

Акбайҙың етем тормошо көйһөҙ-яйһыҙ ғына үтә торҙо. Өйгә ҡайтыу юлын онотто, унда яттың ни ҙә, урам ҡыҙырҙың ни, айырма юҡ. Асығыуҙан да бигерәк яңғыҙлығыңды тойоуы ауыр. Ҡайһы ҡапҡаға боролһаң да таш бәреп, ҡыуалап сығаралар.
Тәбиғәт үҙенекен итә шул, мәле еткәс, Аҡбай ҙа, бар донъяға үс иткәндәй, ярты ауылдың эттәрен талаштырып, ярһып-шашып өйөктө лә, тынысланғас, Һорланға эйәреп ҡайтты. Яһил Нәзирәгә етә ҡалды, сарылдап өйөнә инеп китте. Артынан: “Туҡта, кәнтәй, һинән ҡотолоу юлын тиҙ табырмын!” - тигән янау ишетелде. Аҡбайҙың иҫе лә китмәне, бисә башы менән ни ҡылыр тиһең! Уның ҡарауы, Зөфәр күрһә лә, өндәшмәне. Ҡыуманы, тимәк, килеүенә ҡаршы түгел. Ишек ауыҙында Нәзирә күренде, ҡулына ҡайраҡтай икмәк һынығы тотҡан.
— Кил, Һорлан, бәйләп ҡуяйым әле, - тине Нәзирә, ҡасып өлгөрөр аралыҡта ятҡан Аҡбайға ҡулындағын ырғытты. - Мә, тығын, үләт!
“Нишләп һыныҡты уртаға бүлмәне икән, Һорлан да асыҡҡандыр”.
Шулай ҙа аслыҡ ни ҡуйһын, Аҡбай ризыҡты һоғаланып йотто ла Нәзирәгә төбәлде, тағы бирмәҫме. Тегеһенең ҡапыл ҡулына эләктереп ырғытҡан ҡаҡ утыны аяғына килеп тейҙе.
— Бар, ҡайтып дөмөк, әтеү бында кәкерәйһәң, мәшәҡәт яһарһың.
Аҡһай-аҡһай сығып сапҡан Аҡбай башта уны-быны тойманы. Ауыҙы кипкәс, ауыл эргәһенән генә ағып ятҡан шишмәгә төшөп һыу эсте лә, аяҡтарының хәлһеҙлеген тойғас, бейек ҡапрыҡ араһына инеп ятты. Арыу бөтә кәүҙәһен солғаны, ағзалары суйындай ауыр, таралып бара, эсе яндырып ауырттыра башланы, күңеле болғанды, күҙ алдары ҡараңғыланды. “Ағыу, ағыу!..” тигән уй мейеһен ярып үтте. Ҡабаттан йылғаға яҡынлап теләмәһә лә көсләп һыу яларға тотондо. Бик тырышып оҙаҡ яланы. Шунан быуылып-быуылып ҡоҫорға тотондо, ҡоҫҡолоғонан сыҡҡан тонсоҡторғос һаҫыҡ ағыу еҫе тирә-яҡҡа таралды. Шишмәгә табан шыуышты, эсенең яныуын баҫырға теләп, яңынан һыуға йомолдо, тағы ҡоҫто. Үлмәне. Уны эт йәнлелеге, йәшәүгә булған ынтылышы ҡотҡарҙы. Ләкин ашалған ағыуға ҡушылып, Нәзирәгә ҡарата асыу, унан үс алыу тойғоһо аңына һеңде. «Хужамдың тормошон емергән өсөн, миңә ҡылған яуызлығың өсөн яуап бирерһең, алама бисә... Барыбер эләктерәм мин һине…»
Бер нисә көн рәттән Нәзирәнең эшенә барыу-ҡайтыу юлын күҙәтте. Ул ауылдан алыҫ түгел урынлашҡан ырҙын табағындағы келәттә эшләй. Эшенә төш ауыуға барһа ла, өйөнә һуң ғына, ҡараңғы төшкәс, кеше аяғы һил булғас ҡайта. Ике ҡулына ла көс етмәҫлек ауыр сумкалар тота.
Аҡбай Нәзирә тапаған һуҡмаҡтың үҙгәрмәҫенә инанғас, һөжүмгә ташланыу өсөн һилерәк урын эҙләне. Иң ҡулай ер - ырҙын яғынан ауылға ингән тыҡрыҡ ауыҙы, кискәре унан кеше лә һирәк йөрөй, эҙ яҙлыҡтырыуы ла еңел буласаҡ. Эңер төшкәс, бер мөйөшкә боҫто ла көтә башланы. Ниһайәт, келәт ишегенең өҫтөнә бе-ркетелгән сағыу лампочка һүнде. Бер аҙҙан тумалаҡ ҡарасҡы, тышылдай-тышылдай йылға үрен күтәрелеп тыҡрыҡ ауыҙына яҡынланы. “Ул!...” Аҡбай йәшеренгән еренән уҡтай атылып сыҡты ла уны-быны аңғарып өлгөрмәгән ҡорбанының өҫтөнә ырғыны, тырнаҡтары һимеҙ битте матҡыны, тештәре йомшаҡ беләктәрен ярып ебәрҙе, алғы тәпәйҙәренең осло тырнаҡтары ҡорһаҡ тапҡырындағы буҫтауҙы шыпырҙатып йыртты. Ауыҙына йылымыс ҡан тулды. Ҡан тәме ҡырағай дәртен оторо ҡуҙғытып ебәрҙе. Беләкте ысҡындырҙы ла ырылдай-ырылдай сираҡ һөйәгенә йәбеште.
–– Үлтерәләр... Әлеү-әлеү... - Нәзирә ҡотолорға теләп, аңғармаҫтан ҡапҡанға эләккән кейектәй сәбәләнеп тартҡылашты.
Эт уның һайын ярһып, таланы ла таланы. Ниһайәт ҡорбаны һөжүмгә сыҙ-амай йығылып китте лә дүрт тағанлап торорға маташты. Ҡайҙа инде! Аҡбай яҫы арҡаға менеп-ҡунды, һимеҙ елкәне тешләне, дүрт аяғын бер юлы көсәргәндереп ебәреп арҡа буйын тырнаны
–– Ах, ҡәһәр һуҡҡыр, үсен алды тәки, - тип ыңғырашты Нәзирә.
“Таныны... Инде ауылда ҡалырға ярамай, үлтерәсәктәр!”
Аҡбай ҡорбанынын ысҡындырҙы ла алыҫта емелдәгән ҡала уттарына ҡарай йүнәлде. Ҡасманы, яйлап атланы. Күңелен ике кисереш иләҫләтте: яманһыулау һәм ҡон ҡайтарыуҙан ҡәнәғәтләнеү тойғоһо.
Гөлсөм, ҡатынға эйәреп, бик бай йыһазландырылған фатирға инде. Бында бөтә нәмә замана зауығына тап килтереп урынлаштырылған. Бәләкәй генә ауыл өйөнән килгән йәш ҡыҙға былар барыһы ла әкиәт һарайындағылай тойолдо, шуғалырмы, ингәс тә юғалып ҡалды, ишек төбөндә тапанып тороуында булды. Ҡатын, ванна бүлмәһенә инеп, һыуҙы шаптырҙатып асып ебәрҙе, кухняға үтеп, газ плитәһенә сәй ҡуйғас, яғымлы ғына тауыш менән ҡыҙға өндәште:
— Тартынма, үт, хәҙер ваннаға һыу тулһа, йыуынып алырһың. Был бүлмә һинең ҡарамаҡта. - Уң яҡтағы бүлмә ишегенә күрһәтте.
Гөлсөм тартынып ҡына түргә үтте.
Ҡатын өҫтөндәге күлдәген һалып ташланы, борғаланып-һырғаланып трюмо алдында әйләнгеләргә тотондо: кәүҙәһен ентекләп тикшерә, ҡояшҡа янып һорғолт төҫкә ингән тығыҙ, шыма тәнен тотҡолап ала. Ҡәнәғәт ҡалғас, массаж тарағын алып тарап, сәстәрен ялпылдатып ебәрҙе, ҡолаҡ һырттарына хушбуй ышҡыны, ирендәрендәге помаданы яңыртты. Һылыу икән!.. Урамда иғтибар ҙа итмәгән дә баһа.
— Апай һеҙ артисткамы?
— Мине, Луиза апай, тиген. Артистка уҡ булмаһам да, улар араһында йөрөйөм заманында.
