Әҙәби мѳхит
1 Сентябрь 2023, 03:38

Ике открытка ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан). Хәйҙәр Тапаҡов

  Хәҙер почта бүлексәһенә һуғылһам кеше һатып ала һалып бармаған открыткалар өйөмөнә күҙем төшә. Хәҙер замана башҡа шул, һауа аша, виртуаль донъя аша ғына тәбрикләйҙәр. Ҡотлауҙы ҡулыңа алмағас уның хәжәте лә, ҡыҙығы ла, ҡәҙере лә юҡ. Ә минең гел генә ике открытка һатып алғым килә. Береһен үҙемде үҙем ҡотларға, икенсеһен Фатима ҡарсыҡтың тыуған көнөнә тәғәйенләп…  

Ике открытка ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан). Хәйҙәр ТапаҡовИке открытка ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан). Хәйҙәр Тапаҡов
Ике открытка ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан). Хәйҙәр Тапаҡов

    Медпунктта  эшләп йөрөгәнемдә миңә даими килеп йөрөгән ике пациентым булды - һуғыш ветераны Нурфәйез бабай һәм ғүмер баҡый яңғыҙы көн иткән Фатима ҡарсыҡ. Бабай әбейле һәм туғанлы ине, ә бына ҡарсыҡ, әйтеп үткәнемсә, бер кемдән дә тыу-майынса елдән яралып күктән килеп төшкән дә бына ошолай өҙлөкһөҙ дауахана юлын тапап, сирләп-сырхап йөрөп ята төҫлө. Нурфәйезде фалиж һуҡҡанлыҡтан ярты кәүҙәһен көскә ҡыймылдатып атлай, ә Фатиманың ҡан баҫымы юғары. Ике ауырыуым үҙ ғүмерҙәрендә күтән һурпаһын саманан аштырып күп эскәнлектән,  ылғый татығанлыҡтан тормош ауырлыҡтарына, сирҙәренә бирешә һалып бармай ҡайҙа ла мөләйем ҡалдылар, маңлайҙарына яҙылған яҙмыштарына шөкөрана ҡыла белделәр.

    Иртәнсәк амбулаторияға киләм дә эш араһында тәҙрә аша тыш яҡҡа күҙ атҡылап алам. Бер ни тиклем ваҡыттан хужаларына эйәреп килгән Фатима әбейҙең  Наҙлыбай исемле бохар бесәйе ҡойма бағанаһына дәрәжәле генә менеп урынлаша, ә күләгәгә телдәрен һәл-берәтеп Нурфәйез ҡарттың Аҡтырнағы һуйҙая.  Эттең бесәйҙә, бесәйҙең эттә эше юҡ, ул-арҙың бар ғәме бына-бына ишектән күренер яҡын кешеләрен көтөү. Ошо ерҙә шуны ла өҫтәмәксемен, хәҙер әҙәм балаһы эт менән бесәйҙәй тырнашып, йөҙ йыртышып йәшәй, әүәле, ул йән эйәләре, урынын, дәрәжәләрен, тәғәйенләнештәрен белеп үҙҙәрен тыныс, ип-ле тотоп ерле юҡҡа талашмайҙар ине.

       Уңғансы көтөү бүлмәһендә ғыжылдаҡ тауыш ишетелә:

     - Бар башта һин ин, юғиһә мин ҡасан аяҡты һөйрәп ҡыймылдағансы төш етер! - Тимәк Нурфәйез ҡарт беренсе ингән дә хөрмәт йөҙөнән Фатиманы алдан үткәреп ултырыуы.

     Онотоп ебәргәнмен, әйтерем открыткалар хаҡында бит әле. Берәй байрам яҡынлашһа Нурфәйез ҡарт процедураға үҙе менән открытка тотоп килеп инә лә ҡулындағын алдыма ырғыта:

     - Мә, ошоға яҙып ал, үҙеңде байрам менән ҡотлап. Минең ҡулдың эшкинмәгәнлеген беләһең! - Иртәгеһен ошо мәшәҡәтенең һөҙөмтәһен талап итә. - Нимәләр сыймаҡлап таштаның, уҡып ишеттер!

      Үҙемде байрам менән ысын күңелдән ҡотлайым, ихлас һүҙҙәр теҙәм, кәйеф килгәндә шиғыр юлдарын да өҫтәп ебәрәм ҡайһы саҡ. Нурфәйез ҡарт диҡҡәт менән тыңлай ҙа тәғәйен баһаһын ҡуя:

     - Уй-теләктәремде уҡығандай итеп арыу яҙғанһың! - Ҡәнәғәт ҡиәфәттә һалпыш мыйығын һыпыра.

       Шулай итеп, байрам һайын открыткаһыҙ ҡалмай торғайным.

      Фатима ҡарсыҡ иһә йылына бер тапҡыр ғына борсой. Укол ҡаҙата ла йомошо барлы-ғын белдереп эргәмдәге ултырғысҡа суҡая, шунан уңайһыҙланғандай, тартылғандай өнһөҙ ҡала.

     - Инәй, тағы берәй әйтерең бармы әллә? - тим, гел бер осорҙа ҡабатлана килгән теләктең эстәлеген алдан һиҙемләп.

     - Әйтерем … тип, үтенес инде… Ошо аҙнаның аҙағында тыуған көнөм бит, балам, открытка яҙып мине ҡотлаһаң арыу булыр ине, юғиһә пушты йәшнигем буп-буш, ҡотлаусы ла юҡ…

       Тағы ла открытка яҙырға ултырам.

       Хәҙер почта бүлексәһенә һуғылһам кеше һатып ала һалып бармаған открыткалар өйөмөнә күҙем төшә. Хәҙер замана башҡа шул, һауа аша, виртуаль донъя аша ғына тәбрикләйҙәр. Ҡотлауҙы ҡулыңа алмағас уның хәжәте лә, ҡыҙығы ла, ҡәҙере лә юҡ. Ә минең гел генә ике открытка һатып алғым килә. Береһен үҙемде үҙем ҡотларға, икенсеһен Фатима ҡарсыҡтың тыуған көнөнә тәғәйенләп…

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас