АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
10 Август 2023, 03:07

Мин һине табырмын (хикәйә). Хәйҙәр Тапаҡов. Икенсе киҫәк.

        Ҡыҙ подъезға инеп китте. Ошо осрашыу тыныслығын алды егеттең, ул бер нисә мәртәбә теге йорт янына килеп таныш ишек ҡаршыһында тапанды, өмөтләнеп тәҙрәләрҙе күҙләне, тик таныш һын ғына күренмәне. Бер көн ҡәтғи ҡарарға килеп, ҡултығына бер ҡап кәнфит ҡыҫтырып, ҡулына алһыу раузалар гөлләмәһен тотоп баҫҡыстан күтәрелде, ҡыңғырау кнопкаһына баҫты. Эс яҡтан ҡаты баҫып атлап килгән аяҡ тауыштары ишетелде. «Ул түгел…»

Мин һине табырмын (хикәйә). Хәйҙәр Тапаҡов. Икенсе киҫәк.Мин һине табырмын (хикәйә). Хәйҙәр Тапаҡов. Икенсе киҫәк.
Мин һине табырмын (хикәйә). Хәйҙәр Тапаҡов. Икенсе киҫәк.

      -Һеҙ ауылданмы ни?

      -Бында ваҡытлыса эшләп йөрөйөм. Ары күҙ күрер.

   Улар шулай күптәнге таныштарҙай һөйләшә-һөйләшә биш ҡатлы йорттоң ситке подъезы ҡаршыһына килеп туҡтанылар.

      - Мин ошонда йәшәйем. - Ҡыҙ юғарыға ымланы. - Ут янған тәҙрә беҙҙеке инде.

      - Фатирығыҙ ҡулай икән, икенсе ҡатта ғына.

      - Әхирәтемдә туҡталдым. Мин бында сит кеше. Ятаҡтан урын алғансы тип кенә йәшәйем. - Ярай, рәхмәт һеҙгә, хушығыҙ…

   Ҡыҙ подъезға инеп китте. Ошо осрашыу тыныслығын алды егеттең, ул бер нисә мәртәбә теге йорт янына килеп таныш ишек ҡаршыһында тапанды, өмөтләнеп тәҙрәләрҙе күҙләне, тик таныш һын ғына күренмәне. Бер көн ҡәтғи ҡарарға килеп, ҡултығына бер ҡап кәнфит ҡыҫтырып, ҡулына алһыу раузалар гөлләмәһен тотоп баҫҡыстан күтәрелде, ҡыңғырау кнопкаһына баҫты. Эс яҡтан ҡаты баҫып атлап килгән аяҡ тауыштары ишетелде. «Ул түгел…»

   Ишек ярығында ялбыр баш, буяҡтары йыуылғандан аҙаҡ төҫһөҙләнеп ҡалған табаҡтай йөҙ пәйҙә булды.

      - Һаумыһығыҙ! – тине егет.

      - Һеҙ кем?!

      - Күреп тораһығыҙ, кеше.

   Ишек шартлап ябылды.

   Ҡабаттан ҡыңғырауға баҫырға тура килде. Ишек ярығында күренгән ҡыҙҙың йөҙө ризаһыҙлыҡтан йәмрәйгәйне:

      - Мин һеҙҙе белмәйем!

      - Мин дә.

      - Кем кәрәк?

   Аптыраны ла ҡалды егет, ҡыҙҙың исемен белмәүен әле генә хәтеренә төшөрҙө.

      - Ни һеҙҙә… берәү, ауылдан килеп йәшәргә тейеш ине…

      - Һеҙ милициянан, йә прокуратуранан түгелһегеҙҙер ҙә?

      - Хоҡуҡ һағындағыларға оҡшамағанмын бит.

      - Элекке көн ятаҡҡа күсте.

      - Адресын әйтә алмаҫһығыҙ микән?

      - Бынағайыш, был һиңә справочное бюролыр шул… Уның ҡайҙа йәшәгә-ненлеген төпсөнмәнем. Ваҡытлыса йәшәне һәм китте!

      - Ҡайҙа китте, ҡайһы урам, ниндәй ойошманың ятағы?

      - Йәшерһәгеҙ ҙә һеҙ төпсөнөүегеҙгә ҡарағанда следователь булып эшләй-һегеҙҙер! Китте, тинем бит, все, башҡаса һорашмағыҙ, өҫтәп бер ниндәй сведение ла бирә алмайым!

