

Ғәлиә ҡойоп яуған ямғырға ҡарамай өйөнә табан атланы. Бите буйлап тәгәрәгән күҙ йәштәрен йәшерәһе юҡ, ямғырға ҡушылып аҡты ла аҡты...
--Үҙең ғәйепле, йөрөмә ине ваҡытһыҙ, саҡырылмаған ҡунаҡ булып!
Шул саҡ билдәле бер анекдот иҫенә төштө лә үҙ алдына көлә башланы. Имеш, бер кейәүҙең ҡәйнәһе ҡунаҡҡа килгән. Кейәү:
--Оҙҙаҡҡамы?—тип һорағас, ҡәйнәһе:
--Минән һеҙ ялҡҡансы,--тип яуаплаған.
--Бәәәй, сәй ҙә эсмәй ҡайтаһығыҙмы ни?—тип һорап ҡуйған ти кейәүе.
Бына, Ғәлиә лә шул хәлдә түгелме?
Өйөнә ҡайтҡас, еүеш кейемдәрен сисеп, юрғанға төрөндө лә күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Хәҙер уны өҫтәлдә торған аквариумдағы балыҡтан башҡа бер кем күрмәй. Әйҙә, рәхәтләнеп ила...
Сибәр ине ул. Артынан йүгереүсе егеттәр аҙ булманы. Тик ул ниңәлер Айтуғанды һайланы. Тик уның менән тормоштары килеп сыҡманы, эсергә ярата ине ул. Ҡыҙғанып ҡул да күтәрҙе. Бер мәл күршеһенә йылмайып һүҙ ҡушҡан өсөн генә туҡмап ташлағайны. Улдары ҡарап, күреп торҙо... Айрат өләсәһе менән ҡартатаһына һөйләгән. Быны ишеткән Ғәлиәнең атаһы килеп шунда уҡ алып ҡайтты.
Ғәлиә башҡа кейәүгә сыҡманы. Әллә ниндәй кеше тура килер, улы Айратты кәмһетер йә... Һөйөүен улына бирҙе. Алимент та юллап йөрөмәне, ата-әсәһе ярҙам итте. Үҙенең дә эше яҡшы ине: ресторанда технолог ине ул. Аҡсаһын аҙлап йыйҙы. Кес кенә бүлмә алды, унан ике бүлмәле фатирға тип йыйҙы. Ул арала Айраты үҫте, кәләш алды. Йыйған аҡсаһына фатир алып, йәштәргә биреп тә ҡуйҙы. Бына әле тағы улар тип аҡса йыя, йәштәргә яҡшы машина кәрәк.
Бына бөгөн улдары янынан үтеп барғанда ҡойоп ямғыр яуып ебәргәйне, ул йүгереп уларға инде. Килен ҡәйнәһен күреү менән:
--Нимә булды?—тип ҡаршыланы.
--Янығыҙҙан үтеп бара инем. Ямғыр ҡойҙо ла ебәрҙе, йә ҡулсатыр алмағанмын.
--Һеҙ бит бынан йыраҡ тормайһығыҙ, ҡайтып та етер инегеҙ. Ямғыр баҫылды ла шикелле,--тип килене тәҙрәгә күҙ һирпте.
--Ә, шулаймы, ярай улайһа ҡайтайым,--тип Ғәлиә боролоп сығып та китте.
Бына шулай ямғыр аҫтында ҡайтты ул. Оҙаҡ тыныслана алманы, таңға ғына бер аҙ күҙе эленде.
Төшөнә аквариумдағы балыҡ инеп уға өндәште:
--Үҙең өсөн йәшә! Үҫтерҙең бит улыңды, фатирлы иттең. Ҡалғанын үҙҙәре тапһын! Йыйған аҡсаңды үҙеңә тотон, сәйәхәт ит, ял ит, тормошоңдо ҡор. Һаман шулар тип сабаһың, тиле! Һин бит әле йәш, һылыу ҡатын... Бар, диңгеҙ буйына, ял итеп ҡайт.
Ғәлиә уянғас уйланып ятты. Ә бит төшөндәге балыҡ хаҡлы... Ғәлиә иртәнге ашты ашап алғас та туристик агенствоға юлланды. Бер кемгә әйтмәй генә ял итергә китәсәк ул... Үҙ тормошон башлаясаҡ! Һуң түгел әле, һуң түгел!
Фото: