Әҙәби мѳхит
22 Августа 2023, 11:03

Йән дауаһы (Хикәйә. Беренсе киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов

 - Тыуған көнгә саҡлы тиклем йәшәргә кәрәк әле, йәшәргә... Булмаҫтыр! Минән дә ҡалыр был донъя, эттән дә... - Ингәндә әйткән һүҙҙәрен яңынан тәҡрарланы. Мәгәр, тегенең күҙҙәренә йәшәү сатҡыһы ҡунып өлгөргәйне инде...

Йән дауаһы (Хикәйә. Беренсе киҫәк.) Хәйҙәр ТапаҡовЙән дауаһы (Хикәйә. Беренсе киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов
Йән дауаһы (Хикәйә. Беренсе киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов

     Аҡбирҙе  ауылындағы яҡын танышым, ҡасандыр Сибай ҡалаһында беҙҙең менән бер осорҙараҡ уҡыған, минән дүрт-биш йәшкә олораҡ Шәйнур Дәүләтбирҙиндың ҡаты сирләп киткәнлеге хаҡында ишетелгәс йорт мәшәҡәттәрен ҡуйып, донъя хәлен белеп булмай, үкенескә ҡалып ҡуймаһын, тигән уйҙан тегенең хәлен белергә киттем. Урман Аҡбирҙеһе, тигәнем, минең тыуған ауыл осонан уң ҡулға боролған юлдан ун биш саҡрым тирәһе ары китһәң, һөҙәк тау битләүендә 25-30 мөрйәнән төтөн сығарып йәйрәп ятыр булыр. Аҡбалсыҡланған өйҙәре лә алыҫтан ҡарағанда матур итеп теҙеп һалынған шәкәр шаҡмаҡтарын хәтерләтә. Ауылды уратҡан ҡуйы ҡайын урманы уны тағы ла йәмләп ебәрә. Әйт-кәндәй, Аҡбирҙелә бик боронғо, 19 быуатта уҡ, бураһы ҡоростай ҡаты ҡарағастан күтәрелгән, бейек манаралы мәсет тә бар, ауыл эргәһенән аҡҡан саф һыулы шишмәне ҡыуа-латып түбәнгәрәк төшһәң ҡаялағы ташта уйылып ҡалған пәйғәмбәр эҙҙәрен дә күрергә мөмкин, тимәк, ҡасандыр, был тарафты ҡыҙырып изге зат та йөрөгән. Шуғалырмы был ауылда йәшәгәндәргә замана аламалыҡтары шыпа ла ҡағылмаған, улар байлыҡ-болға, сауҙанан килгән килемгә, шалтырауыҡ-ялтырауыҡтарға ынтылмайҙар, иҫтәре китә һалып та бармай, иманлылар, әҙәплеләр, ошо тәңгәлдә тағы шуны өҫтәп әйтергә кәрәк - самими бер ҡатлылар, ауыҙҙарын аса биреп, хәйләһеҙ күҙҙәрен шаҡмаҡландырып, йә селт-селт йомоп һәр һөйләгән хәбәрҙе ысынға алып ышана һалып баралар. Ихлас, ярҙамсыл, ҡунаҡ-сыл булғандары өсөн хөрмәт итәм, яратам мин, аҡ күңелле, аҡбирҙеләрҙе.   

    Шулай итеп, ҡаланан сығып 3-4  сәғәт тирәһе башта асфальт, ары ҡырсынташ юлда һелкенә торғас Аҡбирҙе ауылына етеп тәғәйен йорт янына килеп туҡтаныҡ. Үткән-һүткән-дәрҙе үҙенә саҡырып киң ҡоласын йәйгәндәй гел шар асыҡ ҙур ҡапҡа, был юлы ябыҡ булғас, алты мөйөшлө ҡарағайҙан бөтөрөлгөн өй ҡайғы-хәсрәттән ҡаштарын йәмерәйтеп эсе-нә йомолған кешеләй төмһәреп ҡарап ҡаршы алды. Исмаһам сәүек эттәре өрөп ҡаршы сыҡһа күңеллерәк булыр ине, бәлки, тупһа ауыҙында ятҡан Һорлан ҡушаматлы, ҡартайыуы еткән эт мине абайлаһа ла урынынан ҡымшанманы, өрөү өнө сығарманы, моңһоу итеп ҡарап, ялбыр йөнлө ҡойроғон болғап ҡуйыу менән генә сикләнде, әйҙә, тотҡар-лыҡһыҙ үт, беҙҙә ошондайыраҡ күңелһеҙ хәл, йәнәһе. Килгән һайын кәртә буйындағы тиреҫтә ирәүән тибенгән тауыҡтар ҙа ҡайҙалыр боҫоп йәшеренгәндәр. Рәшәткәле ҡойма менән уратылған, дүрт мөйөшөнә бағаналар ултыртып башы шифер менән ябылған йәйге усаҡлыҡ тирәһендә ни менәндер булашҡан, гел ирәбе, ҡунаҡсыл, әле кәйефе китеңкерәп торған хужабикә мине сырамытҡас тулы, тәбәнәк кәүҙәһен теләкһеҙ ҡымғырлатып ҡаршы сығып ҡулдарын ике яҡҡа йәйҙе лә яулыҡ остары менән йәшләнгән күҙҙәрен һөрттө. “Бына килдем әле, хәл белергә”, тип ауыҙ эсемдән мөңрәнем дә ҡулымдағы пакетты һондом. Күстәнәсте алырға үрелгән ҡул, бар инеп сыҡ, тигәнде аңлатып асыҡ солан ишегенә ҡарай һелтәнде. 

   Күктә семтем болот әҫәре күренмәгән, ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙырған йәйге селлә осоро булһа ла бөхтә итеп йыйыштырылған иркен өй һалҡынса,  хужа түргә урынлаштырылған ағас карауатҡа түшәк йәйеп ебәреп шунда күлбеп китеп ята, башы аҫтына ике мендәрҙе ҡыҫ-тырған, өҫтөнә мамыҡ юрған ябынғанғалырмы, яҫы маңлайына бөрсөк-бөрсөк тир бәреп сыҡҡан, томанлы, билдәһеҙлеккә йүнәлгән моңһоу ҙа, битараф та ҡарашы, ары сығып китә алмай лак менән ҡатырылған ағас түшәмгә терәлгән. Сәләмәтлеге ысынлап та үтә мөшкө-лдөр, ауырыу инеүемде күреп ятһа ла ҡалҡып ҡул бирмәне, йыйырсыҡтар сыбарлаған йөҙөн ирәмһетеп  ҡыуанысын белдермәне, бары эргәһенә ҡуйылған ултырғысҡа ымлап ҡарашы менән ултырырға тәҡдим итте. Шулай итеп, йәнде ашаған уңайһыҙ тынлыҡта оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ оҙаҡ суҡайҙыҡ. Хәбәрҙе ҡайҙан тотоп, ниҙән башлаһың инде был осраҡта?! Ауыҙға йөҙөк йәшереү килешеп етмәгәнлектән ипле генә өндәшеп һүҙ ҡаттым:

      - Нисек ятыш әле, ҡорлаш?

      - Минән дә ҡалыр был фани донъя, эттән дә, тигәндәй, ятам әле... - Һүрәнке тауыш тамаҡ төбөнән ғырылдап сыҡты. - Эргәһенә ҡуйылған графиндан ҡырлы стаканға һыу ҡойоп ғолҡолдатып эсте. Бының ҡулдары ҡалтырамай, ауыҙ тултырып йотоуы ла ырамлы ғына, әле генә бирешерлек, аяҡ һуҙырлыҡ түгел, шуны тойомланым.

      -     Улай тимә, ҡорлаш, арыу итеп әҙәмсә йәшәнең, иң мөһиме мәғәнәле, - тигән булдым әңгәмәне ялғап.

      -     Шулайын шулай... Көн итеү мәғәнәһе – хәҙел хеҙмәттә. Ғөмөрөм буйы эш тип йүг-ерҙем...

      -     Ана бит, күпме Маҡтау ҡағыҙҙары биреп ташлағандар үҙеңә, иҫәп-хисабына сығырлыҡ түгел! – Шәйнур ятҡан карауат яҡ стенаны тотошлайы менән ябып күргәҙмәгә ҡуйғандай теҙеп эленгән ҡағыҙҙарға ҡарашымды аттым.

     -     Күп улар миндә, һыймағандары, еңел-елперәктәре карауат аҫтындағы сумаҙанда... Шул рамдағы нәмәләрҙе ерләгән мәлдә минең алдан тотоп атлаһалар күңеллерәк булыр ине. Мәскәүҙәге хужалар үлһә шулайталар түгелме, нисек уйлайһың?

     -      Был бит төптө белекһеҙлек билдәһе, мәрхүмде йолаға ярашлы фәҡәт кәфенгә төрөп кенә һалалар. Шулай булғас был наградаларың һине хәтерләтеп әйҙә, ошо урында эленеп торһондар!

     -       Ярай, әләйгәс. – Ауырыу әйткәндәрем менән килешкәндәй итте. – Ауыл эргәһенән аҡҡан шишмәнән ағыш ыңғайына һыпырып һыу килтереп мине һуңғы тапҡыр һин йыуындырырһың, шай, ауыр эш күрмәгән ҡулдарың килеп тороп йомшаҡ, теге саҡ үкел һалғаныңда шуны абайланым. Еңгәйең өйрәнгән, яйын самалап йылытып бирер, хранишеский бранхит буғас һалҡын һыу миңә кәнкритне пративапаказана! Тегендә аҫтыма йомшағыраҡ итеп түшәһендәр, алдан әйт, тумбытып ҡуй, ҡайһылайтып ҡаҡ ергә осаны ышҡып ятмаҡ?!

        “Был бит үҙен ҡәҙерләй, ҡайғырта иң әүәл, шулай булғас үлә һалмаҫ әле!” тигән уй үтте башымдан.

   - Бәхилләшергә, тип килдеңме? – Йорт хужаһы әңгәмә барышын яңыртты. - Бәхилләйем һине. Бер ҡалала белем алдыҡ, эләгеп-һағып китеп-ҡайтып йөрөнөк, асыҡҡан, өшөгән саҡтар ҙа буманы түгел булды, ары аралашып, ҡатышып, татыу йәшәнек. Тегендә, әхирәткә барғас та, һорау алған мәлдәрендә һүҙемде үҙемдән түгел, һине маҡтауҙан, күтәрмәләүҙән  башлармын, исмаһам ожмах ҡапҡаһына тотҡарлыҡһыҙ үтергә минән бер ярҙам булыр.

   - Бәхилләшергә уй юҡ әле, - күрәләтә ялғанланым, - үтеп барышлай юл яҙлыҡтырып ҡына һуғылыуым. Әле күрәм, көнитмешегеҙҙең ҡото китеңкерәп тора икән.

   - Һәр кем тормош юлынан осраҡлы ғына үтеп барыусы юлаусы ғына у, үтеп китә, ә уны аҙаҡтан хәтерләгән берәйһе бармы икән?! Юҡтыр. Башта яҡындарын йыйып өсөн уҡытҡан булалар, шунан етеһен, ары ҡырҡы, йылы етә. Билдәһеҙлеккә олағып ғәйеп була, онотола кеше, үҙе лә юҡ, эҙе лә ҡалмаған, тигәндәй. – Шәйнур оҙон-оҙаҡ фәлсәфәгә төшөп китте лә мин әйткән һүҙҙәргә яуабын ҡайтарҙы. - Киткән йәмде ҡот ҡойоп ҡына кире ҡайтарып буһа, ҡана ла һуң.

   - Минең медицина хеҙмәткәре икәнлекте беләһең, ошоғаса ҡулымдан килгәнсе күп ярҙам иттем, әле лә берәй файҙа килтерерлек ғәмәл ҡыла алмаммы, берәй дауа кәрәкмәйме?

   - Әжәлгә дарыу юҡ, тиҙәр. Ашарымды ашаным, йәшәремде йәшәнем, хәҙер килеп тыпырсыныуҙан фәтеүә самалы.

   - Шулай ҙа?

   - Ярҙам итерлектән уҙғанмын шикелле, дарыуҙар ҙа килешмәҫтер, шуны самалайым. - Ауырыу көслө беләкле ҡулын юрғаны аҫтынан сығарып һелтәп, ауыл осондағы зыяр-ат яғына, һуңғы юлланыр төйәгенә ишараланы. - Әҙәм балаһының фанилыҡта тамамлан-маған мөһим өс эше ҡалыр, ти. Минең да бар.

   - Мосолман сөннәте өс тапҡыр, тиҙәр бит, - тип һүҙ ҡыҫтырҙым мин дә.

   - Һинең тыуған ауылыңда Гөлйөҙөм бар бит әле?

   - Ә-ә-ә, теге Һайыҫҡан Гөлйөҙөммө? Бар шул! Ҡарты мәрхүм булып ҡалды күптән, ә был этйығышланып йәшәп ятҡан көнө.

