Әҙәби мѳхит
23 Август 2023, 03:10

Йән дауаһы (Хикәйә. Аҙағы.) Хәйҙәр Тапаҡов

       Әҙәм балаһына дарыуҙарҙан ғәйре килер көндәрен матурларлыҡ, йәмләрлек, йән дауаһы булырҙай иң әүәл йылы һүҙ кәрәк. Һүҙҙең дә төрлөһө була, ул терелтә лә, үлтерә лә, ә дөрөҫлөк менән алдыҡҡа килгәндә улар ҙа игелек менән гөнаһҡа оҡшаш ҡайһы саҡ, дөрөҫ, тигәне мәкерле ялтырауыҡҡа төрөлгән ялған булыуы ла бик ихтимал, изге ниәттән әйтелгән алдыҡ, дөрөҫ үк булмаһа ла, йәнгә яҡтылыҡ, өмөт өҫтәй йыш ҡына. Яҡшы менән яман араһында йәшәп, әсе менән сөсөнө алмашлап ҡабып, аҡ менән ҡара араһында бутала торғас, олоғайған көнөмдә шул хаҡиҡәткә инандым.

Йән дауаһы (Хикәйә. Аҙағы.) Хәйҙәр ТапаҡовЙән дауаһы (Хикәйә. Аҙағы.) Хәйҙәр Тапаҡов
Йән дауаһы (Хикәйә. Аҙағы.) Хәйҙәр Тапаҡов

    “Әһә, - мәйтәм, -  бының хәлдәре улай уҡ өмөтһөҙ түгел дә!” Лөғәткә һыймаҫ шапырт-ыуымды дауам иттем:

     - Шунан килешләй беҙҙең ауылдағы хакимиәткә һуғылдым. Башлыҡ һүҙҙән -һүҙ сығып былай тине: “Аҡбирҙеләге ике саҡрым юл араһында халыҡ батып-сумып күпме этләнә, ыҙа сигә, яйын табып шуны тоташтырып ҡуймаһам булмаҫ!”

     - Китсе, прәме шулай тинеме?!

     - Икмәк өҫтө!

     - Мин генә күрә алмаҫмындыр инде.

     - Ниңә, артыҡ ашыҡмаһаң уны ла күреп була инде ул!

     - Низнай... - Шулай ҙа күҙҙәргә ҡунған теге осҡон тоҡанып китеп апаруҡ дөрләй башлағайны, шуны һиҙемләнем. “Быға дарыу-фәлән кәрәкмәй ҙә баһа, уның әмәле икенсерәк!” Саманы саманан аштырып оторо фәстерәм генә:

     - Хакимиәттән сығып ҡына килһәм, шундағы урам аша кибет бар бит әле, мине генә көткән-аңдығандай ишек ауыҙында Һайыҫҡан күренде, йома сәйенә йыйынғандай күр-кәм кейенеп алған үҙе; өҫтөндә йылҡылдап, күҙҙең яуын алған ҡыҙыл атлас күлдәк, аяҡтарында килешле ҡаталар, яҙараҡ, яңылышыраҡ күрмәһәм, сәстәре лә бөҙрә ине шик-елле, ирендәренә сейә ҡыҙыл буяҡ яҡҡан, йолҡоуҙан уҙған, рәтләһәң рәт сыҡмаҫлыҡ ҡаштары ла ни сәбәптәндер ҡыйғыр ҡарлуғастыҡылай уҡ булмаһа ла күшеккән һоро турғай ҡанатылай ҡыйғасланып күренәләр!

     - Гөлйөҙөм, тигән! - Тоноҡланған күҙҙәрҙең томаны тамам таралып, отҡор янып киттеләр. - Нисек, үҙгәргәнме?

     - Үҙгәргәнме тип, йылдар үҙенекен ала инде ул ни тиһәң дә. Әммә һаман да төҫ ташламаған!

     - Шыпа ламы? - Ҡуйырҙан-ҡуймай төпсөнә генә был.

     - Йәш, ҡыйпысыҡ һайыҫҡанлығы үткән күптән, йөнө ҡойола башлаған, йомортҡа һалыуҙан ҡалған оло сәпсеккә оҡшап ҡалған! - Шәйнурҙың кәйефенең китеүен абайлап ҡа-лып төҙәтә һалдым. - Әммә һин хәтерләгән ирендәр әле лә ылыҡтырғыс, мә, тот та, һығып ҡосаҡлап, үпәс ит, тигәндәй, бүлтәйгәндәр.

     - Мына бит мөғжизә, һылыуҙарға ҡартлыҡ ҡағыла һалып бармай шу! - Ҡәнәғәт лауылданы йорт хужаһы.

     - Гөлйөҙөм ҡарсыҡ мине күреп ҡалды ла урынында туҡталып тапанды. “Ҡайҙа китеп бараһың әле, ҡусты?” тип ҡыҙыҡһына. “Аҡбирҙегә тейеп ҡайтырға ине иҫәп.” “Ҡупыҡ-Шәйнур шунда йәшәй бит әле?” “Барған һайын уға туҡталмай үтмәйем.” Һүҙ шуның менән тамамланды һымаҡ, әммә Гөлйөҙөм минең яндан китергә ашыҡмай, ниндәйер мөһим яңылыҡ әйтергә иҫәбе. Ниһайәт, тәүәккәлләне шикелле, һиңә тигәндә ныҡ, асылмаҫ-ҡа ҡымтылған ирендәрен яҙып, йәйеп ебәреп былай тимәһенме: “Ҡыҙ саҡта Шәйнурҙың һорауын зерә яуапһыҙ ҡалдырҙым, әйтәгүр, ә бит асылда уны мин ныҡ оҡшата инем. Ҡупыҡ ҡушаматын йөрөтһә лә үҙе генә ҡыйыуһыҙ ҡыланды, тотоп алып ажарланып сат йә-бешһә, юҡ тигәндә урлаһа, фәҡәт уға сығыр ҙа ҡуйыр инем, билләһи!”

     - Ҡыйыуһыҙ, имеш, ошо еңгәйең мунса япрағылай һылашты ла ҡуйҙы бит! - Көйәләнеп киткән  Шәйнур урынынан кинәт ҡалҡып ҡулын һелтәп ебәрҙе лә үҙенең хәле ҡыл өҫтөндә икәнлеген кинәт иҫенә төшөрөп яҫтыҡтарына кире ҡоланы, күкрәген ҡарманы, салланған сәстәрен ыуҙы.

     - Бөтөрөнмә улай! – тинем тегене тынысландырып.

     - Биҙа инде, биҙа ғына түгел, дасадны!

     - Гөлйөҙөмдөң ҡарты юҡ, шуны онотма!

     - Онотоу ҡайҙа?! Әле бына теҙәктән хисаплап ятам, һеҙҙең ауылда уға тиң бабайҙар ҡалмаған!

     - Ызнамы шулай! Был төбәктә һиңә еткән тағы ла кем бар?!

     Тағы шымтайыштыҡ. Хәҙер теүәл белә инем, Шәйнурҙың төшөнкөлөккә бирелеп ятыу-ында ниндәйҙер өҫтәмә ғиллә бар, шуны асыҡламаҡсы иттем:

     - Шулай ҙа әйт әле, ҡайһы ерең борсой һине?

     - Йөрәк һыҙа, башымды ауыр уйҙар ҡоршаған...

     - Йөрәгеңде һыҙҙырған уйың менән уртаҡлаш, әгәр сер булмаһа?

     - Аның нимәһен йәшерәһең инде. Минең атайһыҙ үҫкәнде беләһең бит. Атайым күрше районда икенсе ғаилә менән йәшәне ғөмөр баҡый.

     - Ишмөхәммәт ағайҙы белә инем мин дә. Шул районда эшләп киттем дә баһа. Осраҡлы таныштыҡ, шунан һүҙҙән һүҙ сығып һинең атайың икәнен дә белдем.

     - Шул атайым, минең йәштәр самаһында бесәнгә төшкән мәлдә үлеп киткән, бахыр...

     - Әле һиңә нисә йәш әле?

     - Шуны төпсөнә лә ҡаласы, нисә йәш йәшәһәм дә барыһы ла минеке!

     - Ярай инде, тиҫкәреләнмә!

     - Алтмыш ике, атайымдың йәшенә аяҡ баҫылды. Бер нисә йыл элек сиған ҡатыны усыма ҡарап күрәҙәселек ҡылып, һин дә теп-теүәл атайың йәшендә үлерһең, тип фаразлағайны.

     - Шунан?

     - Шул, бына үлергә йыйынып ятыла...

     - Тороп тор әле, Ишмөхәмәт ағай һикһәнде үтеп үлде лә баһа! Уны ерләшеүҙә үҙем ҡатнашҡайным.

     - Кит әле, ысынмы?! - Шәйнур ҡорт саҡҡандай һикереп тороп ултырҙы. - Әйткәнеңде ҡабатла яңынан?

     - Уның нимәһен ҡабатларға, шуныһы раҫ, ул ныҡ олоғайып мәрхүм булды.

     - Бына исмаһам яңылыҡ, ә мин ятҡан булам, дүрәк, әжәл көтөп! Мәрфуға! - Асыҡ ишектән усаҡлыҡ яғында йөрөгән ҡатынына һөрәнләне.

     Килеп ингән ҡатыны елтәнләп кейенә башлаған иренә ғәжәпләнеп тә, аптырай биреп тә ҡараны.

     - Нимә улайтып яңы ҡапҡаға инергә теләмәгән бәрән ише миңә ҡарап таҫыраяһың?

     - Таҫыраяһың тип, аңҡы-тиңкеләнеп торам тағы, әллә һиңә үлем еңеллеге керҙеме, ҡарт? Нуретдин мулланы саҡыртып ясин сығарайыҡ, бумаһа, тынысланыр-һың бер аҙ.

     - Ниндәй ясин, ниндәй үлем хаҡында һөйләһең? Ул отменяется, кәнкритне отменяется бөгөнгө көндән, аңланыңмы?!

     - Аңламаған ҡайҙа, собханалла, ҡыуандырҙың?

     - Мин түгел мына быға рәхмәтеңде әйт! - Минең яҡҡа ымланы. - Хәҙер бар һыйыңды өҫтәлгә ҡуй, ҡорт балынан әсеткән нәмәңде сығар, һөйөнсө килтереүсене ауыҙынан сыҡҡансы, ғарҡ булғансы һыйлап ҡайтарайыҡ!

    Ҡурай моңо, боронғо йыр яңғыраған, ашау-эсеүгә үтә лә тырыш Шәйнурҙың табынын-да түрҙә боттарҙы ишеп ултырып ашыҡмай ирәүәнләгәндән һуң рәхмәт әйтеп хушлашып ишек алдына сыҡҡайным, Һорлан сыйнап килеп балтырыма моронон төртөп һырпаланырға тотондо, ике аяҡтарына баҫып, өйрөлөп бейегәндәй ҙә итте, ул шулайтып ҡыуанысынан үҙенә байрам ойоштора ине.

     Ауылдан сығып күҙ күреме ер киткәс шоферым машинаны туҡтатты:

     - Теге ағай йүгереп килә арттан, әйтер һүҙе барҙыр.

     Тышылдап килеп еткән Шәйнур тиҫтәнән ашыу юнып киптерелгән һәнәк һаптарып күтәреп алғайны. Тыны быуылып былай тине:

     - Башҡа бирер нәмәм юҡ, ал ошоларҙы!

     - Нимәгә?!

     - Һуң бесән осоро ла баһа!

     - Бесәнде балконда эшләрменме икән?

    Теге аңшайып тора бирҙе лә машинаға сәүелдәрҙе һөйәне:

     - Барыбер ал, ысын күңелдән бирелгәндән баш тартыу килешмәгән ҡылыҡ! Йыл һайын бер һапты тотон, шулайтһаң, ызнашит, минең ғүмер бер йылға ҡыҫҡарҙы, тигән һүҙ! Тиҫтә йыл етә миңә, уныһы ла баштан ашҡан!

   Шул һаптар әле лә теп-теүәл көйө балконымда һөйәлеп торалар. Уны тотоноп ниңә кеше ғүмерен ҡыҫҡартырға?!. Бесән осоро етһә уларға ҡарашымды атып алғылайым.

    Әҙәм балаһына дарыуҙарҙан ғәйре килер көндәрен матурларлыҡ, йәмләрлек, йән дауаһы булырҙай иң әүәл йылы һүҙ кәрәк. Һүҙҙең дә төрлөһө була, ул терелтә лә, үлтерә лә, ә дөрөҫлөк менән алдыҡҡа килгәндә улар ҙа игелек менән гөнаһҡа оҡшаш ҡайһы саҡ, дөрөҫ, тигәне мәкерле ялтырауыҡҡа төрөлгән ялған булыуы ла бик ихтимал, изге ниәттән әйтелгән алдыҡ, дөрөҫ үк булмаһа ла, йәнгә яҡтылыҡ, өмөт өҫтәй йыш ҡына. Яҡшы менән яман араһында йәшәп, әсе менән сөсөнө алмашлап ҡабып, аҡ менән ҡара араһында бутала торғас, олоғайған көнөмдә шул хаҡиҡәткә инандым.

    Ә төп башына ултырған Шәйнурға килгәндә имен-аман ғына йәшәп ята әле һаман. Тик дөрөҫөн әйтәм, уның атаһының нисә йәштә үлеп киткәнлеген белмәйем, ысынлап та белмәйем, Гөлйөҙөм ҡарсыҡты ла теге саҡ әллә осраттым, әллә юҡ, уныһы ла хәтерҙә ҡалмаған, Аҡбирҙе эргәһендәге ике саҡрым ғына ара ла тоташмаған ошо көнгә саҡлы. Хәйер, улары мөһим түгел инде хәҙер! 

  

                                                                                                                                         

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас