

Юлай автобустан төштө лә ары ни эшләргә белмәгәндәй урынында тапанып туҡтап ҡалды, шунан ҡайырылып өмөт менән әлегә асыҡ ҡалған ишеккә һирпелде. Салонда пассажирҙар апаруҡ ҡына, әммә уның артынан сығырға ынтылыусы күренмәне. Бының ише ҡуңалтаҡ стеналы, яуым-төшөмдән һаҡланыр плитә ҡыйыҡлы туҡталыштар юл буйлап бихисап теҙелгәндәр, унда йомош-юл артынан йөрөгән урындағы халыҡты иҫәпкә алмағанда төшөп ҡалыусылар һирәк, бөгөн замана ағышын һиҙгер тойған һәммәһе үҙәккәрәк, шаулы ҡала яғынараҡ ынтыла, шуға ауылдар бәләкәйләнә, бөтә бара, унда килеп-китеүселәр ҙә кәмегән-дән-кәмей.
Соҡор-саҡырлы өҙәрем юлдарҙы теүәлләй-урай торғас иҫкереп бөткән авто-бус ҡалсылдаған тауыштар сығарып көсәнеп дерелдәне лә ипкенле яғыулыҡ еҫен берҙән-бер юлаусының битенә бәреп ҡуҙғалып китте. Ни ҡылмаҡ, теләйһеңме-юҡмы, ары йәйәү атларға тура килә, күренеп тора, был төпкөлгә юлланғанда ке-мделер осратып уға һағыу ихтималлығы үтә лә самалы.
Егет өҫтөндәге туҙанды ҡағыштырып, бит-йөҙөн салбар кеҫәһенән алған ҡулъялығы менән һөртөштөрҙө лә беләгенә күн курткаһын һалып, икенсе ҡулына дипломатын эләктереп оло юлдан айырылған ат һуҡмағына төштө. Ул бараһы Сабир ауылына юл район үҙәге Йылайырҙан һалынған. Ә был, ялан тартҡан яҡтан килеп Хәйбулла яҡтарына юлланған ылауҙан Сиҙер боролошонда ҡалып төшһәң Сабирға 25-30 саҡрым барырға кәрәк. Тәпәй-тәпәй атлап әлбиттә.
Быйылғы яҙ бигерәк иртә килде. Апрель аҙаҡтарында ер ҡарҙан әрселеп бөттө, ә май баштарында инде, тымыҡ, сыуаҡ көндәр башланды. Ҡыш оҙоно сат-нама һалҡындарҙа ҡорошҡан, аҡман-тоҡман бурандарында туҡмалған, яҙ раш-ҡыһында күшеккән тәбиғәт әле килеп шул йылы наҙҙа маҙрап ял итә, ирәйә. Ма-мыҡтай күпергән аҡ болоттар менән ҡайылған зәңгәр күк йөҙөн иңләгән ҡоштар өсмөйөшө күҙгә салынды. Ҡулдарын ҡаш өҫтөнә ҡуйып уларҙы күҙ яҙлыҡҡансы күҙәтте. Торналар сыңрауына тыйып торғоһоҙ йәнле дәрт йәшеренгәндәй, көҙгө һаубулашыуҙарындағы һағыш ауазының эҙе лә ҡалмаған. Улар ғынамы һуң тал-пынған: ана, турғайҙар тубы бер юғарыға сойорғоп, бер ер өҫтөнән шыҡыйып сирҡылдашып ҡыуаналар, һуҡыр сысҡан сиҙәмде тишеп ҡара тупраҡтан түмәләс төртөндөһө өйөргә лә өлгөргән, арыраҡ йомран эсен ҡояшта йылытып рәхәтләнә, хәүеф яҡынлауын күреп-һиҙгәс ризаһыҙлығын белдереп әсе һыҙғырып ебәрҙе лә өңөнә инеп йәшеренде. Ни тиһәң дә яҙ яҙ инде, барса тереклек уяна, тантана итә.
Нишләптер Юлайҙың ғына күңеле тыныс, урынында түгел, йәнен үҙе лә аҙағынаса төшөнөп етмәгән икеләнеү тойғоһо өйкәй. Әле лә күрмәлекле ир-егет-тәрҙә генә була торған йомро эйәге ҡыҫылған, йоҡа ирендәре ҡымтылған, ҡуйы ҡаштары төйөлөп етди ҡарашы һуҡмаҡтан яҙлығып ҡуйыуҙан ҡурҡҡандай шунда тексәйгән, бара бара ла ара-тирә ян-яғына күҙ атып алғылай. Әлегә арымаһа ла юл ситендәге кәҫле ҡыртышҡа сығып дипломатын ҡуйып шуға терәлеп ултыр-ҙы. Куртка кеҫәһенән сигарет сығарып тоҡандырҙы, тәрән итеп һурҙы. “Аңын-тоңон аңғармай орҙо-бәрҙе ҡыланып зерә сығып китте әллә?.. Бәлки, кире боролоп ҡайтырға ла китергәлер?.. Бер кем дә уны көтөп тормай, бер кемгә лә килере хаҡында хәбәр ҙә итмәгән. Юҡ, ярамай, ярты юлдан кире ҡайырылыу ир холҡо түгел...” Ҡәтғи ҡарар ҡабул иткәндәй ҡырҡа ҡалҡып торҙо ла һәлмәк баҫып ары атланы. Ирекһеҙҙән, теләгенән тыш ян-тирәһен йәнә тамаша ҡылды. Ысынлап та хозур икән был яҡтар. Һуҡмаҡ әлегә уйһыулы асыҡлыҡтан бара. Һул яҡтан осҡор ҡараш иңләмәҫ ҡола дала, уңдан Ирәндектең урманға тартҡан тау армыттары һуҙыла. Атлаған һайын яланғас битләүҙәрҙә өйкөмләнгән сауҡалыҡтар йышай-ғандан-йышая барып ары ҡалын келәм хасил итәләр. Ағастар төрлө-төрлө, мәгәр урман батшалығында башлыса ҡайындар хакимлыҡ иткәнлеге һиҙелә. Миңле һылыуҙарҙың күптәре ҡунаҡ ҡаршыларға сыҡҡан ирәбе килендәрҙәй һуҡмаҡ ситенә баҫып уҡ теҙелгәндәр. Ҡарағусҡыл-һоро төҫтәге кейемдәре генә йәмләмәй буй-һындарын. “Ғәжәп, көндәр йылы, ә япраҡ ярырға ашыҡмайҙар, бөрөләре тиртеп тулышҡан тәлгәштәрен талғын иҫкән елгә тирбәтеп тора бирәләр. Һәр нәмәнең үҙ мәле шул…”
Юлайҙың Урал аръяғына тәүләп килеүе. Рәсимә май байрамдарына тип ҡа-йтҡайны, дыуамалланып артынан сыҡты ла китте. Ҡыҙ был юлдарҙы йәйәүләп тә, үткенсе ылауға һағып та күп тапағанлыҡтан юл аҙабы итеп түгел, ҡабатланмаҫ сихри матурлыҡ итеп ҡайта-ҡайта һөйләгәне бар ине егеткә, шуға һәммәһен ауырлыҡһыҙ күҙаллап килә ятыуы. Һуҡмаҡ бер аҙҙан уңға ҡайырылып әлеге ағастар һылашҡан тауға үрмәләйәсәк, уны берсә асыҡлыҡтан йүгереп, берсә ағастар араһына сумып бормаланған бөгөлдәр ҡапыл текә ҡашлаҡҡа килтереп терәйәсәк, шул саҡ инде алдыңда мөһабәт күренеш асыла: түбәндә суйыр таштарҙы иретеп терегөмөштәй ялтырап Һаҡмар ағып ятыр, ҡаршылығы битләүҙә инде епкә теҙелгән аҡ мунсаҡтай Сабир ауылының өйҙәре күренер. Күҙ талдырып төбәлһәң, Рә-симәләрҙең дә өйөн шәйләп була, йәнәһе лә…
Йыл һайын яҙ етеү менән даръялай ташҡан Һаҡмар май урталарына ҡәҙәр юлдарҙы быуа, имеш. Йомоштары төшкәндәр, бигерәк тә яҡын-тирә ауылдарҙа йәшәгәндәр шул кәртәгә ҡарамай йылғаның һыуы ҡайтыр-ҡайтмаҫтан ылау менән дә, һыбай ҙа аша сығырға ынтыла. Бәғзеләрҙе көслө ағым ағыҙып алып китеп күңелһеҙ хәлдәр ҙә булып торған әүәле, әммә ул ваҡиғалар ҡазаға, фажиғәгә барып олғашмаған, ни тиһәң дә Һаҡмар аяулы, яманлыҡҡа хирес, ҡорбанға нәпсе түгел. Сабирҙарға ла был тарафтан Һаҡмар аша йөрөү ҡулай, ни тиһәң дә күрше район эргәһендә яталар, йылға ағышының уң яғында йылайырҙарҙың ере тамамланһа, һулаҡай ҡулда хәйбуллаларҙыҡы башлана, йәнә туранан тартһаң ҡырсынташ юллы Ивановка утарына бынан ун биш саҡрым самаһы ғына. Шуға күрә башҡаларҙы ла уйлап, үҙҙәрен дә ҡайғыртып йылдың-йылы яҙғы ташҡында йәйге кисеү тәңгәленән ҡушарлы кәмә төшөрәләр, кәмәсе лә ҡуялар икән. Һыу ҙур булғас быйыл да шулайҙыр.
Рәсимә һылыу ҡыҙ, сая ҡыҙ, аҡыллы ҡыҙ. Юлайҙың дуҫтары әйтмешләй ундайҙарҙы кәләш итеп алыу - күктән төшөр бәхет. Улар көтмәгәндә танышты, дөрөҫөрәге - апаһының тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Армиянан ҡайтып нефть универ-ситетының һуңғы курсында уҡып еҙнәләрендә йәшәгән егеттә ҡыҙ - ҡырҡындың иғтибарын йәлеп итерлек буй-һын булһа ла телгә бөтмәгәс, арбар-әүрәтер оҫтал-ығы сикләнгән. Ә еҙнәһенә ҡыҙыҡ, йыш ҡына мәрәкәләп ала: «Китсе, һинең урын-ыңда булһаммы, көн һайын берәүһенең башын әйләндерер инем». Һүҙ ыңғайы һыпырып ырғытырға теләгәндәй аҫҡа һалыныңҡырап йәлпәшкән танауын, эскә тартылған ас яңаҡтарын, иртә таҡырланған түбәһен ыуа. «Эйе, мин сыҡмаһам ти-нтерәр инең ошоға саҡлы, буйҙаҡ тормошта», тип асыуланмай ғына элеп ала Шә-мсиә апаһы. Шулай ти ҙә халат итәктәрен елпетеп килеп ҡуштан тауыҡтай иренә һырпалана, әллә ниндәй дарыу еҫтәрен эйәртеп алып ҡайта ла шул ҡырҡыу еҫте фатир бүлмәләренә тарата. Уның өйҙәлеген ишек аша подъезда ла ауырлыҡһыҙ һиҙергә мөмкиндер. Инженер еҙнәһе, төп шөғөлөнән тыш медуниверситетта лекциялар уҡыусы апаһы иртән китһәләр кис кенә ҡайтып инәләр. Шуға ла һый-ынышырға ынтылып барыуҙары тәбиғи. Хәлбүки шуны аңлап етмәй Юлай: был икәүҙең һөнәрҙәре генә түгел, донъяға ҡараштары, ҡыҙыҡһыныуҙары, тышҡы ҡиәфәттәре лә тап килмәй, һомғол, һылыу йәш ҡатын һәм ҡыҫҡа буйлы, өҫтәүенә йоҡа кәүҙәле, таушалған йөҙлө ир. Ниндәй уртаҡлыҡ бар араларында, нимә яҡын-айта һуң уларҙы?.. Барыбер хәрәкәтсән һәм һүҙсән апаһы баҫалҡы, аҙ һүҙле еҙ-нәһе өсөн өлтөрәп тора, ғәҙәте буйынса, теләгәнен бармаҡ төртөп бойороп эшләтһә лә, ирен гелән алға ҡуйып һөйләргә әүәҫ. Йыуаш еҙнәһе ни шуныһына ла риза.
Киске ашҡа өҫтәл артына йыйылғас табынын хәстәрләп бөткән Шәмсиә иренә һыйына биреберәк ултырҙы ла кире ҡаҡҡыһыҙ тонда һөйләргә кереште:
- Кинйә, етерлек берәҙәкләндең, инде ишеңде табырға ваҡыт. Тимәк былай: шәмбелә беҙгә бер ҡыҙ ҡунаҡҡа килер, университетта минең группала уҡый. Күптән күҙәтәм, һыуһыҙ ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ билләһи: һылыу, инсафлы, тәрбиәле. Килмәгән ере юҡ. Быйыл һуңғы курста, килделе-киттеле егет эләктереп әрәм итеп ҡуймағайы, тим. Ҡара уны, ҡунаҡ барҙа турһайып, ауыҙыңа һыу урт-лап ултырма.
- Нимә тураһында һөйләйем икән?
- Кинолар, театрҙар, концерттар тураһында.
- Унда йөрөмәгәнлегемде беләһең.
- Улайһа уҡыған китаптарың күп, шулар хаҡында әңгәмә ҡор!
- «Нефть эшкәртеү ҡоролмалары», тигән китап ҡыҙыҡлы инде былай.
- Зитыма теймә, йәме, бер инженерҙың тимер-томор хаҡындағы хикәйәттәрен тыңлап ялыҡҡанмын былай ҙа. - Шәмсиә ҡайырылып күҙ ҡырыйын өндәшмәй баш баҫып мөйтәңләүсе иренә сәнсте. - Хәл иттек, мин тигәнсе була!
- Әгәр хәл итмәһәк, һин тигәнсе булмаһа?! – Егет етәктәге быҙау булғыһы килмәй тиҫкәренән һалдырҙы.
- Әйттем, бөттө тинем бит!
Был кире ҡаҡҡыһыҙ бойороҡто үҙенә бирелгән күрһәтмәләй ҡабул иткән еҙнәһе ҡатынын йөпләгәндәй итеп баш ҡаҡты.
Үәт, мәжнүн, әйтерһең дә теге ҡыҙ уға түгел, еҙнәһенә килә! Асыуы килһә лә өн-дәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе.
Килде ҡунаҡ. Исеме Рәсимә икән. Ауыл ҡыҙы. Табында күберәк хужабикә һөйләне, өй хужаһы ғәҙәтенсә баш баҫып йөпләне генә. Йәштәр өндәшмәне. Ошо кистән һуң дуҫлашты ла киттеләр, аҙна аҙағы етһә театрға йә берәй концертҡа барып әйләнәләр, ял көндәрендә ҡала ҡыҙыралар. Тормошондағы боролош егеттең йәшәүенә яңылыҡ өҫтәгәндәй итте, битараф моңһоҙлоғо көйлө бер кәле-йәгә төштө, ялҡытҡыс һоро көндәрен өмөт нуры яҡтыртты, ләкин елкендергес, күккә ашырыр хисте генә тойманы нишләптер. Шул үҙгәрештәргә йыуанып йөрөгәнендә көтөлмәгән осрашыу уның йәнен өттө, ошоға тиклем кисермәгән илаһи мәлдән бар булмышы тетрәне, уға текәлгән йылмайыу тере ҡуҙҙай көйрәп хәтерендә уйылды, көндәрен оҙатып йөрөнө, төндәрен йоҡоларын алды.
Лекциянан ҡайтышлай автобусҡа инде. Ул эштән ҡайтҡандар менән шығырым тулы, йәмрәй йөҙҙәр асыулы, өндәш кенә тупаҫлыҡҡа юлығыуыңды көт тә тор. Төрлө йыуанлыҡтағы, төрлө ҙурлыҡтағы кәүҙәләр бер-береһен тапап-иҙерҙәй булып тығылғандар. Юлай ҙа этеп-төртөшөп артҡараҡ барып баҫты ла тәҙрә аша уттарын балҡытҡан киске ҡалаға төбәлде. Әҙерәктән ҡарашын эскә алды ла һыйынып тиерлек терәлгән ҡыҙҙың төпһөҙ күҙҙәренә юлығып онотолдо ла ҡуйҙы, тәненән аңлайышһыҙ зымбырлау йүгереп үтте. Шулай байтаҡ барҙылар. Ул кемдеңдер аяғына баҫҡан түгелме?
- Ғәфү итегеҙ… - Аҡланғандай мығырҙаны егет.
- Зарар юҡ, - тине ҡыҙ ҙа сәбәпһеҙ ҡыҙарып.
Сираттағы туҡталыш. Ҡыҙ халыҡты йырып сығыу яғына уҡталды. Юлай ҙа магнитҡа тартылғандай уның артынан эйәрҙе. Бына ҡыҙ тротуарҙағы халыҡ ағымына барып ҡушылды, башын юғары тотоп еңел атлай, исмаһам артына әй-ләнеп ҡараһасы. Юлай ҙа эске бер этәргес көскә бойһоноп атланы ла атланы. Был хәлдән ҡотолорға ине. Тик нисек?
- Ғәфү итегеҙ… Һеҙҙе оҙатып ҡуйырға мөмкинме?
- Нимә!? - Ғәжәпләнеп, күҙҙәрен түңәрәкләндереп ҡараны ҡыҙ.
- Әйберҙәрегеҙ ауыр бит, ярҙам итәйем, булмаһа.
- Һеҙ шулай итеп осраған бер ҡатын-ҡыҙҙы оҙатып йөрөйһөгөҙмө ул?
- Юҡ та… - Егет тотлоҡто. - Һеҙҙең менән танышырға сәбәп эҙләйем дә таба алмайым.
- Шулаймы? - Алдында тап-таҙа башҡортса һөйләшкән, бөхтә кейенгән егеттең тороуы ҡыҙҙың шиген бер аҙ еңде буғай, ул эскерһеҙ йылмайҙы. - Улай бик үтен-гәсегеҙ ярҙамлашығыҙ һуң. Тик миңә бында, яҡынға ғына.
- Булһа ла. Француз ҡатын-ҡыҙҙары биҙәнеү әйберҙәре һалынған сумочканан да ауырыраҡ нимәне күтәрмәйҙәр икән. - Егет тос ҡына сетканы ҡулына алды. - Был йөккә ир көсө кәрәк.
- Беҙҙә бит үҙ көнөңдө үҙең күрмәһәң һине кем генә ҡайғыртһын. Ҡулланыу өсөн пакеттар ҡулай ҙа бит, ауырлыҡҡа сыҙамай өҙөләләр ҙә бүҫеләләр, йәнә автобустағы тығында полиэтилен түгел өҫтөңдәге кейемдәрең сыҙаһа ярай әле. - Ҡыҙ ептән үрелгән сеткаһына һирпелеп ҡарап уңайһыҙланғандай һөйләнде. – Ауылдағы иркенлеккә өйрәнгәс ни бындағы ығы-зығыға баш әйләнеп китә.