АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
31 Август 2023, 07:09

Үҙеңә тәғәйен кейем. ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов.

Үҙгәрҙе хәҙер замана, күптәр бөгөн ят тамашала, ситен ҡорҙа ҡатнашып ғүмерҙәрен үткәрә: кейгән кейеме лә үҙенеке түгел һымаҡ, буй-һыны ла, өҫтәп әйтер инем фиғеле лә. Бәхетле кеше хаҡында йыш ҡына: “Үҙ күлдәгендә тыуған!” тиҙәр. Иҙрис ағай хаҡлы, үҙеңә тәғәйен, килешкән кейемде кейеп, шуға ҡыуанып йәшәүгә ни етә!

Үҙеңә тәғәйен кейем. ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов.Үҙеңә тәғәйен кейем. ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов.
Үҙеңә тәғәйен кейем. ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов.

       Малсы Иҙрис ағайҙы районда үткән партия конференцияһына саҡырып бүләкләргә булып киттеләр бер заман. Кис фермалағы малдарын бағып, ябып ҡайтҡас ул беҙгә һуғылды ла минән һорай ҡуйҙы:

     - Ҡустым, мине бүләкләргә йыйыналар райунға саҡырып. Ишеткәнһеңдер?

     - Ишетмәгән ҡайҙа, ҡотлайым ағай, райондағы иң шәп малсы таҫмаһына һин күптән лайыҡ!

     - Әлләсе, у нәмә миңә кәрәкме икән? Малдарымды таҫма таҡмаһам да матур ҡараным ғөмөрөм буйы!

     - Әҙәм балаһы бүләкләнеүҙән дәртләнә лә тағы ла тырышыбыраҡ эшләй башлай. Етәкселәр эшегеҙҙе күрә тимәк, шуға ҡыуанырға кәрәк.

     - Мин ни балаларым мәктәптән яҡшы билдә алып ҡайтһалар шуға ҡыуанам, артығы кәрәкмәй ҙә! - Ағайым һаман үҙенекен тыҡыны ла ҡырма кәпәсен соңҡаһы яғына этәргәс йоҡа сәсле түбәһен тырнаны. – Мин шуға индем әле, мырҙа, дөрөҫөрәге еңгәң ебәрҙе, тегендә арыуыраҡ кейенеп бар, кеше алдында оят бумаһын, ти. Минең буй-һын һинең менән бер сама, әллә тим, теге, һылыулыҡҡа кейгән костюм-салбарыңды, күлдәгеңде тантанаға барып ҡайтҡансы биреп тораһыңмы?

     - Ул да булдымы йомош, ал әйҙә!

     - Эрәхмәт!

       Ҡунағым сығып киткәс бер аҙҙан ишек тупһаһында ағайҙың малайы күренде:

     - Атай саҡыра!

     - Нишләп?

     - Галстукты бәйләй белмәйем, ти.

    Мин барғанда ағай ҡуҫтарланып алғайны. Былай күрер күҙгә апаруҡ арыу ғына

күренгән һымаҡ, галстукты бәйләп ебәреп таҡҡайныҡ үтә лә күркәмләнеп китте. Тик ни сәбәптәндер ағайҙың йөҙө төмһәргән. Сәбәбен төпсөнөп йөҙәтмәй сығыу яғына ҡарай йүнәлдем.

     Өсөнсө көн иртәнсәк ағай бик тә шәп кәйефтә беҙгә килеп инде.

     - Ҡотлайым, ағай! Ана бит бүләкләнеү нисек үҙгәртә кешене!

     - Таҫма алғанға шатланмайым әле мин мырҙа, үҙемдең өйрәнелгән, күңелгә ятҡан кейемде кейгәнгә ҡыуанып йөрөйөм!..

       Үҙгәрҙе хәҙер замана, күптәр бөгөн ят тамашала, ситен ҡорҙа ҡатнашып ғүмерҙәрен үткәрә: кейгән кейеме лә үҙенеке түгел һымаҡ, буй-һыны ла, өҫтәп әйтер инем фиғеле лә. Бәхетле кеше хаҡында йыш ҡына: “Үҙ күлдәгендә тыуған!” тиҙәр. Иҙрис ағай хаҡлы, үҙеңә тәғәйен, килешкән кейемде кейеп, шуға ҡыуанып йәшәүгә ни етә!

     

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас