АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
27 Июнь 2023, 07:15

Оҙаҡ...

ОҘАҠ...Их, быны эшләр кәрәк ине, шул эште атҡарып ҡуйырға ине, үҙ эшемде асырға ине... Шундай уй-хыялдар менән янып йәшәй-йәшәй ҙә кеше, күп ваҡытта ҡул һелтәп ҡуя. Хыялы хыял ғына булып, тормошҡа ашмай ҡала. Ни бары – оҙаҡ булған өсөн:Үҙ эшеңде башлау – оҙаҡ;ябығыу – оҙаҡ;яңы тел өйрәнеү – оҙаҡ;гитарала, пианинола уйнарға өйрәнеү – оҙаҡ;карьера баҫҡысы буйлап үрләйем тиһәң - оҙаҡ...

Оҙаҡ...Оҙаҡ...
Оҙаҡ...

Ә ВАҠЫТ БИТ БЫЛАЙ ҘА ҮТӘ!

Бер йыл үтер. Өс йыл. Ун йыл да үтеп китер. Артығыҙға әйләнеп ни тиерһегеҙ? Ауыр көрһөнөп: “Их, теге ваҡыт тотонған булһамсы. Инде ҺУҢ инде...” – тиәсәкһегеҙ.

“Оҙаҡ” шулай әкрен генә, һиҙҙермәй генә “һуң”ға әйләнә. Эстәге ҡурҡыуҙы еңә алмайынса, үҙебеҙҙе алдаштырып, ошо ике арала ғүмеребеҙҙе йәшәйбеҙ.

Йә булмаһа, һылтауҙарҙы, ҡурҡыуҙарҙы еңеп, ҒҮМЕРЕБЕҘҘЕ ХӘҘЕР, үҙебеҙ теләгәнсә йәшәй алабыҙ.

Нимәне һайлаһағыҙ ҙа, һеҙҙән тора.

“ОҘАҠ” һәм “ҺУҢ” тигән һүҙҙәрҙе НИНДӘЙ ҺҮҘГӘ алыштырыр инегеҙ?

Гөлнара Мостафина.

фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас