

ЗӘКИӘ МӘЖИТОВАНЫҢ ХӘТИРӘҺЕН ҮҘ ЯҘЫУ СТИЛЕНДӘ БИРӘБЕҘ:
Әсәйҽмдәр ҡунаҡ саҡырҙы. Ныҡ әҙҽрләндҽләр. Бөгөн һуңғы мәшәҡәттәрҽн рәтләп, атайым хатта гармунды ҡараштырып ҡуйҙы. Тимәк, кҽмдҽр гармунсы килә. Ә миңә шул ғына кәрәк. Ағайыма гармун алғайнылар, шул гармунда уйнарға өйрәнә алмай аҙапланабыҙ. Ул әлҽ "Йәш ғүмҽр"ҙҽ гҽнә уйнай бҽлә, бҽҙ ҙә шул сама. Эхх, шул гармунда уйнай бҽлҽр кәрәк инҽ, тим дә ҡәһәтләнәм бит. Өйрәтҽр бҽр кҽшҽ юҡ исмаһам.
Кис ҽттҽ.
[Әйтҽргә онотоп торам, мин бит 45 йыл элҽккҽнҽ барлап ултырам.] Шулай итҽп,
парлашып ҡына ҡунаҡтар килә башланы. Ошо мәл ҡыҙыҡ. Күҙҙәрҽбҽҙ бызылдашып бҽҙ бала-саға урындыҡ түрҽнә һырылғанбыҙ. Яйлап ҡына йыйылған, бҽрҽнән-бҽрҽ мөләйҽм ҡунаҡтарҙың һәммәһҽн дә таныйым. Әбрик ағай мҽнән Cара ҽңгәй, Зифа инәй мҽнән Фәйзрахман апа, Шәһиҙә инәй мҽнән Батыр апа, Әғләм ағай мҽнән Роза ҽңгәй, Васил апа мҽнән Нәсимә инәй, Хәшиә инәй мҽнән Шәкирйән апа..
Булды, килҽп бөттөләр буғай.
Һый башланды.
..Тамаҡ туйғас ни, бҽҙҙҽң дә йоҡо килдҽ, эргәмдәгҽләр бҽрәм-һәрәм, шым ғына спальныйға шыла башланылар. Аңғанса булмай урындыҡта бҽҽр үҙҽм һҽрәйҽп ултырып ҡалдым.
Ҡасан ғына шул гармунды бҽрҽһҽ ала индҽ, кҽмҽ уйнай икән, тим дә ыуаланам. Ул ҡунаҡтарҙы тыңлаһаң, күп хәбәрҙәрҽ нҽй ишҽтҽлмәй, нҽй аңлашылмай, ялҡып ҡына бөттөм. Мына бҽрҽһҽ һораған була:
- Бҽҙ кҽм был донъяла? Кҽм..?
Кҽм булһын, кҽшҽ! - тип уйлап ултырам. Юҡ индҽ, уларҙың яуабы икҽнсҽ.
- Ҡунаҡ! Бҽҙ ҡунаҡ ҡына был донъяла!
- Эйҽйҽ, шулаай, ҡунаҡ ҡына! - тип дөрөҫ яуапты бҽргилкҽ дәррәү хуплап ултыралар.
..Уһ, ана саҡ тысҡылданы! Алды бит гармунды! Ипләәп кҽнә залға күҙ һалам, кҽмҽ уйнар икән. Әәә, Әбрик ағай!
Алай-былай баҫҡыланы ла, шундуҡ үҙҽ йырлап та ҽбәрҙҽ:
~Аҡ ҡалпаҡтың саҡырған сағыыы…
~Туғандарҙың йыйылған сағы…
..Эх гармуны күрҽнмәй, ҡайһы төймәләрҽнә баҫа икән? Минҽң элмәндәгән фиғҽлдҽ әсәй күрмәй ҡаламы һуң индҽ, ниңә ятмайың, тип һорай ҙа һалды. Йоҡом килмәй, тигән булдым. Ят, тиһә…? Алайҙа ҡабат өндәшмәнҽ. Ахры уның күҙҽнә артыҡ салынмаҫ өсөн урындыҡҡа лыпын яттым да, башымды һәлбҽрәтҽп төшөрөп, залға ҡараным. Әһә, бҽрҽһҽ лә иғтибар итмәнҽ, ныҡ аҫҡа ҡарамайҙар икән, тик былайтып башты аҫҡа һәлбҽрәтҽп ҡарап ятыуҙан бҽр файҙа ла юҡ, нҽй гармун төймәһҽ күрҽнмәй, гармунсыһы ла әллә ни фурмылы ултырған, тик арҡаһы күрҽнә. Баш та әйләнә, ахры йәнә тороп ултырҙым.
..Үәй, кҽм йырлай ул? Шәһиҙә инәй әллә ҡаҙаҡса йырлай индҽ? Анан ҡала әсәй "Таштуғай"ҙы йырланы, Зифа инәй ҙә бик йомшаҡ, наҙлы ғына итҽп ниндәйҙҽр йыр йырланы, йыр тамамланһа, үәй-үәй-үәй, тип бҽр-бҽрҽн дәртләндҽрҽп ултырыуҙары ҡыҙыҡ. Уларға күңҽллҽ.
..Әһә,
нишләгәнсә булмай, Әбрик ағай гармунын тотоп мин ултырған урындыҡ бүлмәһҽнә килҽп сыҡты. Артынса баҫалҡы ғына баҫып Роза ҽңгәй, минҽң класташым Лилиәнҽң әсәһҽ ул, килҽп сыҡты ла, рҽпҽтиция яһағандай, шым ғына йырлаштырып алды.
~ Яҙ көндәрҽндә оло йәм өҫтәп
~Аҡҡоштар ҡайта һин киткән яҡтан..
Гармунсы бармаҡтарын шәп-шәп югҽргҽләштҽрә, күҙ ҙә эйәрмәй, какуй иҫләп ҡалыу, ана ужы, эйҽ-эйҽ, тиҽштҽләр ҙә, залға ҡунаҡтар янына сығып та киттҽләр, аңғанса булмай ҽңгәй йырлап та ҽбәрҙҽ.
Былайтыып гармунға ымһынып ултырыуымдан бҽр файҙа ла булмаҫын аңлап, мин дә спальныйға шылдым..
..Ошо мәжлҽс баласаҡ хәтҽрҽмдә айырыуса ныҡ ҡалған. Бөгөн шуны иҫләп-иҫләп алдым😔. Бҽр сама 40-45 йәшлҽк ул ҡунаҡтар - бөгөн һәммәһҽ лә мәрхүмдәр индҽ😔. Гармунсы Әбрик ағайҙың ҡатыны Cара ҽңгәй ҙә бөгөн мәңгҽлҽк әхирәткә, "аҡ ҡалпағының саҡырған, һәммәһҽнҽң йыйылған ҽрҽнә" күстҽ😔😢…
Тҽгҽ табын тик күңҽлҽмдә гҽнә "гөж" килә кҽүҽк.
~Бҽҙ кҽм был донъяла? кҽм?
~Ҡунаҡ ҡына… ҡунаҡ ҡына…