   Ишек шартлап бикләнде. Юлай йәнә ҡыңғырау кнопкаһына баҫты. Был юлы оҙаҡ көттөрөп асылды ишек:

      - Ну! - Әрһеҙ һөмһөҙлөккә асыуы килгән Табаҡ Биттең ҡыу йөҙөнә ҡан бөрккәйне.

      - Ошоларҙы уға тапшыра алмаҫһығыҙмы икән?

      - Һе… - Асыулы аҡайған күҙҙәрҙең зәһәрлеге ҡайтты. - Ҡана, килһә бирермен, әй­бер­ҙәрен алып бөтмәгән әле ул. - Гөлләмәләрҙе, күстәнәстәрҙе алды, йөҙөнә мыҫҡыллы йылмайыу ишаратын йәбештерҙе. – Кавалер несчастный!..

   Һуңынан Юлай йәшерен өмөт менән теге автобусҡа  ултырып та йөрөп ҡараны, урамдарҙағы меңдәрсә кешеләрҙең йөҙөндә таныш һыҙаттарҙы сырамытырға итте, әммә эҙләгәнен башҡаса осратманы…

      - Һуңғы көндәрҙә йүнләп һөйләшмәйһең дә, уйсанға әүерелдең, сирләйһеңме әллә? - тип борсола Рәсимә.

      - Бөтәһе лә һәйбәт, һине күрһәм сибәрлегеңдән телһеҙ ҡалам, ҡойолам да төшәм. - Еренә еткереп хәйләләште егет.

      - Арттырма, йәме! - Тегеһе сәпкә тейгән һүҙҙәргә сыҙамай ҡытығы килеп көлөп ебәрә лә етдиләнеп өҫтәй. - Һиңә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ бик бәхетле буласаҡ, Юл-ай…

      - Был яуап комплиментымы?

      - Юҡ ысынлап…

      - Уныһын ҡайҙан беләһең?

      - Беләм. Ҡатын-ҡыҙҙар бик һиҙгер халыҡ, уларҙың һәр береһе ҡайһылыр ки-мәлдә күрәҙәсе лә.

      - Әйт әле күрәҙәсе, май байрамын нисек үткәрербеҙ?

      - Мин ауылға ҡайтам… - Егеткә мәғәнәле итеп һирпелеп ала. - Сөнки йәй аҙа­ғы­на­са башҡаса мөмкинлек булмаясаҡ.

   Ҡайтып ингәс Шәмсиә апаһы  төпсөнөргә тотондо:

      - Йә, һөйләп ебәр, хәлдәрең нисек?

      - Ошо арала степендия бирһәләр зерә лә шәбәйә.

      - Башыңды йүләрлеккә һалма, Рәсимә менән эштәрең бешәме?

      - Бешмәгән ҡайҙа, ҡайнай-бешә, ойошҡан ерҙәре лә бар, боламыҡҡа әүерелеп иҙелә лә башланы әле. - Егет ваҡытһыҙ маҙаһыҙлаған себендән ҡотолорға телә-гәндәй йөҙөн йыйыра, һүҙҙе икенсе яҡҡа ыңғайлатырға самалай. - Беҙҙе көтә-көтә һинең дә ашың иҙелеп бөткәндер инде, еҙнәй ҡасан ҡайта, ашап алырға ине, асыҡтырҙы.

      - Уныһы инде минең хәстәр, өлгөрөрһөң. Нимә ти?

      - Бөгөн ҡайта, поезға сыға.

      - Әллә һине лә саҡырҙымы?

      - Юҡ, өндәшмәне.

      - Оҙатырға бараһыңдыр?

      - Бөгөн күрҙем-һөйләштем, еткән, инде вокзалға төшәйемме? Әйберҙәре ауыр түгел әле, ҡайтыр.

      - Үәт, тәрбиәһеҙ, үәт моңһоҙ, ә! Еҙнәһенән арттырмаһа кәметмәй һис тә! – Шә-мсиә бот саба. – Рәсимәнең ауылына барыр юлды беләһеңме һуң?

      - Урауҙан да, туранан яңылышмай бара алам. Өйрәтте.

      - Мәжнүн, ауылдарына саҡырманы, тип ултырған була ишшү, шул кинәйә етмәйме ни һиңә? Был беҙҙең, ҡатын-ҡыҙҙың хәйләһе. Һуң ҡайһы ҡыҙ ауылыма барайыҡ, тип тураһын ярып әйтһен, шул тел менән әйтелмәгән ишараны тойомлай белергә кәрәк. Бар иртәгә үк ауылдарына, шунан беҙгә апарып атай-әсәйгә күрһәтербеҙ ҙә туйҙы һәләтләрбеҙ. Көтмәгәндә барып төшөп аптырат, сюрприз эшлә. Рәсимә һин тиһәң йәнен бирергә әҙер, шуға уны ҡәҙерләмәй, күҙгә элмәй һикрәңдәгән булаһың. Шулай итеп хәл иттек! - Апаһы ҡарарын сығарҙы ла өҫтәп ҡуйҙы. - Үткәндә бүләк иткән алһыу раузаларҙы ла алырға онотма.

       - Ул раузалар уға тәғәйенләнмәгәндәр ине...

       - Кемгә ул саҡта?!

       - Быныһы инде һинең өсөн мәңге асылмаҫ сер!

       - Бирермен мин һиңә асылмаҫ серҙе! Өйләнергә өлгөрмәгән ситкә ҡарай ҙа башлаған, Дон Жуан! Әгәр ҙә сит-яттарға бына ошолайтып гөлләмә ташый башлаһаң ҡара уны, минән яҡшылыҡ көтмә! – Һуҡ бармағын уға сәнсеп янап алған апаһы етеҙ ҡыймылдап күстәнәстәрен төрә башланы.

   Бына ул Рәсимәләргә китеп бара. Оҙаҡламай барып та етер. Алда кәмәгә улты-рып тулҡындар менән алышаһын хәтеренә төшөрҙө. Әгәр кәмәсе ҡайтып өлгө-рмәһә уныһы ла бәлә түгел, ялан ерендә ҙур һыу күрмәй үҫкән кешегә бер мажа-ра ғына буласаҡ. Байып барған ҡояшҡа күҙ атты. Уныһы ла үтә ҡабаланғандай күренә, етеҙ ҡыймылдап байыу яғына ауышҡан.

   Һуҡмаҡтың ҡабранан түбән тәгәрәгән еренә килеп етте, ҡулын баш осона ҡуйып тирә-яғын тамаша ҡылды. «Ете ҡат ишеткәнсе, бер тапҡыр күреүең яҡшы», тигәндәй бындағы йәм күпкә сағыуыраҡ һәм баҙығыраҡ икән дә баһа. Ана, яр ситенә ҡунған аҡсарлаҡтарҙай ағарып Сабир ауылының өйҙәре күренә. Һаҡмарҙы оҙатып барған тауҙар урын-урыны менән таш диуарға әүерелеп йылғаға ташланырға ынтылып сысайғандар. Арыраҡ ғәскәр башлыҡтарылай мәғрур ҡара-ғайҙар күкрәк киргән, улар артынса шырлыҡлы ҡара урман башлана. Йырҙарҙа данланған йылға туғарланып ятҡан көмөш ҡамсылай һағым бейегән күкһел киртләсле офоҡҡа китеп юғала. Уның дәртле шауы айырым-асыҡ ишетелә, хатта еүеш, һалҡынса һулышы бында ла килеп етә төҫлө. Егет тирә-яғын тағы ла бер тапҡыр күҙҙән үткәргәс, тирләгән маңлайын һыпырҙы, шунан алыҫта яр ситендә һуҡмаҡ һыуға сумған тапҡырҙа шырпы ҡабылай ғына дүрткелләнеп күренгән өйгә ҡарай атланы.

   Кәмә теге яҡ яр ситендә тирбәлә ине. Кәмәсе күренмәй. Бәлки ул шул тирәлә йөрөп тә яталыр, алып сығыр кеше булмағас был яҡ ярҙа нимә ҡараһын. Уны-быны абайлап та тормаҫтан яр ситенә килеп үк баҫып, бер кем күренмәһә лә ике ҡулын ауыҙына килтереп һөрәнләне:

      -Эһе-һе-ййй!.. Эй!.. Кем бар унда?..

      -Ҡысҡырмағыҙ, файҙаһыҙ. - Әлеге өй яғынан тауыш ишетелде. Ике араны текә яр бүлгәс яуап биреүсе үҙе күренмәй.

      -Һаумыһығыҙ. - Әлегә күренмәгән кеше менән иҫәнләште егет. - Миңә Сабирға барырға ине, теге яҡҡа нисек сығырға икән?

      -Иҫәнмеһегеҙ, миңә лә шунда, тик нисек сығырға икәнлекте әйтә алмайым, - булды яуап.