Сәй эскәндән һуң Гөлсөм ваннаға инде лә эстән бикләнгәс кенә сисенә башланы. Стенаға беркетелгән ҙур көҙгөлә һыны сағылды, Луиза ише борғоланып алған булды, шул ыңғайы пырх итеп көлөп ебәрҙе. Ваннаға йәнәшәләп ҡуйылған тумб-очка өҫтө эреле-ваҡлы крем, аллы-гөллө шампунь һауыттары менән тулған.
Ул еҫле һабынды ғына алырға баҙнат итте. Йылымыс һыуҙа йәне ирегәндәй тойолдо, рәхәтлектән күҙҙәрен йомдо.
Ишек шаҡынылар.
— Һылыуым, нишләп бикләнеп ултыраһың, бында икебеҙ генә бит. Ас, арҡаңды ышҡыйым.
— Кәрәкмәй, мин үҙем генә.
— Ас инде, ас, оялма.
Луиза ингәс, яланғас ҡыҙҙы баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе:
—Бына һин ниндәй икәнһең... Йөҙөң генә түгел, кәүҙәң дә бынамын тигән, бешкән еләктәйһең, өҙ ҙә ҡап. Һинән файҙа сығасаҡ!
Гөлсөм яңы урында аҙна самаһы йәшәһә лә, Луиза уны бөтөнләй борсоманы, Хатта уның барлығын онотто ла шикелле. Йоҡоһон туйҙырып сығып китә лә кис һуң ғына кемделер эйәртеп ҡайтып инә. Гөлсөмдөң яттарҙың шәхси тормошонда ни эше бар, ҡыҙыҡһынмай ҙа. Аҙыҡ-түлек артынан да магазиндар ҡыҙыраһы түгел, һыуытҡыс тулы ризыҡ. Кеше елкәһендә йәшәп ятыуы уңайһыҙ һымаҡ булғанға, йоҡоһонан тора ла былай ҙа ялт итеп торған бүлмәләрҙе йыйыштырырға керешеп китә, шунан һуҙылып ятып, көнө буйы китап уҡый. Барыйға, өләсәһенә хат яҙып һалды, кире адресын ғына яҙманы, оҙаҡҡа килмәне бында. Ә Луиза апаһы әллә нишләп уҡырға индереү тураһында башҡаса һүҙ ҡуҙғатманы. Шул турала һүҙ ҡуҙғатҡайны, өҙөп кенә яуап бирҙе:
— Ундай сетерекле мәсьәлә тиҙ генә хәл ителмәй, яйын тура килтерергә кәрәк.
Бер мәл, шәмбе көн кис, ике йәш егетте эйәртеп ҡайтып инде хужабикә. Егеттәрҙең ҡулында шешәләр, төрлө һый-ниғмәттәр тултырылған пакеттар.
— Бөгөн тыуған көнөм, ҡунаҡтарымды бергә алып килдем, - тип ҡыҫҡа ғына аңлатты Луиза.
Күркәм, мул итеп табын әҙерләшкәс, Гөлсөм бүлмәһенә инде, ят егеттәрҙең араһында ултырырға тартынды.
Артынан уҡ Луиза күренде:
— Артыҡтарҙы саҡырманым, ултырма улайтып, мә, бынау күлдәгемде кей ҙә...
Бойороҡҡа тартым өндәшеүгә ҡаршы килә алманы ҡыҙ. Һонолған күлдәкте йәһәт кенә кейә һалды, сәстәрен рәткә килтерҙе лә көҙгөгә күҙ һалды. Китсе, ниндәй хәлдә тора һуң ул, итәк тубығынан күпкә юғары, иҙеүҙән дә күкрәктәренең яртыһы тиерлек күренә.
— Апай, ҡуй...
— Тартынма, бына тигән, класс! Артистка булырға бөгөндән өйрән!
Егеттәр ҡыҙмаса булып та алған. Мыйыҡлыһы, үҙен Альфред тип таныштырғаны, Луизаның эргәһенә килеп һыйынды, ҡулын тартыныуһыҙ-ниһеҙ уның балтырына һалды. Луизаның иҫе лә китмәне, шулай ултырырға ризалыр, күрәһең. Йәшерәге Гөлсөм тирәһендә һырпалана, теле телгә йоҡмай, комплименттар әйтә, алдына ашамлыҡтар ҡуя, өҙлөкһөҙ бейергә саҡыра.
Луиза көлөп кенә ҡуйҙы:
— Артур, с тебя двойная цена, за свежие фрукты платят дорого...
Сираттағы бейеүҙән һуң Артур, фужерҙарға шарап тултырып, алдындағыһын юғары күтәрҙе:
— Предлагаю тост за прекрасных дам... - Ул бөгөлөп-һығылып оҙон-оҙаҡ бәйләнешһеҙ телмәр тотто, һүҙ ыңғайы ҡулын Гөлсөмдөң биленә һалды, һыйпағандай итте. Ҡыҙ ситкәрәк шылды.
— Дон-Жуан, как ты красиво говоришь, после таких слов трудно отказаться... — Луиза кешәнәп көлөп ебәрҙе, Гөлсөмдөң ҡулына фужер тотторҙо. - Эсәбеҙ түңкәргәнсе!
— Мин эсмәйем.
— Ихтирам итмәйһеңме, тостың яртыһы минеке бит.
— Эскәнем юҡ шул.
— Ошоно ғына бөткәнсе йот та башҡаса ҡыҫтамайбыҙ.
Ысынлап та, нимәгә тартынып тора әле, ике-өс йотомдан иҫермәҫ, моғайын.
Эсемлек үҙәк буйын хәтәр яндырып төшөп китте, йылымыс ағым ҡан там-ырҙары буйлап аҡты, биттәренә ялҡын бөрктө, кәйефе күтәрелде, бүлмә эсе лә яҡтыраҡ, уны уратҡан кешеләр ҙә һөйкөмлөрәк күренде.
Табын кыҙҙы, Гөлсөм әҙәп һаҡлаһа ла, ҡалғандар магнитофондан ағылған көйҙө баҫырға теләгәндәй ҡысҡырып һөйләшә, шаулайҙар, тотанаҡһыҙ ҡыланалар. Луиза пары менән ҡосаҡлашып ултырыуы етмәгән, асыҡтан-асыҡ оҙаҡ итеп үбешә башланы.
Фужерҙарға тағы мөлдөрәмә тулы шарап, араҡы ҡойолдо.
— Әйҙәгеҙ, Гуля һылыуҡайҙың яҡты киләсәге өсөн әсәбеҙ. Унан бөйөк актриса сығасаҡ! - тип ҡысҡырҙы Альфред.
Гөлсөм был юлы ялындырып маташманы, уға изгелек теләп әсәләр ҙә баһа.
Башы әйләнеп китте. Бүлмәләге йыһаздар ҙа зыр әйләнеп бейей төҫлө. Бигер-әк килешле итеп әйләндерә вальста Артур, ысын кавалер! Бая йөҙөнә иғтибарлап ҡарамаған да, баҡтиһәң, Барыйға оҡшаған икән.
Луиза: «Уҡырға керетеүҙе иртәгә үк хәл итәм», - тип ебәрҙе. Төп күтәрә эстеләр. Альфред әллә ҡайҙан фотоаппарат сығарҙы. Күмәкләшеп тә, парлашып та фотоға төштөләр. Хәҙер инде Артурҙың алдында ултырырға ла тартынмай Гөлсөм, әрһеҙ ҡулдарҙы ла этәрмәй. Иң аптыратҡаны - фотоаппараттың әҙер фотолар эшләп сығарыуы. Көтөп йөрөйһө лә түгел, ҡыланып төш тә һүрәттәреңде ҡарап кинән. Ҡыҙыҡ.
Иҫерткес эсемлектәрҙе тәүгә ауыҙына алған Гөлсөм мәжлес аҙағына бөтөнләй бәлйерәне. Артур, ҡыҙҙы күтәреп, бүлмәһенә алып инде, карауатына һалды ла биттәренән, муйынынан үбергә тотондо, ҡыпһыуырҙай ҡаты ҡулдары иҙеүгә тығылып, күкрәктәрен иҙҙе.
— Нимә эшләйһегеҙ һеҙ, кәрәкмәй! - Гөлсөм, бөтә көсөн йыйып, ҡаршылашырға маташты, иламһырап ҡысҡырып ебәрҙе. - Луиза апай...
Тәмәке, араҡы еҫе аңҡыған һаҫыҡ ирендәр уның ауыҙын томаланы. Ярҙам итмәҫтәрен тойған ҡыҙ ярһып иларға тотондо. «Ай!..» Ниндәйҙер тупаҫ ауыртыу тәнен өттө, йәне ҡара упҡынға осто...