АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
16 Июня 2023, 05:57

Дусар ителгәндәр. (Повесть. Һигеҙенсе киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.

       Гөлсөм һеңгәҙәп оҙаҡ ултырҙы. Иртәнге ҡояш бүлмә эсен яҡтыртты, тәҙрә рамдарының шәүләһе иҙәнгә төштө. «Шәүләләр рәшәткәгә оҡшаған… Бикһеҙ төр­мәгә килеп эләктем, былай булғас...» Форточканан яңылыш осоп ингән күбә­л­әк тыш­ҡа, иреккә сығырға ынтылып, ҡанаттарын быялаға бәрҙе лә бәрҙе...  

Дусар ителгәндәр. (Повесть. Һигеҙенсе киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.Дусар ителгәндәр. (Повесть. Һигеҙенсе киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.
Дусар ителгәндәр. (Повесть. Һигеҙенсе киҫәк.) Хәйҙәр Тапаҡов.

Гөлсөм ауырлыҡ менән күҙҙәрен асты. Башы шаулай, теле аңҡауына йәб-ешкән, үҙен аяуһыҙ туҡмалғандай хис итә, бөтә кәүҙәһе ауырта. Бүлмә эсен күҙҙән үткәрҙе. Яҡтырған. Бөтә нәмә үҙ урынында, тик уның эске кейемдәре, теге затлы күлдәк иҙәндә ята. Йөрәген һыҙлатып, кисәге мәхшәр иҫенә төштө. Бүлмә ишеге асылды, ярым-яланғас Луиза күренде, ҡулында рюмка.

— Нисек йоҡланың?

 «Оятһыҙ, белмәгән булып ҡылана!..»

— Кисә саманан арттырыңҡырап ташланыҡ шул. Мә, ошоно эсеп ебәр, еңеләйеп китерһең.

Гөлсөм стена яғына боролдо.

— Һе, һөйләшкең дә килмәйме? - Луиза өҫтәл эргәһендәге ултырғысты тартып ултырҙы, рюмкаһын өҫтәлгә ҡуйғас, килешле итеп фильтрлы сигаретын тоҡандырҙы.

Гөлсөм асыуынан ырғып торҙо ла ҡабаланып кейенә башланы, сумкаһына барлы-юҡлы әйберҙәрен тултырып, ишеккә табан уҡталды.

— Ашыҡма. - Луиза тыныс ҡына элекке хәлендә ултыра. - Паспортыңды алырға оноттоң түгелме?  Ә ул миндә.

Тәүәккәл ҡыланған ҡыҙҙы шаңҡытты был яңылыҡ. Ул әкрен генә боролоп, инәлеп һораны:

— Бирегеҙ...

— Бирәм, әлбиттә. Шуныһы - ҡайтып етеүеңә бынау фотолар артыңдан барасаҡ: ауыл Советына, мәктәп директорына. Участковыйға ебәрергә мөмкин. Улар бит һинең һымаҡ фәхишәләрҙе иҫәпкә алырға бурыслылар. Табында төшкән фотолар иҫ китерлек түгел-түгелдеккә, ә бына донъяғыҙҙы онотоп, мөхәббәт диңгеҙендә йөҙгән мәлегеҙ бигерәк шәп... - Луиза елпеүес һымаҡ тотҡан фотоларҙы уға һондо.

Быныһы инде тамам һеңгәҙәтте Гөлсөмдө. Ул хәлһеҙләнеп иҙәнгә сүкте:

— Апай, харап итмәгеҙ мине, ҡайтарығыҙ.

— Аллам һаҡлаһын, харап итеү түгел, һиңә сирткәнем дә булманы, минең иҫәптә нисәмә көн йәшәйһең, һуҡыр тин аҡса һораныммы? Юҡ! Кисә Артур менән булған хәлгә лә үҙең генә ғәйепле. Хәйер, ғәйепләргә мин прокурор түгел. Бөгөн йәштәр енси мөнәсәбәткә бик иртә инә, сексуаль революция осоронда, циви­ли­зация­лы дәүләттә йәшәйбеҙ бит.

«Фәхишәләр фәлсәфәһе, боҙоҡтар, шаҡшы күңеллеләр психологияһы...» - тип эстән генә яуап бирҙе ҡыҙ, әммә ҡысҡырып әйтә алманы. Телгә бөткән, йышылған был ҡатынды һүҙ көрәштереп еңеп булмаҫы көн кеүек асыҡ. Өҫтәүенә, Луиза унан  күп  яҡтары менән юғарыраҡ:  йәше  менән дә, тормош тәжрибәһе менән дә, уңай­лы ҡала фатирында рәхәтләнеп йәшәүе менән дә. Ошоға тиклем ул сафлығы, күңел бөтөнлөгө менән унан күпкә өҫтөнөрәк тойола ине, ә хәҙер... Кешенең йәнен үлтереү, уға бысраҡ яғыу тиҙ, күҙ асып йомғансы икән дә баһа. Әле кәүҙәһе бөтөн, ағзалары теүәл һымаҡ, әммә йәненән яҡты уй-фекерҙәре, юғары хыялдары ҡасҡ-ан, күңеле китек.