   Егет йылға ярынан өҫкә күтәрелде лә шаңҡыны ла ҡалды. Уның алдында теге саҡ автобуста тап иткән, төштәренә инеп йөҙәткән, эҙләп тә таба алмаған ҡыҙ өйгә терәлеп тиерлек үҫкән зифа ҡайын янында баҫып тора ине. Өҫтөндә килешле йоҡа плащ, муйынына асыҡ йәшел төҫтәге ебәк яулыҡ һалған, ҡыҫҡа итеп киҫтерелгән ҡара, бөҙрә сәстәре, һөйкөмлө йөҙө әле балҡыуы һүнмәгән аҡшамдың ҡыҙыл нурҙарына мансылған. Тәлгәштәрен тирбәлдереүсе аҡ күлдәкле ағас, зифа буйлы ҡыҙ икеһе бергә ҡушҡайынды хәтерләтәләр.

   Егет һенағастай тора бирҙе. Ҡыҙ ҙа уны таныны шикелле, башлап өндәште:

      - Өфө егете беҙҙең ауылға ҡунаҡҡа китеп бара икән.

      - Эйе.

      - Юлынан уңмағанға тағы ла берәү өҫтәлде әләйгәс. Был юлы танышайыҡ инде, мин Нурия апайың булам. - Ҡыҙ егеттән йәшерәк күренһә лә һуңғы һүҙҙәргә баҫым яһап әйтте.

     - Мине Юлай тиҙәр… Арыҫланов мин… Нимә эшләйбеҙ? - Йылға яҡ стенаға терәп эшләнгән эскәмйә ситенә һаҡты, ҡыҙ ҙа ултырҙы. Һорау урынһыҙыраҡ килеп сыҡты шикелле.

    - Ошонда төн уҙғарырға тура киләсәк. Дамир йүнһеҙ тағы эсеп йөрөйҙөр. Шуны йыл һайын кәмәсе итеп ҡуялар ҙа йонсота халыҡты. Иртәгә төш ауғас килһә лә һәйбәт әле. - Нурия хәбәрҙар ҡиәфәтендә кемгәлер һуҡранып алды ла таныш түгел кешегә артыҡлап асылырға теләмәгәндәй шымтайҙы.

    Теге яҡ битләүҙән ҡыялатып юғарыға үрләгән һуҡмаҡҡа өмөт менән төбәлеп оҙаҡ ултырҙылар. Көнбайыштағы тау сусаҡтарының күләгәһе яйлап үҙәндәргә ҡарай шыуышты, бер аҙҙан көн яҡтыһы бөтөнләй һүрәнләнде.

     - Усаҡ яғайыҡ. - Юлай шөғөл табыуына ҡыуанғандай яҡындағы өйкөмләнгән муйыл ҡыуаҡтары яғына атланы, шатыр-шотор килеп ҡоро ботаҡтарҙы һындырырға тотондо. Көтөлмәгән осрашыуҙан ул албырғағайны, хәҙер шул тулҡынланыуын нисек тә баҫырға тырыша. «Апайҙан һалдыра, тимәк кейәүҙә, ә теге саҡ Табаҡ Бит әйтергә теләмәгәндер».

  Кире килеп усаҡ тоҡандырып ебәргәнсе Нурия гәзит йәйеп бәләкәй генә табын әҙерләгәйне.

    - Яҡынлағыҙ, асыҡҡанһығыҙҙыр.

 Юлай ҙа дипломатынан төргәктәр сығара башланы.

    - Кәрәкмәй, былай ҙа етерлек бит. Быларҙы моғайын күстәнәс итеп алғанһығыҙҙыр. Кемгә киләһегеҙ?

    - Рәсимәгә.

    - Ә-ә-ә, Абдулланың ҡыҙынамы? - Ҡыйғас ҡаштар юғары сөйөлдө.- Сибәр, аҡыллы ҡыҙ, ғаиләләре лә бынамын тигән. Бәхетле кейәү буласаҡһығыҙ.

    - Һеҙ ҙә ҡунаҡҡалыр?

    - Ҡунаҡҡа… Аҙып-туҙып йөрөгәндән һуң аҙаҡ ҡайтып киләм.

    -  Ошо ауылдан икәнһегеҙ улайһа.

    -  Эйе, Сабир ауылының килене.

    - Бәлки ирегеҙ кәмәгә лә төшөр әле.

    - Төшмәҫ. Донъяһын ташлап ҡасҡан ҡатынының ҡайтып килеүен белмәй ирем.

  Һүҙ өҙөлдө. Утҡа төбәлделәр, алдарындағы ашамлыҡтарға ла онотҡанда бер үреләләр. Нурия уйсан, моңһоу. Юлай уға ҡарап-ҡарап ала, шунан йөҙөнә эҙләгәнен тапҡан кешелә була торған юғалыңҡырап ҡалған йылмайыу бәреп сыға, теле шул сәбәпһеҙ ҡыуанысын аңлатырға ашыға:

    - Ожмахта ултыраммы ни!

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас