡ кейергә, тәртәгә тығылырға теләмәгән ҡырағай байталдай яҡын тирәһенә юлатманы, яҡынлатманы ла. Хатта ки, шуныһы аҡыл-зиһен кимәленә һыйғыһыҙ ғәжәп, һомғол, һоҡланғыс ҡарағайҙай буй-һынлы, мөләйем, ылыҡтырғыс йөҙлө, хыялый фиғелле, шиғри күңелле миңә ҡарата ла итәғәтлек күрһәтмәне мөрхәтһенмәне, остоҡай-һайлансыҡ. Кем кәрәк булғандыр инде уға, аҡ толпарға атланған принцмы, әллә балда-майҙа йөҙгән хан улымы, әллә хөкөмдар батшаның үҙеме, этем генә белһен. Ятаҡҡа килеп йөрөгән егете лә булманы шикелле, булған хәлдә һис шикһеҙ бер күрмәгән осраҡта икенселәй яҙа ҡарамаҫ, бер һиҙмәгән хәлдә икенселәй тапҡыр тойомлар инек, моғайын. Абайлар инек тә, ятаҡтағы көнсөл-ғашиҡтарҙы йыйып-туплап алып, ят, һөйкөмһөҙ әҙәмде, башҡа беҙҙең тарафҡа килеп юлыҡмаҫлыҡ итеп бәргесләп, һыу эскеһеҙ торошҡа килтереп ҡайтарыр инек, билләһи. Тәхеткә ҡунаҡлаған аҡһөйәк батшабикәләй ғорур, текә, эргәһенә яҡынлай алмаҫлыҡ, өшәндергес һалҡынлыҡ бөрккән боҙ ҡаялай ҡалды Зөләйха-Зоябыҙ.
Уҡыуҙы тамамлағас Башҡортостан райондарындағы дауаханаларға таралып юҡҡа сыҡ-тыҡ. Апаруҡ йылдар үткәс бер нисәүһен осраттым осратыуға. Мәрхәмәтһеҙ йылдар шау-ҡымы ни ҡуйһын, олоғайғандар, танымаҫлыҡ булып үҙгәргәндәр, бирешкәндәр ине һабаҡташтарым.
Яңыраҡ теге ҡыҙҙың исем-фамилияһын теш поликлиникаһының ҡабул итеүсе табип-тар исемлегендә уҡып тертләп киттем. Әүәлге фамилияһында ҡалғайны ул, әллә һаман да тормошта түгел, әллә инде икенсе сәбәп, яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәре шулдыр. Фәҡәт уға ғына тип, кисекмәҫтән ҡабул итеүгә яҙылдым.
Инеүемә стоматология аппаратының янындағы креслола эркет гөбөһөләй рәбәғәтһеҙ, һалпыш, йәйенке кәүҙәле ҡатын ултыра ине. Ерән буяу яғылған йоҡа, һирәк сәстәренең араһынан һыҙатланып сал күренә, биттәре селлә ипкенендә һөйәк төшөнә кибеп йәбешкән өрөк емешеләй йыйырсыҡлы, сырыш, муйын тиреләре эсендәге бойҙайы яртылаш бушаған ямаулы киндер тоҡтай һалынып күренәләр. Әүәлге ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡаштары пеләшкә ҡалып бөтөнләйгә ҡойолоп бөткәнгәмелер урынына яҫы һәм килешһеҙ итеп йөҙөнә тап килмәгән ҡара һоронан яһалма ҡаш әтмәләгәндәр. Улар күрмәлекһеҙ сырайҙы йәмләмәй, киреһенсә былай ҙа ҡурҡыныс йөҙҙө өркөткөс-һипһендергес итеп күрһәтәләр. Ҡалын һөйәк тирәсле күҙлек эсендәге төҫһөҙ күҙҙәр көлгә күмелгән, былт-былт итеп бына-бына юҡҡа сығырға әҙер күмерҙәй һүнгәндәр, шуға улар тереме, әллә ту-ҙан баҫҡан быяла ярсығынан ҡоршалғандармы тип уйларға, шиккә ҡалдырырға мөмкин. Зиһенемде көсәндереп алдымдағы ҡатынға тағы ла бер тапҡыр һирпелдем; яңылышмағ-анмын, тап үҙе, тик уны яҙмыш елдәре һуҡҡылап-ҡаҡҡылап танымаҫлыҡ кимәлдә ҡарта-йтҡайны, бәлйерәткәйне. Ҡабул итеүҙән һуң сығырға йыйынып ишек тотҡаһына үрелд-ем дә һуңғы сиктә үҙемде танытырға йөрьәт иттем:
- Ғәфү итегеҙ, берүк, хәтерегеҙҙәме ҡаланың беренсе участкаһындағы медицина училищыһы? Беренсе бүлмә...
- Беренсе бүлмә тинегеҙме? – Һорау ҡабатланды. – Беренсе бүлмәлә йәшәнем, беренсе партала ултырҙым, гел алда, алдынғы булырға тырыштым, тик нишләптер күрмәнеләр, иғтибар итмәнеләр. Хәҙер бына, бер үҙеммен...
- Ике йылдан ашыу бергә уҡыныҡ...
Томан, нәҫ баҫҡан быяла күҙҙәргә бер аҙ ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сатҡылары ҡунғандай итте, әруахтарға тартым йөҙҙө бөтөнләйгә ташлап сығып ҡасырға ынтылғандай, йыйынғандай ыҙғырыҡта күшеккән, әрпеш турғайҙың һалпыш ҡанатын хәтерләткән яһалма ҡаштар юғарыға сөйөлдөләр.
Зөләйха-Зояның һуңғы яуабы мине һеңгәҙәтеп кенә ҡалманы, бөтөнләй тәгәрәтә һуҡты:
- Уҡыу йылдары бөтөнләй хәтерҙә ҡалмаған... Бигерәк йәш инек шул, ул саҡтағы ныҡ өлкән уҡытыусыларҙың бөтәһен иҫләп, хәтерләп бөтөү ҡайҙа, һеҙ беҙҙе ниндәй фәндән уҡыттығыҙ ул?