Луиза рюмкалағы араҡыны сытыраймай ғына йотоп ҡуйҙы, артынан төтөн һурҙы ла Гөлсөмдөң янына килде, яурындарынан тотоп торғоҙҙо, карауатына ултыр­ыр­ға ярҙамлашты ла ҡаршыһына баҫты:

— Тыныс ҡына хәл итәйек, илау-һыҡтау, истерика ярҙам итмәйәсәк. Ҡайттың да икән, ти, ауылда ни бар һиңә? Һауынсынан да перспективалыраҡ эш таба алма-я­саҡ­һың. Быныһы көн кеүек асыҡ. Ярай, эшләнең дә икән, ти, хәйерсе тиндәренә бил бөгөп, 5-10 йылдан һуң кемгә әүерелеүеңде күҙ алдына килтер! Бында бөтә ҡулайлыҡтары булған ҡала, талантыңды асыу өсөн мөмкинлектәр киң. Вәғәҙәм көсөндә ҡала, институтҡа инер­гә ярҙам итәсәкмен. Уның өсөн аҡса кәрәк, күп аҡса. Бөгөн бит абитуриенттар белемдәр­ен күрһәтеп түгел, кәрәкле кешегә мәмәй төртөп уҡырға инә.

Һөйләшкеһе килгән мәлелер, тауышын күтәреңкерәп, йәнә дауам итте:

— Мин фәхишә, уны бер кемдән дә йәшермәйем, ә эш урынын файҙаланып, кеҫә ҡалынайтыусылар кем? Төҫтәрен үҙгәртеп, демократ булып, түрәлектә ҡалған элекке коммунистар һуң? Бөйөк державаны кем хәйерсе хәленә ҡалдырҙы? Батып бар­­ған караптан кем нисек теләй, шулай ҡотола, мине гөнаһтарымда ғәйепләргә бер кемдең дә хаҡы юҡ. Йылғырҙар, дәүләт милкен һатып, байып ҡалырға тыр-ыша, ә минең һатыр нәмәм - матур йөҙөм дә йәш тәнем. Олоғайһам, ул тауарҙың да хәжәте ҡалмаясаҡ. Фәхишә булыуыма ғәйепле түгелмен, бел уны, мине ҡатын-ҡыҙ итеп аҫырай алмаған, түбәнлеккә этәргән дәүләт ғәйепле! Беләһеңме беҙҙең илдә кем иң төп бур? Дәүләт! Ул һәр беребеҙҙе өҙлөкһөҙ талай, түбәнселеккә төшөрә, хәйерсе хә-ленә ҡалдыра. Беҙҙе бит өҙлөкһөҙ алданылар һәм алдайҙар. Ҡайҙа вәғәҙәләгән яҡты киләсәк, коммунизм, юғары эш хаҡы, әҙәмсә йәшәү шарттары, ғәҙел йәмғиәт? Улар бөтәһе лә буш һабын ҡыуығы!

  Луиза ярһый төштө, һүнгән сигаретын атып бәрҙе, икенсеһен тоҡандыра алмай аҙапланды. Тоҡандырҙы. Бүлмә буйлап ары-бире йөрөп алды, ултырғысты тар-тып, кире өҫтәл янына ултырҙы, терһәкләнеп, сәстәрен бармаҡтарына араланы.

— Ә бит мин өмөтлө генә пианистка инем, абруйлы конкурстарҙа ла ҡатнаш­тым. Ғаиләмдең дә булыуы ихтимал ине. Уларҙың береһе лә ҡалманы инде бер ҡасан булмаясаҡ та. Пианисткамын, ә бүлмәмә музыка ҡоралы ҡуйылмаған. Пара-доксмы? Сөнки уны үҙемде һатҡан һымаҡ һаттым, тормаһын күҙ көйөгө булып тинем. Бөгөн мине теләгәнсә уйнаталар, ха-ха-ха... - Әсе көлөү яңғыраны.

Йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап, оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы. Шунан сәстәрен төҙәткәндәй итте, тороп көҙгө ҡаршыһына баҫты. Йөҙө әүәлгесә битлек хәленә ҡайтҡайны. Нервыһы, мускулы һелкенмәгән шыма, матур битлек.

— Әле минең эмоциональ һөйләгәнде, саманан аштырып хискә бирелеүҙе лирик ситләшеү тип ҡабул ит, - Луиза Гөлсөмгә сифатлы тауарға ҡарағандай текә-леп торҙо. - Ҡала ерендә һинең һылыулыҡ менән аҡса эшләүе ҡыйын булмаясаҡ. Мә, кисәге өсөн гонорар. - Карауатҡа ҡағыҙ аҡсалар ырғытты, ҡырыҫ әйтте. - Хәтереңә һеңдереп ҡуй, Баймырҙина, тапҡан аҡсаңдың яртыһы һәр ваҡыт минеке буласаҡ! Йәнә төрлө фокустарҙы яратмайым, улар файҙаһыҙ. Алдағы көндәреңде белгең килһә, шуны әйтә алам, аҡыллы ҡыҙға оҡ­ша­ған­һың, һинән ниндәй хеҙмәт талап ителгәнен аңланың шикелле. Бына ошолай ике йыл эшләйһең дә уҡырға керетәм, теләмәйһең икән, дүрт яғың ҡибла, мин һине белмәйем, һин мине, тигәндәй. Һөнәрҙең серҙәренә килгәндә, уныһына өйрәтермен, тәүге сирҡанысты алдың бит инде, күҙ аҫтарың тикмәгә генә күгәреп тормайҙыр. Ҡыҙлыҡһыҙ ҡыҙ булмай, бөгөндән һин йәш ҡатын, ә йәш ҡатындың вазифалары ла икенсерәк. Күнегерһең, айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр.

Гөлсөм һеңгәҙәп оҙаҡ ултырҙы. Иртәнге ҡояш бүлмә эсен яҡтыртты, тәҙрә рамдарының шәүләһе иҙәнгә төштө. «Шәүләләр рәшәткәгә оҡшаған… Бикһеҙ төр­мәгә килеп эләктем, былай булғас...» Форточканан яңылыш осоп ингән күбә­л­әк тыш­ҡа, иреккә сығырға ынтылып, ҡанаттарын быялаға бәрҙе лә бәрҙе...

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас