

Нурия үҙенсә аңлай:
- Беҙҙә тәбиғәт иҫ китмәле матур шул…
Был мәлдә ер өҫтөн ҡуйы ҡараңғылыҡ япты. Күктә йондоҙҙар ҡабынды.Төн шаршауы ут яҡтыһынан ҡасып сигенә лә алыҫта беленер-беленмәҫ тимгелләнгән тауҙар шәүләһенә туҡылып берәм-һәрәм йондоҙ шәмдәрен тоҡандырған төпһөҙ Йыһанға барып ялғана.
- Беҙҙең усаҡ та шул йондоҙҙарҙың береһе һымаҡ, эйе бит Юлай? Таныш түгелбеҙ ҙә, ә миңә нисектер тыныс, йылы… Сәйер… Елбәҙәк холоҡло ҡатын, әллә нимәләр һөйләй, өҫтәүенә төпсөнә, тип уйламағыҙ берүк, беҙгә нисек тә ваҡытты үткәрер өсөн барыбер нимәлер тураһында һөйләшергә кәрәк. - Нурия керпектәрен түбәнгә ҡаҙап уңайһыҙланғандай һораны. - Рәсимәне яратаһыңмы? – Ул үҙе һиҙмәҫтән «һин»гә күсте.
- Белмәйем…
- Бына быныһы насар. Белергә кәрәк. Юғиһә ғүмерең буйына үкенеүең бар.
- Бөтә кеше лә яратып өйләнмәйҙер, кейәүгә сыҡмайҙыр.
Көсөргәнешле тынлыҡ урынлашты. Был мәлдә Нурияның йәнендә ҡаршылыҡлы уйҙар көрәшә ине шикелле. Егеттең ғәйепләүгә тартымыраҡ әйтеүе сәбәпсе булдымы, бына ниһәйәт иңрәүгә тартымыраҡ өн һығылды:
- Уныһы шулай… - Үҙ алдына һөйләнгәндәй дауам итте. - Беҙ ҙә ирем Морат менән берекмәҫ ике яртыбыҙ, икебеҙ ҙә үҙ яныуҙарыбыҙ - көйөүҙәребеҙ менән эсебеҙгә бикләнгәнбеҙ. Нисә йыл бер түшәкте йылытһаҡ та бергә дөрләп яныр сырағыбыҙ юҡ… Исмаһам балабыҙ ҙа булманы бит. Мөхәббәтһеҙ ҡыҫыр, емешһеҙ йәшәү…
Юлай өндәшмәне, бары ҡулына таяҡ эләктереп ситкәрәк шылған торонбаштарҙы усаҡ уртаһыныраҡ тартты. Яҡтырып китте. Нурия плащ итәген тартып төҙәтештерҙе, тубыҡтарына терһәкләнде, биттәрен ҡушусланы.
- Мине, институты тамамлағас Сабир ауылының урта мәктәбенә ебәрҙеләр. Килгәс тиҙ генә коллективҡа өйрәнеп эшләп алдым да киттем. Ауыл ерендә уҡытыусылар гел алғы сафта: төрлө кисәләр уҙғарабыҙ, концерттар әҙерләп күрше ауылдарға сығабыҙ, докладтар менән сығыш яһарға ла өлгөрәбеҙ, агитаторбыҙ ҙа. Бер һүҙ менән әйткәндә тормоштоң уртаһында ҡайнайым. Шулай ғәмһеҙ генә йәшәп ятҡанда Морат менән дуҫлашып киттек. Ул урман хужалығында лесничий булып эшләй ине. Башҡа егеттәргә оҡшамаған: әҙәпле, тыйнаҡ, белеме лә бар. Яҙғаны ошолор тип, кейәүгә сыҡтым да ҡуйҙым. Юҡ, бәхет өсөн тән берегеүенән әүәл йән берегеүе мөһимерәк икән, ҡушылып йырлағанда тауыштарҙың тап килеүе шарт кеүек. Кеше донъяға үҙ яртыһы менән тыуа, табышһалар бер бөтөнгә әүереләләр, аймылышһалар ҡаңғырып ғүмерҙәре уҙа, ти торғайны өләсәйем. Хаҡ әйткән… Беҙҙең дә тормошобоҙға күптәр көнләшеп ҡараны: пар килгән ир менән ҡатын, ҡарағай еҫтәре аңҡыған алты мөйөшлө өй, кәртә тулы мал, гаражда еңел машина. Шуларға ҡәнәғәтләнеп тыныс ҡына көн ит инде. Килер көндәребеҙгә ынтылышлы сәм биргән, йәшәүебеҙгә йәм, дәрт өҫтәгән илаһи эске яҡтылыҡ етмәне донъябыҙға. Өйҙә ҡәбер тынлығы, эргәлә генә шәүлә һымаҡ ирем йөрөй, уның үҙен тотошон ғына түгел, һәр кешегә генә хас ҡылыҡтарын үҙһенмәнем. Буй-һыны, кейгән кейеме лә нисектер ят. Тоноҡ тауышланып һүҙ ҡушыуы һарыуымды ҡайната, тупаҫ һүҙ ысҡындырыуҙан саҡ тыйылам. Һуңынан шул ҡылыҡтарым өсөн үҙемде-үҙем битәрләйем, күрә алмаҫ сиккә етәм. Оҙаҡ уйлағандан һуң бер көн барыһын күтәреп һуғып Өфөгә киттем, унда дөйөм ятаҡтан урын алып мәктәпкә эшкә төштөм. Тынысланырмын, тиһәм дә унда ла үҙемде ғәйепле итеп тойоуым тынғылыҡ бирмәне. Ярата алмауымда иремдең ни ғәйебе?.. Бына һуңғы сиктә барыһына ла күнергә хәл итеп ҡайтып киләм. Бер мин генәме ни шулай йәшәгәндәр… Теге яҡ яҡҡа сығам да бикләнәм… Теге ярҙа билдәһеҙлек, был ярҙа бына-бына һүнәм, тип былт-былт янған өмөт сырағы, уртала ошо төшөнсәләрҙе берләштерергә теләмәгән хәсрәт йылғаһы аға...
- Билдәһеҙлек, өмөт тинегеҙ, ә мөхәббәт, мөхәббәттең барлығына ышанаһығыҙмы? - Юлайҙың һорауы өҙгәләнеү һымағыраҡ яңғыраны.
Нурия яуап бирмәне, кинәт ҡалҡты ла башын артҡа ташлап ғәмһеҙ йылмайҙы.- Ял итәйек, Юлай, иртәгә һиңә Рәсимә янына бараһы, миңә иремә ҡайтаһы бар… Тегендә өй эсендә ҡаҡ һикенең ике осонда нисек тә төн үткәрербеҙ. Эс серемде кемгәлер һөйләргә кәрәккәнгә генә асылдым, ғәфү итегеҙ…
- Нурия!
Китеп барған ҡатын тертләгәндәй кинәт ҡайырылды.
- Мин һеҙҙе теге осрашыуҙан аҙаҡ эҙләгәйнем. Оҙаҡ эҙләгәйнем…
- Беләм. Әйттеләр. Сәскәләрҙе лә тапшырҙылар. Матур гөлләмә… Рәхмәт…
Килешле кәүҙә йөҙгәндәй талпынды ла ҡараңғыға инеп юғалды. Ишек асылып ябылды.
Йоҡоһо ҡасҡан Юлай өҫтөнә ябырылған төндө, күңелһеҙ уйҙарын ҡыуырға теләгәндәй усаҡҡа утындар өҫтәне лә өҫтәне. Тәне ҡатып китһә, тороп шәп-шәп йөрөп әйләнә лә ҡабат килеп бөкрәйеп ултырып тере ҡуҙҙарға төбәлә. Шунан ҡабаланып өй яғына йүнәлә, икеләнеп туҡтай. «Яҙмышты хәл иткән һуңғы төн. Нурияны уят та әйт: мин һине яратам, тәү күреүҙән үк ғашиҡ булдым!.. Улай тиһәң, ул бит хатаһын танып ҡайтып килә, ир ҡатыны, икенсе кеше яртыһы…»
Һүрелеп кире борола, усағын дөрләтергә тотона. Төн уртаһы ауып ныҡ һалҡынайтып ебәргәс кенә өй ишеген тартты.
Эстә йылы. Нурия башы аҫтына сумкаһын яҫтанып, плащын бөркәнеп ята.Уның тигеҙ тын алыуынан йоҡлауын тойомларға мөмкин. Һаҡ ҡына баҫып яҡынланы, иҙәнгә тубыҡланды, кеҫәһенән шырпы сығарып тоҡандырҙы. Сәстәр ярты бите ҡаплаған, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйылған ҡаштар ниҙер һорарға теләгәндәй төйөлә биреп йыйырылғандар, бүлтек ирендәр ара-тирә ҡымтыла, шул ыңғайы биттәр тумалаҡлана, һул яҡ сикә уймаҡлана биреп китә. Юлай киң йылмайып ебәрҙе лә үҙе лә абайламаҫтан алһыуланған биткә эйелеп үбеп алды.
Нурия күҙҙәрен асты, бер нимә лә аңғармағандай ята биргәс ырғып тороп ултырҙы, плащын күкрәгенә йомарлап урындыҡ төбөнә шыуҙы:
- Һеҙ… һеҙ нимә эшләйһегеҙ?..
Юлай ҡулын бешерә башлаған шырпы бөртөгөн ырғытып аҡланғандай яуапланы:
- Был мин, Нурия…
- Ҡыйыу егет… Мөхәббәткә сарсаған ҡатын, аулаҡ урын, әйҙә, теләгәнеңде эшлә… Ә иртәгә фәрештәләй саф булып Рәсимәнең алдына барып баҫаһың… Их һеҙ, ирҙәр!..
Юлай һәрмәнеп урындыҡтың төпкө яғына ыңғайланы ла ауыр уфтанды:
-Ҡурҡма, Нурия, ҡағылмайым…Мин хәл иттем… Рәсимәгә бармаҫҡа булдым. Уны яратмаған килеш алдап өйләнеп бәхетһеҙ иткем килмәй. Үҙ ишен табыр, ул бәхеткә лайыҡ ҡыҙ.
Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғыла оҙаҡ һүҙһеҙ ултырҙылар. Юлай курткаһын бөркәнеп ҡаҡ һикегә һуҙылып ятты, Нурия ла тынысланып урынына күсте, берауыҡтан ул ишетелер-ишетелмәҫ кенә шыбырҙаны:
-Юлай, һин йоҡлайһыңмы? - Яуап булмағас өҫтәне. - Теге саҡ һинең мине эҙләгәнеңде ишеткәс бик тә табылаһым килгәйне…
Юлайҙың йөрәге татлы иңрәп китте, тик ул уның өсөн үтә лә мөһим һүҙҙәрҙе яңылыш өркөтөп ҡәҙерен ебәреүҙән ҡурҡҡандай ҡымшанмай ята бирҙе. Нурия ла өндәшмәй. Юлда талсығыу барыбер үҙенекен итте, егет бер аҙҙан йылмайған килеш йоҡлап та китте.
…Ап-аҡ сәскәләргә күмелгән ялан. Ап-аҡ күлдәкле Юлай башына аҡ сәскәләрҙән таж үреп кейгән Нурияны етәкләп алған да моңло итеп яратҡан йырын йырлап килә:
Мин һине эҙләрмен,
Мин һине табырмын,
Һин Зөһрә йондоҙҙа булһаң да….
Әҫәрләнеп уянып китте. Өй эсе яҡтыра ла башлаған. Торҙо. Йоҡлап ятҡан Нурияны уятып ҡуйыуҙан ҡурҡҡандай аяҡ остарына баҫып яҡынланы, курткаһын плащ өҫтөнән япты, бөгәрләнеп ятҡан кәүҙәне ҡәҙерләп ҡымтыштырҙы. Тышҡа сыҡты. Көнсығыш гөлтләп ҡабынырға әҙер. Оҙаҡламай таң атыр. Ул йүгереп китте, сәмләнеп таштары юғарыға күтәрелгән ҡаяға үрмәләй башланы. Түбәгә менеп етте, аҫҡа күҙ атты. Һөттәй томанға төрөнгән йылға йоҡлай, шауы ла кисәгеләй үк көслө түгел, тулҡындарын ярға ҡағыуы ла иҙерәп йоҡлаған сабыйҙың ирендәрен сәпелдәтеүендәй.
Офоҡта дәү ҡыҙыл шарҙай ҡояш күренде, юғарыға күтәрелгән һайын төҫө лә баҙыҡлана, нурлана бара.
Егет ҡоласын йәйҙе:
- Һаумы, ҡояш!.. Һаумы, иртә!..
Уның көр тауышын тауҙар элеп алдылар ҙа кемуҙарҙан ҡабатларға тотондолар:
- Һаумы… Һаумы… Һаумы…
Ары атланы. Түбәләге батмустай тигеҙлекте умырзаялар ҡаплағайны. Бәбәктәрендә саф ысыҡ тамсыларын емелдәткән зәңгәр күҙҙәр зәңгәр сатырға ынтылып көләләр. Уларҙы өҙөп гөлләмә йыйырға иткәйне лә гүзәллекте харап иткеһе килмәне, эйелеп ебәктәй йомшаҡ сәскәләрҙе һыйпаны ғына. Шул мәлдә еңел машинаның тауышы ишетелгәндәй булғас кире ашыҡты. Ана, аҡ төҫтәге «Жигули» теге өй яғына яҡынлап кемделер төшөрҙө, ҡайтыр яҡҡа боролдо. Шул саҡ өй эсенән сумкаһын тотҡан Нурия сыҡты, машинаның ишеген асҡас, юғарылағы Юлайҙы күргәндер, ҡулын болғаны. Ҡуҙғалдылар.
Ул килгәндә ултырғыста үҫмер егет ултыра ине.
-Һеҙ Сабирғамы, ағай?
-Юҡ, миңә Өфөгә ҡайтырға кәрәк.
-Улайһа һуңланығыҙ, мине яңы ғына атайым ҡалдырып китте, Сабирға, ҡартатайымдарға китеп барам. Оло юлға хәтле барыр инегеҙ. Апай өлгөрҙө…
Юлай йүгерә-атлай өйгә инде: ишек төбөндә дипломаты тора, өҫтөндә курткаһы ята… тағы Нурияның яулығы ҡалған…
«Нурия ҡайтманы!..» Юлайҙың күңелен шатлыҡ солғап алды. Ул ашығып курткаһын кейҙе, дипломатын эләктерҙе, икенсе ҡулына ҡәҙерләп яулыҡты йомарланы.
Ул төшөндә йырлаған йырын өнөндә көйләй-көйләй ҡайтыр юлға төшкәс ҡайырылып үҫмергә шаян күҙ ҡыҫты:
-Һау бул, ҡустым! Миңә лә ҡабаланырға кәрәк, бәхетемде ҡыуып етәһем бар!..
Шул мәлдә уны оҙатырға сыҡҡан аҡ ҡайындар бер төн эсендә күҙҙең яуын алырҙай матур, асыҡ йәшел яулыҡтарын ябынырға өлгөргәйнеләр…