   - Шу үҙе... Һайыҫҡанлығы ла юҡ түгел, ят ситән-баһыуҙарға күп ҡунды инде заманында, гөнаһлы буғас йөнөн дә туҙҙырып күп йолҡҡоланылар... Күп егеттәрҙең башын  әйләндерҙе бит ҡыҙ сағында, мәлғүн, үҙе лә зыр әйләнгән орсоҡтай етеҙ ине, таралып барған терегөмөштәй хәрәкәтсән ине, күҙҙе ҡыҙҙыра, әммә тотоп алыу, биленән ҡосоу - тормошҡа ашмаҫ хыял ғына!  Шу ҡыйпысыҡ Гөлйөҙөмдән егет саҡта: “Мине яратаһыңмы?” тип һорағайным, ә ул матур ирендәрен ныҡ ҡымтып өндәшмәй ҡалғайны. Һуңлап буһа ла шул һорауға яуап алып китергә ине. Был йәш саҡтағы хис-тойғо йәһәтенән. Хәҙер бер үтәлмәгән теләгем дә бар. Хәтерләйһеңме, бер заман ҡыңғыраулы тальян гармундарын һаталар ине кибеттәрҙә. Мәлендә алырға аҡса буманы, аҡса тапҡайным, тегеләр ҡороған-дай юҡҡа сыҡты. Эх, шуны һатып алып һыҙҙырып бер уйнарға ине “Беренсе мөхәббәт”те! Йомош-юлға килгәндә, страителдәр беҙҙең ауылға ике саҡрым самаһы ҡырсынташ һалып еткермәнеләр, сабакылар, йәнәһе лә прайыҡтта ҡаралмаған, аҡса бүленмәгән. Күпме йөрөлдө артынан, шул эш эшләнмәй ҡалды, осо-башына сыға алманым, тәки.

     Сабыр ғына тыңлап бөттөм дә килештереп һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырырға тотондом:

   - Хәтерләйһеңме, беҙ һинең менән Сибайҙа уҡыған саҡта Горький урамының теш поликлиникаһына ҡараған мөйөшөндә “Мелодия” магазины була торғайны.

   - Хәтерләмәгән ҡайҙа, йә, шунан? - Тыңлаусым теремекләнә төштө.

   - Шул магазинды ниндәйҙер бер белекле эшҡыуары яңынан асырға булып киткән икән. Элекке көн осраҡлы ғына барып инһәм, иң түргә теге, беҙҙең йәшлектәге ҡыңғыраулы тальян ҡуйылғансы!

   - Бына бит ҡәһәрең, минең аяҡтан яҙып йығылғанды ғына көткән, тиерһең.

   - Аяҡтан яҙырға ашыҡма, беҙ икәүҙең бөтәһе лә алда әле. Шуны һатып алып һинең тыуған көнөңә бүләк итергә ниәтләп ҡуйҙым әле!

   - Ҡоромағыр, паспыртҡа яҙылһа ла шул тыуған көн, тигәнде онота ла ҡуямсы, һин генә ул яҙыусы булараҡ шаулап-гөрләргә яратаһың, мине ни хәтергә алыусы ла, ҡотлап бүләктәр биреүсе лә юҡ!

   - Улай уҡ түгелдер ҙә, еңгәне әйтәм, тыуған көнөңдә моғайын да берәй нимә ҡыландыралыр әле, шунда?

   - Егәрле еңгәңә үпкә юҡ, укурат шул көндә мунса яғып ебәреп ике миндек сыбыҡҡа ҡалғансы сабындыра ла, сығып һыуындырғас, өҫтәлгә бер сирек әсегән ҡорт балын ҡуя, шунан Ишебай ойоғона ҡушып сылғау бүләк итә.  Гел шулайта, йылы ҡоро түгел.

   - Ана, бүләктәрҙең затлыларына күмә ләһә!

   - Күпме генә маҡтаһаң да сылғау итеккә тәғәйен, ә һин миңә ормаһарҙан талъян бүләк итмәксеһең!

   - Әйткән һүҙ – атҡан уҡ!

   - Тыуған көнгә саҡлы тиклем йәшәргә кәрәк әле, йәшәргә... Булмаҫтыр! Минән дә ҡалыр был донъя, эттән дә... - Ингәндә әйткән һүҙҙәрен яңынан тәҡрарланы. Мәгәр, тегенең күҙҙәренә йәшәү сатҡыһы ҡунып өлгөргәйне инде.

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас